«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҺАМАН ЯРАТЫП ҠАРАЙБЫҘ
+  - 

"Салауат Юлаев" фильмы төшөрөлөүҙең 75 йыллығына ҡарата

СССР кинематографында 30-сы йылдарҙа төрлө тарихи, милли геройҙарға айырым иғтибар бүленә башлай һәм бер нисә фильм экранлаштырыла. 1941 йылда билдәле режиссер Яков Протазановтың Степан Злобин сценарийы буйынса төшөрөлгән "Салауат Юлаев" кинофильмы киң экрандарға сыға.

Салауат Юлаев тураһында фильм төшөрөү идеяһы ла 30-сы йылдарҙа барлыҡҡа килә. 1937 йылда Башҡортостанда үткән партия Өлкә комитетының октябрь пленумындағы (тарихта уны "ҡанлы пленум" тип йөрөтәләр, сөнки ошо саранан һуң бик күп башҡорт интеллигенцияһы вәкилдәре ҡулға алына һәм юҡ ителә) сығышында Жданов: "Күптән түгел булған үткәндәрҙе халыҡ хәтеренән юйыу өсөн рус һәм башҡорт халҡын берләштергән милли герой табырға кәрәк, мәҫәлән, Салауат Юлаев", - тигән фекер әйтә. Башҡортостан Өлкә комитетының 1938 йылдың 10 июлендәге ултырышында: "БАССР-ҙың Халыҡ Комиссарҙары советының 1938 йылдың 3 майындағы "Салауат" тарихи драмаһын төшөрөү буйынса хөкүмәт комиссияһы булдырыу тураһындағы ҡарарын раҫларға", тиелә. Был комиссия составына Усманов, Бикбаев, Гужвенко, Ғәлимов Сәләм һәм Кузыев индерелә. Тарихи фильмды төшөрөү БАССР ойошторолоуҙың 20 йыллығын билдәләү осорона, йәғни 1939 йылға тамамланырға тейеш була.
Фильмдың сценарийын Степан Злобин ҡатыны Галина Спевак менән бергә яҙа. Сценарий тарихсы Әбүбәкер Усманов менән яҙыусы Баязит Бикбаевҡа уҡырға бирелә һәм улар 1939 йылдың сентябрендә үҙ фекерҙәрен яҙып тапшыра. Тап Ә. Усмановтың сценарийҙың ҡайһы бер өлөштәре менән риза булмауы "Салауат Юлаев" фильмын экранға сығарыуҙы 1941 йылға тиклем тотҡарлай ҙа инде. Салауаттың төбәккә килгән заводсыларҙың йәберләүен татыған эшсе итеп күрһәтелеүе дөрөҫлөккә тап килмәй, тиҙәр Ә. Усманов менән Б. Бикбаев. Шулай уҡ Салауаттың ҡатыны Әминәне фильмда ирен ҡулға алыуға булышлыҡ итеүсе һатлыҡ йән итеп күрһәтеүгә лә ҡаршы фекерҙәрен белдерәләр. Башҡа геройҙарҙың образдарын да (Е. Пугачев, Юлай Аҙналин) ысынбарлыҡҡа тура килтереү кәрәклеген, башҡорт һүҙҙәрен мәғәнәле һәм урынлы ҡулланыуҙы талап иткән теләктәр ҙә әйтелә.
Фильмдың директоры М. Леонов Халыҡ Комиссарҙары советына һәм Өлкә комитетҡа 1940 йылдың 26 майында "записка" яҙа. Июль айының тәүге яртыһында төшөрөләсәк өлөштәргә күпләп халыҡ һәм аттар йәлеп итеүҙе ойошторорға ярҙам һорай ул. Ике көн - 400, өс көн 250 һыбайлы кәрәк буласағын билдәләй. Уның был хатын иҫәпкә алып, Өлкә комитеттан һәм Халыҡ Комиссарҙары советынан Свердловск ҡалаһындағы төбәк хәрби советына телеграмма ебәрелә. Унда "Салауат фильмын төшөрөүгә Әлкәлә урынлашҡан хәрби частың ярҙамы талап ителә. Июль башында билдәләнгән көндәрҙә 500 һыбайлы һәм 500 йәйәүле кәрәк буласаҡ. Урындағы етәкселеккә күрһәтмә биреүегеҙҙе һорайбыҙ", - тип хәбәр ителә.
1940 йылдың йәйендә киноны төшөрә башлайҙар. Быға ҡағылышлы документтар Милли архивтың Өлкә комитеты фондында тышына "Докладные записки, обзоры, отчеты о состоянии политпросветработы в республике, переписка с Управлением кинофикации СНК БАССР" тип яҙылған 1940 йылғы папкала һаҡланған. Өлкә комитеттың пропаганда һәм агитация буйынса сәркәтибе Кузыев 7 июндә Маҡар (хәҙерге Ишембай) район комитеты сәркәтибе Әхмәтовҡа районға барасаҡ кино төшөрөүселәр бригадаһына ярҙам итеүҙе һорап, телеграмма һуға. Унда ул транспорт, аттар һәм йәшәү урыны менән тәьмин итергә күрһәтмә бирә, кәрәк булһа, ауыл халҡын йәлеп итеүҙе ойошторорға булышлыҡ күрһәтегеҙ, тип тә өҫтәй. Шулай итеп, тарихи кинофильмдың күмәк кеше ҡатнашҡан өлөштәрен Маҡар районында төшөрөргә ҡарар ителә.
Фильмдағы төп ролдәргә Башҡорт дәүләт академия драма театры артистары Мөбәрәков, Минһажев, Зөбәйеров, Һыртланов һәм башҡалар алына. Шулай уҡ БашТАСС, Мәскәүҙән киноартистар Крючков, Болдуман, Блинников, Вахтангов исемендәге театр артистары Никитина һәм Федотова, Пыжова килеүе көтөлә, тип еткерә. Хәбәрнамәһен БашТАСС: "Салауат Юлаев" - тәүге башҡорт фильмы. Шуға күрә фильмды уңышлы төшөрөүгә булышлыҡ итеү бар республика халҡының намыҫында", - тип яҙа. Артабан, документтарҙан күренеүенсә, Башҡортостанда планлаштырылған эштәр тамамланып, фильм монтажланғас, актерҙар бер нисә айҙан Мәскәүгә барып, тауыштарын яҙҙыра.
1941 йылда экранға сыҡҡан фильм Башҡортостанда ғына түгел, ил кимәлендә ҙур уңышҡа өлгәшә. Салауат Юлаев ролен тап Арыҫлан Мөбәрәков башҡарыуы, яҙыусы Степан Злобиндың Салауат Юлаев образына ҡарата булған мөнәсәбәте, йөрәге аша үткәрелгән сикһеҙ һоҡланыуы (ул күп йылдар С. Юлаевтың тормошон, ижадын өйрәнә, башҡорт телен үҙләштерә), режиссер Яков Протазановтың баһалап бөткөһөҙ хеҙмәте был фильмдың уңышын тәьмин итә лә инде.

Зилә НИҒМӘТУЛЛИНА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 15.02.16 | Ҡаралған: 1137

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru