«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Йәмғиәтебеҙҙә бөгөн әхлаҡлылыҡ кимәле ниндәй дәрәжәлә һәм был юҫыҡта һеҙҙе борсоған йәки ҡыуандырған мәсьәләләр бармы?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТОЛСТОЙҘЫҢ БАШҠОРТТАРҘА БУЛҒАНЫ
+  - 

Татьяна Львовна Сухотина-Толстая (1864-1950) бөйөк урыҫ яҙыусыһының өлкән ҡыҙы. Ғүмере буйы рухи яҡтан атаһының иң яҡын кешеләренең береһе була. Яҙыусы өлкән йәштәрҙә сағында ҡатыны менән аңлашылмаусылыҡ барлыҡҡа килгән йылдарҙа ла Татьяна Львовна атаһын аңлай. "Ул атаһының да, әсәһенең дә күңелен йыуатырлыҡ яйлы һүҙҙәр таба ине", - тип яҙа уның хаҡында Л. Толстойҙың секретары В. Булгаков. Т. Л. Толстаяның иҫтәлектәре һәләтле яҙыусы ҡулы менән яҙылған. Тәүге иҫтәлектәр көндәлектәрен ул ун дүрт йәшендә башлай һәм ғүмере буйы дауам итә. Билдәле булыуынса, Лев Толстой башҡорт ҡымыҙы эсергә һәм далала ял итергә ғаиләһе менән дә килә. Таня башҡорттарҙы бик ярата һәм йылы иҫтәлектәр яҙып ҡалдыра. Был иҫтәлектәр 1976 йылда Мәскәү ҡалаһында нәшер ителгән "Т. Л. Сухотина-Толстая. Воспоминания" тигән китабынан тәржемә итеп алынды.

* * *

Башҡорт ауылы йылға буйында ине. Мин, әлбиттә, бер-береһенән ҡаты ер менән айырылып ятҡан бәләкәй-бәләкәй генә түңәрәк өҙөк-өҙөк күлдәрҙе бер нисек тә йылға (Кәрәлек йылғаһы - М. Б.) тип атай алмаҫ инем.
Өйҙәр таҙа һәм ыҡсым. Беҙ туҡтаған мулла ҡунаҡсыл һәм ихлас ҡаршыланы. Күп тә үтмәне, атайымдың элекке таныштары килә башланы. Улар араһында урыҫсалап Михаил Иванович тип йөрөткән көр күңелле өлкән йәштәрҙәге башҡорт бар. Ул килеү менән атайыма сатраш уйнарға тәҡдим итте. Атайым ризалашты. Уйнаған саҡта бер аҙ уйларға кәрәк булһа, Михаил Иванович сикәһен тырнап ҡуя ла:
- Думить надо. Ба-а-а-льшой думить надо, - ти.
Шул арала беҙҙең йорт хужаһының хеҙмәтсеһе һарыҡ һуйырға ебәрелде, ә аш әҙер булғанға тиклем беҙгә сәй һәм ҡымыҙ тәҡдим иттеләр.
Һарыҡ ите бешеп сыҡҡас, хеҙмәтсе киҫәк-киҫәк һимеҙ һарыҡ ите тултырылған һауыт алып инде. Мин, башҡорт ғәҙәте буйынса, ризыҡтан баш тартырға ярамағанлығын ишетеп белә инем (һүҙ һоғондороу йолаһы тураһында баралыр - М. Б.). Бындай хәл хужаның хәтерен ҡалдыра икән. Миңә һөйләүҙәренсә, ҡунаҡ өлөшөнән баш тартһа, хужа иттең һимеҙ урыны менән ҡунаҡтың битен буяй башлай, шунан ҡунаҡ үҙ киҫәген ашарға мәжбүр була икән. Шуға ла хужа ит киҫәге алып миңә яҡыная башлағайны, мин тиҙ генә һоғоноп ҡуйҙым. Әйтергә кәрәк, ит киҫәген һоғоноу ҡыйын булманы, сөнки оҙон юлдан һуң асыҡҡайныҡ, ә ит бик йомшаҡ бешкәйне. Ул саҡта мин әле вегетарианка түгел инем, ул хаҡта беҙҙә телгә алыусы ла юҡ ине. Атайым кем менән аралашһа ла уртаҡ тел таба торғайны. Һәр кеше менән ҡыҙыҡлы әңгәмә ҡорорлоҡ һүҙ таба ине. Мулла менән дин тураһында һөйләшһә, Михаил Иванович менән мәрәкәләште, ә хужа менән инде сәсеү, ат, һауа торошо тураһында һөйләште.
Төштән һуң беҙ йылҡы өйөрө ҡарарға барҙыҡ. Әсәйем бер ҡола бейәне маҡтаны - минең яратҡан төҫөм тине. Ә атайым бейәнең ҡулға тиҙ эйәләшеүен дә телгә алды.
Кәрәлек йылғаһы тип аталған түңәрәк күлдәр эргәһенән үткән саҡта һыу өҫтөндә аҡ томбойоҡтар күреп һоҡландым. Мин тымыҡ һыуҙы, ундағы матур сәскәләрҙе күреп ғәжәпкә ҡалдым. Ынтылып, бер генә сәскә өҙәйем ти-гәйнем, буйым етмәне. Шул саҡта мулланың йәш кенә улы, Нәғим исемле башҡорт, галушын, йомшаҡ ҡына йәшел ситеген сисеп, салбарының балаҡтарын төрҙө лә күлгә инеп китте. Бер гөлләмә томбойоҡтар өҙөп алды ла миңә бирҙе. Мин ундай иғтибарға өйрәнмәгәс, йөҙөмдө ҡыҙыллыҡ баҫты, эстән генә рәхмәт әйтеп, гөлләмәне алдым.
Эңер төшкәс, беҙ киң күңелле хужалар менән хушлаштыҡ. Атайым менән әсәйем ултырып килгән арба тирәсенә әсәйем һоҡланған ҡола бейәне бәйләп ҡуйғайнылар. Хужа уны ҡунағына бүләк иткән. Көнсығыш халҡында оҡшаған нәмәне бүләк итеү йолаһы бар икән. Әсәйем бик ныҡ уңайһыҙланды.
- Ҡалай оят! - тип аптыраны ул. - Ни эшләп улай итәһегеҙ? Белһәм, бөтөнләй маҡтамаған булыр инем...
Әсәйем бейәне кире ҡалдырмаҡсы булғайны, атайым тыйҙы. Бүләкте алмауҙың хужаны үпкәләтеү булғанын атайым белә ине.
Ул хушлашҡанда, мулланың ҡулдарын ихлас ҡыҫып, рәхмәт әйтте, һәм беҙ ҡайтып киттек. Арба тирәсенә бәйләнгән ҡола бейә күңелле генә саба ине, ә әсәйем йоланы онотоуына, бейәне юҡҡа маҡтауына һаман үкенеп барҙы.
Атайым, хужаның ҡатыны менән ҡыҙы биҙәнеү әйбере итеп файҙаланһын өсөн, яйын тура килтереп, хужаға бер-нисә тәңкә бирҙе.

Мәрйәм БУРАҠАЕВА тәржемәһе. (Дауамы бар).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 01.02.16 | Ҡаралған: 1420

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡал! 8 апрелдән 18 апрелгә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 786 һум 24 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru