«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ДЕПУТАТТЫҢ ЭШЕНӘ ҠЫҪҠАСА БАЙҠАУ
+  - 

Ҡышҡы эңерҙә алыҫ райондарҙың береһенән баш ҡалаға машинала бәүелә-бәүелә ҡайтып килеүебеҙ. 700 саҡрымдан ашыу юл үттек бит, арыттырған бер аҙ. Яланғасланып ҡалған урмандар араһынан күҙгә салынған ауылдарҙы, тәбиғәттәге үҙгәрештәрҙе күҙәтә-күҙәтә, һәр кем үҙ донъяһына сумған.

Бары район халҡы менән осрашыу тәьҫораттарынан арына алмаған Сәлиә Шәрифйән ҡыҙы ғына һаман да эреле-ваҡлы мәсьәләләрҙе сисеү өҫтөндә.
- Фәриға апай, иҫәнмеһегеҙ? Һеҙҙе ветерандар госпиталенә һалыу хаҡында һөйләшкәйнек, хәтерегеҙҙәме?
- Олег Иванович, хәйерле көн! Медик-эксперт комиссияһын үтеү өсөн бөтә документтарығыҙҙы ла әҙерләп бөттөгөҙмө? Ҡаршылыҡтар юҡмы?
- Анжела, "Йәштәргә - сәләмәтлек" проектына арналған түңәрәк өҫтәлде оҙаҡҡа һуҙмай үткәрергә кәрәк. Вуз, поликлиника етәкселәре исеменә хат әҙерләй тороғоҙ. Иртәгә тәғәйенләнгән халыҡты ҡабул итеүгә нисә кеше яҙылды икән, ниндәй мәсьәләләр буйынса?
Ике сәғәттән ашыу Дәүләт Думаһы депутатының хеҙмәт лабораторияһы менән таныша-таныша, һәр телефон шылтырауының, һәр үтенестең "тарихын" төпсөнәбеҙ. Күпме кеше яҙмышы, һөйөнөс-көйөнөстәр үтә бер йөрәк аша! Нисек барыһының да исем-шәрифен хәтерҙә тотмаҡ, һорауҙарын ваҡытында хәл итеп, ҡәнәғәтләнерлек яуап бирмәк кәрәк?
- Хәҙерге технологиялар ярҙамға килә, - тип, Сәлиә Шәрифйән ҡыҙы алдындағы ноутбукка ымланы. - Өйгә ҡайтып етмәҫтән, юлда уҡ күп кенә ойоштороу мәсьәләләрен хәл итергә, ваҡытты тәләфләмәҫкә күнеккәнмен. Бөтә мәғлүмәт ошо кескәй генә кеҫә телефонында инде…
Уның шулай өҙлөкһөҙ "эш өҫтөндә булыуы" өйҙәгеләрҙең һарыуын ҡайната торғандыр, моғайын. Хәйер, хәләл ефетенең ғүмер буйы яуаплы вазифаларҙа, көнө-төнө тигәндәй командировкаларҙа, йыйылыштарҙа "юғалып" тороуына ғәҙәтләнгән Хәсән Хәмзә улының йылдар буйына һыналған сабырлығын бындай "ваҡ-төйәктәр" генә һындыра алмайҙыр. "Бөгөн моңһоу ғына ҡапҡа төбөндә оҙатып ҡалғайны. Яманһыулағандай… Олоғайған һайын бер-береңдең ҡәҙерен нығыраҡ белә башлайһың булһа кәрәк", - тип ҡуйҙы Сәлиә Шәрифйән ҡыҙы тормош иптәше хаҡында һүҙ сыҡҡас. "Тыл"дың ныҡлығы ҡатын-ҡыҙ, айырыуса яуаплы вазифа йөкмәгән аҫыл зат өсөн икеләтә бәхеттер. Үҙеңде ярты һүҙҙән аңлаған, икеләнгәндә кәңәш иткән кешең булыуы тау-таш аҡтарырға ла көс-ҡеүәт бирә торғандыр.
Һайлаусылары уны үтә ябай, баҫалҡы, һәр саҡ ярҙамға әҙер торған шәхес итеп белә. Ә бына депутаттарының тәүәккәл, кәрәк саҡта тураһын ярып, үҙ фекерен яҡлай алған, ныҡыш, ҡайһы саҡта хатта үҙ һүҙле була белеүен күптәр күҙ алдына ла килтермәйҙер. Кеше мәнфәғәтен яҡлар, республика тормошона сағыу бит өҫтәрлек етәксе, сәйәсмән булыр өсөн бындай сифаттар ҙа бик кәрәк. Ул сифаттар уға тап һайлаусылары ихтыяжын хәл итергә ярҙам итә лә инде. Ә депутатҡа ҡабул итеүгә яҙылыусылар исемлеге һәр ваҡытта ла һыу буйындай оҙон, ә ҡуҙғатылған мәсьәләләр үтә ҡырҡыу, йыш ҡына өҫтәмә тикшереүҙе, асыҡлау, төрлө кимәлдәге етәкселәр менән кәңәшләшеүҙе, фекер уртаҡлашыуҙы талап итә.
Дәүләт Думаһы комитетында "Рәсәй Федерацияһында балалар сәләмәтлеген һаҡлау тураһында" һәм "Рәсәй Федерацияһы халҡының репродуктив сәләмәтлеген һаҡлау тураһында" федераль закондар проекттарын эшләү буйынса ике эшсе төркөмдөң етәксеһе булыу, илдең танылған, күренекле белгестәре, ғалимдары, ректорҙары ингән абруйлы төркөмгә етәкселек итеү, һис һүҙһеҙ, сәйәсмән тормошона өр-яңы сағыу бит өҫтәне. Әлбиттә, бындай оло ышанысты яулау өсөн ҙур тырышлыҡ кәрәк. Медицина "аҡһаҡал"дары менән кәңәшләшеп эшләү оҙаҡ йылдарға етерлек оҫталыҡ тәжрибәһенән тыш, ҡыйыу уй һәм тәҡдимдәрҙе тормошҡа ашырыу өсөн өр-яңы мөмкинлектәр "ҡапҡа"һы ла. Эйе, башҡорт ҡыҙының эшмәкәрлеге Дәүләт Думаһы кабинеты сиктәренән күптән сығып, Европа парламент форумына саҡлым барып етте. Ошондай мәртәбәле йыйындарҙа ҡатнашыу, уның башҡарма комитетына ағза булып инеү, Италия, Эфиопия, Швеция илдәрендәге конференцияларҙа ҡатнашыу һис тә уның иғтибарын тыуған республика мәнфәғәттәренән, һайлаусылар алдындағы бурыстарҙан ситкә йүнәлтмәй.
Көсөргәнешле осорҙа, ил, тел яҙмышы хәл ителгән мәлдә, халыҡ һәр саҡ үҙенең шәхестәренә, алдынғы ҡарашлы зыялыларына таянған. Сәлиә Шәрифйән ҡыҙы ла халҡын үҙенең таянысынан яҙҙырмай. Депутат вазифаһында күп кешенең мәрхәмәтлек ярҙамына мохтаж булыуын күрә йөрөргә тура килә уға. "Мираҫ" фондын барлыҡҡа килтереүе лә тап ошоға бәйле. Ошо фонды ярҙамында ул бөгөн дәүләт тарафынан бағылмаған проекттар өҫтөндә лә әүҙем эшләй. Мәҫәлән, 2015 йылда Башҡортостан юлдаш телевидениеһы хеҙмәткәрҙәре Румынияға барып, 19 ғына йәшендә Румыния ерендә вафат булған Советтар Союзы Геройы Хәсән Әхтәмовҡа арналған "Алмағас төҫө" фильмын төшөрөп ҡайтты. Юл хаҡын ҡаплауҙы "Мираҫ" тулыһынса үҙ өҫтөнә алды. Телевидение менән киләһе проекты - "Мин башҡорт телен өйрәнәм" тапшырыуы ла тамашасылар араһында киң популярлыҡ яуланы.
Һәм тағы. Сәлиә Шәрифйән ҡыҙы 2012 йылда Урал аръяғы райондарында балалар һәм үҫмерҙәр араһында шашка спорт төрөн популярлаштырыу буйынса проект булдырыуға өлгәште. 3 йыл эсендә бик күп спорт саралары, "түңәрәк өҫтәлдәр" үткәрелде, байтаҡ райондарҙа шашка буйынса секциялар үҙ эшен башланы, методик ҡулланмалар баҫып сығарылды. Депутат шулай уҡ Мәскәү һәм Санкт-Петербург ҡалаларындағы Башҡортостан студенттары һәм аспиранттары төбәк-ара ассоциацияһы менән тығыҙ бәйләнештә эшләй. Башҡорт йәштәре өсөн даими рәүештә Дәүләт Думаһында экскурсиялар, илебеҙҙең билдәле шәхестәре менән осрашыуҙар үткәрә, баш ҡаланың тарихи-мәҙәни урындарына, театрҙарына йөрөүҙе ойоштора. Тағы бер маҡтауға лайыҡ эше: Сәлиә Шәрифйән ҡыҙы Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы ҡарамағындағы "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы эшмәкәрлегендә лә әүҙем ҡатнаша.
Депутатҡа халыҡты нужа йөрөтә. Әммә ул да бит әкиәттәге тылсым эйәһе түгел, йылдар буйына хәл итеү өсөн ҡыл да ҡыбырлатылмаған мәсьәләләрҙең айышына төшөнөү, төйөндәрҙе сисеү өсөн ваҡыт кәрәк. Шулай ҙа һәр ҡағиҙәнең дә иҫкәрмәһе булғандай, ҡабул итеүҙәрҙә лә һөйөнөслө мәлдәр булып тора. Мәләүез районындағы осрашыуҙарҙың береһендә күҙҙең яуын алып торған гөлләмә тотоп килеп ингән ханымдың бер төркөм ата-әсәләр исеменән депутатҡа ул һәм ҡыҙҙарын Мәскәү, Санкт-Петербург, Силәбе һәм башҡа ҡала вуздарына уҡырға урынлаштырыуҙа һәм профессиональ йүнәлеш биреүҙәге ярҙамы өсөн ихлас рәхмәт һүҙен еткергәне хәтерҙә. Ысынлап та, бына бер нисә йыл инде депутаттың юллауы буйынса республика абитуриенттары өсөн Мәскәү, Санкт-Петербург, Ырымбур, Пермь, Силәбе, Ижевскиҙың медицина вуздарына квоталар бирелә. Йәш белгестәрҙе эшкә урынлаштырыуҙа, фатир менән тәьмин итеүҙә ярҙам ҡулы һуҙыу, һис һүҙһеҙ, эҙһеҙ ҡалмаясаҡ. Маҡсатлы ҡабул итеү һөҙөмтәһендә үҙ яғына эшкә ҡайтҡан йәштәр бөгөн медицина ярҙамына зар-интизар булып йәшәгән ауыл халҡын күп мәшәҡәттәрҙән, юл йөрөү аҙаптарынан, сират көтөүҙәрҙән арындырыр, табип һөнәренең абруйын күтәрер, тип иҫәпләй депутат.

Динә АРЫҪЛАНОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 15.02.16 | Ҡаралған: 1210

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru