«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАЛАЛАРЫҒЫҘ ТУҒАН МӨХИТЕНДӘ ҮҪҺЕН
+  - 

"Башҡортостан" дәүләт концерт залында балалар өсөн башҡорт театр студияһы эшләй башлаясаҡ. Уны Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры артисы, З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты доценты Хөрмәтулла Үтәшев етәкләйәсәк.

- Бала саҡта кеше бар яңылыҡты ла яҡшыраҡ ҡабул итә һәм бар нәмәгә лә тиҙерәк өйрәнә. Хатта психологтар ҙа балалар өсөн театр мәктәбе кәрәк, тигән фекерҙә, был уларҙы оло тормошҡа яҡшыраҡ әҙерләй. Унан һуң, баш ҡалабыҙҙа башҡорт театр студиялары юҡ кимәлендә. Балаларыбыҙ өсөн милли мөхитте тағы ла бер аҙ киңәйтәсәкбеҙ, улар бер урынға йыйылып, бер-береһе менән таныша, аралаша аласаҡ. Был турала мин күп уйландым һәм БР Мәҙәниәт министрлығына ошондай тәҡдим менән мөрәжәғәт иттем. Ул ваҡытта "Башҡортостан" дәүләт концерт залында реконструкция бара ине, шуға студияға урын биреү мәсьәләһе хәл ителмәйерәк торҙо. Хәҙер инде боҙ ҡуҙғалды, беҙ студия асыуыбыҙ тураһында иғлан иттек һәм 15 февраль көнө киске алтыла йәш дуҫтарыбыҙ һәм уларҙың ата-әсәләре менән тәүге осрашыу буласаҡ. Был турала тулыраҡ мәғлүмәт "Бәйләнештә" сайтында бар. Башҡорт студияһының нимә менән шөғөлләнәсәген шунда асыҡ күрергә буласаҡ, - ти Хөрмәтулла Ғаззали улы.
Студияның төп маҡсаттарының береһе - баланы театр сәнғәте аша үҫтереү. Был маҡсатты тормошҡа ашырғанда бер үк ваҡытта туған телде һаҡлау, киләсәктә башҡорт театрҙары актерҙарына алмашҡа лайыҡлы йәштәр тәрбиәләү кеүек мөһим мәсьәләләр ҙә үҙенән-үҙе сиселәсәк. Һәр хәлдә, башҡорт театрҙарының тоғро тамашасыһы ла артасаҡ. Ысынлап та, бала үҙ милли мөхитендә тулыраҡ асыла, бының миҫалдары күп, шул уҡ "Тамыр" студияһын ғына алып ҡарайыҡ. Ойоштороусылар фекеренсә, студияға йөрөгән балаларҙың да барыһы ла артист булып китмәйәсәк.
- Сәхнә тормошо уға кәрәкме-юҡмы – бер аҙҙан быны театр студияһына йөрөүсе бала үҙе лә тойомлаясаҡ, - тип дауам итә һүҙен Хөрмәт Ғаззали улы. - Әммә уларҙың һәр береһе үҙенең һәләттәрен асасаҡ, тиҫтерҙәре, тамашасылар алдында тартынмай үҙ фекерен белдерә аласаҡ. Тыуған илен, туған телен, милләтен хөрмәт иткән шәхес булып үҫһәләр, ниндәй генә һөнәр һайлаһалар ҙа юғалып ҡалмаясаҡтар. Балалар менән профессиональ белгестәр эшләр тип күҙаллана, З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы Рима Тәлғәт ҡыҙы Харисова дәрестәр бирәсәк. Башҡорт дәүләт академия драма театрының йәш артисы Фәнис Рәхмәтов сәхнә хәрәкәттәре, бейеү, сәхнә һуғыштары менән бер юлы ҡурайҙа ла өйрәтһә, тип уйлап торам.
Башлап ебәреүе еңелдән булмаҫ, шулай ҙа киләсәккә юғары маҡсаттар ҡуябыҙ. Башта бәләкәйерәк спектаклдәр сәхнәләштерһәк, һуңынан инде ҙурыраҡ әйберҙәргә тотонорбоҙ. Республикала балалар театрҙары бар, әммә уларҙы бер ҡорға йыйыусы фестиваль юҡ. Нығынып, аяҡҡа баҫып алһаҡ, фестивалдәр ойоштороусы булараҡ та сығыш яһай алырбыҙ...

Шулай итеп...
Балағыҙ өсөн театр студияһы, тәү сиратта, уның үҙенә кәрәкле сифаттарҙы үҫтереү өсөн кәрәк, хөрмәтле ата-әсәләр. Ул яуаплылыҡҡа ла өйрәнәсәк, иғтибары, хәтере яҡшырасаҡ. Тиҫтерҙәре менән рәхәтләнеп башҡортса һөйләшеп, үҙ-ара ярышып, сәмләнеп, һөнәрҙәргә өйрәнеп үҫәсәк. Башҡорт студияһында 7 йәштән 18 йәшкә тиклем теләге булған һәр кем шөғөлләнә аласаҡ.

Ләйсән НАФИҠОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 01.02.16 | Ҡаралған: 1317

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru