«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАРЫҺЫ ЛА ДӨРӨҪ ЮҪЫҠТА БАРА
+  - 

М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры ижади миҙгелен Мөҙәрис Багаевтың "Аҡса булһа бер муҡса" комедияһы менән асты. Йәмғиәттәге, кешеләр тормошондағы күп етди боролоштар, бәхеттәр һәм бәхетһеҙлектәр сәбәпсеһе булған аҡса темаһы ниндәй заманда ла актуаллеген юғалтмайҙыр, моғайын. Әлеге комедияла ла шул уҡ тема яҡтыртыла. Байлыҡ менән намыҫ бизмәндең ике яғында ятҡанда ҡайһыныһы ауырыраҡ тарта икән? Ошо һәм башҡа мөһим төшөнсәләр хаҡында Мөҙәрис БАГАЕВтың үҙе менән һөйләштек.

Бөгөн сәхнәлә көлкө күп, шулай бит? Эстрадала ла, пьесаларҙа ла, телетапшырыуҙарҙа ла юмор ҙур урын биләй. Һеҙҙеңсә, был нимәнән килә?

- Әлеге көндә республикабыҙ театрҙары сәхнәләрендә тиҫтәгә яҡын әҫәрем ҡуйылып килә. Уларҙың барыһы ла комедия түгел, әлбиттә. Ә инде юморға килгәндә, миңә был өлкәлә эшләү бик оҡшай һәм яҙыуымдың сәбәбе лә - кешеләрҙең күңелен күтәреү. Тормош бит ул былай ҙа еңел түгел, кәйефте ҡыра торған мәлдәр етерлек, шунлыҡтан, тамашасы театрға килеп, рәхәтләнеп көлөп, бер аҙ ғына булһа ла мәшәҡәттәренән онотолоп ултырып ҡайтһын, тип уйлайым. Сәхнәлә юмор электән бар. Тик бығаса улар билдәле классиктарҙыҡы ғына булһа, бөгөн урындарҙа, заман авторҙары барлыҡҡа килде. Был, минеңсә, йәмғиәттең күп нәмәгә юмор аша ҡарарға өйрәнеүенән, сатираны ҡабул итә белә башлауынан, көлкө аша тәнҡитләргә һәм тәрбиәләргә мөмкин икәнен аңлауҙан килә. Беҙ бит комедия ҡарағанда көлөп кенә ултырмайбыҙ, ә сәхнәләге күренештәр аша үҙебеҙҙең етешһеҙлектәрҙе лә таныйбыҙ һәм ниндәйҙер кимәлдә ғәйеп тә тоябыҙ. Был бит үҙенә күрә бер тәрбиә, нескә фәлсәфә.
Үрҙә телгә алынған комедия хаҡында һөйләшкәндә, унда бит аҡса темаһы ғына яҡтыртылмай. Эйе, аҡса темаһы үҙәктә, әммә уның менән ҡуша үрелеп барған башҡа темалар ҙа етерлек. Мәҫәлән, мөхәббәт кенә лә әллә нисә төрҙә. Унда был тойғоноң ғазаплыһы ла, еңел-елпеһе лә, һатлығы ла, сафы ла, бер ҡатлыһы ла, тоғролоҡҡа ҡоролғаны ла урын тапҡан. Беҙ ундағы яҙмыштарға ҡарап, көлөп кенә ултырмайбыҙ, бер үк ваҡытта уларҙың әллә ни төр кисерештәр аша бирелгән эске донъяларын да уҡып барабыҙ. Йәғни, комедияның бик шәп бер өҫтөнлөгө - ул бер генә йүнәлештә бармай, ул бөтә яҡтарҙы ла бер юлы сағылдырып килә ала.
Комедияның уңышлы булыуының тағы ла бер факторы - артистар оҫталығы. Әҫәрҙе ижад иткәндә бер көлөп алған булһам, уйнаусыларҙы ҡараған һайын тәүге күргән кеүек көләм. Комедия жанрын уйнау буйынса беҙҙең театрҙар артистарына еткәндәр юҡтыр. Ә Милли йәштәр театры артистарының һәләте, режиссер Азат Йыһаншиндың уларҙың талантын тағы ла сағыуыраҡ итеп яҡтыртып ебәреүе тураһында әйтеп тә тораһы түгел!

Һеҙ әҙәбиәткә һуңлап килгән ижадсы. Күп кенә жанрҙарҙа көс һынап ҡарағанһығыҙ. Бөгөн, үҙ ыҙанымды таптым, сәхнә әҫәрҙәрендә туҡталам, тип әйтә алаһығыҙмы?

- Мин һөнәрем буйынса ауыл хужалығы белгесе, асылда, әҙәбиәткә бер ҡатнашлығым да юҡ кеүек. Әммә шул уҡ ваҡытта бер ҙә әҙә-биәтһеҙ йәшәмәнем. Китап уҡыу ҡанымда. Студент саҡтан мәҡәләләр яҙҙым, унан оҙаҡ йылдар редакцияла ла эшләнем. Мәҡәлә яҙыу, ижади кешегә, үҙеңде ваҡлап тотоноу менән бер ул. Һин белемеңде, аҡылыңды, идеяларыңды ваҡлайһың, таратаһың. Улар иһә уҡыла ла онотола. Мин быны һуңлап ҡына аңланым. Шуға ла микән, әҙәбиәткә иллегә баҫҡас ҡына килеп индем. Юморескалар ҙа, хикәйәләр ҙә, повестар ҙа яҙҙым, балалар өсөн дә ижад иттем, әммә күңелгә яҡынырағы, шулай ҙа, сәхнә әҫәрҙәре булып сығалыр. Тик мин әлегә, бынан ары ошо жанрҙа ғына эшләйәсәкмен, тип тә әйтә алмайым. Сөнки эшмәкәрлегем илһам килеүгә бәйле. Яҙырға кәрәк, тигән принцип менән эшләмәйем, йөрәкһетеп, эстән урғылып сығып килгәндә генә ултырам. Бер тында яҙыла икән - тәҡдим итәм, этелеп-төртөлөп килһә - уҡыусыны ыҙалатып тормайым. Ниндәйҙер оло әҫәр ҡалдырыуҙы ла маҡсат итеп ҡуймайым, күберәк китаптар баҫтырыу ҙа төп бурыс түгел, бары уҡыусы, тамашасы һөйөүе тигән төшөнсәгә генә таянам. Был төшөнсә бер ваҡытта ла алдамай һәм яңылыштырмай.

Яҙыусы һәм драматург булыуҙан тыш, һеҙ умартасы ла икән...
- Ҡортсолоҡ ата-бабамдан килгән һөнәр. Бәләкәй саҡта олатайым ауылдың етем-еһеренә бал таратырға ебәрә торғайны. Үҙем дә бер ваҡытта ла ауылымдан тамырҙарымды өҙмәнем. Ир кеше өсөн ер, йорт, хужалыҡтың бөтөнлөк билгеһе икәнлеген төшөнөп үҫтем. Улдарымды ла ошо юҫыҡта тәрбиәләнем. Мәле етеү менән умарталарыма тотонам һәм йәйҙе шул мәшәҡәттәр менән үткәрәм. Дүрт стена эсендә тәҙрәнән ҡарап ултырып яҙышыу ғәҙәтем юҡ. Саф һауала йөрөйөм, ҡулым эштә, янымда һәр ваҡыт кешеләр була. Ҡағыҙға төшөрөлгән образдарым да, сюжеттарым да аралашыу процесында белгән, күргән йәки башҡа килгәндәр. Шунлыҡтан, яҙмаларымда йәмғиәткә ят булған, ул ҡабул итә алмаған бер нәмә лә юҡтыр, тип иҫәпләйем.
Умартасылыҡ, тигәндән... Беҙ был йәшәйеш мәғәнәһен саҡ ҡына йәштәнерәк аңламағанбыҙ шул. Бәлки, беҙҙең быуын милләттең һауығыу юлындағы бер баҫҡысы ла булғандыр. Ул үҙ миссияһын ғына үтәгәндер. Бөгөн бит йәштәр аңлы, белемле, динле һәм, иң мөһиме, маҡсатлы. Улар беҙҙең быуын кешеләренең матур ваҡыттарын ҡыҫҡартыусы эскелектең дошман икәнлеген төшөнгән, сәләмәт тормош - ул сәләмәт балалар, сәләмәт милләт икәнлеген белә. Бына минең ике улым да эсеү-тартыуға ҡәтғи ҡаршы, дингә ылыҡҡандар, йорттар төҙөп, ғаиләле, бала-сағалы булып йәшәп яталар. Был минең өсөн ғорурлыҡ.
Беҙҙең йәштәргә аң-белемгә ынтылырға һәм ата-баба кәсебен үҫтерергә кәрәк. Бына мин ошо йәшемдә алып барған умартасы кәсебен улар ҙа алып бара алыр ине. Килеме лә, аш-һыуы ла, юҡ-барға ваҡыт ҡалмаҫлыҡ мәшәҡәте лә етерлек. Шулай ҙа зарланырға түгел, яйлап барыһы ла ана шул дөрөҫ юҫыҡҡа бара, тип иҫәпләйем мин. Милләт тә бөтмәйәсәк, тел дә, рух та. Һәм әҙәбиәткә ғашиҡ китап уҡыусылар ҙа юҡҡа сыҡмаясаҡ. Юғиһә, һуңғы мәл шулай тип фаразлаусылар күбәйҙе. Зауыҡлы, уйлы кешеләр элек тә булды, киләсәктә лә буласаҡ. Бары өмөттө генә өҙмәҫкә кәрәк.

Миләүшә ХӘБИЛОВА әңгәмә ҡорҙо.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 15.02.16 | Ҡаралған: 1130

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru