«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЯҢЫ ҺӨНӘР: ӘСӘЙ-ТӘРБИӘСЕ
+  - 

Бөгөнгө көндә балалар баҡсаларында урындар етешмәү көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе булып тора. Был проблема беҙҙең Сибай ҡалаһын да урап үтмәй. Ләкин Сибай ҡала хакимиәте быны үҙенсә хәл итеп, әҙ генә булһа ла сиратты кәметеп, ғаилә балалар баҡсаларын күберәк асырға тигән ҡарарға килә. Әлеге көндә ҡалабыҙҙа һигеҙ ғаилә балалар баҡсаһы асылып, уларҙа егерме ете бала тәрбиәләнә. Был - һигеҙ күп балалы әсәгә эш урыны булдырылған, тигән һүҙ.

Нимә ул ғаилә балалар баҡсаһы? Бындай баҡсаны үҙенең өйөндә өс йәки унан да күберәк мәктәпкәсә йәштәге балалары булған ғаилә аса ала. Әгәр ҙә балалар һаны өскә тулмай икән, икенсе ғаиләнән дә балалар алырға мөмкин. Һин өйөңдә үҙеңдең балаларыңды ҡарап, тәрбиәләп ултыраһың, шул уҡ ваҡытта эш хаҡы алаһың һәм педагогик стажың да бара. Был эш төрө күп балалы ғаиләләргә ярҙам итеү, уларҙы яҡлау маҡсаты менән ойошторолған. Әсә кеше декрет ялында саҡта уҡ ғаилә балалар баҡсаһын аса ала, сөнки бәләкәй балаһы булған әсәгә эш табыуы ла, урынлашыуы ла бик ауыр. Ғаилә баҡсаһы асырға теләге булған әсәләр, тәрбиәсе булараҡ белемде камиллаштырыу курстары үтәләр, үҙҙәре теркәлгән ҡала балалар баҡсаһы белгестәренән төрлө кәңәштәр, методик ярҙам алалар.
Беҙҙең ғаилә Сибай ҡалаһының Алтын ҡасабаһында йәшәй. Өс йыл элек, әле ҡасабала балалар баҡсаһы булмағанлыҡтан, мин дә ғаилә балалар баҡсаһы астым. Үҙемдең өс улым бар, иң өлкәне - студент, уртансыһы - уҡыусы, ә иң кесеһенә биш йәш. Ғаиләбеҙҙә мәктәпкәсә йәштәге балалар берәү генә булыу сәбәпле, беҙҙең баҡсаға икенсе ғаиләнән ике ҡыҙ йөрөй һәм ҡаланың "Баҙлауыҡ" балалар баҡсаһының өй төркөмө булып иҫәпләнәбеҙ. Эш көнө иртәнге һигеҙҙән башҡа баҡсаларҙағы кеүек күнекмәләр яһауҙан башлана һәм артабан да дәүләт ҡарамағындағы балалар баҡсаһының көн режимындағы кеүек үтәлеп, киске алтығаса дауам итә. Көн һайын өй йыйыштырыу, йыуыу, аҙыҡ-түлек һатып алыу, ашарға бешереү, ай аҙағында финанс отчет биреү - был эштәрҙең бөтәһен дә әсәй-тәрбиәсе үҙе башҡара. Көнө буйы өс бәләкәй бала менән мәж килеп, көндөң үткәнен һиҙмәй ҙә ҡалаһың.
Әсәй-тәрбиәсе булып эшләүҙен ыңғай яҡтары күп. Беренсенән, һәр ваҡыт өйҙәмен, өлкән балаларым ҡараулы, икенсенән, ҡул аҫтымдағы бәләкәстәргә иғтибар күп, улар һирәк ауырый. Төркөмдә балалар һаны әҙ булғас, һәр береһен күҙ уңында тотоп, индивидуаль рәүештә эшләп була. Миңә килеп шөғөлләнеүсе ҡыҙҙар ҙа, үҙемдең улым да өй мөхитендә үҙҙәрен иркенерәк тота, ҡурҡып, оялып бармай, киләсәктә был баланың үҫешенә ыңғай йоғонто яһаясаҡ.
Үҙем һөнәрем буйынса башланғыс кластар уҡытыусыһы. Тәрбиәсе булып эшләй башлаған ваҡытта ҡыйынлыҡтар ҙа булды, әлбиттә. Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың педагогикаһын өйрәнеү, интернеттан төрлө материалдар эҙләү, "Баҙлауыҡ" балалар баҡсаһының өлкән тәрбиәсеһе Кузьмина Александра Павловнаның, мөдиребеҙ Әсмәндиярова Альбина Риф ҡыҙының методик ярҙамдары һәм кәңәштәре был ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға ярҙам итте.
Үҙем тәрбиәләгән өс бала өсөн тулы яуаплылыҡ тоям һәм уларҙы һәр яҡлап үҫтерергә тырышам. Иң беренсе - әхлаҡи яҡтан ысын шәхес булыуҙарын теләйем. Тыуған илебеҙгә, телебеҙгә һөйөү тәрбиәләү, башҡорт шәхестәрен үҫтереү - төп маҡсатым булып тора. Шулай уҡ баланың телмәрен, аң кимәлен үҫтереү өсөн күп эш алып барыла. Тәрбиәләнеүселәрем шартлатып шиғырҙарын да, әкиәттәрен дә һөйләйҙәр, йырҙарын да йырлайҙар. Байрамдарға, иртәлектәргә үҙебеҙ беркетелгән "Баҙлауыҡ" балалар баҡсаһына йөрөйбөҙ.
Хәҙер балалар тәрбиәләүҙә заман менән бергә атлау мөһим. Тәрбиәсе лә, уҡытыусы кеүек үк, баланың дуҫы, иптәше булырға тейеш. Баланың үҙаллылыҡҡа, иреккә ынтылыуы хуплауға лайыҡ. Яңы белем биреү стандартының төп талабы - "бергәлек" принцибы. Бындай мөнәсәбәт киләсәктә үҙ аяғында ышаныслы баҫып торған, тормоштағы төрлө хәлдәргә тиҙ яраҡлашыусан, һәр нәмәгә үҙ фекере булған һәм уны яҡлай белгән шәхес үҫтереүгә этәргес көс буласаҡ. Ғаилә балалар баҡсаһы - бөгөнгө көндә актуаль күренеш, сифатлы тәрбиә һәм белем биреүҙең бер төрө, тип уйлайым мин.

Зөлфиә МАННАПОВА.
Сибай ҡалаһы.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 08.02.16 | Ҡаралған: 1404

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru