«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТЕЛЕФОНДА ЛА ХӘҮЕФ БАР
+  - 

"Киберенәйәттәрҙән иң һаҡланмаған операцион система - ул Android", - тип башлап китте һүҙен БР Эске эштәр министрлығының Енәйәттәрҙе тикшереү идаралығы начальнигы полиция полковнигы Виталий Портянко журналистар менән осрашыуҙа.

Уның билдәләүенсә, тап ошо Android операцион системаһындағы зыянлы ҡушымталар, йәғни "вирустар" телефон хужаһының ниндәй урындарҙа булыуын күҙәтә һәм уғрыларға мәғлүмәт ебәрә, шулай уҡ мобиль банктан килгән смс хәбәрҙәрҙе уҡый, шпион программаһына яҙылған иҫәпкә аҡса күсерергә тәҡдим итә ала. Йыш ҡына телефон хужаһы тәҡдим ителгән һылтанмаға күсеп, картаһының мәғлүмәттәрен программаға индерә һәм енәйәтселәр был мәғлүмәтте үҙ файҙаһына ҡуллана һала. "Мобиль банктар менән файҙаланғанда үҙеңде һаҡлау өсөн интернетҡа инмәй торған телефондар менән эш итергә кәңәш бирелә", - тип билдәләне Виталий Портянко. Бынан тыш, интернеттағы банктар менән яҡшы антивируслы компьютерҙарҙан инеү хәйерлерәк булыуын, телефондарға ла вирусҡа ҡаршы программа ҡуйып, уны ла һаҡлау мөмкин икәнлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды ул. "Әммә интернет- магазиндағы бушлай программаларҙың файҙаһы юҡ - улар урынына түләүлеләрен ҡуйыу отошлораҡ", - тип тә иҫкәртте.
Әйткәндәй, Android операцион системаһы ҡулланылған заман ҡорамалдарын һанап үтәйек. Тәү сиратта, смартфондар, йәғни бармаҡ менән ҡағылып файҙаланыла торған аҡыллы телефондар, электрон китаптар, планшеттар Android нигеҙендә эшләй. Юғарыла әйтелгәндәр был платформаның насар икәнлеге тураһында түгел, ә енәйәтселәрҙән иң йыш зыян күреүсе операцион программа булыуы тураһында икәнлеге аңлашылалыр. Компьютер аша инә торған бөтөн мобиль банктарҙа ла тиерлек инер алдынан ҡулланыусының телефонына серһүҙ яҙылған хат ебәрелә. Ана шул серһүҙ килә торған телефонығыҙ Андроидлы булмаһын, ә ябай "кирбес" булһын, тигәнерәк мәғәнәлә кәңәш бирҙе Виталий Портянко. Ғәҙәттә, ундай телефондар һәр өйҙә кәштәлә саң йыйып ята. Андроидығыҙҙы интернет-банктан башҡа маҡсатта файҙаланығыҙ, ә баяғы "кирбес" телефонға онлайн банк менән бәйле картағыҙҙы ҡуйығыҙ, тип әйтмәксебеҙ.

Теманы дауам итеп...
Әлеге матбуғат конференцияһына тиклем бер-ике ай элек мин үҙем дә интернет-уғрылар тоҙағына эләгә яҙҙым. Бер көндө телефоныма: "Һеҙҙең бөтөн иҫәптәрегеҙ ҙә ваҡытлыса ғәмәлдән сығарылды. Мәғлүмәт өсөн телефон: 89608172510", - тип яҙылған СМС-хат килеп инде. Мин хафаланып, күрһәтелгән һандарҙы йыйып, шылтырата һалдым. Теге оста, Рәсәй Үҙәк банкының хәүефһеҙлек хеҙмәтенәнмен, тип яуап бирҙеләр. Ни өсөн шылтыратыуымды аңлатҡас, исем-шәрифемде, ниндәй банктарҙа ниндәй иҫәптәрем булыуы менән ҡыҙыҡһындылар. Уны-быны уйламай, һөйләп бирҙем. Шунан телефондың теге осондағы егет Рәсәй банктары клиенттарының иҫәбенән интернет аша аҡса урлаусылар төркөмө барлыҡҡа килеүен, уларҙың Рәсәйҙә йөҙ меңләгән кешенең иҫәбенән үҙҙәренә аҡса күсереүен, шунлыҡтан, хәүефһеҙлек хеҙмәте Рәсәй буйынса меңәрләгән кешенең иҫәбен ваҡытлыса ябып тороуын теҙеп һөйләп китте. Минең иҫәбемде асыр өсөн 15 минут эсендә эргәләге банкоматҡа барып, иҫәбемде тикшерергә, тик картаны банкоматҡа үҙ белдегем менән индермәҫкә, ә тәүҙә уға шылтыратырға һәм уның кәңәштәрен көтөргә ҡушты. Минең: "Ә мин һеҙҙең һүҙегеҙгә нисек ышана алам?" - тигән һорауымды яуапһыҙ ҡалдырҙы, уның ҡарауы, автомат һымаҡ тәтелдәп, үҙ һүҙен тылҡый бирҙе. Тиҙҙән шылтыратырға һүҙ ҡуйышып, банкоматҡа сығып йүгерҙем. Юлда, хәҙер унда үҙ карталарын яңынан астырырға теләгән, минең хәлдә ҡалған кешеләр күп булыр инде, тип уйлап киләм. Әммә банкомат янында бер кем дә булмай сыҡты. Шигем артты. Тоттом да, банкоматҡа яҙып ҡуйылған телефон һандарын йыйып, банктың "ҡыҙыу бәйләнеше"нә шылтыраттым. Хәлде аңлатып биргәс, улар минең кемлегемде бер-нисә һорау ярҙамында асыҡлағас, минең иҫәбем менән бер ни ҙә булмауын, миңә шылтыратҡан кешенең уғры булыуын белдереп, мине тынысландырып ҡуйҙы, ә теге уғрыларҙың телефонын яҙып алып, "Улар менән беҙҙең хәүефһеҙлек хеҙмәте шөғөлләнәсәк", - тине. Банкоматҡа ҡуйып ҡараһам, картамдағы аҡсам урынында ине...

Иҙел РӘХИМОВ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 25.01.16 | Ҡаралған: 1045

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru