«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ОШО КӘҢӘШТЕ ЛӘ ТЫҢЛАЙЫҠ!
+  - 

Илде иҡтисади көрсөк ялмап алғанда, аҡсаһыҙлыҡ, эшһеҙлек кеүек заман афәттәре ябырылғанда йәш ғаиләләргә айырыуса ауыр икәнен беләбеҙ. Әммә тап бына йәш ғаиләләр ошо һынауҙарҙы лайыҡлы үтергә өйрәнә, ауырлыҡтарҙа сыныға һәм бирешмәй. Шундай ғаиләләрҙең береһе тураһында һүҙебеҙ.

Хәйбулла районы Аҡъяр ауылында йәшәүсе Гүзәл һәм Айрат Нарбутиндарҙың ғаилә ҡороуына биш йыл. Дүрт һәм ике йәшлек Ғәзим һәм Ильяс исемле улдары үҫә. Әле ең һыҙғанып йорт төҙөү эше менән мәшғүлдәр. Гүзәл Аҡъяр телевидениеһында - диктор, тормош юлдашы Айрат - Хәйбулла районы буйынса Дәүләт техник күҙәтеү инспекцияһы начальнигы. Күптәрҙең яратҡан дикторына әйләнеп өлгөргән йәш ҡатын БДУ-ның Сибай институтында белем алған. Ғаилә башлығы Айрат Башҡорт дәүләт аграр университетының механика факультетын тамамлаған. Ул студент сағында ҡурай түңәрәгенә йөрөй, уҡып бөткәс, мәктәптә балаларҙы ҡурайҙа уйнау серҙәренә төшөндөрә.
- Айрат Татыр-Үҙәк ауылы егете, ә мин Яңы Ергән ҡыҙы, - тип һөйләй Гүзәл. - Беҙ уның менән мин Аҡъяр телевидениеһында эшләп йөрөгән саҡта таныштыҡ. Аҡсаны көрәп алмаһаҡ та, шөкөр итһәң, етә. Уны дөрөҫ итеп тотонорға тырышабыҙ. Әле өй төҙөгәс, төп килемебеҙ шунда китеп тора. Ата-әсәйҙәребеҙ ярҙам итә. Ваҡытлыса өләсәйем менән уның йортонда йәшәйбеҙ. Ул аҡыллы кәңәштәре, тормош һабаҡтары менән миңә лә, балаларыма ла ҙур таяныс. Өләсәйем һуғыш осоро һәм һуғыштан һуңғы йылдарҙың ауырлығын, михнәтен үҙ елкәһендә татып үҫкән кеше, һәр тиндең, һәр икмәк валсығының ҡәҙерен белергә өйрәтә беҙҙе...
Йәш ғаилә йорт төҙөү менән булһа ла, уландарын концерт-спектаклдәргә, башҡа мәҙәни сараларға йөрөтөргә ваҡыт таба. Иш янына ҡуш тигәндәй, яратҡан шөғөлдәре менән бер аҙ өҫтәмә килем табырға ла булдыралар. Гүзәл заказ буйынса сәс ҡаптырғыс, туйға бутоньеркалар эшләй. Ә Айрат буш ваҡыттарында машиналар ремонтлау менән булыша. Баҡса үҫтерәләр, ә Гүзәл баҡса емештәренән ҡышҡылыҡҡа файҙалы ҡайнатма-компоттар, салаттар әҙерләй.
- Магазиндарҙағы ялтырауыҡлы әйберҙәрҙән, зауыҡлы кейемдәр, затлы йорт йыһаздарынан тыйылып торабыҙ, - ти Гүзәл. - Ғөмүмән, нәфсе тигәнде тыя белеү, үҙеңдә теләһә ниндәй әүрәткестәргә ылыҡмау сифаты тәрбиәләү бик мөһим. Юҡһа, ҡайһы берәүҙәр ҡулға төшкән аҡсаһын һыу шикелле тотоноп, киләһе эш хаҡын алғансы ауыҙҙарын "елгә асып" йөрөүсән. Бөгөнгө һынауҙар осоронда бигерәк тә йәш ғаиләләргә халҡыбыҙҙың ошо аҡылын тотоу бик урынлы булыр: юрғаныңа ҡарап, аяҡ һуҙ...

Айгизә АСҠАРОВА.
Хәйбулла районы.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 11.01.16 | Ҡаралған: 1218

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru