«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЕР ШАРЫНЫҢ ҠОЯШЛЫ ЯҒЫНДА ӘҘӘБИӘТТЕ ҺӨЙГӘН КЕШЕ ЙӘШӘЙ
+  - 

Әҙәбиәт йылы тамамланды, әммә гәзитебеҙҙәге "Әҙип һүҙе" рубрикаһы дауам итә. Сираттағы ҡунағыбыҙ - Башҡортостандың халыҡ шағиры Факиһа ТУҒЫҘБАЕВА. Әхлаҡ, тәрбиә, әҙәбиәтебеҙҙең бөгөнгө хәле менән бәйле мәсьәләләр буйынса мөрәжәғәт итеп, унан беҙ илһөйәр граждан, әсә һәм шағирә булараҡ йөкмәткеле фекерҙәрен ишеттек.

Ҡабаландыҡ түгелме?

Тәрән фекерле, аҡыл хазинабыҙ бай, саф, хыялға бирелеүсән халыҡ беҙ - башҡорттар. Әммә беҙгә үлсәп эш итеү, һығылмалыҡ етешмәй. Милләтебеҙгә хас булмаған башҡа ҡайһы бер кире ҡылыҡтарҙы ла үҙләштереп алдыҡ. Быға кем ғәйепле? Бәлки, донъя, заман беҙҙе ошондай хәлгә ҡуялыр? Бында ҡырағай капитализм йоғонтоһо төҫмөрләнә. Беҙҙең быуын социализмды ла күрҙе. Ул ҡоролоштоң да ыңғай яҡтары күп ине. Мин үҙемдең партия ойошмаһы сәркәтибе булыуымды бер ҙә оялмайынса әйтә алам. Әсәйем ҡарамағында атайһыҙ буй еткерҙем, әммә үҙемде етем итеп тойманым - дәүләт ҡурсыуын тойоп үҫтем. Ауылдан ҡалаға уҡырға сығып киткәнемдә бер тоҡсай китаптарым, бер күлдәгем һәм бер пар ҡатам ғына бар ине. Бер ниндәй ярҙамһыҙ, ҡоҙа-ҡоҙағыйлыҡһыҙ, үҙемдең белемем менән юғары уҡыу йортона уҡырға инә алдым. Ижадҡа, әҙәбиәткә һөйөүем шиғриәткә ылыҡтырҙы - шуның менән бик бәхетлемен.
Ваҡыт үтә, техник үҫеш алға бара, тик етем балалар бөгөн дә бик күп шул, үкенескә ҡаршы. Балалар йорттарында әсәйле, атайлы көйө яҙмыш ҡосағына ырғытылғандар туп-тулы. Иң саф, иң таҙа әсә тигән кеше күңеленә лә әхлаҡһыҙлыҡ үтеп инә бара. Ҡатындарҙың үҙ сабыйҙарының ғүмерен өҙөүенә бөтөнләй аҡлау табып булмай. Бындай күренештәрҙең барыһы ла сит идеология йоғонтоһонда баш ҡалҡытты. Зәңгәр экрандарҙан бер туҡтауһыҙ үлтереш, ҡыйралыш, бәйелһеҙлек күренештәре ағылғанға күрә лә, аңыбыҙға йыртҡыстарса ғәҙәттәр ояланы. Минеңсә, телевизорҙан йөкмәткеһендә кеше үлтереү, кеше туҡмау күренештәре булған нәфис фильмдар күрһәтеүҙе бөтөнләй тыйырға ваҡыт.
Капитализмға Ҡытай һымаҡ яйлап ҡына күсеү яҡшыраҡ булыр ине. Социализмдың, коммунистар партияһы идеологияһының иң яҡшы тәжрибәһен, аҡылын һаҡлап, уларҙы ҡулланыу илде бөгөнгө көрсөктән һаҡлар ине. Хәйер, былар барыһы АҠШ-тың махсус хеҙмәттәре тарафынан эҙмә-эҙлекле алып барылған күп йыллыҡ эш һөҙөмтәһе тигән фекер ҙә йөрөй. Булмаҫ, тимә! Бөйөк Ватан һуғышы тамамланғас, Аллен Даллес СССР-ҙы дәүләт булараҡ юҡҡа сығарыу маҡсатын алға һөргән доктрина (ғилми, сәйәси, фәлсәфәүи теория, система) төҙөгәнлеге бөгөн күптәр өсөн яңылыҡ та түгел. Унда яҡынса былай тип яҙылған: "СССР-ҙы юҡҡа сығарыу өсөн совет йәштәре аңына аҙғынлыҡ һымаҡ түбән сифаттарҙы һеңдереү ҙә етә... "

Ғаилә һәм хеҙмәт

Иң мөһим хазинабыҙ, ҡайғыртҡан хәстәребеҙ - ғаилә булһын ине. Әгәр ғаиләләр матур йәшәһә, атай-әсәй балаларына яҡшы тәрбиә бирһә, сит йоғонтонан ҡурҡмаҫ та инек. Әле күптән түгел БСТ каналында, "Сәләм"дә, Ғафури районының Имәндәш ауылында йәшәүсе иҫ киткес һоҡланғыс ғаиләне күрһәттеләр. 9 балалы был ғаиләнең 100-ләгән умартаһы, ҡураһында - 30-лаған баш эре малы бар. Әсә кеше һис тә төҫ ташламаған - ҡыҙҙар шикелле. Хужабикә әйтеүенсә, һәр баланың үҙенә йөкмәтелгән эше бар. Ошондай ғаиләләребеҙ күп булһа, улар барҙа - бирешмәҫбеҙ әле. Иман барыбер өйҙән, ғаиләнән башлана. Мәктәптең дә тәрбиәүи әһәмиәте ҙур, шулай ҙа иман атай йортонда һалына. Мәктәп хәҙер бары тик белем биреү урынына ғына әйләнде. Уны ла замана афәттәре йөҙәтә. Ҡыҫҡартылыу ҡурҡынысы янаған ваҡытта мәктәпте балалар тәрбиә сығанағы итеп ҡабул итә аламы? Ошо һорауға үҙебеҙ яуап табып ҡарайыҡ. Үҙ ауылындағы мәктәп ябылғанға күрә, башланғыс синыф уҡыусыһы автобуста 20-30 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан күрше ауыл мәктәбенә уҡырға йөрөй башланы, ти. Башланғыс синыфтарҙың, урта кластарҙың дәрестәре өлкән кластарҙың дәрестәренән күпкә алдараҡ тамамлана. Автобус уҡыусыларҙы көнөнә бер генә тапҡыр ташығанға күрә, башланғыс синыфтар менән урта синыфтар өлкән синыфтарҙың дәрестәре бөткәнен көтөргә мәжбүр. Ә бындай шарттарға ҡуйылған бала, иртәме - һуңмы, мәктәптән ялҡа, әлбиттә. Беҙҙең быуын да мәктәптән ҡайтып инмәне, төрлө түңәрәктәрҙә шөғөлләнде. Ләкин беҙ дәрестәрҙән һуң өйгә ҡайтып, ашап-эсеп, мәктәпкә яңынан бара ала инек. Беҙҙә әҙәбиәт түңәрәге эшләне. Шунда шөғөлләнеп, шағриәткә ғашиҡ булдым. Спорт, ҡул эштәре түңәрәктәре лә булды. Мин, мәҫәлән, артһыҙ ултырғыс эшләй беләм. Хеҙмәт тәрбиәһе был. Ғаиләләге тәрбиә тураһында әйткәндә, тәү сиратта, хеҙмәттең иң ҙур тәрбиә булыуын күҙ уңында тотам. Хеҙмәт кешене боҙолоуҙан һаҡлай. Әхлаҡи тәрбиә хеҙмәт тәрбиәһенән килә. Һин былай эшлә, һин тегеләй эшлә, тип, аҡыл һатыуға ҡарағанда, баланы үҙеңә эйәртеп эшләтеүҙән файҙалыраҡ нәмә юҡ ул. Беҙ әсәйҙәр менән бесәнен дә саптыҡ, утынын да алып ҡайттыҡ. Туғандарына ярҙамлашып, уларға мәрхәмәтле булып үҫкән бала сит кешегә лә шәфҡәтле була.

Әҙәбиәт йылыһы

Әҙәбиәт йылында үҙенсә күренеш булырлыҡ матур сараларҙан ниҙәрҙе һанар инегеҙ, тигән һорау ҡуйылһа, мин былай тип яуап бирер инем. Әҙәбиәтебеҙҙең рупоры - "Ағиҙел" журналы был юлы ла әҙәби процесты асыҡ сағылдырыуы менән айырылып торҙо. Әҙәбиәт йылы Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы менән тап килгәнгә күрәлер, әҙәби журналыбыҙ быйыл төп иғтибарын һуғыш темаһына яҙылған әҫәрҙәргә бүлде. Ябай һалдаттың фронттағы уй-кисерештәренән башлап, һуғыш ветеранының аяуһыҙ тормош ысынбарлығы менән күҙмә-күҙ осрашыуына тиклем сағылдырған психологик әҫәрҙәр илебеҙ тарихының яңы биттәрен асты. Тәрбиәүи әһәмиәткә эйә был әҫәрҙәрҙе йәш быуын мотлаҡ уҡып сығырға тейеш. Әҙәбиәт - кешенең күңелен, рухын, батырлығын иң тулы сағылдыра торған жанр. Был йәһәттән башҡорт әҙәбиәте лә яулаған үрҙәре менән хаҡлы рәүештә ғорурлана ала. Ул һәр ваҡыт кешене бейеклеккә, яҡтылыҡҡа әйҙәне. Әҙәбиәтебеҙ классигы Мостай Кәримдең шундай һүҙҙәре бар: "Әҙәбиәтте, шиғриәтте һөйгән кеше - ер шарының ҡояшлы яғында йәшәй"... Ысынлап та, халҡыбыҙ ер шарының ҡояшлы яғында йәшәһен өсөн яҙыусылар берлеге ғәйәт күп көс һалды, минеңсә. Рәсәйҙә беренселәрҙән булып райондарҙа "Әҙәби нағыш" марафоны үткәрелде. Йәштәрҙең ҡулъяҙмаларын тикшереп, йәш шағирҙарҙы, йәш яҙыусыларҙы табыу маҡсатынан ошондай осрашыуҙар бөтә райндарҙа ла үтеп бөттө тиерлек. Иң яҡшы әҫәрҙәр альманах булып донъя күрәсәк. Халыҡтың яҙыусы менән осрашыуы үҙе үк тәрбиә ысулы.
Миңә лә бихисап осрашыуҙарҙа ҡатнашыу бәхете тейҙе. "Хәҙер халыҡ уҡымай бит", тигән һүҙҙең дөрөҫлөккә тап килеп етмәүенә шаһит булдым. Ололар әле лә китап уҡый. Йәштәр ҙә уҡый. Тик улар китапты китапхананан яҙҙырып алып түгел, ә интернеттан уҡый. Йәштәр менән аралашып, мин шуға иғтибар итем: күптәр компьютерға, китапҡа текләп ултырыуҙан ялҡып, китаптарҙы аудио форматта тыңлауға өҫтөнлөк бирә. Был дөрөҫ тә, сөнки хәҙер йәш кешенең бер урында ултырып китап уҡырға ваҡыты ла юҡ. Аудио-китапты башҡа берәй эш эшләгәндә лә тыңлап була.
Совет осоронда Яҙыусылар союзында пропаганда бюроһы бар ине. Шул бюро һәр аҙна китап уҡыусылар менән осрашыуҙар ойоштора ине. Хәҙер халыҡ менән бушлай осрашыуға барған берҙән-бер ижад кешеһе - яҙыусы. Бындай мөмкинлектәр йышыраҡ булһын ине, тип әйтмәксемен.

Илгиз ИШБУЛАТОВ яҙып алды.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 25.01.16 | Ҡаралған: 1238

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru