«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
КҮРҺӘТ ӘЛЕ, ДУҪҠАЙЫМ, НИНДӘЙ ТӘРБИӘ АЛАҺЫҢ?
+  - 

Һүҙҙең дөрөҫөн баланан ишет, тигән халыҡ аҡылына таянып, Шамонино ауылының "Ысыҡҡай" балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре менән ололарҙы ла "борсоған мәсьәләләр" тураһында әңгәмә ҡорҙоҡ. Балалар баҡсаһының "Аҡбуҙат" тип аталған өлкәндәр төркөмөнә йөрөүсе Йәсминә Ильясова, Бәхтийәр Иштанов, Зөлхизә Исхаҡова һәм "Йәйғор" бәләкәстәр төркөмө тәрбиәләнеүселәре Нәркәс Вәхитова менән Тимур Ишемғоловтың яуаптарын һеҙҙең дә иғтибарға тәҡдим итәбеҙ.

Балалар, бына яңыраҡ ҡына бөтә кешеләр ҙә бер-береһенә һаулыҡ һораша торған көндө билдәләнек. Һеҙ бер-берегеҙгә, өлкәндәргә һаулыҡ һорашып йөрөйһөгөҙмө?
Зөлхизә: Һәр ваҡыт һаулыҡ һорашып йөрөйөм. Ҡайҙа барып инһәң дә, "Һаумыһығыҙ!" тип әйтергә кәрәк, ә сыҡҡанда "Һау булығыҙ" тип хушлашыу дөрөҫ була.
Бәхтийәр: Был байрам бөтәһе лә һаулыҡ һорашып йөрөргә тейеш булыуын белгән өсөн үткәрелгәндер ул, ибет? Кешегә сәләм бирмәһәң, яҡшы булмай инде ул...
Йәсминә: Ололар менән һаулыҡ һорашһаң, улар һиңә "Һаумы, балам", тип яуап бирә лә, үҙҙәре ныҡ ҡыуана. Уларҙы шатландырыу өсөн байрам көн булмағанда ла һаулыҡ һорашырға кәрәк.
Тимур: Ә беҙгә тәрбиәсе апай өлкәндәр менән: "Һаумыһығыҙ!" - тип, төркөмдәге малайҙар һәм ҡыҙҙар менән: "Сәләм!" - тип сәләм бирергә кәрәк, тип өйрәтә.
Нәркәс: Мин дә баҡсанан ҡайтыр алдынан тәрбиәсе апайға "Пока!" тием. Ә ул беҙгә: "Иртәгә тағы ла килегеҙ, йәме", - ти.
Тимур: Тәрбиәсе апайҙың "Ә иртәгә ял", тип әйткәнен яратам. Ул шулай тиһә, мине балалар баҡсаһына алып килмәйҙәр, өйҙә мультиктар ҡарайым.
Нәркәс: Мин ял иткәндә "Сәңгелдәк" ҡарайым. Унда ошо тирмә эсендәге сәңгелдәккә оҡшаған сәңгелдәкте һәм бәләкәй генә бәпесте күрһәтәләр. Ул бәпес ҡыҙыҡай, ә беҙҙең өйҙә малай бәпес бар.

"Сәңгелдәк" ҡарағас, башҡортса бик күп әкиәттәр беләһегеҙҙер инде. Башҡортса һөйләшәһегеҙ инде, ибет?
Тимур: Юҡ. Мин өйҙә русса һөйләшәм. Әсәйем шулай ҡуша, шулай кәрәк, ти.
Нәркәс: Мин башҡортса һөйләшәм, әкиәттәрҙе лә күп беләм. Тайышҡа өләсәйем менән олатайыма ҡунаҡҡа барһаҡ, улар матур әкиәт һөйләй, йырҙар йырлай, мине арҡамдан яраталар, үәт.
Бәхтийәр: Мин дә Баязит ҡустым менән башҡортса һөйләшәм. Ә үҙем "Лунтик", "Маша и Медведь" йәнһүрәттәрен ҡарарға яратам.
Йәсминә: Әсәйем менән атайым башҡортса бик яҡшы һөйләшә, ә беҙ Диана апайым менән башҡортса бөтә һүҙҙәрҙе лә аңламайбыҙ. Әсәйем өйрәтһә генә аңлай башлайбыҙ.
Зөлхизә: Мин гел башҡортса һөйләшәм, руссаны һөйләшмәһәм дә беләм. Бәләкәстәр төркөмөнә йөрөгәндә өйрәндем.
Йәсминә: Диана апайым менән бер-беребеҙгә әкиәттәр һөйләйбеҙ. Өс өләсәйем һәм ике олатайыма ла үҙебеҙ әкиәт һөйләйбеҙ. Өләсәйем килгәндә миңә Урал батыр тураһында әкиәт һөйләне. Ә Дианаға мәктәптә Салауат Юлаев тураһында әкиәт өйрәткәндәр, хәҙер уны мин дә беләм.
Бәхтийәр: Урал батыр тураһында мин дә беләм. Ул бик батыр, көслө кеше булған һәм ҡылысы менән аждаһаны ҡырған, ти. Салауат Юлаев та аждаһаларға ҡаршы һуғышҡан.
Нәркәс: Минең туғанымдың исеме лә Урал, тик ул көслө түгелсе. Әле уға бер йәш, үҫкәс, көслө булырмы икән?..

Әлбиттә, көслө буласаҡ. Ә һеҙҙең үҫкәс кем булғығыҙ килә?
Зөлхизә:Минең доктор булғым килә. Теште дауалар инем.
Тимур: Ә мин үҫкәс атай булам.
Йәсминә: Минең парикмахер булғым килә. Әле матур итеп сәс үрергә өйрәнәм.
Бәхтийәр: Мин үҫкәс пожарник буласаҡмын, сөнки улар балаларҙы уттан ҡотҡара, кешеләргә ярҙам итә.
Нәркәс: Үҫкәс, доктор булам. Үҙем уколдан ныҡ ҡурҡам, әсәйем Уралға укол һалһа ла илайым. Шуға, үҙем үҫкәс бәпестәрҙе илатмай ғына укол һалырға өйрәнәм.
Тимур: Танкист булғым да килеп китә ҡайһы саҡ...

Балалар баҡсаһында ниндәй эштәр менән мәшғүл булаһығыҙ?
Бәхтийәр: Бында төрлө уйындар уйнайбыҙ, тәрбиәселәр, уйынсыҡтарҙы йыйығыҙ, тиһә, йыйып ҡуябыҙ.
Тимур: Мин машинала уйнайым. Бында тәмле бутҡа ашаталар, мин вис ашап бөтәм. Балалар баҡсаһына килер өсөн иртә менән йоҡонан торорға кәрәк бит, мин ҡайһы берҙә тиҙ торам былай. Ҡайһы берҙә балалар баҡсаһына килге килмәй...
Зөлхизә: Ә мин төшкөһөн йоҡларға яратмайым. Бөтәһе лә йоҡлағас, ятып торам инде. Һүрәт төшөрөргә, мультик ҡарарға яратам.
Йәсминә: Мин кухня уйнарға яратам. Дуҫтар менән баҫтырыш уйнайбыҙ, тәмле манный бутҡаһы ашайбыҙ. Төшкөһөн рәхәтләнеп йоҡлайым. Көн шулай үтеп китә.
Нәркәс: Беҙгә тәрбиәсе апай "Балалар урам буйлап баралар, һикереп тә алалар, йүгереп тә алалар, ултырып та алалар", тигән уйынды уйната. Шундай күңелле уйын!
Тимур: "Шалҡан" әкиәтен уйнағанда ла күңелле була, әйе бит, Нәркәс? Үҙебеҙ әбей, бабай, эт, бесәй, сысҡан, ҡыҙыҡай булып уйнайбыҙ.
Нәркәс: Минең атым бар, уға ултырһаң, һикерә. Шуны ныҡ яратам инде мин.
Тимур: Минең дә атым бар. Тик ул Асыла, өләсәйҙә.
Нәркәс: Ә минең әсәйемдең дә әсәһе бар, уның исеме өләсәй, үәт!

Балалар баҡсаһында байрамдар үткәреләме?
Йәсминә: Иң оҡшаған байрам - йәрминкә. Унда беҙ компот һаттыҡ. Ә мәктәптә үткән йәрминкәлә Дианаға әсәй ике пицца бешереп биргәйне, уны ла һатып алғандар.
Бәхтийәр: Мин йәрминкәлә бер нәмә лә һатманым. Һабантуй байрамы оҡшаны. Һабантуйҙа батут бар ине. Көслө кешеләр көрәштеләр, мин ҡарап йөрөнөм.
Нәркәс: Шул һабантуйҙа минең атайым көрәште, ә мин арыным да иланым.
Зөлхизә: Һабантуйҙа булғаным юҡ шул, туйҙа ғына булғаным бар былай.
Йәсминә: О, унда ныҡ ҡыҙыҡ була Зөлхизә. Һабантуйҙа батутта һикерҙек, төрлө уйындар уйнаныҡ. Бер стенаға шариктар теҙеп ҡуйғандар ҙа, шуны таш бәреп шартлатырға кәрәк, еңһәң, уйынсыҡ бүләк итәләр. Бик ауыр уйын, мин уйнап ҡарарға ла ҡурҡтым.

Ҡышҡыһын нимә эшләйһегеҙ?
Нәркәс: Мин атайым менән ҡоштарға өй эшләнем. Унда икмәк һалып ҡуйғайныҡ, турғайҙар килеп тә етте.
Бәхтийәр: Беҙ ҙә ҡоштарға ике оя эшләп ҡуйҙыҡ. Береһен атай һәм олатай менән эшләп, мунсаға ҡуйҙыҡ. Икенсеһен атай һәм ҡартатай менән эшләнек тә, гаражға элдек. Ҡышҡыһын унда төрлө төҫтәге турғайҙар килә.
Йәсминә: Ә беҙ ҡоштарға оя эшләнек тә, ашарға һалырға онотҡанбыҙ. Улар үҙҙәре шунда урынлашып, ашарға ташынылар.

ШУЛАЙ ИТЕП...
"Баланы - баштан, талды йәштән бөк" - бына ниндәй мәҡәлде ата-әсәләргә лә, педагогтарға ла һәр ваҡыт иҫтә тотоу кәрәк. Ә балаға ниҙер эшләргә өйрәтеү һәм яҡшылыҡ, белемлелек, кешелеклелек кеүек мәңгелек төшөнсәләрҙе аңына һеңдереп үҫтереү өсөн ни бары туған телендә һөйләшергә өйрәтеп, үҙебеҙҙең халыҡҡа хас тәрбиә биреү ҙә етә. Быға Шамонино ауылының "Ысыҡҡай" балалар баҡсаһына йөрөүсе башҡорт сабыйҙары менән әңгәмә барышында тағы бер тапҡыр инандыҡ. Был сабыйҙарҙың ата-әсәләре баланы бишектән тәрбиәләүҙең мөһимлеген белә, тип ышаныс менән әйтергә мөмкин. Ә балалар баҡсаһы етәкселегенең, тәрбиәселәрҙең уларҙың теләген иҫәпкә алырға, тәрбиә эштәрендә хеҙмәттәшлек итергә әҙер булыуы айырым иғтибарға лайыҡ.

Сәриә ҒАРИПОВА әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 11.01.16 | Ҡаралған: 1248

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru