«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
КИНО ЙЫЛЫНЫҢ МАҠСАТТАРЫ НИ БУЛЫР?
+  - 

2016 йыл илдә һәм республикала Рәсәй киноһы йылы тип иғлан ителде. РФ Президенты ҡарарында аныҡ әйтелеүенсә, тәү сиратта йәмәғәтселектең иғтибарын Рәсәй кинематографына йүнәлтеү маҡсаты күҙ уңында тотола. Өфөлә был йәһәттән ниндәйҙер эштәр башланды ла инде. Әҙәбиәт йылында нигеҙ һалынған матур йола буйынса, ҡаланың Баҡалы, Пушкин урамдарында, Салауат Юлаев проспектында Рәсәй киноларынан цитаталар менән тәүге баннерҙар барлыҡҡа килде. Һәр баннер "Яҡшы кинобыҙ", "Дөрөҫлөклө һөйләгән кинобыҙ", "Матур кинобыҙ" слоган-фразалар менән биҙәлгән. Әлеге мәлдә "Башҡортостан" киностудияһы башҡорт киноларынан цитаталар әҙерләү менән мәшғүл. Рәсәй йылын рәсми асыу тантанаһы 25 ғинуарға билдәләнгән. Ул Өфөләге Рәсәй кинематография үҙәге - "Родина" кинотеатрында уҙасаҡ.

Ысынлап та, һәр өлкәлә хәл ителәсәк проблемалар, пландар, проекттар йыйылып китеүсән. Тематик йыл был һөнәр эйәләренең теләктәре, тәҡдимдәре юғары урындарға барып етеү мөмкинлеген дә бирә. Шулай ҙа эксперттар билдәләүенсә, йыл Кино фондының уңыштарын барлауға ғына ҡайтып ҡалыуы ла ихтимал. 2016 йылда бюджеты 500 млн һумдан күберәк булған һәм дәүләт ярҙамы менән төшөрөлгән тиҫтәгә яҡын масштаблы кинопроекттар прокатҡа сығыуы көтөлә - был да йылдың темаһын һайлауға булышлыҡ итеүе бар. Һәр хәлдә, быйыл Рәсәйҙә кино төшөрөүгә дәүләт ярҙамы былтырғыса 6 млрд һум кимәлендә ҡаласаҡ, ул башлыса кино эшен яңы башлаусыларға йүнәлтеләсәк, тип белдерелә. Бынан тыш, бәләкәй һәм уртаса ҙурлыҡтағы ҡалаларҙа кинотеатрҙар асыу эшенә тотоноусыларға матди ярҙам күрһәтеләсәк. Субсидияны алыуҙың төп шарты - 2018 йылдың аҙағына тиклем был кинотеатрҙар сеанстарының яртыһын Рәсәй фильмдары алып торорға тейеш. Кинотеатрҙарҙа әлегә был нисбәт 20 процентҡа ла тулмай. Тимәк, тармаҡ прокат проблемаһы менән ныҡлап шөғөлләнергә уйлай.
Тик был тамашасыларҙы кино сәнғәтенә йәлеп итәсәкме, был һорауға яуап биреүе ауыр. Ни тиһәң дә, үҙенең йөҙө, эстетикаһы булған совет киноһының Рәсәй киноһыныҡы кеүек конкуренттары булмаған тиерлек. Былтырғы йыл һуңғы 10 йыл эсендә прокатҡа сыҡҡан кинолар һаны буйынса иң юғары торһа ла, уларҙың береһе лә үҙен тулыһынса аҡлай алмаған. Йәғни, Рәсәй киноһының һан яғынан үҫеше сифат тураһында һөйләмәй әле. Ил Президенты В. Путин "Кино йылы йәмғиәтебеҙҙә юғары әхлаҡи ҡиммәттәрҙең нығыныуына тағы бер аҙым яһасаҡ", - тип ышандырһа ла, коммерция маҡсатын эҙәрлекләгән проект бер ҡасан да быға өлгәшә алмайҙыр. Ғөмүмән, иң ҙур касса туплаған Рәсәй киноһы ла Голливуд менән ярыша алмай бөгөнгө көндә, үкенескә күрә. Тимәк, кинотеатрҙар коммерцияға ҡоролған Голливуд блокбастерҙарынан баш тартмаясаҡ, уларҙы алып ташлап ҡына тамашасыны Рәсәй киноһы менән ҡыҙыҡһындырып та булмаясаҡ.
Шулай ҙа сәнғәттең башҡа төрҙәре кеүек үк, кино күңел асыу сараһы түгел, ул милләтте тәрбиәләүсе. Асылда, кинематограф мәғлүмәти һуғышта иң көслө ҡорал, тик ул йышыраҡ халыҡтың әхлаҡи һәм рухи сәләмәтлеген нығытыу өсөн түгел, ҡаҡшатыу өсөн ҡулланыла кеүек. Ошо яҡтан ҡарағанда, милли кино юҡ, тип зарланһаҡ та, башҡорт режиссерҙарының картиналарының һәр береһе тик ыңғай хис-тойғолар, ихласлыҡ менән туҡылғанын күреп ҡыуанаһың. "Көмөш Аҡбуҙат" II милли һәм этник кино фестивале ҡунаҡтары юҡҡа ғына: "Бөгөн ижади атмосфера төбәктәргә күскән", - тип раҫламағандыр. Һәр хәлдә, Рәсәй киноһы йылы башҡорт киноһына ла үҫеш килтерер, тип ышанайыҡ. Республиканың кино сәнғәте өлкәһендә эшләүселәр ең һыҙғанып эшкә тотондо ла инде. Быйыл кинодраматургтар семинары, II дебютанттар питчингы, "Йәнле һүрәттәр" балалар анимацияһы фестивале, "Балалар - кино геройҙары" фестивале үткәреү планлаштырыла. "Көмөш Аҡбуҙат" III Халыҡ-ара милли һәм этник кино фестивале лә йылдың иң сағыу тамашаһына әүере-ләсәк. Бынан тыш, башҡорттар күпләп йәшәгән төбәктәрҙә башҡорт киноһы көндәре уҙғарыласаҡ.

Шулай итеп...
Ил иҡтисади яҡтан ауыр хәлдә булғанда кино йылы үткәреү кино индустрияһы үҫешенә әллә ни етди этәргес бирмәүе лә ихтимал, әлбиттә. Шуға ла, йыл бары тик булғанды иҫкә төшөрөп, элекке киноларҙы ҡарап, күңел асыуға ҡоролған тамашалар менән генә үтеп китмәҫме икән, тигән борсолоуҙар ҙа урынлылыр. Кино сәнғәте өлкәһендә системалы үҙгәрештәр булмай тороп, ыңғай һөҙөмтәгә өлгәшеүе еңел булмаясаҡтыр.

Ләйсән ДАЯНОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 25.01.16 | Ҡаралған: 1474

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru