«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ИЖАДИ КИСӘМ ДӘ "МИРАҪ" МЕНӘН БЕРГӘ
+  - 

Өфөбөҙҙөң йөҙөк ҡашы - "Мираҫ" йыр һәм бейеү фольклор ансамбле әле генә тамашасыларын ҙур концерт менән ҡыуандырғайны. 18 февраль көнөндә был үҙенсәлекле коллектив хор солисы Венера Юлгилдинаның беренсе ижад кисәһенә саҡырмаҡсы. Тыңлаусыларына халҡыбыҙҙың оҙон көйҙәрен оҫта башҡарыусы булараҡ таныш йырсы эстрадала ла ышаныслы аҙымдар яһай. Концертта һәр кем күңеленә хуш килгән йырҙар тыңлап кинәнәсәк, ти ул. Хәйер, был сара тураһында Венера Самат ҡыҙының үҙенән һөйләтәйек:

- Ғәҙәттә, артистар концертын йә үҙенең, йә ижадының юбилейына арнарға тырыша. Был концерт менән мин ижадыма күҙәтеү яһарға ла теләмәйем, бары тик тыңлаусыларымдың һорауын, хатта талабын тормошҡа ашырам. Тамашасы, нишләптер, йырсының айырым концерттары ла булырға тейеш, тип иҫәпләй бит, гел һорайҙар, шуға сәмләнеп тотондом. Төп хеҙмәт урыным "Мираҫ" йыр һәм фольклор ансамбле, мин унда хәҙер һигеҙ йыл эшләйем. Шуға ла концертты "Мираҫ"һыҙ күҙ алдына ла килтереп булмай. Тәүге бүлектә ансамбль менән бергә сығыш яһаясаҡбыҙ, икенсе өлөштә эстрада йырҙары буласаҡ. Дуҫтарым Иҙел Нурғәлин, Сәйет Билалов, Салауат Мөхәмәтйәров та шатлығымды уртаҡлашмаҡсы. Концерт "Сәстәр сәскә бәйләнә..." тип атала.
Ансамбль етәкселегенең дә ниәтемде хуплауы минең өсөн яңылыҡ булманы, сөнки улар беҙҙең һәр беребеҙҙе ансамблдең бер өлөшө итеп түгел, ә шәхес итеп ҡарай. Шуға ла, мәҫәлән, хорҙа йырлап йөрөгән һәр солистың исеме тамашасыға яҡшы таныш. Яңғыҙ йырсыны халыҡ яратһа ла, "Мираҫ" ансамбленең бер юлы йыры ла, бейеүе лә, оркестры ла бар, шуға уны тамашасы үҙ итә. Һәр сығыш - үҙе бер театр тамашаһы. Хорҙың да профессиональ кимәле ныҡ юғары тип иҫәпләйем һәм унда эшләүемә һөйөнөп бөтә алмайым. Беҙҙең концерттарҙа гел генә зал шығырым тулы була. Ансамбль исеменә тап төшөрмәй, халҡыбыҙҙың рухи мираҫын түкмәй-сәсмәй тамашасыға еткерә. Шуға ла бындай мөмкинлек биргәндәре өсөн Өфө ҡала округы хакимиәте, мәҙәниәт идаралығына рәхмәтлебеҙ, улар ҡурсаламаһа, "Мираҫ" бөгөнгө юғарылыҡта була ла алмаҫ ине.

Шулай итеп...
Башҡорт халҡының, шулай уҡ республикала йәшәгән башҡа милләттәрҙең дә рухи, ижади мираҫын, ҡомартҡыларын һаҡлап ҡалыуҙа ҙур эштәр башҡарған "Мираҫ" ансамбленең солисы, Бөрйән ҡыҙы Венера Юлгилдина һеҙҙең барығыҙҙы ла ижад байрамына саҡыра. Моң, матурлыҡ байрамына рәхим итегеҙ, хөрмәтле уҡыусылар.

Ләйсән ДАЯНОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 15.02.16 | Ҡаралған: 1224

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru