«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
СЫРҘА НИҢӘ СЫР ТӘМЕ ЮҠ?
+  - 

Бөгөн һаулыҡ һәм сәләмәт тормош мәсьәләләре беренсе планға сыҡҡан һайын, кешелектең бысраҡ экология тотҡононда ағыуланыуға дусар ителеп йәшәүе ҡотолғоһоҙға әйләнә бара. Күптән түгел генә әле һүҙ нигеҙҙә эсәр һыу, һулар һауа тирәһендә бара ине, хәҙер кеше организмын ағыулаусы өсөнсө "кит" - аҙыҡ-түлек сифаты хаҡында күберәк һөйләй башланылар.

Насар экология электән дә ризығыбыҙҙы ағыулай ине, һүҙ ҙә юҡ. Ләкин был йәһәттән барыбер ниндәйҙер техник нормалар һәм контроль яйға һалынған, тип ҡарала ине. Яйға һалынмағандары хаҡында, тирә-яҡ мөхит беҙҙең ихтыярға бәйле булмаған объектив сәбәптәр арҡаһында бысратыла, тип тынысландырҙылар. Бөгөн иһә кешелекте ағыулау процесына... кешелек үҙе ең һыҙғанып тотондо! Был нимәлә күренә? Бөтөн төр тәғам иткән ризығыбыҙҙа: ит-һөт, икмәктән башлап, йәшелсә-емеш һәм башҡаһында.
Ауылдан килтерелгәнен иҫәпләмәгәндә, ҡала магазиндарында һатылған ит һәм балыҡ, сәнәғәт етештереүе продукцияһы булараҡ, һәр төрлө эшкәртеүҙәр аша үтә. Мал һәм ҡош-ҡорт сирләмәһен өсөн уларға прививкалар яһала, антибиотик өҫтәлмәләр, тиҙ үҫтереүсе гормондар ҡушып ашатыла. Икмәк, йәшелсә-емештең шулай уҡ химик эшкәртеүҙәр аша үтеүен, нитраттар менән "байытылыуын" яҡшы беләбеҙ. Өҫтәүенә, ондоң сифатын да шулай уҡ аңлы рәүештә боҙоуға юл ҡуйыла икән. Һаҡлау ҡағиҙәләрен тупаҫ боҙоу арҡаһында күгәреп, янып эштән сыҡҡан иген культураларын уйлап та тормай тирмәнгә һалып ебәреү бер ни түгел икән намыҫһыҙ етештереүсегә. Әйткәндәй, он, шәкәр һатып алғанда, ҡарап, ентекле тикшереп алырға кәңәш итә белгестәр, сөнки уның составында ҡайһы саҡ сит ҡатнашмалар (аҡбур, алебастр, крахмал һ.б.), шулай уҡ төҫ һәм тәм биреүсе өҫтәмәләр булыуы асыҡлана.
Һөт ризыҡтарының да тәме, составы бик ныҡ үҙгәрештәргә дусар ителде. Уларға хәҙер арзанлы сеймал - пальма майын күпләп ҡушыуҙары мәғлүм булды. Ул һөттә лә, май-ҡаймаҡта ла, сырҙа ла бар. Әйткәндәй, беҙҙең аҙыҡ-түлек сәнәғәтендә ошо пальма майы ҡушылмаған берәй ризыҡ ҡалдымы икән? Шуның өсөн дә бит майҙан - май, сырҙан сыр тәме сыҡмай. Мәҫәлән, беҙҙең Бәләбәй май-сыр комбинаты әллә күпме төрлө сорт сыр етештерә етештереүен, ләкин улар бер-береһенән исемдәре менән генә айырыла. Ҡайһы береһенә бал да ҡушып ҡарайҙар, ахыры, тик сырҙа барыбер сыр тәме юҡ. Швейцария сырын, мәҫәлән, бер генә тапҡыр ауыҙ итеп ҡараған кеше үҙебеҙҙең сырҙарға әйләнеп тә ҡарамаясаҡ.
Пальма майын хәҙер мул итеп кондитер ризыҡтарға ла ҡушалар икән. Ана шуға ла бала саҡта ашап туйғыһыҙ печеньелар юҡ та инде хәҙер. Ә бит был продукция төрҙәре менән магазин кәштәләре һығылып ята, тик уларҙы һатып алыусы бик һирәк, сөнки тәмле түгел. Тышҡы күренешенә ҡыҙығып, хәлүә лә һатып алып ҡарайһың, тик барыбер иҫкертеп, уны ташларға тура килә. Ашамағас, исемен әйткәндә лә ауыҙҙа хәлүә тәме килеп тормай, онотолдо ул ризыҡ та. Былар бөтәһе лә әлеге яһалма ҡушымталар, өҫтәмәләр, консерванттар ҡушып әҙерләү арҡаһында килеп сыға.
Ә бит ҡайһы бер етештереүселәр продукция составына ингән зыянлы ингредиенттарҙы йәшереп ҡалдырыу яйын ҡарай. Уның ҡарауы, бындай ризыҡтар хәҙер хөкүмәт даирәһендә йәшермәйенсә, үҙ асылы менән атап йөрөтөлә башлаған, булһа кәрәк. Күптән түгел һәр төрлө чипсылар, татлы газлы эсемлектәр, шулай уҡ составында күпләп әлеге пальма майы һәм шәкәр булған зыянлы ризыҡтарға акциз индереү мәсьәләһе ҡаралыуы хаҡында, ниһайәт, һүҙ ҡуҙғатылды. Был сараны ҡулланыуҙа айырыуса Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ныҡышмалылыҡ күрһәтә. "Бер нисә йыл инде бына ошо идеяны яҡлап сыҡҡаныбыҙға. Беҙҙең башланғыс был", - тип белдерҙе яңыраҡ министр Вероника Скворцова. Һәйбәт башланғыс, һүҙ ҙә юҡ, тик бына мәсьәләнең икенсе яғын уйланымы икән һаулыҡ һаҡсылары?
Мәктәптән ҡайтып килгән балаларға иғтибар иткәнегеҙ бармы, йәмәғәт? Һәр береһенең тип әйтерлек ҡулында - газлы һыу шешәһе менән әлеге чипсы. Уларҙа был "ризыҡҡа" бәйлелек барлыҡҡа килгәнлеген аңлауы ауыр түгел. Хәҙер балалар уны ҡиммәт хаҡҡа ла барыбер һатып алып ашаясаҡ. Министрлыҡты әйтәм, таяҡтың бер башын күтәргәс, икенсе яғын да уйларға кәрәк ине: ниңә әле аҙыҡ-түлек етештереүселәр менән кәңәшләшеп-килешеп, балалар өсөн махсус рәүештә зыянлыларын алыштырырҙай файҙалы продукция етештерә башламаҫҡа? Ә ниңә пальма майын аҙыҡ-түлек сәнәғәтендә ҡулланыуҙы, ғөмүмән, ҡәтғи тыймаҫҡа? Зыяны Һаулыҡ һаҡлау министрлығы тарафынан рәсми рәүештә танылған бит инде...

ӘЙТКӘНДӘЙ...
Белгестәр әлегә тиклем пальма майының зыяны һәм файҙаһы хаҡында бәхәсләшә, ләкин шуныһы раҫ: донъя баҙарында ул иң арзан май булараҡ билдәле. Уның "популярлығы" фәҡәт шунда ғына. Ә аҙыҡ сәнәғәтенә шул ғына кәрәк тә: арзан сеймал ярҙамында етештерелгәнде унлата ҡиммәткә һатыу. Пальма майы - көслө канцероген, тип таный күпселек белгестәр. Уны ҡулланыу ҡандағы холестеринды күтәрә, ә был, аңлауығыҙса, йөрәк-ҡан тамырҙары сиренә, атеросклерозға сәбәпсе була.

Фәүзиә ИҘЕЛБАЕВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 15.02.16 | Ҡаралған: 1142

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru