«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҮҘЕҢДЕ ЛӘ ЯРАТЫРҒА ӨЙРӘН – ШУЛ САҠТА БАШҠАЛАР ҘА ҺИНЕ ЯРАТЫР...
+  - 

Заманалар үҙгәреү менән бергә кешенең донъяға ҡарашы ла, уны ҡабул итеүе, шул уҡ ваҡытта донъялыҡтың ҡуйған талаптарына мөнәсәбәт тә үҙгәрә, шуға яраҡлаша, ҡулайлаша, яйлана бара. Әле ҡасан ғына халыҡ медицина ярҙамынан баш тартҡан булһа, бөгөн артыҡ кәрәк түгеллеген белә тороп та табипҡа күренеп сығыуҙы хуп күрә, йәнәһе, профилактика өсөн. Бынан бер нисә йыл элек төшкө ашты кафеға инеп ашап сығыуға ҡырын ҡараһаҡ, хәҙер был иң еңел юлдарҙың береһе кеүек. Кисә генә косметологтың кем икәнен дә белмәһәк, бөгөн иһә ҡатын-ҡыҙҙар ғына түгел, ир-егеттәр ҙә баш тартмай матурлыҡ салондары хеҙмәтенән. Йәғни, заманға ҡулайлашабыҙ. Шуның кеүек, беҙҙең көндәрҙә психологҡа һәм стилистҡа мөрәжәғәт итеү ҙә ғәҙәти күренешкә әүерелеп бара. Ә инде был өлкә белгестәрен үҙебеҙҙең милләттән эҙләгәндәргә лә алыҫҡа китергә түгел - улар менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ. Психолог Гөлнәзирә ЙӘНТҮРИНА менән стилист Руфина ҒӘЛИНУРОВА беҙҙә ҡунаҡта.

Әйҙәгеҙ әле, иң башта шуны асыҡлап китәйек: психолог һәм стилист тигән төшөнсәләр халыҡ телендә, халыҡ араһында ҡасандан барлыҡҡа килде? Яңылыҡмы улар беҙҙең йәмғиәттә, әллә элек тә булғанмы?

Гөлнәзирә ЙӘНТҮРИНА Г. Йәнтүрина: Психология иң боронғо фәндәрҙең береһе ул. Уның меңәр йыллыҡ тарихы бар. Кешелектә йәнде аңлау ихтыяжы тыуыу менән психология ла барлыҡҡа килгән. Йәғни, ул йән тураһындағы фәлсәфә. Боронғо авторҙар йыш ҡына үҙҙәренең ижадында кеше тәбиғәтенә, йән һәм аҡыл үҙенсәлектәренә лә урын биргән. Улар кешенең эске кисерештәре, үҙ-үҙе менән бәхәсләшә алыуы, шәхес булараҡ формалашыу юлдары хаҡында ла яҙған. Гиппократ, Платон, Аристотель исемдәре беҙгә тәүге йән хаҡындағы яҙмаларҙы биргән.
Кешене Аллаһы Тәғәлә шундай камил итеп яралтҡан, уның хатта йәнен дауалау ысулдары ла үҙенә үк һалынған. Элек-электән кешеләр бер-береһе менән һөйләшә, аралаша алған. Эс серҙәрен, зарын, борсолоуҙарын кемгәлер һөйләп, кәңәшләшә белгән. Йәненә йыйылған кире тойғоларын сығарған һайын уның ҡуҙғыуы баҫылған, тынысланған. Боронғо башҡорттарҙа ниндәйҙер йән ғазабына дусар булған, шаңҡыған, бөгөнгө тел менән әйткәндә, шок хәленә ингән кешене тау-таш араһына йәки урманға алып барып ныҡ итеп ҡысҡыртҡандар. Был да үҙенә күрә бер психологик алым булған. Шул уҡ эмоцияларҙы сығарыуға булышлыҡ иткән йырҙар, бәйеттәр, сеңләүҙәр ҙә йәнде дауалау ысулдары ул.
Руфина ҒӘЛИНУРОВА Р. Ғәлинурова: Стиль тарихы ул шул уҡ кейем тарихы икәнде аңлайһығыҙҙыр. Кеше бик боронғо замандарҙа өшөүҙән йәки оят тойоуҙан кейенә башлағандыр, тигән фараздар бар. Яйлап халыҡ араһында синфи тигеҙһеҙлек ҡалҡып сыҡҡан һайын кейем дә төрлөләнгән, унда үҙенсәлектәр, өҫтәлмәләр, биҙәктәр барлыҡҡа килгән. Элегерәк һәр кем үҙенең йәшәгән урынына, сығышына, хеҙмәтенә ҡарап кейенгән. Кейеменә ҡарап, уның титулын, ниндәй эш менән тамаҡ туйҙырыуын йәки ниндәй милләт вәкиле булыуын яңылышлыҡһыҙ әйтә алғандар. Бөгөн донъялар төптө үҙгәргән, шул иҫәптән кейенеү мәсьәләһе лә икенсе юҫыҡта. Әммә нисек кенә булмаһын, кейенеү беҙҙә ашауҙан ҡала икенсе урынды биләйҙер, тиһәм дә хата булмаҫ. "Кейемгә ҡарап ҡаршы алалар" тигән әйтем дә үҙ эсенә оло мәғәнәне һыйҙыра. Әлбиттә, аҡылға ҡарап оҙаталар, әммә стилле, матур кейем әлегә берәүҙе лә битараф ҡалдырғаны юҡ.

Тимәк, бөгөн бындай һөнәр эйәләре хеҙмәтенә ихтыяж бар. Күберәген кемдәр мөрәжәғәт итә инде һеҙгә?

Г. Йәнтүрина: Сит илдәрҙә үҙ һаулығына, рухи донъяһына битараф булмаған һәр кешенең шәхси психологы бар. Шул иҫәптән ғаилә психологы ла тоталар. Беҙҙә иһә оҙаҡ йылдар психологҡа мөрәжәғәт итеүҙе өмөтһөҙлөк сигендәге ауырыуҙың ихтыяжы итеп кенә белделәр. Хатта бөгөн дә күптәр психолог менән психиатрҙы бутай. Бындайҙарға ябай ғына бер миҫал: йоҡоһоҙлоҡтан йонсоған кешегә психиатр дарыу яҙып бирәсәк, ә психолог йоҡоһоҙлоҡҡа алып килгән сәбәптәрҙе таба һәм һәм уларҙы еңелерәк кисереү йәки иғтибар итмәҫкә өйрәнеү юлдарын һеҙҙең менән бергә эҙләйәсәк.
Рәсәйҙә психолог ярҙамы менән ҡулланыу бынан бер егерме йылдар әүәл генә ғәмәлгә инһә, беҙҙең халыҡ әле күптән түгел генә был хеҙмәткә мөрәжәғәт итә башланы. Башта, әлбиттә, ҡатын-ҡыҙҙар килде. Йәшәйештең дә, ғаиләнең дә рухи яғын ҡайғыртыусы булған ҡатын-ҡыҙ тәбиғәте менән дә нескәрәк, эмоцияларға бирелеүсәнерәк бит инде. Шунлыҡтан, иң тәүге туп та уларға килеп бәрелеүсән. Ә улар түҙемлектең дә сигендә ултырып түҙә, сабыр итә. Шул сабырлыҡ күптәрҙе психологик ҡаҡшау кимәленә алып килә лә инде. Башлыса ҡатын-ҡыҙҙар бына ошондай хәлдә килә лә инде миңә.
Кеше үҙенең эске донъяһында шундай оло көс ятыуын, үҙен-үҙе һауыҡтыра алыу һәләте барлығын белмәй. Мин иһә уға ана шул көстөң ниндәйҙер бер өлөшөн генә уята, ҡуллана алырға өйрәтәм. "Шулай итһәң, шулай була" тип әйтеп кенә түгел, ә "Шулай булһын өсөн" ниндәй йүнәлеш алырға, уйҙы, хыялды нимәләргә көйләргә һәм ниндәй маҡсатҡа ынтылырға икәнде белеү зарур.
Әлеге көндә минең клиенттар араһында йәштәр ҙә, ир-егеттәр ҙә, ололар ҙа бар. Хәҙер халыҡ шулай уҡ проблеманы хәл итеү түгел, ә проблема булдырмау өҫтөндә лә эшләргә өйрәнә. Һәр хәлдә, тормошта ла, эштә лә, ғаиләлә лә уңышлы булырға ынтылғандар шулай итә.
Р. Ғәлинурова: Мин ҡалалағы ниндәйҙер сауҙа үҙәге йәки ҙур магазиндар менән килешеү нигеҙендә лә, айырым клиенттар менән дә эшләйем. Мәҫәлән, һуңғы ваҡытта "Ғаилә" сауҙа-күңел асыу комплексында булдым. Бында миңә мөрәжәғәт иткән кеше ваҡытын үткәреп, магазин ҡыҙырып йөрөү мәшәҡәтенән азат. Иң башта кеше үҙенә ниндәй кейем кәрәк икәнлекте белмәҫкә лә мөмкин. Мин уның нимә теләүен, был кейемдең ниндәй осраҡ өсөн һайланыуын һәм ҡайҙа, кем булып эшләүен һорашам. Әлбиттә, был тәңгәлдә клиент менән фекерләшеү, уның ҡараштарын самалау мотлаҡ. Һөнәрем буйынса мин уның уй-теләктәрен, нисек булырға ынтылыуын, әлеге ваҡытта ниндәй кәйефтә, хатта ниндәй йәшәйештә икәнлеген дә самалап өлгөрөргә тейешмен. Ниндәйҙер кимәлдә психолог һәләте лә кәрәк. Сөнки кейемдә кешенең эске донъяһы сағыла ла инде. Мәҫәлән, шәхси тормошондағы ауырлыҡтар йәки күңелһеҙлектәр шауҡымында кеше ауыр тондарға, ҡара-һоро төҫтәге кейемдәргә күсеп китергә мөмкин. Был иһә уны тағы ла нығыраҡ баҫа. Мин быны аңғарам һәм клиентҡа икенсерәк стиль тәҡдим итәм. Уның кәүҙә төҙөлөшөн дә, характер һыҙаттарын да күҙ уңында тотам, әлбиттә.
Күптәрҙең иң яңылышҡан бер фекере: сағыу төҫтәр еңел-елпелек билдәһе, йәнәһе. Был төптө хата. Иң ҡыйыу сағыу төҫтө лә артыҡ күҙҙе ҡамаштырмаҫлыҡ итеп ҡулланып була. Бары төҫтәр менән эш итә белергә генә кәрәк.
Минең клиенттар араһында ла ҡатын-ҡыҙҙар ҙа, ир-егеттәр ҙә етерлек. Бөгөн кеше кейенә белеү - ул мәҙәниле булыуҙың бер өлөшө икәнен аңлай. Мәҫәлән, әле ошо көндәрҙә генә декрет ялынан эшкә сығырға теләгән йәш әсә менән кейем һайланыҡ. Баланан һуң ул бер аҙ тулыланған һәм өйҙә ултырып, стиль йәһәтенән дә артта ҡалған. Алдан телефондан аралашыу барышында мин ҡаланың ҡайһы магазиндарына барырға мөмкинлекте самалап ҡуйғайным инде. Уның менән иһә ике сәғәт эсендә ҙур булмаған суммаға кәрәкле әйберҙәрҙе һайлап алдыҡ. Кеше, ғәҙәттә, әхирәттәре йәки туғандары менән йөрөгәндә барыбер ҙә тартына, ә стилистҡа ул белгес итеп ҡарай һәм "шул-шул етешһеҙлектәремде йәшерергә теләйем, шулайыраҡ күренгем килә…" тип ҡыйыу рәүештә әйтә лә ала.

Гөлнәзирә Сәфәрғәле ҡыҙы, бына һеҙ кешенең бар ҡайғыларына ла үҙендә үк дауаһы бар, тинегеҙ. Ошонан сығып, шундай һорау тыуа: ни өсөн беҙ шул көстө үҙаллы файҙалана алмайбыҙ, артыҡ ялҡауға әйләнеп китмәнекме икән? Проблемаларға ҡаршы тора белмәйбеҙ, "ҡара һыҙыҡтар"ҙан үтә алмайбыҙ, һынабыҙ, бөгөлөп төшәбеҙ. Кеше бит электән дә йәшәү саралары тапҡан. Бөгөн уға мотлаҡ психолог ярҙамы кәрәк. Шул уҡ стилист мәсьәләһендә лә беҙ уйларға, эҙләнергә теләмәйбеҙ түгелме? Рәхәт тә инде һинең өсөн кемдер берәү хәл итһә…

Г. Йәнтүрина: Үҙ халәтен аңлай, анализлай алған кешеләр бик һирәк. Күп осраҡта әҙәмдең башы ҡатып китһә, ул шул ауранан сыға алмай ҙа ҡуя. Йәғни, күңеле ҡараға убылғандан убыла ғына бара. Был хәл берәүҙәрҙә яҡынын юғалтыуҙан, икенселәрҙә ғаиләһе тарҡалыуҙан, өсөнсөләрҙә яуапһыҙ мөхәббәттән булырға мөмкин. Эскелек, наркомания кеүек яман ғәҙәттәрҙән дауаланыу мәлендә, башҡа ауырыу кисергәндә, хатта тиктомалдан да кешенең рухы һынып китергә мөмкин. Был үҙенә күрә йән ауырыуы. Был тәңгәлдә беҙгә көн һайын һөжүм иткән стрестарҙы, эмоцияларҙы тышҡа сығара алмаған осраҡтарҙы, йән-фарман елгән йәшәү темпын да күҙ уңынан ысҡындырырға ярамай. Һиңә ярҙам итергә ынтылған яҡындарҙың, әхирәттәрҙең дә кәңәше төрлөсә була. Улар һинең булмышыңды түгел, ә тап шул ситуацияны ғына күрә һәм шунан сығып фекер йөрөтә. Шунлыҡтан, йән ауырыуына дусар булғанда бары тик көслө, аналитик аҡылға эйә булғандар ғына үҙ-үҙе менән идара итә ала. Ә идара итә алмағандар төрлө күңелһеҙ аҙымдар яһай, психикаһы боҙола, ғаиләһендә мөнәсәбәттәр насарая һ.б.
Психолог менән аралашыу, уның ярҙамын ҡабул итеү ялҡаулыҡ, йомшаҡлыҡ түгел, ә, иң беренсе сиратта, үҙеңде ҡайғырта белеү ул. Һинең күңел бөтөнлөгөң һинән башҡа берәүгә лә кәрәкмәй. Белгес һинең рөхсәтең менән һинең үк проблемаларыңдың сығанағын билдәләй һәм иң зыянһыҙ булған юлды һайларға ярҙам итә. Ул һеҙгә ситуация ыңғайына йөрөргә түгел, ә ситуация менән идара итергә өйрәтә.
Р. Ғәлинурова: Мин иһә стилист хеҙмәтен яҡлап, түбәндәгеләрҙе әйтер инем. Гөлнәзирә Сәфәрғәле ҡыҙының һүҙҙәре менән килешәм - бөгөнгө йәшәү темпы үтә лә етеҙ. Иртәнән кискәсә эшләгән, балаларына, ғаиләһенә ваҡыт еткерә алмағандар аҙ түгел. Һәм шул кеше ниндәйҙер мәлдә үҙенең өҫ-башын да ҡайғыртырға тейеш. Ул, әлбиттә, быға өлгөрә алмай, булғанына риза булырға йәки килеп төртөлгәндә сыға һалып һатып алғанды кейеп йөрөргә мәжбүр. Ә инде стилист менән алдан һөйләшеп, ярты йылға бер ике-өс сәғәтен бүлһә, белгес уға универсаль ҡулланып була алырлыҡ, стилле, заманса һәм уңайлы әйберҙәр һайлап алып бирешәсәк. Һис икеләнмәгеҙ: стилист һәр хәлдә кейем өлкәһендә һеҙҙән күберәк белә, ул көнө-төнө шуның менән шөғөлләнгән, һайлап өйрәнгән. Ул мотлаҡ һеҙҙең финанс хәлегеҙҙән дә сығып эш итәсәк. Ҡиммәтле кейем - матур кейем, тигән төшөнсәнең һәр ваҡыт асылына тура килеп бармағанын да беләбеҙ. Шунлыҡтан, һайлап ала белеү ҙә бер һөнәр.

Клиенттарығыҙ араһында ауыл халҡы бармы? Мәҫәлән, ауыл уҡытыусыһы йәки хужабикәһе килеп, "Ярҙам итегеҙ әле" тигән осраҡтар булдымы?

Р. Ғәлинурова: Йәштәр араһында бар, сөнки ҡалаға йөрөп эшләгәндәр, офистарҙа хеҙмәт иткәндәр хәҙер ауылдарҙа ла күп. Мин кейем һайлауҙа кешеләрҙе ауылдыҡы йә ҡаланыҡы тип бүлә алмайым, мине күберәк уларҙың теге йәки был стиль менән үҙҙәрен ни ҡәҙәр үҙгәртә йә яңырта алыуҙары ҡыҙыҡһындыра. Ә инде ауыл уҡытыусыларының имиджын үҙгәртеүҙә бик теләп ҡатнашыр инем.
Г. Йәнтүрина: Бынан ун йыллап элек үк, әле Сибайҙа йәшәгән сағымда, Баймаҡ районының төпкөл ауылынан бер ҡатын психологик ярҙам һорап килгәйне. Тимәк, ул йән дауаһын профессионалдан алыуҙың ышаныслыраҡ һәм сифатлыраҡ буласағын аңлаған. Шундайҙар бөгөн дә етерлек. Хөрмәтле стилист әйтмешләй, был клиенттың ҡайҙа йәшәүенән түгел, ә аң кимәленең ни дәрәжәлә үҫешкән булыуынан тора.

Психологҡа күберәк ниндәй һорауҙар менән мөрәжә-ғәт итәләр? Ниндәй проблемалар менән килә кешеләр һеҙгә бөгөн?

Г. Йәнтүрина: Психологик проблемалар үҙ-үҙеңә ышаныс юғалғанда, үҙбаһаң төшөп киткәндә, депрессияла, нимәнәндер йәки кемдәндер ҡурҡҡанда, йәшәү мәғәнәһен юғалтҡанда килеп сығырға мөмкин. Шулай уҡ был бәлә яңғыҙлыҡтан миктәгән, яҡындарын юғалтҡан, олоғайыуын ҡабул итә алмаған, кемдәр менәндер уртаҡ тел тапмаған, йыш конфликт кисергән һ.б. кешеләрҙә лә булып ҡуя. Үрҙә әйткәйнем инде, был йән ауырыуы, тип. Ауырыуға дусар булыусы психолог ярҙамы менән ниндәй осраҡта ла ситуацияның ыңғай яғын күрә белергә, йән тыныслығы һаҡлап ҡала алыу юлдарына, үҙ-үҙеңде ярата, ҡәҙерләй белергә өйрәнә. Һыҙыҡ аҫтына алып әйтәм, кеше иң беренсе сиратта үҙен яратырға, хөрмәт итергә тейеш. Һинең үҙеңә булған мөнәсәбәттән башҡаларҙың да мөнәсәбәте төҙөлә. Мәҫәлән, күп осраҡта ҡатындар "Ирем ҡыйырһыта, балаларым тыңламай, коллегаларым һанламай" тип килә. Ни өсөн? Сөнки улар әлегә үҙҙә-рен үҙҙәре ярата белмәй, ҡорбан роленә ингәндәр. Ирҙең теләген алға ҡуйыу, ауыҙыңдан өҙөп, балаңа ҡаптырыу әле һинең яҡшы ҡатын, хәстәрлекле әсәй булыуыңды аңлатмай. Улар һинең яҡшылығыңды шулай тейеш тип кенә ҡабул итә. Иң башта улар һине хөрмәт итһен, унан ғына ҡатын йәки әсәй итеп ҡабул итһен. Бына шуға өлгәшергә кәрәк. Уңышлы булыуҙың юлдары бар һәм улар сер ҙә түгел, мин һеҙгә йүнәлеш кенә бирәм, ә ҡалғанын һеҙ үҙегеҙ төшөнәсәкһегеҙ.

Руфина, ә бына кейенеү өлкәһендә психологик проблемалар килеп сығырға мөмкинме? Кейем кешенең эске донъяһының сағылышы ул, тигән фекер ҙә булғайны…

Р. Ғәлинурова: Ундай кешеләр менән мин көн һайын тигәндәй осрашам. Үҙ-үҙеңдән ҡәнәғәтһеҙлек тойғоһо ул кейем мәсьәләһен бер нисек тә урап үтмәй. Миҫал өсөн алғанда, кеше һимереп китә йәки берәй стрестан үҙен ҡартайып ҡалғандай тоя ла, шул хаҡта көнө-төнө уйлай һәм өҫтөндәге кейемдәре лә уны тағы ла тулыраҡ итә йә олоғайыуын нығыраҡ сағылдыра кеүек булып тойола башлай. Кешелә камил булмау комплексы барлыҡҡа килә, ул башҡалар күҙенән йәшеренергә, аралашмаҫҡа тырыша, тартына. Бындай осраҡта мин клиенттың проблемаларын аңларға һәм ярҙам итергә тырышам. Йөҙҙө асҡан, йәшерәк итеп күрһәткән, һомғоллатҡан әйберҙәр аҙмы ни! Уларҙы күрә һәм таба белергә генә кәрәк. Тағы ла кейем һайлаусының үҙенә күренмәгән йәки белһә лә, иғтибар итмәгән, күнеккән күрмәлекле яҡтарын билдәләйем. "Һеҙ бик һөйкөмлө, һеҙгә үтә лә килешә, кәүҙәгеҙ ыҡсым, сырайығыҙ һөйкөмлө", кеүек һүҙҙәрҙе мотлаҡ ҡулланам. Сөнки кеше алған кейеме менән бергә үҙен дә яратырға өйрәнергә тейеш, тип иҫәпләйем.

Һеҙ клиентығыҙға нисек тә ярҙам итергә тырышаһығыҙ, ә ярҙам итә алмаҫығыҙҙы аңлаған һәм был хаҡта тураһын әйткән осраҡтар булғаны бармы?

Г. Йәнтүрина: Ҡайһы бер кешеләр яҡындары менән уртаҡ тел таба алмай һәм улар менән идара итеү асҡысын эҙләп килә. "Ул шулай итмәй, тыңламай, уны нишләтергә?" тиҙәр. Ә асылда "Ул мине тыңлаһын өсөн мин ни эшләргә, нисек булырға тейешмен?" тимәйҙәр. Улар үҙҙәрен үҙгәртергә теләмәй.
Кемдәрҙер бер ҡул һелтәгәндә проблемаларын хәл итеүгә өмөтләнә, шулай уҡ үҙҙәре өҫтөндә эшләүгә күнмәй. Берәүҙәр психолог менән аралашыуға әҙер булмай сыға, улар тартына, эмоцияларын ныҡ йәшерә, һорауҙарға үпкәләй башлай. Икенселәр ышанмаусанлыҡ белдерә, һүҙ көрәштереп, бәхәсләшеп булаша. Бына ошондайыраҡ осраҡтарҙа мин ярҙам итә алмаҫымды асыҡ итеп әйтәм, аралашыуға әҙер булғас килеүҙәрен үтенәм.
Р. Ғәлинурова: Кеше, әлбиттә, беренсе осраҡта оҡшағанын таба алмаҫҡа ла мөмкин. Бындай хәлдә мин башҡа магазиндарға мөрәжәғәт итәм, киңерәк даирәлә эҙләнеүгә күсәм һәм мотлаҡ табып бирәм. Хәҙер бит кейем шундай күп һәм төрлө, стилдәр бихисап, шунлыҡтан, кеше менән теләк нисек тә килеп бер нөктәлә киҫешә.

Эшләп, йәмғиәттә ҡайнап йөрөгән, торлаҡ кеүек етди мәсьәләләр хәл иткән йәштәр өсөн проблемалар былай ҙа күп икәнде беләбеҙ. Ә бына ололарҙы ниндәй хәлдәр психологҡа мөрәжәғәт иттерә?

Г. Йәнтүрина: Үрҙә әйтеп үткәйнем инде, беҙҙең халыҡ йән ғазабын, оҙайлы психологик стрестарҙы ауырыуға һанап өйрәнмәгән, тип. Шул рәүешле совет осоронда ла психолог ярҙамын эҙләү тыйылған төшөнсәләрҙең береһе булған, ул заманда, йәнең ауырый тип иҫәпләйһең икән - ана һиңә психбольница, тип иҫәпләнгән. Бөгөнгө ололар ана шул заман балалары, улар оҙайлы йылдар бар кисерештәрен, ғазаптарын эстә йыйып йөрөп, эстән янып, эстән бөтөп йәшәгән кешеләр. Уларҙың күптәрендә үҙҙәре аңлай алмаған хәүеф, тынысһыҙлыҡ бар.
Ололар тағы ла балалары, бергә йәшәгән йәш ғаилә менән аңлашмаусанлыҡҡа зарланыусан. Өлкән кешегә нимә тип кенә кәңәш итһәм дә, йәштәрҙе был тәңгәлдә ололарға иғтибарлыраҡ, яғымлыраҡ булырға саҡырыр инем. Ата-әсә йәшенә һәр кем етә һәм шул уҡ проблемалар һеҙҙең менән дә булмаҫ, тигән гарантия юҡ.
Пенсияға сығып, өйҙә ултырыуға дусар булғандар ҡапыл ғына үҙҙәрен берәүгә лә кәрәкмәгән итеп тойоп китергә мөмкин. Улар үҙ мәшәҡәттәре менән булған балаларына тынғы бирмәй, мыжып, йәлләтеп аптырата. Был - эшләп, кеше араһында булып өйрәнгәндәрҙең икенсе һыҙатҡа төшә алмай аҙапланыуы. Тормошта һәр ваҡыт ниндәйҙер шөғөлдәрең, ҡыҙыҡһыныуҙарың булырға тейеш. Хаҡлы ялда ла һинең әүрәр, ваҡыт үткәрер файҙалы эштәрең булһын. Хәҙер ҡалала ла, ауылда ла ололар йөрөр урындар бар. Пенсионерҙар "Ағинәйҙәр ҡоро"на ла берләшә, концерттар ҡуя, спорт ярыштарында ҡатнаша, һ.б.

Руфина, ә бына һинең ярҙамыңа мохтажмы ололар?

Р. Ғәлинурова: Пенсия йәшенә ҡараған һәм шул һыҙатҡа етә барғандар миндә йышыраҡ була, тиһәм, бер ҙә арттырыу булмаҫ. Йәштәр хәҙер үҙҙәре лә стиль тигән нәмәне аңлай, интернет һәм башҡа юлдар аша яңылыҡтарҙы өйрәнә һәм кейем һайлай ала. Ә олораҡтар мода артынан эйәреп өйрәнмәгән, улар ҡайҙа нимә осһоҙораҡ, ҡайҙа нимә сифатлыраҡ икәне хаҡында ла хәбәрҙар түгелдәр. Шул уҡ ваҡытта улар көн ағымында сауҙа йорттарын ҡыҙырып йөрөй ҙә алмай. Бөтөн ошо сәбәптәрҙе бергә йыйып, уларҙың күптәре стилистҡа мөрәжәғәт итеүҙе иң отошлоһо тип һанай.
Күптән түгел шулай бер апайҙы кейендерҙем. Олпат ҡына кәүҙәле, күренекле, күркәм ханым. Һөнәре буйынса адвокат. Уның бер үк ваҡытта ҡәтғи ҙә, нәзәкәтле лә булып күренгеһе килә. Элекке ҡара-һоро костюмдары, бер тегелештәге күлдәктәре ялҡытҡан. Беҙ уға ҡыҫҡа ваҡыт эсендә заманса, әммә шул уҡ ваҡытта йыйнаҡ та булған кейем-һалым һайлап алдыҡ. Апай күҙ алдында йәшәреп, сағыуланып ҡалды. Һаман да рәхмәт әйтеп яҙа әле…

Шулай итеп…
Был һөнәр эйәләренә мөрәжәғәт итеү йәки итмәү, әлбиттә, һәр кемдең үҙ мәйеле. Әммә тормошта шундай хәлдәр килеп сығып, ярҙам итер кешеләр, өйрәтер, кәңәшләшер яҡындар булмаған осраҡта йәки торшоғоҙҙо аңлар-аңлатыр мөмкинлек юҡта йәмғиәттә психолог, стилист хеҙмәтләндереүҙәре бар икәнде лә онотмағыҙ. Һис юғында, ҡыҙыҡһыныуҙарҙы ҡандырыу өсөн булһа ла аралашып ҡарарға булалыр.

Әлиә СӘЙҒӘФӘРОВА әңгәмә ҡорҙо.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 08.02.16 | Ҡаралған: 1256

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru