«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҠУНАҠТАР МИЛЛИ КОЛОРИТТЫ ТОЙОРҒА ТЕЛӘЙ
+  - 

Өфөгә сит төбәктәрҙән һәм хатта илдәрҙән ҡунаҡтар йыш килә. Улар республиканың баш ҡалаһына яңы күҙлектән сығып ҡарап үҙ баһаһын бирә, Өфө тураһындағы фекерҙәре менән уртаҡлаша. Ошондай ҡунаҡтарҙың береһе, Мәскәү ҡалаһынан махсус рәүештә Өфөнө ҡарарға килгән Максим СЕЛИВАНОВ үҙенең тәьҫораттары менән уртаҡлаша.
- Дөрөҫөн әйткәндә, Өфөнө килеп күреү тураһындағы хыялым күптән бар ине. Ә уҙған йылдың йәйендә Өфөлә бөтә донъя кимәлендәге сараларҙың уҙыуы был уйымды көсәйтте генә. Рәсәйҙең бихисап ҡалалары араһында нәҡ Өфөнө төрлө ил башлыҡтарын, сәйәсмәндәрен, вәкилдәрен ҡабул итерлек лайыҡлы ҡала итеп тапҡандар икән, был тиктомалдан түгелдер. Шуға күрә әлегә тиклем кисектерә килгән ниәтемде тормошҡа ашырыу өсөн ялдарымдың береһендә Башҡортостандың баш ҡалаһына остом.
Ысынлап та, Өфө самолеттан килеп төшкән ыңғайы әсир итерлек ҡала булып сыҡты. Аэропорттың ҙурлығы, таҙалығы, күркәмлеге, хеҙмәткәрҙәренең итәғәтле һәм әҙәпле булыуы күңелгә ятты. Бина эсендәге урындағы мәҙәниәтте, тарихты сағылдырған төрлө сувенир киоскаларының урынлашыуы ла яҡшы тойғолар уятты. Ҡапҡылап алыу урындарының таҙа, аш-һыуҙары тәмле булыуы ла тик ыңғай фекерҙәр тыуҙырҙы. Балалы пассажирҙар өсөн дә бөтә уңайлыҡтыр тыуҙырылған. Ғөмүмән, аэропорт тураһында тик яҡшы һүҙҙәр әйтергә мөмкин.
Кешеһе бик күп, һауаһы тынсыу Мәскәүҙән Өфөгә килеп эләгеүсе үҙен бөтөнләй икенсе донъяла кеүек хис итә. Бында нисектер тормош та һалмағыраҡ аға кеүек, кешеләр ҙә ихтирамлыраҡ, күк йөҙө лә асығыраҡ. Шулай ҙа бында ла төҙөлөштөң күп булыуы яҡын киләсәктә Өфөнө лә Мәскәү кеүек үк яҙмыш көтәме икән, тигән уйҙар тыуҙыра. Әле миңә иркен урамлы, таҙалығы махсус кешеләр һәм, иң мөһиме, урындағы халыҡ тарафынан һаҡланған ҡала буйлап йөрөү мөмкинлеге тейҙе. Ләкин халыҡтың көндән-көн күбәйеүе тығыҙлыҡҡа ғына алып килмәй, ә экологик яҡтан да бәкәлгә һуға. Ошо йәһәттән республика һәм ҡала етәкселеге төрлө төҙөлөштәрҙең нисек атҡарылыуын ҡаты контролдә тоталыр, тип ышанғы килә. Ниндәй ҡалаға барһам да урындағы музей, картина галереяларын, күргәҙмә залдарында булырға тырышам. Ә Өфө халҡы ошо йәһәттән үҙенең ни тиклем бай икәнлеген аңлаймы икән? Бындағы кеүек музей, галереяларҙы бүтән ерҙә осратып та булмай. Башҡортостан Республикаһының милли музейы, С. Т. Аксаковтың һәм М. Ғафуриҙың мемориал йорт-музейҙары, Ш. Хоҙайбирҙин музейы һәм башҡа ошондай урындарҙың әһәмиәте һәм мөһимлеге аңлатып бөткөһөҙ. Ә төрлө картина галереяларында осратҡан эштәргә хайран ҡалдым. Ниндәй талантлы, һәләтле кешеләргә ғүмер бирә башҡорт ере!
Әлбиттә, ике көн эсендә ҡаланың бөтә райондарын да күрергә насип булманы. Шулай ҙа булған урындарымдан сығып һүҙ йөрөткәндә, ҡаланың төҙөклөгө күҙгә ташлана. Ләкин барлыҡ ҙур ҡалаларҙағы кеүек үк аҙым һайын бер үк төрлө магазиндарҙың, япон һәм башҡа сит ил ашамлыҡтарын тәҡдим итеүсе, пицца, фастфуд кеүек аҙыҡтар һатылған урындарҙың күп булыуы Өфөнөң үҙенсәлеген бер аҙ кәметә. Шул уҡ ваҡытта менюларында урындағы милли ашамлыҡтар булған ресторандарҙың әҙ икәнлеген билдәләп үтмәйенсә булмай. Ә бәләкәйерәк кафе һәм тиҙ ҡапҡылап сығыу урындарында башҡорт милли аштарын осратыуы бөтөнләй ауырға төшә. Дөрөҫөн әйткәндә, ундай кафеларҙы хатта осратманым. Минеңсә, Башҡортостандың баш ҡалаһына ҡунаҡтар нәҡ милли аш-һыуҙы тәмләп ҡарау, урындағы милли колоритты тойоу өсөн юллана.
Ҡайҙа ғына барһам да, ундағы транспорт йөрөшөн, маршруттарҙың расписаниеһын баһалайым. Өфөләге йәмәғәт транспорты мәсьәләһе тулыһынса хәл ителгән, тип әйтмәҫ инем. Бигерәк тә киске сәғәттәрҙә көндөҙ күпләп йөрөгән маршрут автобустар юҡҡа сыға. Мәҫәлән, шәхсән үҙем киске ун берҙә Ленин урамындағы бер туҡталыштан Телеүҙәккә барыу өсөн ярты сәғәт автобус көттөм. Ә Дим биҫтәһенә сығырға теләүсе пассажирҙар мин килгәндә лә тора инеләр, минән һуң да автобус көтөп ҡалдылар. Ни өсөн дәүләт һәм шәхси автобустар расписаниеһын көндөҙгө һәм киске сәғәттәрҙә бер үк режимда йөрөрлөк итеп төҙөмәҫкә? Ҙур ҡалала йәшәүселәрҙең көндөҙгө сәғәттәрҙә генә түгел, ә эштән һуң да бараһы ерҙәре табылып ҡына тора.
Ике көн эсендә туплаған тәьҫораттарым ошоларға ҡайтып ҡала. Өфөгә килгән башҡа кешеләрҙең дә бындағы ихласлыҡ һәм матурлыҡтан тәьҫоратланып ҡайтыуына шикләнмәйем.

Гөлназ САФУАНОВА яҙып алды.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 11.01.16 | Ҡаралған: 1038

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru