«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЙӘМҒИӘТ ФЕКЕРЕНӘ ҠОЛАҠ ҺАЛЫУ ФӘН ӨСӨН ДӘ, ИДАРА ИТЕҮСЕЛӘР ӨСӨН ДӘ КӘРӘК
+  - 

Социология - йәмғиәтте өйрәнеү фәне, тағы ла ябайлаштырыбыраҡ әйткәндә, кешеләрҙе өйрәнеү ысулдарының береһе. Ә бөгөнгө ҡатмарлы заманда, йәмғиәттә ярлылар һәм байҙар, белемлеләр һәм белемһеҙҙәр, тағы ла шундай ҡапма-ҡаршы аңлатмалы категориялар барлыҡҡа килгәндә, власть менән халыҡ араһында бәйләнеш алыҫлашҡан кеүек тойолғанда, йәмғиәт фекеренә ҡолаҡ һалыу бик тә кәрәктер, моғайын. Был хаҡта социологтар үҙҙәре ни уйлай икәнлеген асыҡлау маҡсатынан Рәсәй Фәндәр академияһы Социология институтының Башҡортостан филиалы директоры, Кеше потенциалын өйрәнеү үҙәге етәксеһе, социология фәндәре кандидаты Рим ВӘЛИӘХМӘТОВ менән уның урынбаҫары, ғаилә һәм демография мәсьәләләрен өйрәнеү лабораторияһы мөдире, тарих фәндәре кандидаты Гөлдәр ХИЛАЖЕВАны әңгәмәгә саҡырҙыҡ.

Бөгөн ил, дәүләт етәкселәре үҙҙәренең сығыштарында, Мөрәжәғәтнамәләрендә кеше факторына етди иғтибар бүлергә саҡыра, уның ҡеүәтен (потенциалын) үҫтереүгә өндәй. Социологияла ла төп урында кеше тора һәм ул кеше потенциалын нисек аңлата?

Рим ВӘЛИӘХМӘТОВ Р. Вәлиәхмәтов: Яуап биреүҙе мин шундай асыҡлауҙан башлар инем: кеше был тормошта нимә өсөн, кем өсөн йәшәй, йәшәүенең мәғәнәһе нимәлә? Күп ваҡытта был мәсьәләне бары тик иҡтисади күҙлектән сығып ҡына баһалайҙар: кеше эшләргә, хеҙмәте өсөн баһа, йәғни аҡса, ниндәйҙер килем алырға һәм ошо хеҙмәте ярҙамында үҙен-үҙе хәстәрләргә, шул уҡ ваҡытта илде лә ҡайғыртырға бурыслы. Бының менән өлөшләтә ризалашырға мөмкин, әммә был ғына мәсьәләне тулыһынса асмай әле. Кешенең йәшәйеш мәғәнәһе икенселә: ул тыуа, тәүҙә үҙе өсөн белем һәм һөнәр ала, һуңынан, балаларым, тип йәшәй, эшләй, үҙенең белемен үҫтерергә, сәләмәтлеген нығытырға тырыша. Быларҙың барыһы өсөн аҡса кәрәк, шуға ла ул ғүмер буйы аҡса табыр өсөн эшләй. Йәғни, ҡыҫҡаса ғына әйткәндә, кешенең йәшәү маҡсаты - үҙен белем, сәләмәтлек, мәҙәниәт яғынан тулыһынса ҡайғыртыу, тәьмин итеү, үҫтереү. Бында, әлбиттә, дәүләт, йәмғиәт ярҙамынан тыш бер ниндәй һөҙөмтәгә өлгәшеп булмай, шуға ла кеше факторын, уның ҡеүәтен үҫтереүгә комплекслы ҡараш булырға тейеш.
Бөгөн республикала кеше потенциалын үҫтереү концепцияһының нигеҙе бар тип әйтергә була, беҙ шуға таянып эшләйбеҙ. Эшебеҙ һөҙөмтәһендә оло күләмле (һәр береһе өс йөҙ биттән торған) кеше потенциалын үҫтереүгә арналған өс доклад донъя күрҙе. Рәсәй төбәктәре араһында улар беренсе булып баҫылып сыҡты. Был эшкә Пермь крайында ғына тотоноп ҡаранылар, әммә уларҙың тейешле методикаһы булмау арҡаһында бер дөйөм доклад менән генә сикләнделәр. Методика мәсьәләһенә килгәндә - уның нигеҙендә кеше сәләмәтлегенең, белеменең һәм килеменең (эш хаҡы һәм башҡа төрлө матди табыштар) күрһәткестәре һәм уртаҡ интеграль индексы иҫәпләнеүе тора. Был беҙгә бик ҡыҙыҡлы күренде һәм әлеге ваҡытта тулыһынса ошо методиканы ҡулланып эшләргә тырышабыҙ. Рәсәйҙең ҡайһы бер төбәктәре юғары кеше потенциалын тотоп килә, шулар рәтендә Башҡортостан да бар. Ләкин шуны ла әйтеп китергә кәрәк: республикабыҙ алдынғылар рәтендә булһа ла, өс-дүрт йыл инде уртаса интеграль дөйөм күрһәткес - индикатор буйынса бер урында тапанабыҙ, күп кенә өлкәләр ошо арала алға сығып өлгөрҙө. Кеше потенциалын, әлбиттә, үҫтерергә кәрәк, уның күп кенә юлдары бар. Хатта республика өсөн айырым Кеше потенциалын үҫтереү программаһы эшләү һәм уны комплекслы тормошҡа ашырыу бик файҙалы булыр ине.

Ниндәй күрһәткестәр алға китергә ҡамасаулай һуң?

Р. Вәлиәхмәтов: Беҙгә әле иң ныҡ ҡамасаулағаны: эш хаҡы, унан да бигерәк, башҡа сығанаҡтарҙан тупланған килем. Йән башына уртаса килем буйынса Рәсәй күрһәткестәренән бик артта ҡалабыҙ. Икенсе күрһәткес - мәғариф индексы тигән төшөнсә бар. Уға тағы ике өҫтәмә индекс инә: халыҡты, йәғни алты йәштән 24 йәшкә тиклем балаларҙы һәм йәштәрҙе мәғариф учреждениеларына күберәк йәлеп итеү. Улар белем биреү учреждениеларына ни тиклем күберәк йәлеп ителә, шул тиклем был индекс та арта. Үкенескә күрә, мәғариф индексы, йәғни белем биреү дәрәжәһе буйынса ла позицияларыбыҙҙы юғалттыҡ. Шулай уҡ ҡайһы бер төбәктәр дөйөм индексты кешенең уртаса ғүмер оҙонлоғо ярҙамында "ҡаплайҙар" ҙа, алғараҡ сығалар. Ә беҙ алға сыға алмайбыҙ, сөнки республика халҡының ғүмере һиҙелерлек итеп артмай. 4-5 йыл элек уртаса күҙалланған ғүмер оҙонлоғо буйынса Рәсәйҙең уртаса күрһәткесенән алдараҡ бара торғайныҡ, бер ни тиклем бер иш килдек тә, хәҙер саҡ ҡына төштөк. Шулай ҙа, әйтеп китеүемсә, кеше потенциалы юғары булған 20 төбәк иҫәбендә торабыҙ әле.
Гөлдәр ХИЛАЖЕВА Г. Хилажева: Кеше потенциалын тап демография процестары асыҡ сағылдыра. Республиканы беҙ уҙған быуаттың 70-80-се йылдарында академик Мазһар Иҫәнбаев бүлгән ете социаль-иҡтисади зона (үҙәк, төньяҡ-көнбайыш, көнбайыш, төньяҡ-көнсығыш, төньяҡ, Урал, көньяҡ) буйынса тикшерәбеҙ һәм, дөйөм алғанда, ҡыҙыҡлы һөҙөмтәләр күрергә мөмкин. Мәҫәлән, был зоналарҙың иҡтисади йәһәттән үҫеше төрлө булғанлыҡтан, уларҙа социаль һәм демографик процестарҙа ла айырма бик ҙур. Тимәк, кеше потенциалын үҫтереү өсөн шарттар ҙа төрлө. Ауыл ерҙәрендә был шарттар юҡ, тиергә мөмкин, быны тыуым, үлем һәм миграция процестары ла асыҡ сағылдыра. Бер яҡтан, тыуым ҙур, ләкин үлем күрһәткестәре лә юғары, шуға күрә, тәбиғи артым буйынса ауылдар ҡалаға ҡарағанда, хатта мегаполистарҙа тыуым түбәнерәк булһа ла, арттараҡ тора.
Демографик процестарҙы сағыштырғанда, ҡала менән ауыл - икеһе ике донъя кеүек. Быға тормош кимәленең төрлө булыуы ла, инфраструктура ла йоғонто яһай, үлем күрһәткесе генә түгел, миграция процестары ла булышлыҡ итә. Үкенескә күрә, беҙ тап ауыл ерендә кеше потенциалын юғалтабыҙ. Бында шуны билдәләп китергә кәрәк, демографтар халыҡты өс төп төркөмгә бүлә: хеҙмәткә яраҡлы йәштән бәләкәйҙәр, хеҙмәткә яраҡлылар һәм ололар. Тап ошо хеҙмәткә яраҡлылар, бигерәк тә ир-ат, сәләмәтлек буйынса ла, үлем буйынса ла, миграция буйынса ла ныҡ ауыр хәлдә. Дөйөмләштереп әйткәндә, республика халҡының бөтөн күрһәткестәр буйынса ла ҡатмарлы хәлдә булған уртаса тибын шулай ҡылыҡһырларға мөмкин: ул 30-40 йәштәрҙәге, сәләмәтлеге лә, эш урыны ла, ғаиләһе лә булмаған ауыл ир-аты.

Башҡортостан райондары социаль-иҡтисади күрһәткестәр буйынса ныҡ айырыла, тинегеҙ. Хәҙер күпселек төбәктәрҙән халыҡ йә күпләп күсенә, йә ситкә эшкә китә...

Г. Хилажева: Миграцияны беҙ өс ағымға бүлеп ҡарайбыҙ: эске, төбәк-ара һәм халыҡ-ара. Республикала 70 процент тирәһе эске миграция күҙәтелә. Нигеҙҙә, халыҡ үҙәк зонаға, йәғни Өфө тирәһенә күсенә. 20-30 процент самаһы - төбәк-ара миграция. Был ағым бөгөн иң көнүҙәк проблемаларҙың береһе булып тора. Сөнки тап ошо төбәк-ара миграция һөҙөмтәһендә беҙ кеше потенциалын юғалтабыҙ. Иң сәләмәт, иң аҡыллы, иң әүҙем, иң йәш, ғаилә ҡороп, демографик үҫешкә йоғонто яһарҙай кешеләребеҙ ситкә китә. Халыҡтың ситкә китеү йәһәтенән һәр саҡ минус менән киләбеҙ.
Халыҡ-ара миграцияға килгәндә, Башҡортостандың демографик үҫеше өсөн улар әллә ни йоғонто яһамаһа ла, барыбер иҡтисади һәм йәмғиәттәге эмоциональ мөхиткә, психологик торошҡа тәьҫир итә.

Һуңғы ваҡытта, башҡорттарҙы ауылда ҡалдырырғамы, әллә ҡалаға күсерергәме, тигән бәхәстәр йыш ишетелә. Сөнки оптималләштереү процестары тәү сиратта ауылдарға ҡағылды, мәҙәни-көнкүреш объекттары ябылды. Тимәк, урбанизация процестары ҡотолғоһоҙ һәм шунһыҙ беҙ ауыл кешеһенең потенциалын күтәрә алмаясаҡбыҙ. Икенсе яҡтан ҡарағанда, был милләтебеҙгә зыянға ла булыуы ихтимал, сөнки башҡорт ғүмер буйы үҙенең ерендә йәшәгән. Әгәр уны ерҙән айырһаҡ, артабан ерҙән дә, телдән дә яҙып ҡалырға мөмкинбеҙ, тигән хәүеф тыумаймы...

Р. Вәлиәхмәтов: Был мәсьәләгә ҡараш, ысынлап та, ике төрлө, әммә беҙгә уның оптималь баланс һаҡлаған бер юлын табырға кәрәк. Мәсьәлә нимәлә? Асыҡтан-асыҡ әйтергә кәрәк: ҡала ерендә башҡорт, ысынлап та, урыҫлаша. Ҡала ерендә генә түгел, хәҙер район үҙәктәрендә лә, хатта ҡайһы бер ауылдарҙа ла балалар шуға дусар. Ауыл ерендәге башҡорт мөхите былай ҙа кәмей. Халыҡ булып һаҡланып ҡалабыҙ, телде, мәҙәниәтебеҙҙе ауылда һаҡлайбыҙ, тиһәк, был дөрөҫ сәйәсәт, дөрөҫ эш. Әммә ысынбарлыҡтың күҙенә тура ҡараһаҡ, ауыл тирәһендә кеше потенциалын үҫтереү, сәләмәтлеген нығытыу, белем алыу мөмкинлектәре сикле. Кеше потенциалын үҫтереү өсөн, концепция яғынан ҡарағанда, ҡалала шарттар һәйбәтерәк. Әммә бизмәндең икенсе яғында башҡортлоҡто, башҡорт рухын, мәҙәниәтен, телен һ.б. нисек һаҡлап ҡалырға тигән һорау тора. Мин бында ныҡ итеп уйланылған, айырым махсус бер сәйәсәт алып барылырға тейеш, тип уйлайым. Хатта Көнбайыш илдәренең тәжрибәһен үҙебеҙгә алһаҡ та насар булмаҫ. Уларҙа хәҙер, киреһенсә, ҡалаларҙан ауылға тартылалар. Беҙгә лә шундай программа булдырырға кәрәк. Ауыл биләмәләрендә, район үҙәктәрендәге кеүек, белем биреү, мәҙәниәт усағы, китапхана, фельдшер-акушер пункттары бер ҡыйыҡ аҫтында булған комплекслы үҙәктәр төҙөү маҡсатҡа ярашлы булыр ине, минеңсә. Сөнки ауыл халҡына ла тейешле шарттар тыуҙырылыуы зарур. Тимәк, ауыл ғына ҡалаға түгел, ҡала ла үҙенең инфраструктураһы, тәжрибәһе, белеме, белгестәре менән ауыл яғына йөҙ бороп, ауыл яғына тартылырға тейеш. "Земство табибы" тигән хәрәкәт китте бит, шуның кеүек, башҡа белгестәрҙе лә ауылдарға ебәреү яғын уйларға кәрәк. Әлбиттә, иҡтисади яҡты ла оноторға ярамай, инвестицияларҙы ҡалаларға ғына түгел, хатта ауылдарға йәлеп итеү юлдары эҙләнһен ине. Был мәсьәлә, бәлки, беренсе сиратта торалыр. Шул уҡ эшҡыуарлыҡ буйынса ҡарағанда ла, ауыл халҡында ер бар, ә бит уны эшкәртергә, ашларға техникаһы ла, башҡаһы ла кәрәк. Ергә лә ҡала яғынан ярҙам килергә тейеш.
Г. Хилажева: Башҡортостан ауыл халҡы проценты буйынса Рәсәйҙә лидерҙарҙың береһе. Беҙҙә дөйөм халҡтың 40 проценты самаһы ауыл халҡы өлөшөнә тура килә. Шуға күрә, ауылда барған ваҡиғалар күпселек осраҡта тотош республикалағы хәл-ваҡиғаларға йоғонто яһай. Һәм ауылда демография хәл-торошон яҡшыртыу, кеше потенциалын күтәреү өсөн нимә эшләргә кәрәк, тигән һорауға яуап бер генә, уның башҡа варианттары юҡ: тормош кимәлен һәм сифатын күтәрергә, инфраструктураны яҡшыртырға.

Социология ниндәй дисциплиналар менән бергә үрелеп бара йәки тығыҙ бәйләнештә тора. Улар бер-береһен нисек итеп тулыландыра?

Р. Вәлиәхмәтов: Социология - социаль фәндәр араһында иң киң йүнәлешле, шул уҡ ваҡытта ентекләп өйрәнә торған фәндәрҙең береһе ул. Ҡайһы бер ваҡытта социологияны анкетаға, кешенең фекерен өйрәнеүгә генә ҡайтарып ҡалдыралар. Был бик тар ҡараш. Был төптө дөрөҫ түгел. Кешенең фекерен өйрәнеп, үҙебеҙгә мәғлүмәт кенә йыябыҙ. Һөнәр эйәләренең үҙҙәренең эш ҡоралы булған кеүек, анкета - социологтар өсөн төп ҡорал. Элегерәк социология фәненә бигүк иғтибар булмаһа, хәҙер күп ғалимдар, социология фәне беҙҙе берләштерә, тип белдерә. Һуңғы ваҡытта был йүнәлеш бик көслө, социология фәнен, ысынлап та, һанға һуғыу ғына түгел, уның күп кенә теорияларына, принциптарына таянып, үҙҙәренең фәндәрен киңәйтәләр. Социология өлкәһендә 60-лаған төр бар. Уларҙың барыһы ла социология күҙлеге аша өйрәнелә. Мәҫәлән, кешенең демографик проблемаларын, сәләмәтлеген, ғүмер оҙайлығын, хатта үлемен дә, тыуыуын да социологик күҙлектән ҡарамай булмай. Шуны уҡ миграция процестарына ҡарата ла әйтергә мөмкин. Беҙгә ҡайһы саҡта рәсми статистика күрһәткестәре етмәй. Улар күп ваҡытта юҡ та. Етмәгән мәғлүмәтте социологик ысулдар менән табырға тырышабыҙ. Политологияға килгәндә лә ябай ғына миҫал килтерергә була - һайлау алдынан булған ваҡиғалар бер нисек тә социология фәненән башҡа үтмәй. Һайлау кампанияһы үҙе үк социологияның бик ҙур бер өлөшө. Тағы бик күп өлкәләрҙе миҫалға килтерергә була. Социология, ысынлап та, уларҙы берләштерә, дөйөмләштерә, сөнки был фәндең үҙәгендә кеше тора.
Г. Хилажева: Демография проблемаһы буйынса социологик тикшеренеүҙәр халыҡтың фекерен һәм күҙаллауын асып бирә. Бер миҫал: халыҡҡа: "Идеаль хәл-торошта нисә бала табыр инегеҙ, хәҙер нисә балағыҙ бар, нисәүҙе табырға планлаштыраһығыҙ?" тигән һорау биреп, тыуымдың тормошҡа ашмаған ҡеүәте асыҡланды. Планлаштырған һан менән ысынбарлыҡтағы һан араһындағы айырма бик ҙур. Бынан һәм аныҡлаштырып бирелгән һорау яуаптарынан сығып, шундай һығымта яһарға мөмкин: айырым категория өсөн торлаҡ шарттары, финанс мәсьәләһе хәл ителгәндә, демография мәсьәләһен яҡшыртырға мөмкин. Һәм беҙ был фекерҙе үҙебеҙҙең тәҡдимдәребеҙҙе яҙғанда ла индерәбеҙ. Был миҫалдар социологик ҡоралдарҙың нисек эшләүен күрһәтә лә инде.
Р. Вәлиәхмәтов: Күптән түгел генә беҙҙә Юғары иҡтисад мәктәбенең демография институты директоры Анатолий Вишневский булып китте һәм, демография проблемаһын тикшереүгә социологик ҡарашты, социологик ҡоралды индереү менән көслөһөгөҙ, тип белдерҙе. Был, ысынлап та, беҙҙең көслө яғыбыҙ. Йәғни демография процестарын рәсми статистика мәғлүмәттәре буйынса ситтән күҙәтмәйбеҙ, ә тағы ла тәрәнерәк, төпкәрәк инеп, халыҡтың ниәтен, уй-фекерен белеп, тикшеренеүҙәр материалына үҙебеҙҙең өлөшөбөҙҙө индерергә тырышабыҙ. Демографияла фараз бик мөһим роль уйнай, һәм быны кешенең үҙе планлаштырған, шарттар булғанда табырға теләгән балалары һанын белмәй тороп, күҙаллау мөмкин түгел.

Үткәрелгән тикшеренеүҙәр нисә процентҡа, һеҙҙеңсә, дөрөҫкә, раҫҡа сыға? Сөнки халыҡ телендә йөрөгән көләмәстә һүҙ барғанса, "Бер күршем ит ашай, икенсеһе - дөгө, мин - кәбеҫтә. Уртаса статистика буйынса беҙ барыбыҙ ҙа голубцы ашайбыҙ". Дөрөҫ мәғлүмәт алыр өсөн тикшереүҙәр ниндәй бүленештә үткәрелә?

Р. Вәлиәхмәтов: Респонденттарҙы рәсми статистика - халыҡ иҫәбен алыу материалдарына ҡарап, йәш категориялары буйынса, ир-атҡа, ҡатын-ҡыҙға бүлеп, белемдәрен (юғары, урта, башланғыс), милләтен күҙ уңында тотоп һайлайбыҙ. Социологик һорау алыуҙың үҙенең методикаһы бар, шуға ярашлы эшләйбеҙ. Әгәр хаталар биш проценттан күберәк булһа, эшмәкәрлектең сифаты түбән тип һанала. Яңылышлыҡ 3-5 процент булыуы мөмкин. Һорауҙарға яуап алыусылар бурыстарына илке-һалҡы ғына ҡараһа, улар тултырған анкеталарҙы ҡулланмайбыҙ. Айырым ҡалаларҙан, райондарҙан, ауылдарҙан алынған яуаптарҙа ниндәйҙер шик тыуһа, уларҙа тағы ла шул уҡ тәртип буйынса ҡабаттан һорау алыу үткәрәбеҙ. Шуны билдәләп киткем килә: был социологтар өсөн генә түгел, фән өсөн дә, халыҡ өсөн дә, идара итеүселәр өсөн дә бик кәрәк. Шуға ла яңылышырға ярамай. Социологик тикшеренеүҙәргә иғтибар менән ҡарарға, кеше фекерен ипләп, матур итеп, бөтөн ҡағиҙәләрҙе тотоп өйрәнергә кәрәк, ошо фекергә таянып эшләгәндә генә файҙа буласаҡ. Беҙ хәҙер иғтибарҙы муниципаль ки-мәлгә йүнәлтеп, хакимиәт башлыҡтары алдында сығыштар ойошторабыҙ. Сөнки хакимиәттәрҙең эш һөҙөмтәһе урындағы халыҡ менән бәйле. Халыҡтың ихтыяжын, проблемаларын, теге йәки был мәсьәләгә ҡарашын белмәй тороп, халыҡ мәнфәғәтендә эшләп булмай. Әммә әлегә социологияның, социологик тикшеренеүҙәрҙең әһәмиәтен муниципаль ҡала-райондарҙа бик аңлап бөтмәйҙәр.
Г. Хилажева: Шундай билдәләмә бар - һайлау репрезентативлығы. Уны ябай ғына итеп шулай аңлатырға була: бер кәстрүл аш бешергәс, уның өҫтөн генә һалып алырға мөмкин, ләкин был осраҡта аштың тәмен тулыһынса тойоп булмаясаҡ; йәки ашты матур итеп болғатып, бөтөн ингридиенттарын бергә ҡушырға кәрәк. Ул ваҡытта ашҡа һалынған бар аҙыҡтарҙың тәмен тойоп буласаҡ. Социологик һорау алғанда ла кешеләрҙе йәш категорияһы, этник һәм социаль төркөмдәр буйынса һайлайбыҙ. 2010 йылдан башлап даими рәүештә Башҡортостандың социаль-иҡтисади, йәмғиәт-сәйәси үҫеше буйынса мониторинг үткәрәбеҙ. Был да үҙенә күрә үҙенсәлекле мәғлүмәт. Сөнки һорауҙар бер үк йәки саҡ ҡына үҙгәртелгән була. Һәм яуаптарҙы сағыштырып, ошо ваҡыт эсендә халыҡтың фекере, власҡа мөнәсәбәте нисек үҙгәргәнен күҙә-тергә мөмкин.

Статистика һәм социология күҙлегенән ҡарағанда, Башҡортостандың идеаль кешеһе ниндәй булырға тейеш. Уны нисек һүрәтләр инегеҙ?

Г. Хилажева: Башҡортостандың 2030 йылға тиклемге социаль-иҡтисади үҫеше стратегияһын әҙерләү өсөн 6 мең кешенән торған һорау алыу үткәрергә заказ бирелгәйне. Уның һөҙөмтәләрен күҙаллаған маҡсаттарҙың береһе бәхетле кеше ниндәй булырға тейешлеген асыҡлау ине. Был һеҙ биргән һорауға ла ниндәйҙер кимәлдә ауаздаш, тиер инем. Бөгөн үлем күрһәткесе юғары, халыҡтың сәләмәтлеге насар, тибеҙ ҙә, үҙ-үҙеңде һаҡлау тигән төшөнсәне бөтөнләй онотабыҙ. Йәғни кеше үҙенең сәләмәтлеген һаҡлау өсөн аңлы рәүештә нимәлер эшләргә тейеш. Сөнки ниндәй тормош алып барыуыңдың 60 проценты үҙеңдән тора. Быны тикшеренеүселәр ҙә раҫлай. Шуға күрә, минең фекеремсә, идеаль кеше - үҙ тормошо, шул иҫәптән сәләмәтлеге өсөн үҙенә яуаплылыҡ алған кеше. Ул бөтөн яуаплылыҡты дәүләт елкәһенә һалып ҡуймай. Мәҫәлән, сәләмәтлеге насар, тулы медицина хеҙмәтләндереүе алырға мөмкинлеге юҡ икән, әммә сәләмәтлек өсөн файҙалы ризыҡ ашау, тәмәкене, алкоголь ҡулланыуҙы ташлау, иртән гимнастика яһай башлау уның үҙенән тора бит. Эйе, һинең эш урының да булмауы ихтимал, эшеңдән дә сығарыуҙары мөмкин, әммә һин үҙең ниндәйҙер инициатива күрһәтеп, яҙмышыңды үҙгәртергә тырышырға тейешһең барыбер ҙә...
Шулай итеп...
"Улым, һиңә әйтәм, киленем, һин тыңла", тип юҡҡа ғына әйтмәгән боронғолар. Башҡортостан социологтары республикала кеше потенциалы, демография һ.б. мәсьәләләрҙе ентекле тикшереп, эшмәкәрлек һөҙөмтәләре буйынса ҡиммәтле мәғлүмәт тупланған докладтар әҙерләп сығара, ниндәй өлкәгә ныҡлы иғтибар бирергә кәрәклегенә баҫым яһап, күрһәтмәләр әҙерләй икән, уларҙың фекеренә лә ҡолаҡ һалынһын ине.

Зәйтүнә ӘЙЛЕ әңгәмә ҡорҙо.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 18.01.16 | Ҡаралған: 1224

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru