«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БӨГӨНГӨ ТУЙҘАР ҮҘ ТӘҒӘЙЕНЛӘНЕШЕНДӘМЕ?
+  - 

Күптән түгел туйҙа булғайным. Ғәҙәти ауыл туйы. Ошо мәжлес нигеҙендә, башҡа бик күп туйҙарҙы күҙ уңында тотоп, фекер йөрөтмәксемен.

Башта шуны асыҡлап китәйек: бөгөнгө күҙлектән, нимә һуң ул туй? Уны нисегерәк ҡабул итәбеҙ һәм унда нимәләр күрергә теләйбеҙ? Башта телгә алынғанса, беҙ уны мәжлес итеп ҡабул итеп өйрәнгәнбеҙ. Ә асылда улай ғына булырға тейеш түгел. Туй - ул дөрөҫ тәғәйенләнешендә байрам ғына түгел, ә йола байрамы. Унда йолалар үтәлергә тейеш. "Башҡорт энциклопедияһы"нда ла был сара "йола байрамы", "туй йолалары" тип билдәләнә. Бында кәм тигәндә лә көрәгә асыу, йыуаса бейеүе, һоғондорошоу, һыуға башлау, килен һөйөү, һандыҡ һатыу, ҡыҙ оҙатыу, бал-май ҡаптырыу кеүек йолаларҙың булыуы шарт. Әммә, үкенескә ҡаршы, хәҙер ауыл туйҙары ла шағараҡ ҡороуға, сай-сой килешеп ашап-эсеүгә генә тороп ҡалған икән. Ҡалала иһә күптән инде туйҙар өс-дүрт сәғәтлек инглиз табынына әйләнгән. Ашап-эсәһең дә уйындар уйнайһың. Шул ғына. Ауылдарҙа әле был сараның йәме бар ине. Һәр хәлдә, шулайҙыр тип уйлағайным. Бәлки, ҡайҙалыр хәлдәр икенсерәктер ҙә, әммә әлеге күргән туй ишараты менән мин бер нисек тә килешә алмайым.
Ике яҡтың да - тәүге туйҙары, ата-әсәләр йәш. Бер яҡтан ҡарағанда, уларҙың йолаларҙы белмәүе лә ғәжәп түгел кеүек. Әммә, икенсе яҡтан ҡарағанда, шундай оло сараға әҙерләнеүгә ана шул тәртиптәрҙе, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе өйрәнеү ҙә инәлер бит. Юғиһә, ата-әсәләр торған була ла: "Беҙ йола белмәйбеҙ инде…" - тип аҡлана. Йола-ғәҙәтте белмәү уларҙы алдынғы ҡарашлы замана кешеһе итеп түгел, ә бары маңҡорт итеп күрһәтә.
Хәҙер тамада булып йөрөүселәр бик күп. Кешеләр менән, йәмәғәт менән аралаша белеүҙә, юмор стилен аса алыуҙа һәм, әлбиттә, интелектуаль кимәлдә уның эше лә юҡ. Был тамадасылар береһенән-береһе уҙҙырып, тоҙло-боросло хәбәрҙәр, билдән түбән шаярыуҙар, әҙәпһеҙ уйындарҙан торған мажара ҡуя. Ә бит ул мажараның төп геройҙары - хужалар үҙҙәре. Нишләп алдан тамаданың сценарийы менән танышмаҫҡа, бында йәш-елкенсәктән тыш әллә нисә быуын туған-тумаса, ололар булаһын иҫкәртмәҫкә? Юғиһә, оятһыҙ анекдоттар тыңлап, ҡаршылағыларға күҙеңде күтәреп ҡарарға оялып ултыраһың.
Һыу юлы башлауға сыҡһаҡ, унда халыҡтың маскарадҡа кейенгәндәй яһанышҡанына шаһит булдыҡ. Ирҙәр - ҡатындар булып, ҡатындар ирҙәр сүрәтендә мәсхәрәләнгән. Ул эске кейемдәрҙе тыштан кейеп, һалабаштар, кишерҙәр аҫып, бит-миттәрен буяп бөткәндәр. Иң ҡыйыу индеецтар ҡәбиләһе лә бындайға йөрьәт итмәҫ. Был халыҡ аңының шундай түбән кимәлдә булыуымы, әллә эскелек фантазияһымы? Элегерәк туйҙарҙа тундарының тиҫкәреһен кейеп, кәпәстәрен әйләндереп, һыу юлын быуғандарын, арҡан тартып, үткәрмәйенсә, хаҡ һорағандарын иҫләйем. Шул шаярыу ошондай түбәнселеккә барып төшкәндерме инде. Нишләп һыу юлына йырлашып, бейешеп кенә барып ҡайтмаҫҡа? Бындай ҡырағайлыҡ көлкөмө ни? Ҡатындар түшелдереге кейеп торған ирҙе күреп көлгән кешеһен әйтер инем.
Килен һыуҙы көйәнтәләмәне. Хатта яурынына һалып та ҡараманы көйәнтәне. Ул бахыр биҙрәләрҙе кемдәрҙер айырым-айырым болғап тотоп ҡайтты. Ҡайтҡас, һыуҙың барлығын-юҡлығын тикшергән, ҡабул иткән кешеһе лә булманы. Тимәк, был йөрөштөң төп маҡсаты ана шул ҡырағай маскарадҡа ғына ҡайтып ҡалды.
Туйҙа ололарға иғтибар, хөрмәт тигән нәмә тойолманы. Уларға һүҙ биреп, өгөт-нәсихәттәрен тыңларға, кәңәштәрен ишетергә тейештәр ине, минеңсә. Әллә ата-әсәләре үҙҙәре ураған һайын "белмәйбеҙ" тип йөрөп, бәҫтәрен төшөрөп ташланы. Беҙҙең яҡ туйҙарында ололарҙы айырым-айырым бейергә төшөрәләр. Ҡоҙалар ҙа бер-береһен саҡырып сығарып бейешә. Был бик мәртәбәле, һоҡланғыс күренеш була. Яҙмаларға төшөрөп ҡалырға тырышалар. Уйлап ҡараһаң, ололар ҡайҙа тағын шундай ғәм алдында бейеп йөрөргә мөмкин. Улар шулай туйҙы хөрмәтләй, үҙҙәренең ихласлығын күрһәтә.
Ысынында иһә, бөгөн матур туй үткәреү өсөн бөтә мөмкинлектәр ҙә бар. Теләк кенә булһын. Берәүҙәр туйҙарына махсус рәүештә йола белгән ике апайҙы саҡырғайны. Башҡорт милли кейемендәге апайҙар ваҡыты-ваҡыты менән килеп сыға ла ниндәйҙер йоланы үтәтә. Һандыҡ һатыу, ҡоҙаларҙы ҡыуыу кеүек күренештәрҙе йығылып ятып ҡаранылар, донъяларын онотоп сауҙалаштылар. Ололар "Бындай йолалар беҙҙең бала саҡта ғына була торғайны", тип аптырашты.
Икенсе танышым ҡыҙының туйына йырсы яллап, оҙатҡан саҡта сеңләү сеңләткән. Илашып бөткәндәр, бик тәьҫирле булған. Ҡунаҡтар һаман онотмай һөйләй, ти. Шулай уҡ бер туйҙа килен һөйгәндә өләсәй булған кеше "Килен, килен, киленсәк", тип оҙон ғына һамаҡ әйтте. Бөтөн туйҙың иң һөҙөмтәле өлөшө ошо булды ла ҡуйҙы. Ситтән килгәндәр инәйҙең был күренеште тағы бер ҡабатлауын һорап, камераға төшөрөп алды…
Туй - ул йәш ғаиләнең оло тормошҡа ашатлап сыға торған тупһаһы. Ул мотлаҡ йолалар менән байытылған булырға тейеш. Йәшәйештәре нисек кенә булып киткәндә лә, үҙ туйҙарын улар ғүмерҙәре буйына иҫләйәсәк. Шунлыҡтан, туйҙар хәтирәле, мәғәнәле, фәһемле булһын ине. Шундай яуаплы эш алдынан белмәгәнегеҙҙе өйрәнегеҙ, һорашығыҙ, бик булмаһа, яллағыҙ оҫталарҙы. Эскелек байрамы итеп түгел, ә традицияларҙы дауам иттереүсе йола байрамы итеп үткәрәйек туйҙарҙы.

Әлиә ИСМӘҒИЛЕВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 25.01.16 | Ҡаралған: 2023

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru