«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АЛМАҠТЫҢ БИРМӘГЕ БАР
+  - 

Яңыраҡ бер апайҙың банктан алған кредитын ваҡытында түләй алмайынса, бурыс өҫтөнә тағы ла күңелһеҙерәк ваҡиғаға тарыуын һөйләгәнен ишетергә тура килде. Улына ҡапыл аҡса кәрәк булған да, аптыраған көндән банктан ҡулланыу кредиты алған. Хаҡлы ялда булһа ла, эшләп йөрөгәс, түләүҙәрҙе ваҡытында ҡаплаған, тик эшендә ҡыҫҡартыуға эләккән һәм кредитты бер нисә ай түләй алмаған. "Миңә үҙҙәрен коллектор тип атаған әҙәмдәр шылтыратып, төрлөсә ҡурҡытып йонсота. Кредитымды түләмәйем тимәйем, тик уларҙың банк менән минең арала төҙөлгән килешеүгә ни ҡыҫылышы бар икән?" - тип аптырай ул хәҙер.

Бөгөнгө замандың өр-яңы һөнәрҙәренең береһе - коллектор тураһында ишеткәс тә күптән түгел Ульяновскиҙа булған хәл иҫкә төшә. Телефондан янап арығас, коллектор бурысы булған кешенең тәҙрәһенә яндырғыс ҡатнашма - "Молотов коктейле"н ташлап, уның ике йәшлек ейәнен яндырҙы. Шешә йоҡлап ятҡан баланың өҫтөнә төшөп, яндырғыс шыйыҡсанан уның бите, ҡулдары ныҡ зыян күрҙе. Иң мөһиме, был берҙән-бер осраҡ түгел, тип иҫәпләй белгестәр. Күп кеше йә үҙенең хоҡуҡтарын белмәй, йә был турала өндәшмәүҙе хуп күрә. Йәмәғәтселектә ҙур шау-шыу тыуҙырған хәлде тикшереүҙе иһә Генпрокуратура һәм Тикшереү комитеты етәкселәре үҙенең шәхси контроленә алды. Санкт-Петербург, Ульяновск өлкәһе губернаторҙары коллектор ойошмаларын тыйырға тәҡдим итте, Башҡортостан властары ла уны хупланы.
Атамаһы нисек кенә хәүефле тойолмаһын, коллектор ғәҙәти коммерция ойошмаһы хеҙмәткәре. Ойошманың маҡсаты - килем алыу, йәғни был йәһәттән ул бизнес алып барыуҙың башҡа төрлө формаларынан бөтөнләй айырылмай кеүек. Коллектор агентлыҡтары банктарҙан ваҡытында түләнмәгән кредиттарҙы һатып ала ла, бирәсәкле кешенән бурысын ҡайтарттырып ала. Бынан уларға ниндәй файҙа, тиерһегеҙ. Файҙаһы бар шул, банк бындай кредиттарҙы ҙур ташлама менән һата. Мәҫәлән, әгәр ҙә һеҙ банкҡа проценттары һәм штрафтары менән 100 мең түләргә тейешһегеҙ икән, банк уны, әйтәйек, агентлыҡҡа 30 меңгә бирә. Коллектор 30 мең исраф итә лә, һеҙҙән уны 100 мең итеп ала, шул рәүешле уға 70 мең килем килә. Банктарға ла уңайлы: беренсенән, улар кире статистиканан ҡотола, сөнки ваҡытында түләнмәгән кредиттар иҫәбе ҙурыраҡ булған һайын, рейтинг та түбән, яңы кредиттар биреү өсөн реаль аҡса ла аҙыраҡ була. Икенсенән, кредитын коллекторға һатҡас, банкҡа суд тәртибендә бурысты түләттереү кәрәге ҡалмай, тимәк, юристар штаты ҙур булмаһа ла ярай, судҡа дәүләт пошлинаһы түләмәй, шулай уҡ суд приставтары эшен күҙәтергә кәрәкмәй. Иң мөһиме, бындай кредитынан ҡотолоп, банк реаль аҡса ала. Сөнки ҡайһы саҡта суд аша ла кредитты түләтеп булмаған осраҡтар була. Һәр хәлдә, ике яҡ өсөн дә уңайлы урталыҡ был. Ә коллекторҙар эшһеҙ ултырмай бөгөн, илдә микрокредит секторы әүҙем үҫешеүе лә уларҙың кеҫәһенә аҡса тамыҙа. Мәғлүмәттәр буйынса, Рәсәйҙә теркәлеү үткән микрофинанс ойошмалары банктарға ҡарағанда ла күберәк. Шул уҡ ваҡытта, ҙур булмаған күләмдә ссуда биреү хеҙмәте халыҡтың аҙ килемле ҡатламына тәғәйенләнгән. Былай ҙа осон-осҡа ялғап йәшәгәндәрҙең бурыстары үҫкәндән-үҫә бара, шул саҡта тап коллектор килеп ишегегеҙҙе ҡағасағына ышаныс ҙурая ла инде.
Коллекторҙар менән нисек аралашырға һуң? Иң тәүҙә, үҙеңде тыныс тоторға. Мөмкинлек булһа, һөйләшеүҙе яҙҙырырға кәрәк, был осраҡта улар үҙҙәрен күпкә яғымлыраҡ тотасаҡ. Унан һуң, ул һеҙгә янай башлаһа, был яҙма менән полиция хеҙмәткәрҙәренә мөрәжәғәт итә аласаҡһығыҙ. Шулай уҡ бурыстың суммаһы, ул ниндәй өлөштәрҙән тора (төп бурыстың, штрафтың, комиссиялар суммаһы, кредит менән ҡулланған өсөн проценттар), был сумма ҡайһы ваҡыт өсөн иҫәпләнгән икәнен белешегеҙ. Әгәр ҙә был һорауҙарға яуап бирә алмайҙар икән, ҡыйыу рәүештә: "Бурыс буйынса хәлде яҡшылап белмәй тороп, ни өсөн шылтыратаһығыҙ?" - тип һорай алаһығыҙ. Осрашырға тура килһә, яңғыҙығыҙ булмағыҙ, өйөгөҙгә индермәгеҙ. Бындай һөйләшеүҙәр алып барыу өсөн хоҡуғы булыуын раҫлауын һорағыҙ. Банкҡа шылтыратып, бурысығыҙҙың кемгә күсеүен белешегеҙ. Әгәр ҙә сумма менән килешмәйһегеҙ икән, суд тәртибендә хәл итергә тәҡдим итегеҙ.
Бөгөнгө көндә коллектор эшмәкәрлеге тураһында ҡанун ҡабул ителмәгән һәм улар башлыса бурысты ҡайтарыуҙы талап итеү хоҡуғын өсөнсө кешегә биреү тураһында килешеү нигеҙендә эшмәкәрлек алып бара. Ҡағиҙә булараҡ, ул кредит килешеүендә ҡарала.
Бурысты суд тәртибендә түләткәндә, сумма коллекторҙар талап иткән һандан күпкә әҙерәк буласаҡ. Улар һеҙҙән законһыҙ комиссияларҙы ла, штрафтарҙы ла түләтә алмай, етмәһә, бурыстың суммаһы фиксацияланып, артабан үҫмәйәсәк. Шулай ҙа кредит алырға тура килгән һәм уны ваҡытлыса түләй алмайһығыҙ икән, банкҡа мөрәжәғәт итегеҙ. Улар кредиттың ваҡытын оҙайтып, ай һайын түләнә торған сумманы кәметә ала, шулай уҡ кредит каникулдары биреүҙәре лә ихтимал.

Шулай итеп...
Банк хеҙмәткәрҙәре ваҡлап кредит биреү иҡтисадты үҫтерә тип раҫлай ҙа ул, тик халыҡтың кредитты сит ил техникаһы алыуға ҡулланыуын иҫәпкә алғанда, быға ышаныуы ауыр. Әгәр ҙә кредит алыуҙар менән бергә төрлө йүнәлештә эшләгән етештереүсе ойошмалар күбәйеп, халыҡты эш менән тәьмин итеү, уларҙы эш хаҡы үҫһә генә иҡтисадты алға этәрә тип ҡарар инек уға. Әммә әлеге көндәге хәл бары тик банктарға һәм микрофининс ойошмаларына ғына файҙалы, иҡтисадҡа ул зыян ғына итә: кредит алған граждандар ҡасан да булһа тауарҙар һәм хеҙмәттәр менән ҡулланыуҙан бөтөнләй туҡтай, сөнки бурыс һаҙлығына тулыһынса бата. Алмаҡтың бирмәге бар, тип юҡҡа әйтмәгән халыҡ. Шуға ла коллектор кеүек замандың эшем эйәләре менән осрашырға теләмәһәк, күрәләтә башты кредит элмәгенә тығыуҙан тыйылырға кәрәктер. Ошонан да дөрөҫөрәк кәңәш юҡ.

Ләйсән ДАЯНОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 20.02.16 | Ҡаралған: 1137

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru