«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТЕЛЕН ҠӘҘЕРЛӘГӘН ХАЛЫҠ ҮҘЕ ЛӘ ҠӘҘЕРЛЕ БУЛЫР
+  - 

Баш ҡаланың Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге Республика гимназия-интернат базаһында башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиада үтте. Был бәйгенең асылын аңлау өсөн Р. Ғариповтың "Туған тел" шиғырын хәтергә төшөрөү ҙә етә. Сөнки олимпиада Башҡортостандың төрлө төбәктәренән, Силәбе, Һамар һәм Ҡурған өлкәләренән, нәҡ ошо халыҡ шағиры кеүек, телһөйәр һәм илһөйәр уҡыусыларҙы бергә йыйған. БР Мәғариф министрлығы тарафынан егерме һигеҙенсе тапҡыр ойошторолған олимпиаданың һөҙөмтәләре менән йомғаҡлау тантанаһында таныштыҡ.

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиада әллә нисә быуын уҡыусыһына ҡанат ҡуйыусы, әллә күпмеһен башҡорт теле уҡытыусыһы, журналист булырға этәреүсе сара. Быйыл да олимпиада 295 уҡыусыға үҙ белемен тикшереп ҡарау мөмкинлеге бирҙе. Шулар араһынан ун өс уҡыусы күрше Силәбе, Ҡурған, Ырымбур өлкәләренән килгәйне. Улар барыһы ла викторина һорауҙарына яуап биреп, инша яҙып, шиғыр һөйләп һәм телмәр оҫталығын күрһәтеп, тырышлыҡтары өсөн ғәҙел баһа алды. Баһалама комиссияһы ағзаһы, БДУ-ның башҡорт тел ғилеме һәм этномәҙәни белем биреү кафедраһы мөдире Рәмилә Хөснөтдинова әйтеүенсә, уҡыусыларҙың белем кимәле түбән түгел.
- Викторина һорауҙарына яуап биргәндә бер аҙ кәйефте төшөргән моменттар булһа ла, дөйөм алғанда, уҡыусылар башҡорт теленең ҡағиҙәләрен белә. Улар фонетика, морфология, синтаксис буйынса анализды яҡшы эшләй. Әммә һүҙ төркөмдәре менән һөйләм киҫәктәрен бутайҙар, сифаттан килгән хәбәрҙе айыра белмәйҙәр. Шулай ҙа инша яҙыу мәлендә Аҡмулланың әҫәрҙәрендә әҙәп-әхлаҡ мәсьәләләре, заман проблемалары, милләттең киләсәге тураһындағы һорауҙарҙы асып, үҙ фекерҙәрен белдереп, йөкмәткеле итеп яуап бирә алыуҙары ҡыуандырҙы. Тикшерелгән иншалар араһында "Беҙ - милләтебеҙ киләсәге" тигән эш булғайны, ысынлап та, беҙ бөгөн ошо уҡыусылар йөҙөндә милләтебеҙҙең киләсәген, телебеҙҙе үҫтереүселәрҙе күрҙек, - тине Рәмилә Янсаф ҡыҙы, ығы-зығы, ваҡ мәшәҡәт тамамланып, эштәрҙең остарына сыҡҡас.
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиаданың йомғаҡлау тантанаһында еңеүселәрҙе һәм призерҙарҙы БР Мәғариф министры урынбаҫары Венера Вәлиева, Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Әмир Ишемғолов, РФ Дәүләт Думаһы депутаты, Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы рәйесе Зөһрә Рәхмәтуллина, ЮНЕСКО эштәре буйынса БР Комиссияһының баш белгесе Таһир Зәйнуллин тәбрикләне. Улар олимпиадала ҡатнашыусыларҙың уҡытыусыларына, ата-әсәһенә был балаларҙа телгә һөйөү тәрбиәләгән өсөн рәхмәттәрен еткерҙе. Зөһрә Рәхмәтуллина, донъяла глобалләштереү процесы барғанда, күп халыҡтар үҙ телдәрен онотҡанда, беҙҙең балаларыбыҙ башҡорт телендә һөйләшеү генә түгел, ошондай бәйгеләрҙә ҡатнашып, халҡының рухына, милләтенә тоғро булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Һуңғы йылдарҙа башҡорт телен уҡытыу, балаларҙың телде белеү кимәле тураһында бик күп бәхәстәр ҡубып торһа ла, йыл һайын үткәрелгән башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиаданың ҡатнашыусылар һаны кәмемәүе ҡыуандыра. Быйыл уның һөҙөмтәләре буйынса йәмғеһе ун абсолют еңеүсе билдәләнде, ә ун беренсе синыфтар араһында башҡорт мәктәптәренән Стәрлетамаҡ ҡалаһының Ленин исемендәге 2-се һанлы лицей-интернаты уҡыусыһы Фирғәт Шәмиғолов еңеүсе тип табылды.
- Был кимәлдәге олимпиадала тәүге тапҡыр көсөмдө һынап ҡараным, шуға бындай юғары уңышҡа өлгәшермен тип уйламағайным да. Әммә йыл дауамында бар тырышлығымды һалып, ныҡлы әҙерләнеп килгәс, олимпиада һынауҙарын үтәүе бик үк ҡыйын булманы. Ғөмүмән, башҡорт балалары өсөн башҡорт телендә ирекле һөйләшеү, инша яҙыу ҡыйын түгел. Минең өсөн әҙәбиәт теорияһы буйынса һорауҙарға яуап биреүе генә бер аҙ ауыр бирелде... - ти Фирғәт Шәмиғолов.

ШУЛАЙ ИТЕП...
Туған телен ҡәҙерләгән халыҡ ҡәҙерле булыр, тигән һүҙҙәрҙе һәр ваҡыт иҫтә тотһаҡ, балаларыбыҙҙың башҡорт телендә һөйләшеүен ошондай олимпиадалар барышында ғына ишетеп һөйөнмәҫбеҙ, ә көндәлек тормошта үҙ-ара аралашыуҙарына ла өлгәшербеҙ. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиада тағы бер тапҡыр ошо ябай хәҡиҡәткә төшөндөрҙө. Был бәйгелә ҡатнашыусы һәр бала башҡорт теленә ҡарата ихтирамлы булыуын күрһәтте.

Сәриә ҒАРИПОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 18.01.16 | Ҡаралған: 1525

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru