«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
КЕСЕ ТУҒАНДАРЫБЫҘ ТӘБИҒӘТТЕ АФӘТТӘН ҠОТҠАРМАҠСЫМЫ?
+  - 

Ҡондоҙҙар кеше һымаҡ...

Ҡама тураһында ваҡыт үтеү менән ниндәйҙер кимәлдә мәғлүмәт туплай алһам, ҡондоҙ тураһында китапты тик 90-сы йылдарҙа ғына осраттым. Был мин тапҡан берҙән-бер мәғлүмәт, унан яҡшыраҡ бүтән сығанаҡтар таба алманым. Хәҙерге заман кешеләре ҡондоҙ тураһында бер нәмә лә белмәй.
Тапҡан китабымдың исеме "Саджо и ее бобры" тип атала. Авторы америка индеецы Вэша Куоннезин - Һоро Өкө. Тәбиғәтте бөтә нескәлектәре менән белгән, уны бөтә күңеле менән яратҡан кеше була. Ҡондоҙҙар тормошон өйрәнеп, уларҙы Кесе Туғандар тип атай.
Иҫ киткес эш һөйөүсән йән эйәләрен яҡлау өсөн ошо китапты яҙа һәм уларға һунар итеүҙе бөтөнләй ташлай.
Ҡондоҙҙар тормошон ентекле күҙәтеп, яҙып бара. Китап кешеләрҙә ҡондоҙҙарға ҡарата һөйөү тойғоһо уятырға һәм һунар итеүҙе туҡтатырға йүнәлтелә. Тырышлыҡ бушҡа китмәй: Канада хөкүмәте ҡондоҙҙарҙы яҡлап закондар сығара һәм улар йәшәгән ерҙәрҙе ҡурсаулыҡ итә, унда йөрөү, ҡондоҙҙарҙы бимазалау тыйыла.
Һоро Өкө үҙ китабын тәбиғәт яратҡан бөтә кешеләргә һәм балаларға бағышлай. Бөтә урман йәнлектәре һәр ваҡыт хәрәкәттә. Уларға кешеләр кеүек үк, күп эшләргә тура килә: ашарға табырға, балаларҙы тәрбиәләп, аяҡҡа баҫтырырға кәрәк. Ҡырағай хайуандарҙың ҡайһылары яңғыҙ йәшәй, даими төйәге лә юҡ. Икенселәре күмәкләшеп көн итә, йорттар төҙөй. Улар араһында иң аҡыллылары ҡондоҙҙар: йылы өйҙәр төҙөй, быуалар ҡора, ҡышҡылыҡҡа аҙыҡ запасы туплай, кеше һымаҡ эшләйҙәр, ял иткәндә бер-береһенә нимәлер һөйләйҙәр. Уларҙың аҡылына һәм эшһөйәрлегенә хайран ҡалырлыҡ. Хатта һөйләшеүҙә-ренә тиклем кешенекенә оҡшап ҡуя. Шуға индеецтар уларҙы ныҡ ихтирам итә һәм Кесе Туғандар тип йөрөтә. Һоро Өкө китабындағы ҡондоҙҙар тау йылғаһын ағас сыбыҡтарынан ситән үреп быуа, тишектәренә мүк тултыра, балсыҡ менән һылай, ныҡ булһын өсөн өҫтөн эре таштар менән баҫтыра. Хатта артыҡ һыуҙы ағыҙыу өсөн уртанан уйпат ер ҡалдыра. Быуа урта-һындағы ҡалҡыу ергә ағастан өй төҙөйҙәр: ағасты кимереп йығалар, тейешле оҙонлоҡта бүрәнәләргә турайҙар һәм кәрәк урынға алып баралар. Йыуан бүрәнәләрҙән ҡыуыш төҙөп, ярыҡтарына мүк тултырып, тыштан балсыҡ менән һылап ҡуялар. Йылы өй шулай барлыҡҡа килә. Әҙер өй өҫтөнә арҡыс-торҡос итеп эре ағастар өйәләр. Диаметры - 3, бейеклеге 2 метр тирәһе, кәбәнде хәтерләткән ҙур өй хасил була. Был өйөмдөң ситтәре һыу эсенә батып тора: ҡоро ерҙән дә, һыу эсенән дә өйгә инерлек түгел. Йәй көнө өйҙө киң быуа һыуы йыртҡыстарҙан һаҡлай, ә ҡыш боҙ өҫтөнән килгән йыртҡыстар һыуға ҡуша туңған ағастарҙы бер нисек тә аҡтара алмай. Шулай ҡондоҙҙар һаҡланыу сараһын да күрә белә. Быуа йырылһа, уларға үлем килә. Сөнки улар йыртҡыс түгел, тыныс хеҙмәтте генә белә, үлән һәм ағас ҡайырыһы менән туҡланып көн итә.
Ҡондоҙҙоң өйөнә тик һыуҙан ғына, үҙҙәре генә белгән ерҙән инергә мөмкин. Ул - үҙҙәре һыйырлыҡ ҡына тар тоннель, өйҙөң ситенә килеп сыға. Тышҡа килеп сыҡҡан ерҙә, ҡыйыҡ һымаҡ булып, өй өҫтөнә өйөлгән бүрә-нәләрҙең сите сығып тора, ҡапыл ғына табырлыҡ түгел. Запас юлдары ла була. Һыуҙан тоннель буйлап килеп сыҡҡан ҡондоҙ тәүҙә һыу һарҡыта торған майҙансыҡҡа баҫа. Шунда тиреһенең һыуын һарҡыта, йөнөн һыға, ҡорота, тарай. Оҙаҡ ҡына үҙен тәртипкә килтерә. Ҡороған йөнөн яҡшылап тарау өсөн уның махсус тырнағы ла бар. Тамам таҙарынғас ҡына өҫкәрәк күтәрелә: унда ҡоро хуш еҫле үлән түшәлгән майҙансыҡ. Шунда ял итәләр, йоҡлайҙар, балалары уйнай. Өй эсе шаҡтай ҙур, хатта эсенә оло кеше бөкләнеп һыя ала. Аҙыҡ запасы ла өй эргәһендә генә, һыуҙа һал кеүек йөҙөп йөрөй, алыҫ китмәһен өсөн өй ситенә беркетелгән. Өҫтө-өҫтөнә өйөлгән ағас һыуға тәрән батып, һыу өҫтөндәгеһе саҡ ҡына күренеп тора. Шулай кәрәк тә: ағастар кипмәй, һәр ваҡыт яңы булып һаҡлана. Аҙыҡҡа сыҡҡан ҡондоҙ һал аҫтынан ағасты алып, тоннель буйлап өйгә индерә. Йылы өй эсендә рәхәтлә-неп кимерәләр. Ҡайырыһы кимерелгән ағасты өйөм ситенә ҡуялар. Шулай, өйҙө ҡаплаған өйөм аҫтан да үҫә.
Ҡондоҙҙо нимәлер эшләп бөксәйеп ултырған кешегә оҡшаталар. Артҡы аяҡтары оҙон, бармаҡтары араһында ярыһы бар, йөҙөү өсөн бик уңайлы. Ялпаҡ ҡойроғо руль булараҡ хеҙмәт итә. Кәрәк саҡта шул уҡ ҡойроҡ өҫтөнә балаларын ултыртып һөйрәй. Алғы тәпейҙәре ҡыҫҡа, кеше ҡулына оҡшаған, хатта бармаҡтарына тиклем кешенекенә тартым. Шул ҡулдар менән ағастар, ташый, быуа төҙөй, өйөнә үлән, аҙыҡ килтерә, балаларын тәрбиәләй.
Һыуҙа бик йылғыр, шәп йөҙә. Уның ҡарауы, ҡорола насар йөрөй: алғы аяҡтары ҡыҫҡа булғас, йөрөүе уңайһыҙ. Шуға ла ҡондоҙҙо ҡорола йыртҡыс хайуан еңел генә тота ала. Шуға ла уның йән һаҡсыһы - быуа. Бөтә тормошо шул быуаға бәйле. Һәр ваҡыт күҙәтеп, тәрбиәләп, йүнәтеп торалар. Төп ҡоралы - өҫтән һәм аҫтан берәр пар бысаҡ кеүек үткер тештәре. Оҙон булып алғараҡ сығып тора, бер туҡтауһыҙ үҫәләр. Шуның өсөн бер туҡтауһыҙ кимерергә мәжбүрҙәр. Йыуан ағастарҙы ла тиҙ генә йыға алалар. Бик һаҡ хайуандар: көндөҙ ял итәләр, төнө буйы эшләйҙәр. Саҡ ҡына шикле тауыш ишетеү менән һыуға сумып юҡ була улар. Кәрәк мәлдә ошо уҡ тештәр менән дошманына ҡаршы үлемесле алышҡа сыға.
Ҡама ҡондоҙҙарҙың иң яуыз дошманы. Быуаларын йырып, һыуын ағыҙалар. Өлкән ҡондоҙҙар быуа менән булышҡан арала балаларын тотоп ашай. Балалары бик һөйкөмлө, матур була. Кеше балалары кеүек илайҙар. Улар иркен бүлмәлә рәхәтләнеп йәшәй, ата-әсәһенең һөйөүгә тулы тәрбиәһен ала, ҡондоҙ тормошона өйрәнә.
Тағы бер мөһим үҙенсәлек: өй эсендәге сума торған һыу кимәле дөйөм быуа кимәле менән бер үк. Быуа йырылып, һыу аҡһа, өй эсендәге һыу кимәле лә кәмей. Быуа именлеген шуға ҡарап беләләр. Һыу кәмей башлау менән тышҡа ташланалар, йырылған урынды табып, йүнәтергә тотоналар. Шулай итеп, ҡондоҙҙарҙың имен йә-шәүенең төп шарты - быуа.
Бынан өс-дүрт йыл элек Күжә, Ҡамшаҡлы йылғаларында, быуа быуып, ҡондоҙҙар йәшәй башлауы ишетелгәйне. Даими белешеп торҙом, тик артыҡ бер нәмә лә әйтә алманылар. Күжә ҙур ғына йылға, ә Ҡамшаҡлы бик бәләкәй, тауыҡ кисмәле генә. Шул йылғала быуа быуылып, ҙур ғына һыу ятҡылығы хасил булыуын ишеткәс, хайран ҡалғайным. Йәнә шуныһы: барған кешеләр быуаны йырып ҡарай. Һыуы кәмегән быуаға ҡарап, ҡондоҙҙар кеше һымаҡ сеңләп илай, ти. Береһе хәбәр тарата: йәнәһе лә, ҡондоҙҙо илатһаң, ҡарғышы төшә. Йән өшөткөс һыҡтаулы илау тауышы бер кемде лә битараф ҡалдырмайҙыр. Хәҙер быуа йырыу тураһында хәбәр ишетелгәне юҡ. Исемен дә белмәгән йәнлек менән халыҡтың танышлығы шулай башлана. Өсөнсө йыл Шүлгән йылғаһына ҡондоҙҙар килгән, тигәнде ишетеп, бик ҡыуандым. Бесәнде тамамлағас, ҡатыным менән күрергә барҙыҡ. Ауылдан өс саҡрым тирәһе алыҫлыҡта Күсәй атамаһын йөрөткән ерҙә булып сыҡты ҡондоҙ быуаһы. Урынды ла һайлай белгәндәр. Йөҙ метр самаһы киңлектә ике тау араһы быуа менән кәртәле ине. Элек был ер шайтан ботон һындырырлыҡ, үтеп сыҡҡыһыҙ ҡуйы әрәмәлек ине: муйыл, ерек, тал дымлы һыу ситендә күкрәп үҫте. Ҡомалаҡ менән сырмалған ағас араһынан үтермен тимә, элек ҡомалаҡҡа йөрөгәс, был ер яҡшы таныш.
Шүлгән йылғаһы йәй көнө бәләкәй генә булып, уң яҡ ситтәнерәк кенә йырҙа яһап аға. Һул яҡ тау ситендә ҡороған йырҙа, унан һыу яҙғы ташҡында ике тау араһын тултырып аға. Ике йырҙа уртаһындағы ҡалҡыулыҡ беленеп тора. Ләкин ҡайҙа ҡарама - ағас, ҡуйы әрәмә. Шул тиклем ағастарҙы ҡырҡып ситкә ташып, ер таҙартырға ҡайҙан көс тапҡандарҙыр? Күҙ алдына килтерегеҙ: текә генә битле ике тау араһы быуылған. Быуа аҫтында элекке шырлыҡ, ә өҫ яғы тап-таҙа, элек ағастар үҫкән ерҙә йәйрәп һыу ята. Унда-бында ғына серек ҡайын төпһәләре һерәйеп ултыра. Файҙаһы булмағас, серек ағасҡа теймәгәндәр. Һыу үренә лә йөҙ метр самаһы көҙгө кеүек һыу ялтырай. Ятҡылыҡ уртаһында, әллә ҡайҙан күренеп, ҡондоҙ өйө урын алған. Күрәһең, һыу бик тәрән. Быуа бейеклеге был тәрәнлекте тағы ла арттыра. Шулай итеп, ҡондоҙ өйөнә үтерлек түгел: ҡайҙа ҡарама, тәрән һыу.

Рауил АЙСЫҒОЛОВ.
Бөрйән районы
Ғәҙелгәрәй ауылы.
(Дауамы. Башы 3-сө һанда).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 25.01.16 | Ҡаралған: 1226

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru