«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АШАУ ӨСӨН ЙӘШӘМӘГЕҘ, ЙӘШӘҮ ӨСӨН АШАҒЫҘ
+  - 

Олоғайҙым инде, 81 йәштәмен. Шуға ҡарамаҫтан, геүелдәтеп машина йөрөтәм, кеше көнлө булып ултырырға Хоҙай ҡушмаһын, тием дә, кәрәк ергә йомош-юл менән үҙем барам да киләм. Йәйәү ҙә йөрөйөм, көн дә сығып ашыҡмай, һәлмәкләп кенә йүгереүҙе лә ғәҙәткә индереп алдым. Шөкөр, үҙемде һәйбәт тоям.

Ә бит ҡасан ғына әле быуындар, яурын-ҡулбаштар һыҙлай, тубыҡ бөгөлмәй, ҡулдарҙы ла күтәреп булмай ине. 23 йыл элек ана шулай мине остеохондроз тигән сир бөгөп һалды бит. Белорет металлургия комбинатында эшләгәйнем мин. Прокатлау цехында электрик инем. Ҡыҙыу мейес янында тирләп йөрөп эшләйһең, ә цех ҙур, үтәнән-үтә ел өрөп тора. Шулай йылдар буйына иғтибар итмәй эшләп тик йөрөлгән, бер заман килтереп ҡыҫты бит теге остеохондроз тигән нәмә. Шифахана ла, дауахана ла ҡалманы, мумие ла, женьшень да, алтын тамыр ҙа эсеп ҡарайым, массаж да яһатам - бер файҙаһы ла юҡ. Саҡ ҡына ел өрһә лә һыуыҡ тейеп бара, иммунитет тамам ҡаҡшаны. Баш ауырый, күҙҙәр ҙә күрмәй башланы, икеһенә ике төрлө быялалы күҙлек яһатып алырға тура килде. Ҡан баҫымы түбән, үлтереп йоҡо баҫа, шуға, ҡаты итеп сәй эсергә ғәҙәтләндем. Өҫтәүенә, простата тигән сир башланды. Табиптар был сирҙән операция яһатып ҡына ҡотолоп була, тип ныҡыша. Тағы дауаханала ятып сыҡтым. Әллә дарыуҙы күп ашағандан, бит-күҙ шешмәкләнеп китте бер заман.
Әмәлгә ҡалғандай, шул осорҙа даны таралған халыҡ табибәһе Әминә Аралбаева Белоретҡа килеп төштө. Барып күренгәйнем, ул миңә нисек итеп дөрөҫ, сәләмәт йәшәргә һәм туҡланырға өйрәтеп ҡайтарҙы. Ҡурҡыныс бер нәмә лә юҡ, тине ул, минең кәңәштәрҙе тотһаң, тиҙҙән һауығырһың, тине. Сәй хаҡында һорау биргәс, мин бөтөнләй сәй эсмәйем, тип яуап бирҙе. Унан күрмәксе, мин дә сәй эсеүҙе туҡтаттым. Сәләмәтләнеүгә юл шунан башланды ла: йоҡом да һәйбәт, төндә лә тороп йөрөмәйем, көндөҙ йоҡо ла баҫмай. Бер аҙҙан шешенеү ҙә бөттө. Дөрөҫ туҡлана, дауаланыу маҡсатында асыға башланым. Поль Брегг тигән билдәле авторҙың "Асығыу мөғжизәһе", И. Литвиненконың "Дөрөҫ туҡланыу нигеҙҙәре" һәм башҡа шундай сәләмәтлек хаҡындағы китаптарҙы уҡып, уларҙың кәңәштәрен дә файҙаланам. Һаулыҡҡа файҙаһы булмаған теләһә нимә ашамайым. Иртә менән торғас та эҫеле-һыуыҡлы контраст душ ҡойонам, махсус күнекмәләр яһайым һәм йүгерергә сығам. Йүгереү, тигәс тә, спортсылар ыңғайына түгел инде. Яйлап ҡына, организмға артыҡ көс төшмәҫлек итеп кенә йүгереп киләм. Ярты йылдан - остеохондроз, аҙаҡ простата бөттө. Ҡулдар урынына ултырҙы, шешенеүҙең эҙе лә ҡалманы. Тора-бара хатта күҙлектең дә кәрәге теймәй башланы, ышанаһығыҙмы, юҡмы? Элеккесә әбейем әҙерләгән ризыҡты түгел, ә тейешлеһен генә үҙем йүнәтеп ашайым. Итте бик һирәк ҡулланам, уның да майһыҙын ғына һайлайым. Тауыҡ итенең майын һыҙырып ташлайым, бешермәйем. Итте ваҡ ҡына итеп турап, ҡайнатып сығарғас, тәүге һурпаһын түгәм дә яңынан һыу һалып бешерәм. Иттә булған ҡайһы бер зыянлы нәмәләр һурпаға сыға икән ул. Нигеҙҙә кәбеҫтә, кишер, сөгөлдөр, бәшмәк, унан һуң ҡуҙаҡлылар культуралары: фасоль, борсаҡ менән туҡланыуға күстем. Һоло, ҡарабойҙай бутҡаһы ла яратҡан ашыма әүерелде.
Асығыу алымы - үҙе бер ғилем ул. Ашауҙы кәметеп, тәүҙә организмды әҙерләйһең, бер нисә көн буйына клизма яһап, эсәктәрҙе таҙартаһың. Асығыуҙы әкренләп, тәүҙә бер, ике, өс көнләп, унан арттыра барып, аҙна, ун көнгә тиклем, тамам өйрәнгәс, хатта оҙағыраҡ та дауам итергә була. Ашамайһың, фәҡәт һыу ғына эсәһең. Асығыуҙан дөрөҫ сыға ла белергә кәрәк - быныһы бигерәк мөһим. Уны тамамлаған көндә лә емеш йә йәшелсә һуты, шыйыҡ ҡына һоло бутҡаһы кеүек еңел ризыҡ менән сикләнеп тороу хәйерле. Ә, ғөмүмән, тәүҙә врач менән кәңәшләшмәйенсә, оҙаҡ ваҡытҡа асығыуҙы тота килеп башламағыҙ. Һис юғы, ошо хаҡта әлеге Поль Брегг йәки башҡа берәй авторҙың хеҙмәте менән ентекләп танышып сығыу кәрәк. Һәр хәлдә, миңә ана шул асығыуҙың файҙаһы ныҡ ярҙам итте, сөнки асыҡҡан ваҡытта организм һәр төрлө шлак, тоҙҙарҙан таҙарына. Йәшәреп киткәндәй хис итәһең үҙеңде, еңеллек тоя башлайһың, хәл инеп ҡала.
Шуныһын да әйтеп китәйем: асыҡҡан ваҡытта, ашар алдынан йә ашағандан һуң мин бер ваҡытта ла һыуыҡ һыу эсмәйем, сөнки ул аш эшкәртеү һәм һеңдереүҙе тотҡарлай. Һөҙөмтәлә эс күбә, эсәктәрҙә күпләп газ барлыҡҡа килә. Һыуҙы мин тәүҙә туңдырам, унан уны иретеп ултыртып ҡуям да бүлмә температураһына еткереп кенә эсәм. Бик тиҙ кәрәк булғанда боҙло һауытты эҫе һыулы кәстрүл эсенә ултыртып иретеп алам. Ул бер ыңғай йылынып та китә. Бындай структуралаштырылған һыу организмға бик файҙалы.
Сәләмәт йәшәү ҡағиҙәләренә бер мәҡәләлә генә өйрәтеп булмай ул. Ҡыҙыҡһынған кеше төрлө сығанаҡтарҙан үҙе эҙләнергә, унан үҙенә уңайлы алымды һайлап ҡулланырға мөмкин. Гел йәшә, гел өйрән, уҡы, тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәр бит. Мин үҙем дә медицина буйынса китаптар, мәҡәләләр уҡырға яратам. Һеҙгә лә шуны теләйем: сәләмәт йәшәү ҡағиҙәләрен үҙләштерегеҙ, дөйөм кимәлегеҙҙе, шул иҫәптән, үҙегеҙҙең туҡланыу мәҙәнилеген дә үҫтерегеҙ - ашау өсөн йәшәмәгеҙ, йәшәү өсөн ашағыҙ!

Мөхәррәм СӘЛИМОВ,
хеҙмәт ветераны.
Белорет ҡалаһы.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 11.01.16 | Ҡаралған: 1309

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru