«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
КИНО ҠАРАРҒА ЯРАТАҺЫҒЫҘМЫ? НИНДӘЙ ФИЛЬМДАР ҠАРАРҒА ТЕЛӘР ИНЕГЕҘ?
+  - 

Айһылыу ИШКИЛДИНА, хаҡлы ялдағы уҡытыусы: Киноның тәрбиәүи әһәмиәте хаҡында һөйләп тороу ҙа кәрәкмәйҙер, тием. Хәҙерге быуын, әлбиттә, Лениндың кем икәнен белмәй, ләкин шулай ҙа уның үлемһеҙ һүҙҙәрен иҫкә алып киткем килә: "Кино - бөтөн сәнғәт төрҙәренә ҡарағанда ла иң мөһиме",- тип тап ул әйтеп ҡалдырған. Ә бит ул заманда сәнғәттең был төрө әле үҫешә лә башламаған булған. Ниндәй кино ҡарауым тураһында шуны ғына әйтә алам: Өфө кинотеатрҙарына йөрөмәйем тиерлек, сөнки уларҙың репертуары тотошлайы менән минең өсөн ҡыҙығы булмаған сит ил фильмдарынан тора. Телевизорҙан ҡарарға тура килә киноны. Унда ла күбеһенсә беҙҙең Рәсәй полицияһының "шанлы хеҙмәте", коррупция, енәйәт йә булмаһа шулар араһынан бер-ике "дөрөҫ" тәфтишсенең мафияға ҡаршы көрәше тураһында күрһәтелә. Был да ялҡытты. Рәсәй йәки 1-се канал берәй мелодраманы туҡтауһыҙ әйләндерә. Шуға "Культура" каналынан ҡарарға тырышам фильмдарҙы. Минең быуын совет киноһының алтын фондын тәшкил иткән кинофильмдар йоғонтоһонда үҫте һәм тәрбиәләнде: уҙған быуаттың 50-60-сы йылдарына тиклем һәм унан һуң төшөрөлгән "Йәш гвардия", "Ысын кеше хаҡында повесть", "Оптимистик трагедия", "Сүллектең аҡ ҡояшы", "Ҡырҡ беренсе", "Амфибия-кеше", "Ҡыҙҙар", "Йәш гвардия", "Кеше яҙмышы", "Кавказ әсирәһе", "Гусарҙар балладаһы", "Бензоколонка королеваһы", "Юлаҡлы рейс", шулай уҡ 70-се йылдарҙа төшөрөлгән "Ә таңдар бында тыныс", "Яҙҙың ун ете миҙгеле", "Офицерҙар", "Мимино", "Ҡыҙыл балан", "Улар Тыуған ил өсөн һуғышты", "Батальондар ут һорай", "Эҫе ҡар", "Мәскәү күҙ йәштәренә ышанмай", "Уңыш джентльмендары", "Солярис" һәм башҡа шундай онотолмаҫ фильмдар ине улар. Беҙҙең быуын ошо экран геройҙары менән һаташты, уларға оҡшарға тырышты, улар хаҡында уйҙар менән йәшәне.
Ә бына бөгөн кеше аңына, бигерәк тә йәштәргә шундай уҡ көслө тәьҫир итеүсе, улар хаҡында телгә алып һөйләрлек бер генә кино әҫәрен дә әйтә алмайым. Ауылдарҙа кино күрһәтеү тигән нәмә онотолдо, ә ҡала һәм район үҙәктәрендәге кинотеатрҙар репертуарҙарын сит ил фильмдары баҫып алды. Уларҙа ни тураһында һүҙ барыуын ҡарамайынса, атамаларынан да аңларға була: мистика йә фантастика, үҙ-ара һуғыш та атыш, ҡаты йоҙроҡло яңғыҙ герой йә булмаһа ҡара көстәрҙе тылсым менән еңеп сығыу. Совет фильмдарындағы тыуған ил темаһы, ватансылыҡ тойғоһо, намыҫ һәм әхлаҡ төшөнсәләре, саф һөйөү хистәре урынына беҙ Америка киноһының агрессия һәм көс ҡулланыусы йәнһеҙ роботтарын һәм машиналарын күрәбеҙ, Ергә һыймайынса, башҡа планеталарҙы яулау өсөн барған йондоҙҙар һуғышын "мауығып" күҙәтәбеҙ. Мин ана шундай кинопродукция етештереүселәрҙән һорарға теләр инем: ниңә гел һуғыш көҫәйһегеҙ, әфәнделәр? Алыҫ, сит йондоҙҙарға ынтылырҙан алда, тәүҙә үҙ планетабыҙҙа тәртип, тыныслыҡ һәм гармония булдырырға, уны ҡара көстәрҙән таҙартырға кәрәк түгелме икән? Бына шул хаҡта баш ватырға, шул идеяны күтәреп сығырға ине һеҙгә.

Иршат СӘХИЕВ, блогер: Былтыр - Әҙәбиәт, быйыл- Кино йылы. Был, минеңсә, бик һәйбәт күренеш. Ил етәкселеге мәҙәни, рухи өлкәгә иғтибарҙы туплап, дөрөҫ эшләй, юғиһә, интеллигенция вәкилдәре ошоға тиклем мәҙәниәт өлкәһенең "ҡалдыҡ принцип"та йәшәүенә бик йыш үпкә белдерә килде. Ниһайәт, уларҙың тауышы юғары тарафтарға ла барып ишетелде, буғай. Дөрөҫөн әйткәндә, был йәш быуынды тәрбиәләүҙә бик мөһим өлкә. Бөгөнгө егет һәм ҡыҙҙарыбыҙҙың рухи донъяһы өҫтөнлөктәрен, зауыҡ кимәлдәрен генә түгел, ә тотош тормош йүнәлештәрен дөрөҫ билдәләүҙә мәҙәниәтебеҙҙең роле баһалап бөткөһөҙ әһәмиәткә эйә, тип әйтер инем. Мәсьәләнең, йәғни миҙалдың икенсе яғы шулай уҡ проблемалы, әлбиттә. Рус, совет әҙәбиәте классиктары әҫәрҙәрен, совет киноһының алтын фондын иҫәпләмәгәндә, ҡулдан төшөрмәй уҡырлыҡ әҫәрҙәр, геройҙарынан үрнәк алырлыҡ фильмдарыбыҙ бармы һуң бөгөн? Кино хаҡында һөйләгәндә күберәк сит ил продукцияһы күҙ алдына баҫа. Һис юғында, һирәкләп Рәсәй киноһы хаҡында ла һүҙ йөрөтөргә булалыр, бәлки. Ә бына башҡорт киноһы әле саҡ аяҡланып ҡына килә, тип әйтергә ҡала. Әйткәндәй, йыл аҙағында Өфөлә "Көмөш Аҡбуҙат" халыҡ-ара милли-этник кино фестивален тамаша ҡылырға насип булды. Матур ғына картиналар ижад ителгән. Үҙебеҙҙең башҡорт киноларын да ҡарағаным бар. Айырыуса йәш талант эйәһе Айнур Асҡаровтың һәр яңы эшен көтөп алам. "Еңмеш" менән "Әсә" фильмдары бик оҡшаны. Таңсулпан Бураҡаеваның "Ике егет"ен дә оҡшаттым. Уларҙың яңы ижад өлгөләрен түҙемһеҙләнеп көтәм. Ә былай үҙем ысын булған хәлдәргә нигеҙләнгән мажаралы детектив, боевиктар ҡарарға яратам. Яңыраҡ ҡараған ана шундай картина - Америка вестерны "Иҫән ҡалған" ("Выживший") - миңә бик оҡшаны. Ул кешенең һәләкәт, хәүеф алдында бирешеп ҡалмай, киреһенсә, икенсе һулышы асылыуы һәм шул арҡала иҫән ҡалыу ғына түгел, еңеүсе булыуы хаҡында ла һөйләй. Төп ролде башҡарыусы актер Леонардо Ди Каприо был эше өсөн "Алтын глобус" наградаһын алды ла инде, хәҙер ул "Оскар"ға дәғүә итә, тиҙәр.
Ватан киноларының да шундай өлгөләре бар, әлбиттә, тик унда ваҡиғалар үҫешен оҙаҡҡа һуҙып, көсөргәнеште йомшарталар, минеңсә. Күптән түгел ҡараған телесериал ("Неподкупный") аҡсаға ла, хәйләләргә лә һатылмаҫ совет тәфтишсеһе хаҡында ине. Реаль шәхес һәм булған хәлдәр тураһында. Ҡараған саҡта бик оҡшаһа ла, хәҙер яйлап хәтерҙән юйыла бара, сөнки картина 20-ләп серияға һуҙылған.

Айгөл МӘЖИТОВА, студент: Мин тураһын әйтәм: сит ил фильмдарын ҡарарға яратам. Был хаҡта әсәйем менән йыш ҡына бәхәстәр ҙә тыуып тора, ул сит ил киноларына бик ҡаршы, кире фекерҙә. Ә ҡайҙа һуң үҙебеҙҙең картиналар? Иғтибарға лайыҡтарын мин күрмәйем. Булғандары ла ышандырмай, артистарға тәбиғилек етешмәй, оператор оҫталығы бөтөнләйгә - нуль. Икенсе күренеш - Америка, Голливуд әҫәрҙәре! Улар ысын мәғәнәһендә тамаша тыуҙыра белә: тәбиғәт тиһәң - иҫ киткес тәбиғәт күренештәре, пейзаж, графика, махсус эффекттар, баш әйләндергес трюктар... Миҫал өсөн "Титаник", "Аватар", "Йондоҙҙар һуғышы" йәки Гарри Поттер хаҡындағы фильмдарҙы ғына алып ҡарайыҡ - иҫ киткес бит! Ысын мәғәнәһендә тамаша. Ә былай үҙебеҙҙең иң яҡшы фильмдарҙы ҡарарға теләгем бар. Былтыр Өфөнөң "Родина" кинотеатрында башҡорт фильмдары күрһәтелгәндә бер нисә картинаны барып ҡараным, ыңғай тәьҫир ҡалдырҙы, ләкин беҙҙең режиссерҙарға тәжрибә туплайһы бар әле. Шуның кеүек, баш ҡалабыҙ кинотеатрҙарында иң шәп совет һәм Рәсәй фильмдарын да күрһәтһәләр, Кино йылы бик файҙалы, урынлы сара булыр ине.

Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА яҙып алды.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 25.01.16 | Ҡаралған: 1442

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru