«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
УНЫ СЕЛТӘР ҘӘ, ҺАҠАЛ ДА, АЛМИҘЕҮ ҘӘ, ХӘСИТӘ ЛӘ ТИҘӘР...
+  - 

2020 йылда Башҡортостанда тағы ла бер абруйлы мәҙәни сара - Бөтә донъя Фольклориадаһы үтәсәк. Шул йылдың йәйендә тыуған республикабыҙ 60-лап илдән йыйылған өс меңдән ашыу таланттың үҙ мәҙәниәтен, сәнғәтен, фольклорын күрһәтеү майҙанына әүереләсәк. Республикаға исем биргән милләт булараҡ, башҡорттар, әлбиттә, ул майҙандың уртаһында булырға, республиканы лайыҡлы һынландырырға бурыслы. Ошо мәртәбәле сараға әҙерлек сиктәрендә һуңғы ваҡытта Республика халыҡ ижады үҙәге ҡарамағындағы "Сәсәндәр үҙәге", Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ҡарамағындағы "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы, Сибай "Ағинәйҙәр ҡоро" инициативаһы менән ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың традицион биҙәнеү әйберҙәрен, башҡорт ырыуҙарының милли кейемдәрен тергеҙеү буйынса әүҙем эш алып барыла, оҫталыҡ дәрестәре үткәрелә. Был боронғо шөғөлдәребеҙҙе матур итеп үҙләштергән ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙы дәртләндереү, башҡалар араһында ла ҡыҙыҡһыныу уятыу өсөн "Селтәр" бәйгеһе ойошторорға ҡарар ителде. Түбәндә уның положениеһын тәҡдим итәбеҙ.

Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының "Селтәр" традицион биҙәнеү әйберҙәре бәйгеһе положениеһы

1. Ойоштороусылар:

- Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының Республика халыҡ ижады үҙәге ҡарамағындағы "Сәсәндәр үҙәге";
- Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ҡарамағындағы "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы;
Мәғлүмәти бағыусылар:
- "Киске Өфө" гәзите редакцияһы;
- "Бәйләнештә" социаль селтәренең "Башҡорт ҡатын-ҡыҙы" төркөмө;
- Башҡортостан юлдаш телевидение каналы;
- "Шоңҡар" йәштәр журналы;
- "Аманат" балалар журналы.

2. Бәйгенең маҡсаты һәм бурыстары:
- башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының "Селтәр" традицион биҙәнеү әйберҙәре бәйгеһе башҡорт ырыуҙары милли кейемдәре традицияларын һаҡлау, үҫтереү, үҫеп килгән быуындың зауығын традицион халыҡ мәҙәниәте нигеҙендә тәрбиәләү һәм формалаштырыу;
- башҡорт халыҡ милли кейемдәрен пропагандалау;
- һәләтле оҫталарҙы асыҡлау һәм ярҙам итеү.

3. Бәйгенең шарттары һәм үткәреү тәртибе:
- Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының "Селтәр" традицион биҙәнеү әйберҙәре бәйгеһе 2016 йылдың 1 февраленән 28 октябргә тиклем үтә; -конкурста теләгән һәр кем, шулай уҡ бер коллектив йәки автор бер нисә номинацияла ҡатнаша ала. Конкурс ике этаптан тора:
беренсе этапта ғаризалар һәм материалдар (фото, видео) 15 октябргә тиклем һайлап алына;
икенсе этап Өфө ҡалаһында 28 октябрҙә үтә һәм ул түбәндәге сараларҙан тора:
- селтәрҙәр күргәҙмәһе (мәҙәниәт йорто фойеһында);
- ҡатнашыусылар һәм ойоштороусылар менән конкурс һөҙөмтәләре буйынса түңәрәк ҡор;
- "Башҡорт милли кейеме" көнө (кисәгә милли кейемдә килеү);
- сәхнәнән селтәрҙәрҙе демонстрациялау;
- бәйгелә ҡатнашыусыларҙы бүләкләү.

Һайлап алыу турында ҡатнашыу өсөн Ойоштороу комитетына түбәндәге документтар ебәрергә:

- ҡатнашыу тураһында ғариза;
- бәйге эштәренән портфолио (фото, видео). Һәр фотоға һан ҡуйырға, аңлатма бирергә кәрәк.
Ҡатнашыусылар өсөн мотлаҡ шарт: селтәрҙәр автор эше булырға тейеш. Һуңғы ике йылда эшләнгән эштәр ҡабул ителә.

Ғаризаларҙы, материалдарҙы "Селтәр" тигән билдә менән ошо адрес буйынса ебәрергә: 450103, Өфө ҡалаһы, Зәйнәб Биишева 17/2, Республика халыҡ ижады үҙәге; 8-(347) 289-62-00 (тел. - факс), 289-66-96, e-mail: gukrcnt@mail.ru. Яуаплы: Гөлгөнә Вәлит ҡыҙы Баймырҙина.

Номинациялар:
1. "Ырыу-төбәктең селтәр өлгөһө" (аныҡ тарихи осорҙағы селтәрҙең реставрацияланған варианты).
2. "Ағинәй селтәре".
3. "Үҫмер ҡыҙ бала өсөн селтәр".
4. "Йәш-елкенсәк өсөн селтәр".
5. "Заманса стилләштерелгән селтәр".

4. Бәйге еңеүселәрен билдәләү:
Бер ҡатнашыусыға Гран-при, һәр номинацияла беренсе, икенсе, өсөнсө урындар билдәләнә.

Йәшәү, туҡланыу, транспорт йүнәлтеүсе яҡтың командировка саралары иҫәбенә башҡарыла.

ОЙОШТОРОУ КОМИТЕТЫ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 25.01.16 | Ҡаралған: 1667

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru