«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Кешене кеше иткән хеҙмәттең баһалары самалы булып китте түгелме бөгөн, нисек уйлайһығыҙ? Был һеҙҙең ғаиләлә йә туғандарығыҙ араһында сағылыш табамы?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЙӨРӘГЕНДӘ ҠОЯШ ЙӨРӨТӨҮСЕ
+  - 

Рәшит Шәкүр Милләтебеҙҙең күренекле улы Рәшит Закир улы Шәкүревтың исем-дәрәжәләрен һанай башлаһаң, бик оҙонға һуҙылыр ине. Шуға күрә уларҙың ҡайһы берҙәрен әйтеп үтеү менән генә сикләнәйек: шағир, топонимика белгесе, Салауат Юлаев ордены кавалеры, филология фәндәре докторы, БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре... Яҙыусы Рәшит Солтангәрәев үҙенең бер мәҡәләһендә: "Рәшит Шәкүрҙең рәсми вазифаһы - "Башҡорт энциклопедияһы", - тигәйне. Эйе, күп һанлы әҙәби-мәҙәни-ғилми-энциклопедик китаптар сығарған Рәшит Шәкүрҙең рәсми булмаған, тик халыҡ телендә генә йөрөгән башҡа исемдәре лә бар. Улар, һәр хәлдә, исем үк булмаһа ла, айырым һүҙбәйләнештәр, хатта ниндәйҙер сетерекле һәм ҡыҙыҡлы ваҡиғаларға бәйле лаҡаптар рәүешендә лә йөрөй. Бына улары инде күптәргә таныш та түгелдер. Икенсенән, беҙ хөрмәтле замандашыбыҙҙың дөйөм күҙгә күренмәгән ана шул яҡтары аша шәхесенең тағы ла байтаҡ күркәм яҡтарын аса алабыҙ. Тик шул йүнәлештә уның хаҡында һүҙ алып барайыҡ. Уларҙы уҡыусы оло шәхес хаҡындағы дөйөм ҙур һүҙҙең айырым штрихтары итеп кенә ҡабул итһен. Бәйәнемдә Рәшит Шәкүр хаҡында "Ағиҙел" журналында төрлө йылдарҙа баҫылған мәҡәләләрҙән өҙөктәр файҙаландым.

Ул алдаша белмәй

1971 йылдың йәйге бер көнөндә Мәскәүҙә төрлө юғары уҡыу йорттарында, аспирантураларҙа уҡыған башҡорт йәштәре үҙҙәре белем алған башҡа йәштәр менән бергә илебеҙҙең баш ҡалаһынан алыҫ түгел урынына, Десна йылғаһы буйына ял итергә сыға. Йәштәр йылға буйында футбол һәм башҡа уйындар менән мәж килеп, төндә усаҡ янында күңел асып, иртәгеһенә тағы ла көнө буйына ял итеп, кискә генә ҡайтырға сыға. Уларға автобус туҡталышына тиклем урман аша 4-5 саҡрым ара үтергә тура килә. Йәштәр юлдың уртаһына еткәс, мажараға осрай. Баҡтиһәң, егеттәр менән бергә ҡайтып килгән ҡыҙҙар араһында иң сибәре булған Светлана самоволкаға сығып, бер аҙ төшөрөп алған ефрейтор һәм бер һалдат менән әңгәмә ҡороп ебәргән икән. Әңгәмәһе әңгәмә, кем менән кем һөйләшмәй, һалдаттар бер заман Светлананы һәм уның әхирәтен шарылдатып урман эсенә табан һөйрәкләй башламаһындармы.
Әрмелә сержант булып хеҙмәт итеүсе егеттәрҙең береһе ситуацияны аңлап, һалдаттарҙы бойороҡло тауышы менән урынына ҡуя һәм ҡыҙҙарҙы етәкләп, артабан автобусҡа табан атлайҙар. Әммә ҡулдарынан ҡыҙҙарҙы тартып алып киткәндән һуң "һемәйеп ҡалған" теге ике һалдат, башҡа хеҙмәттәштәрен эйәртеп, 20-25 һалдат студенттарҙы уратып ала. Шул саҡ егеттәр ҡойманан таҡталар һурып алып, һуғышырға әҙерләнә. Һалдаттар иң тәүҙә теге сержант егетте уратып алып, береһе һалдат ҡайышы менән һелтәнеп битен ҡаната. Артабанғы ваҡиғалар шулай дауам итә:
"... Шәкүр алпамыша кеүек ғәйрәтләнеп, йүгерекләп йөрөп, үҙенән бәләкәйерәк һалдаттарҙы йыға һуға ла, ара-тирә көслө тауышы менән: "На помощь! На помощь!"- тип һөрәнләй. Тәбәнәгерәк, әммә етеҙ кәүҙәле Рафаэль Ағишев, ҡулына күҫәк тотоп, яҡынлаған һалдаттарҙы төрткөләп-киҙәнеп ҡыуа. Рәфис тә, юғары бокс техникаһын ҡулланып, һөжүм итеүселәрҙе кире ҡағып йөрөй. Һуғышырға ынтылған, әммә күҙлеге осоп китеп, шуны эҙләп ваҡыт уҙғарҙан Фәүҡәт Ҡыҙрасов менән Миҙхәт Мәмбәтов ҡыҙҙарҙы бер урынға йыйнап, ҡарауыллап йөрөй. Урал Ураҡсин, дипломат булараҡ, һалдаттар менән һөйләшеп килешергә тырыша...
Битемдәге яраны һөртә-һөртә, ғәфү үтенеп, Светлана башын минең күкрәккә һалды ла, илап ебәрҙе. Автобустағы халыҡты ла, беҙҙе лә хайран ҡалдырып, Фәйзрахман Ярышев иҫ китмәле тауыш менән яңғыратып йырлап ебәрҙе... Рәшит Шәкүр уйсан тауыш менән миңә өндәште: "Хәлил, һиңә рәхмәт! Һин булмаһаң, хурлыҡҡа ҡала инек..." Форсаты булһа, ул миңә орден уҡ булмаһа ла, берәй миҙал биреп ҡуйыр ине. Ышанмаһағыҙ, Шәкүрҙең үҙенән һорағыҙ, ул алдаша белмәй..." Иҡтисад фәндәре докторы, философия фәндәре докторы, Рәсәй Фәндәр академияһының философия институтында эшләүсе Хәлил Барлыбаевтың "Яҙмыш - һикәлтәле юл" ("Ағиҙел", 2013, 6-сы һан) тигән яҙмаларынан алынды был мажаралы ваҡиға. Ул саҡта, 1969-1972 йылдарҙа, Рәшит Шәкүр СССР Фәндәр Академияһында аспирантурала уҡый. "Алпамыша кеүек ғәйрәтләнеп" тәртипһеҙ һалдаттарҙы егеттәр ысулы менән тәртипкә ултыртып йөрөүсе Рәшит Шәкүрҙе күҙ алдына килтерһәң, рәхәтләнеп көлгө килә. Ә бит ул шунсама һалдаттар уратыуында уға ла, башҡа егет-ҡыҙҙарға ла көлкө булмағандыр. Бында тормошҡа гуманистик ҡарашлы Рәшит ағайҙың ярҙам һорап ҡысҡырыуын шулай ғына аңларға булалыр: ул был мәғәнәһеҙ ҡабырға һанашыуҙы тиҙерәк туҡтатырлыҡ көстәрҙе ярҙамға саҡырған.
Хәлил Әбүбәкер улы Рәшит Шәкүрҙе "алдаша белмәй" тигән. Әммә "алдаша белмәй" тигәнде логика буйынса "хәҡиҡәткә тоғро" тип әйтергә лә була бит әле. Ул сағында барыһы ла үҙ урынына ултыра. Яйы сыҡҡанда Рәшит ағайҙан был хаҡта һорашҡас, ул шулайыраҡ яуап бирҙе: "Принципиаль, етди мәсьәләләр хаҡында һүҙ барғанда, алдашмайым, үҙемә һәм башҡаларға нисек кенә ҡыйын булһа ла, хәҡиҡәтте әйтергә тура килә. Ә мәрәкә һүҙ һөйләшеп көлөшкәндә, кеше күңелен уйлап, алдаштырғылап та ебәрәһең инде ул... "

Энә күҙәүенә ҡарап...

Үткән быуаттың һикһәненсе йылдар аҙағында Рәшит Шәкүр хаҡында: "Энә күҙәүенә ҡарап, сәғәттәр буйына телмәр һөйләй ала", - тигән һүҙ йөрөнө. Уның бындай һәләте, иң беренсе нәүбәттә, киң эрудициялы, энциклопедик белемгә эйә булыуы хаҡында һөйләй. Беҙ ғалимдың һәм шағирҙың бындай ҡыҙыҡлы сығыштарын баш ҡалабыҙҙың Нефтселәр мәҙәниәт һарайындағы "Аҡ тирмә" клубында тыңлай торғайныҡ. Тап шул йылдарҙа (1989-1991) Рәшит Шәкүр "Урал" башҡорт халыҡ үҙәген етәкләне. Сығыштары оҙон-оҙаҡҡа һуҙылып китһә лә, тәрән йөкмәткеле, фәһемле, йөрәктәрҙе тетрәтерлек булды.
Икенсенән, Нефтселәр мәҙәниәт һарайы кеүек меңдән ашыу кеше һыймалы залға йыйылып, башҡорттар ХХ быуаттың ҡайһы йылында һуңғы тапҡыр үҙ телендә аралаша алды икән? Тик үҙ телеңдә ҙур залға йыйылған халыҡ алдында әйтә торған һүҙҙәр күңелдәргә тулып ташҡайны, тамаҡ төптәренә һыҡығайны, күбеһе көйөк, юшҡын булып бәғерҙәргә ултырғайны, йөрәктәрҙе ярғайны. Тап шундай мәлдә, һикһәненсе йылдар аҙағында, туҡһанынсы йылдар башында, заман бик күп аҫыл заттарыбыҙ менән бер рәттән Рәшит Шәкүрҙе лә һайланы һәм халыҡ алдына, майҙанға сығарҙы. Әлбиттә, бындай "халыҡ йыйынына" хоҡуҡты беҙгә үҙгәрештәр заманы алып килде. Әммә ундай үҙгәрештәр ҙә бит юҡтан ғына бар булманы, әйтергә кәрәк, уларҙың тәүге яралғылары 60-сы йылдарҙа уҡ башланғайны. Нәҡ шул 60-сы йылдарҙа Рәшит Шәкүр Башҡорт дәүләт университетының "Шоңҡар" әҙәби түңәрәге етәксеһе булараҡ, башҡортса шиғыр кисәһе үткәреү өсөн деканат, ректорат алдында хоҡуҡ даулап йөрөүселәрҙең береһе була. Беҙ бында утыҙ йыл эсендә шәхестең үҫешеп етеү динамикаһын күрәбеҙ. Мин бында Рәшит Шәкүр "Шоңҡар" әҙәби ижад түңәрәгенә туған телебеҙҙә кисә үткәреү хоҡуғын яулаған, "Урал" башҡорт халыҡ үҙәген ойоштороп, халыҡты йыйған, тип әйтмәйем. Ике осраҡта ла ул ойоштороусыларҙың береһе генә булған, әммә юлбашсы вазифаһын башҡарған.
Рәшит Шәкүрҙең "энә күҙәүенә ҡарап, сәғәттәр буйына телмәр һөйләй алыуы" юғарыла килтергән дәлилдәрҙән тыш, булмышындағы бер сифатына ла бәйлелер. Мәҫәлән, шул уҡ Рәшит Солтангәрәев, тик үҙенә хас кинәйәһе менән уны "һуҙмаҡайлау, ауыр ҡуҙғалыу" тип атаған: "...Ә һуҙмаҡайлау, ауыр ҡуҙғалыу тигәндән, бында дөрөҫлөк тә барҙыр. Берҙән, был булмыштан килһә, икенсенән, эшкә яуаплы, талапсан ҡарауҙандыр. Шәкүр һәр һүҙгә шул тиклем иғтибарлы, яуаплы ҡарай. Беҙ, редакция хеҙмәткәрҙәре, уның был сифатына һоҡлана ла, унан өйрәнә лә, йән дә көйөп ҡуя торғайны. Ниҙер яҙғанда тейешле һүҙен табып урынына ҡуймайынса, ары китмәҫ. Әйтерһең, ошо һүҙ урынына ҡуйылмаһа, ерҙең әйләнеше туҡтай, аҫты-өҫкә килә. Шағир, ғалим шуны һеңдергән: ташҡа баҫылған һүҙ мәңгегә ҡала. Уны дәүерҙең теләһә ҡайһы ваҡытында эҙләп табып, шуны файҙаланып була икәнен аңлай ине. Был да тарих алдындағы яуаплылыҡтан килә..." ("Ағиҙел", "Дала рухы йәшәй ҡалала", 1997, 1-се һан).
"Энә күҙәүенә ҡарау" - ул үҙ эшеңә, ул ниндәй генә эш булмаһын, тәфсирле, етди мөнәсәбәтте, айырыуса иғтибарҙы талап итә торған сифат. Ул, әлбиттә, нәҡ тел ғилеме, топонимика менән шөғөлләнгән кеше өсөн кәрәкле сифат. Шағир һәм ғалим Рәшит Шәкүрҙең энә күҙәүе аша үт-кәргән хеҙмәттәренең бер нисәһе:
- балалар һәм өлкәндәр өсөн тиҫтәләгән шиғыр, йыр китаптары;
- уның редакцияһында "Башҡортостан. Ҡыҫҡаса энциклопедия";
- ул алты томлыҡ "Башҡорт әҙәбиәте тарихы" авторҙарының береһе;
- уның туранан-тура ҡатнашлығында сығарылған республиканың топонимик һүҙлеге;
- бөйөк башҡорт шағиры һәм мәғрифәтсеһе Аҡмулла тураһында монографиялары;
- тыуған яҡ тарихына, топонимияға бәйле күп һанлы публицистик китаптары, һүҙлектәре;
- милләтебеҙҙең арҙаҡлы шәхестәре, күренекле улдары хаҡында китаптар, сығыштар, мәҡәләләр һ.б.

Ҡая кеүек торорға...

1812 йылғы Ватан һуғышы башланыуға 200 йыл тулыуға арналған байрам саралары Мәскәүҙә үтте. 2012 йылдың йәйендә беҙ, бер төркөм башҡорт яҙыусылары, илебеҙҙең баш ҡалаһына барып, Рәсәй Яҙыусылар союзы идараһында үткән сарала ҡатнаштыҡ. Переделкино ижад йортонда йәшәнек. Рәшит ағай Шәкүр менән мин бер бүлмәгә эләктек. Мин шунда үҙемә шундай һығымта яһаным: ысын мәғәнәһендәге интеллигент кеше йәмәғәтселек урынында ла, сәй эскәндә лә, йоҡларға ятҡан бүлмәһендә лә - бар урында ла интеллигент булып ҡала икән. Әлбиттә, Рәшит ағай кеүек намыҫлы кешегә үҙе хаҡындағы маҡтау һүҙҙәрен ишетеүе еңел түгел: әммә беҙ бер-беребеҙгә тере сағыбыҙҙа матур һүҙҙәребеҙҙе әйтеп ҡалырға тейешбеҙҙер. Ундай шәхестәребеҙҙең тере сағында ҡәҙерҙәрен белер өсөн...
Шул тиклем теүәл, ғәжәйеп бөхтә кеше Рәшит ағай. Ул үҙен уратып алған кешеләрҙе генә түгел, үҙ-үҙен дә, хатта йоҡлар йоҡоһон да ихтирам итә, көн һайын теүәл бер ваҡытта, сәғәтендә-минутында йоҡларға ята һәм йоҡлап та китә. Бер үк ваҡытта йоҡоһонан уяна. Бер бүлмәлә йоҡлаған өс көн һәм өс төн эсендә уның яғынан миңә ҡамасаулаған, уны һәм мине уңайһыҙ хәлдә тойорға мәжбүр иткән бер тауыш та, ишара ла, хатта ым да булманы. Рәшит ағайҙың тағы бер һоҡланғыс сифаты: ул түҙеп торғоһоҙ ауыр хәлдәрҙә лә, ҡатмарлы ситуацияларҙа ла күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәй, башҡаларға ла ыңғай йоғонто яһарлыҡ ҡөҙрәткә эйә. Бер һүҙ менән әйткәндә - оптимист. Әлбиттә, оптимизмды мәғлүмәт етмәүгә тиңләгән логистар ҙа бар. Улар "ас тамағым, тыныс ҡолағым" тигән принцип буйынса йәшәй. Ә Рәшит ағайҙың оптимизмы, минеңсә, киреһенсә, күп мәғлүмәткә эйә булыуҙан килә торғандыр. Әхмәтзәки Вәлидиҙең "Башҡорт халҡына хушлашыу хаты"нда шундай юлдар бар: "Мин үҙем, боронғоларҙы белгәнлектән, уңышһыҙлыҡҡа осраған сәғәттәрҙә һис бер ваҡыт күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәнем..." Быларҙан шундай һығымта яһарға мөмкиндер: халҡының үткәнен, уның тарихи ҡаһарманлығын яҡшы белгән кеше пессимист була алмай.
Мәскәү янындағы экстремаль ситуацияла ҡаушап ҡалмаған Рәшит ағайҙың артабанғы тормошонда ла хатта йәш саҡтағынан да ауырыраҡ хәлдәрҙә тороп ҡалғаны хаҡында беләбеҙ. Шуныһы, һәр осраҡта ла уны хәҡиҡәткә һәм үҙ принциптарына тоғролоғо ҡотҡарып ҡалған. Рәшит Солтангәрәевтың юғарыла телгә алынған мәҡәләһенән тағы бер өҙөктө килтерәйек: "...Баҫылды мөһөрҙәре, иң элек Рәшит Шәкүргә баҫылды. Шуның арҡаһында уға байтаҡ ыҙалар сигергә, ун йылдан ашыу китабын сығара алмай йөрөргә тура килде. Хатта бер ваҡыт уның эше партия өлкә комитетының бюроһына тиклем барып етте. Бюроның ни икәнен өлкән быуын кешеләре яҡшы белә: йә күтәрәләр, йә бөтөрәләр. Бына Рәшит Шәкүрҙе лә килтереп баҫтыралар ошо бүлмәгә. Республиканың ул саҡтағы етәксеһе З. Нуриев егетте бөтөнләй бөтөрөргә түгел, ә ҡурҡытып, рухын баҫып ҡына ҡайтарырға уйлағандыр. Хаким ҡурҡыныс тауыш менән: "Ты что, Шакуров, анархист что ли?" - тип екерә. Йығыл да кит. Әммә егет йығылмай, тыныс һәм ҡаты итеп: "Нет, Зыя Нуриевич, я - коммунист", - тип яуаплай һәм хакимды бер аҙға телһеҙ ҡалдыра. "Әрепләшеп торорға нисек ҡурҡманың?" - тип һораныҡ беҙ аҙаҡ. "Ундай ваҡытта ҡая кеүек торорға кәрәк. Шунда ғына еңеп сығып була", - тине иптәшебеҙ..."

Вәлидиҙәргә хас йылмайыу...

Рәшит Шәкүр үҙе хыялланған идеаль донъяның тарихта тороп ҡалыуы тураһында белдергәйне. Донъяның бөйөк аҡыл эйәһе Лев Толстой күргән Кәрәлек буйындағы Геродотлыҡ аңҡыған башҡорттарҙың йәшәгән заманы, шул заманда йәшәгән халыҡтың хөр рухы, тормошҡа һәм тәбиғәткә мөнәсәбәте - хыялланған донъяһы бына шулар. Лев Толстойҙың биографияһынан, бигерәк тә уның "Тәүбәгә килеү" ("Исповедь") тигән автобиографик яҙмаларынан күренеүенсә, йәш ваҡытында урыҫ армияһында хеҙмәт иткән, башҡа офицерҙар ни эшләһә, шуны эшләгән, хәмер һемергән, кешеләр үлтергән, ҡатын-ҡыҙҙы көсләгән әҙип ғүмеренең бер осоронда ҡылғандары өсөн выждан ғазабы кисерә, сиркәүҙән һәм барлыҡ яҙмаларынан баш тартып, хатта үҙ-үҙенә ҡул һалыр сиккә барып еткәндә буласаҡ ҡайныһы уға башҡорттар араһына барырға кәңәш итә. Әйтергә кәрәк, тап башҡорттар араһында булғанда Толстой кире тормошҡа ҡайта, йәшәүенең мәғәнәһе, маҡсаты барлыҡҡа килә һәм дуҫы, шағир Фетҡа яҙған хатында "башҡорттарҙан Геродотлыҡ аңҡыуы" хаҡында әйтә. Күп йәһәттән урыҫ әҙәбиәте, урыҫ ҡына ла түгел, донъя әҙәбиәте, Геродотлыҡ аңҡыған башҡорттарға ла бурыслы. Ни өсөн тигәндә, башҡорттар араһында булғандан һуң йәшәүенең икенсе бер мәғәнәһен ижадта тапҡан бөйөк аҡыл эйәһе Кәрәлек буйынан ҡайтҡас "Һуғыш һәм солох" романын яҙырға ултыра. Ҡасандыр шундай донъяның барлығын белеүе, тойоуы Рәшит ағайҙы, хатта ауыр саҡтарында ла, йылмайып йәшәтәлер. Тарихи ваҡиғалар хаҡында һөйләгәндә һәр ваҡыт ғалим үткәндәребеҙгә ҡарата һоҡланыулы мөнәсәбәтен йәшерә алмай, хатта һыҙланыуға дусар итеүсе сәхифәләрҙе аҡтарғанда ла гуманист булып ҡала белә. Был, моғайын да, үҙ халҡыңдың йәшәү көсөн, рухи потенциалын тәрән белеүҙән, тойоуҙан киләлер. Әҙиптең тарихҡа, донъяға ҡарата һоҡланыулы мөнәсәбәте лә шул тойғоға бәйле.
Рәшит Шәкүрҙең Вәлидиҙәргә хас йылмайыуы ла тап шунан килә. Ул халыҡтың йөрәгендә ҡояш йөрөтөүсе оло бер шәхесе. Юҡҡа ғына Рәшит Шәкүрҙең 1970 йылда баҫылып сыҡҡан тәүге шиғырҙар китабы "Йөрәгемдә - ҡояш" тип аталмағандыр. Хәйер, был китап хаҡында халҡыбыҙ шағиры Рауил Бикбаевтан да шәберәк итеп әйтеп булмайҙыр: "Минеңсә, был исем китаптың йөкмәткеһенә лә, шағир Рәшит Шәкүрҙең тәбиғәтенә, уның рухи донъяһына ла бик тап килә. Ҡайһы берәүҙәр өсөн был хәл - йөрәгендә ҡояш яндырып йәшәү - йәшлек ашҡыныуы ғына булып ҡалырға ла мөмкин. Ләкин Рәшиткә "Йөрәгемдә - ҡояш" тигән кисереш ниндәйҙер яңғырауыҡ һүҙ йәки ваҡытлы тойғо ғына түгел, уның көндәге хәле, ижад менән талпынып йәшәүе" ("Ағиҙел", "Тормош ҡатламдарын аҡтарып" 1987 йыл, 1-се һан).

ӘЙТКӘНДӘЙ...
Яҙыусы Йыһат Солтановтың Рәшит Шәкүрҙең 75 йәшлек юбилейы айҡанлы ҡотлауынан: "...был уҙаман барса тирә-яғына, кешеләрҙең күңеленә сағыу шиғриәт нуры, мәғрифәт нуры, ғилем нуры сәсер өсөн килгәндәй.
Үткән быуаттың алтмышынсы йылдарында уҡ студенттарҙың әҙәби "Шоңҡар" түңәрәгендә иле өсөн, теле өсөн фиҙаҡәрлек өлгөһө булып янды ул. Артабан "Совет Башҡортостаны" гәзитендә башҡортоноң донъяла тиңһеҙ оҙон көйҙәре тарихын балҡытып, һүнеп барған күңелдәрҙе дөрләтте.
Асмандағы бик алыҫтағы емелдәгән аҡ йондоҙобоҙ Аҡмулланы баҙырлатып арабыҙға ҡайтарҙы.
Туҡһанынсы йылдар боларышында инәй - улын, атай ҡыҙын белмәгәндәй ҡыланғанда "Урал" башҡорт үҙәгенә аҡ ҡиблалы юл һуҙып, Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайының нур ҡайсылы кендек инәһе булды.
Милләтебеҙҙең шөңгөр рухи хазиналар сығанағын - "Башҡорт энциклопедияһы"н изге юлға юҫыҡлатып шәмдәлләне. Хаҡлыҡ яҡлап, ғәҙеллек һаҡлап оранлайһы һәр ваҡытта, һәр урында алтындай саф Рәшит Шәкүр һүҙе бизмән табағын балҡышлы баҫып төшә, яҡтылығы күңелдәргә тарала.
Янып-ярһып уҙған көйрәү тормош юлын берәгәй күҙаллаһаҡ, мин уны рухиәт ғаләменең ҡараңғыһын алмас аҡбур осо менән сытырҙатып сыйып барған уҡ-йондоҙға - кометаға оҡшатам.
Серле ғаләм төпкөлөндә туп-тура юл ярыусы уға аҙаш уҡ йондоҙ - Галлей кометаһы бар. Бәғзеләр унан ҡурҡа, ә күбәүҙәр уға һоҡланып ҡарай. Йыһандың был йор есеме тайпылышһыҙ осошоноң нәҡ 75 йыллығында Ер шарына ҡул һуҙым яҡынайып, бәндәләрҙең күҙҙәрен сағылдыртҡыс, хайран ҡалдырғыс сатҡылар сәсеп балҡый. Ошо Галлей һымаҡ уҡ, Рәшит Шәкүр кометаһы ла туҡтауһыҙ-ғорур елә, ул да үҙенең тура юллы сәфәренең 75-легенә етте, йомарт нурҙарын һипте. Уҙаман! Саялығың мәңге-мәңге һүрелмәһен, юҫығың яңылышмаһын! Йәшәһен яҡтылыҡ! Былҡып барһын баҙырауыҡ уҡ-йондоҙ - Рәшит Шәкүр кометаһы!"

РЕДАКЦИЯНАН: Былтыр йыл аҙағында "Республика Башкортостан" гәзите үткәргән "Йыл кешеһе" конкурсының йомғаҡлау сараһында ҡатнашҡанда "Киске Өфө"лә лә шундайыраҡ рубрика булдырыу уйы башыбыҙға килгәйне. Шул уйҙы ғәмәлгә ашырыу маҡсатында баҫмабыҙҙа "Заман башҡорто" тигән рубрика асып, милләтебеҙҙең күптәргә таныш аҫыл ул һәм ҡыҙҙары, уларҙың йәшәйеш һәм хеҙмәт өлгөһө тураһында тағы бер ҡат һөйләргә булдыҡ. Ә йыл аҙағында әйтелә торған йомғаҡлау һүҙе иһә, моғайын, осрашыу-кисә кеүек бер сараға әйләнер, тип уйланыла. "Заман башҡорто" рубрикаһын арҙаҡлы шәхесебеҙ Рәшит Шәкүр тураһында һөйләүҙән башлауыбыҙ аңлашылалыр: башҡорт донъяһындағы һынылыш - асылыбыҙға, туған телебеҙгә, рухи тамырҙарыбыҙға йөҙ бороу тап Рәшит ағайҙан, уның быуынындағы башҡа шәхестәрҙән башлана бит. Шәйләһәгеҙ, был фекер мәҡәләлә ҡыҙыл еп булып һуҙылып килә лә инде. Әйткәндәй, рубриканы Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай алып барасаҡ. Гәзит уҡыусыларға шундай үтенес тә бар: "Заман башҡорто" тип, ошо рубрикала һөйләүгә кемдәр лайыҡ, тип уйлайһығыҙ? Хаттар һәм тәҡдимдәр көтәбеҙ.

Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 15.02.16 | Ҡаралған: 1349

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru