«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ИХТИЛАЛДАРҘА ЕҢЕЛМӘГӘНБЕҘ, Ә ЕҢГӘНБЕҘ
+  - 

сөнки уларҙа аҫабалыҡҡа хоҡуҡтарыбыҙҙы раҫлатҡанбыҙ

Мәхмүт Сәлимов Мәхмүт Сәлимов - Рәсәй төбәктәрендә ғүмер итеүсе рухлы милләттәштәребеҙҙең береһе. Хәрби хеҙмәткәр яҙмышы уны Ростов өлкәһендә төпләндерә. Төньяҡ Кавказ хәрби округында хеҙмәт иткән осоронда Осетин-Ингуш низағында, Беренсе Чечня һуғышында ҡатнаша һәм яралана. 2000 йылда сәләмәтлек торошо буйынса подполковник дәрәжәһендә отставкаға сыға. Әлеге көндә Ростов өлкәһе башҡорттары ҡоролтайын етәкләй. Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайының дүртенсе йыйынына ҡайтҡан ваҡытында Мәхмүт Бакир улы менән әңгәмә ҡорорға насип булды. Һүҙ - редакция ҡунағына.

Беҙ - яугир халыҡ

Сызрандә хәрби училищела белем алған атайым Бакир Ишмөхәмәт улы Бөйөк Ватан һуғышында генерал А. Радимцев етәкселегендәге 13-сө гвардия уҡсылар дивизияһында Сталинградты обороналауҙа ҡатнашып, "Ҡыҙыл йондоҙ" орденына, миҙалдарға лайыҡ булып, капитан дәрәжәһендә ҡайта. Ике-өс туған ағайҙарым да - офицерҙар. Тоҡомобоҙҙо тикшерә башлаһаң, күп ир-егеттәребеҙ яҙмышын хәрби хеҙмәткә бағышлаған. Яугирлыҡ беҙҙең ҡанда. Әсәйем Шәмсеҡәмәр Шаярыҫлан ҡыҙы ла һәр саҡ, онотмағыҙ, һеҙ мырҙа нәҫеленән, тип иҫкәртеп тора ине. Ул шулай үҙенең дүрт улында ла данлы тарихы менән ғорурлана белгән ир-егет тәрбиәләргә тырышҡандыр, тим. Бала саҡта, һәр бер малай кеүек, һуғышырға ярата инем, бер сәбәпһеҙгә түгел, ә ғәҙеллек даулап. Һәм һәр саҡ еңеүсе булып сыҡтым. Ошо еңеүсе тойғоһо мине ғүмер буйына оҙата йөрөнө. Ысынлап та, ир-егет батыр булып үҫергә, яратҡан ҡыҙын, ата-әсәһен, өйөн, балаларын яҡлай белергә тейеш. Бәләкәйҙән батыр булһа, ул артабан да бөтөн ерҙә лә батыр буласаҡ. Әлбиттә, был законды һанға һуҡмау тигәнде аңлатмай. Әммә эске - милләт законы ла бар икәнен оноторға ярамай. Башҡорт халҡының тарихын алып ҡараһаҡ та, бигерәк тә 1798 йылдарҙы, Павел Беренсенең Указынан башлап 1860 йылдарға тиклем башҡорттарҙың бөтөн яҙмышы хәрби хеҙмәткә бағышлана. Феодаль-буржуаз үткәнебеҙ барыбер халыҡ хәтерендә һаҡланып ҡала. Кем булыуыбыҙ, нисек йәшәүебеҙ, кемгә хеҙмәт итеүебеҙ быуындан-быуынға тапшырыла. Башҡорттар хәрби, яугир халыҡ булғаны өсөн дә тәртипле. Хәрби кешеләр бер ваҡытта ла банда булып ойошмай, улар законға буйһона һәм уны үтәй. Әгәр закон улар яғында икән, улар тау аҡтарырға ла әҙер.
Беҙҙең заманда бөтөн малайҙар ҙа летчик булырға хыяллана ине. Шундай хыялдар менән йәшәһәм дә, мине ракетчик булырға күндерҙеләр. Рига юғары хәрби команда-инженер училищеһына уҡырға ингәйнем, шул уҡ йылда уҡыу йорто үҙгәртеп ҡоролоп, факультетыбыҙ Дондағы Ростов ҡалаһына күсерелгәс, Ростов юғары хәрби команда-инженер училищеһын тамамларға тура килде. Һөнәрем - идара итеү һәм контролдең автоматлаштырылған системалары белгесе, йәғни радиоэлектроника буйынса хәрби инженер. Оборона министры бойороғо менән хеҙмәтемде артабан дауам итеү өсөн Себер хәрби округына ебәрелдем.

"Төньяҡ амурҙары" башында...

Новосибирскиҙа майор дәрәжәһенә тиклем үрләп, Мәскәүгә, В. И. Ленин исемендәге хәрби-сәйәси академияға уҡырға индем. Шунда Бородино алышының реконструкцияһы ваҡиғаларында Өфө пехота полкы яугиры формаһында Рөстәм Исҡужинды осраттым. Үҙен ялан-бөрйән башҡорто, тип таныштырҙы. "Улай булғас, туғаным, нимәгә Өфө пехота полкы формаһындаһың, башҡорт кейемен кейергә кәрәк", - тинем. Ул ваҡытта Беренсе башҡорт полкының атаман Платов корпусы составында Бородино һуғышында ҡатнашыуы тураһында мәғлүмәттәр бар һәм беҙ законлы рәүештә үҙебеҙҙең форманы кейеп, башҡорт халҡының тере тарихын күрһәтә ала инек. Һуңынан Рөстәм менән хәбәрләшеп торҙоҡ. 1992 йылда Өфөгә килгән ваҡытта Салауат Хәмиҙуллин һәм башҡа егеттәр менән осрашып, һөйләшеп, "Төньяҡ амурҙары" хәрби-тарихи клубын теркәттек. Уның төп бурысы - башҡорт халҡының хәрби тарихын өйрәнеү һәм тергеҙеү ине. Шул уҡ йылда Бородино һуғышының 180 йыллығына арналған ҙур юбилей сараһында тәүге тапҡыр 36 башҡорт ҡатнашып, милләтебеҙ исеменән лайыҡлы сығыш яһаныҡ. Һуңынан был эш бер аҙ һүнеп ҡалды. Илдар Шәйәхмәтовтың энтузиазмы һөҙөмтәһендә эшкә яңы һулыш өрөлдө һәм бына тиҫтә йылдан ашыу инде клуб уңышлы эшләп килә. Хәҙер беҙҙең хәрби-тарихи клуб "Беренсе Башҡорт полкы - Любизар" исемен йөрөтә һәм Өфө, Мәскәү, Санкт-Петербург, Дондағы Ростовта ғына түгел, Германияла, Польшала, Кипрҙа йәшәүсе башҡорттарҙы берләштереп, халыҡ-ара клуб статусына эйә.

Берләштереүсе тарих

Башҡорт халҡының тарихын һәр ерҙә, һәр саҡ һәм мөмкинлек булған һайын пропагандаларға кәрәк. Үҙеңдең сығышың менән ғорурланыу өсөн тыуған илеңде - Башҡортостаныңды яратырға, ата-әсәңде ихтирам итергә, тарихыңды белергә тейешһең. Тыуған илде яратыу, ата-әсәне хөрмәтләү ҡан аша бирелһә, тарихты өйрәнеү өсөн бер аҙ тир түгергә тура киләсәк. Халҡыбыҙ тарихында оялырлыҡ бер нәмә лә юҡ, башыбыҙҙы юғары, ғорур күтәреп йөрөй алабыҙ. Беҙҙең милли геройҙарыбыҙ, милли уйын ҡоралдарыбыҙ, сәнғәтебеҙ, мәҙәниәтебеҙ, әҙәбиәтебеҙ гәүһәрҙәре, быуаттар буйына һаҡланып килгән милләтебеҙ һәм иң мөһиме - үҙ еребеҙ бар. Мәҫәлән, Дон казактары беҙҙең айырым республикабыҙ булыуына һоҡлана. Ростовта ойошмабыҙҙы бик йылы ҡабул итәләр, сөнки бшҡорт халҡының оҙайлы тарихы нигеҙендә башҡорт һәм рус армияһы, 11-се казак ғәскәре араһындағы дуҫлыҡ ята. Улар барыһы бергә уртаҡ йортобоҙ - Рәсәй өсөн һуғышҡан һәм уны яҡлаған. Был - башҡорт халҡының үҙенсәлеге аша тышҡы дошмандарға ҡаршы берлектәге көрәште, дөйөм илебеҙҙе иңгә-иң терәп яҡлауҙы пропагандалау ул. Сөнки уртаҡ тарих иһә барлыҡ халыҡтарҙы ла берләштерә. Кешеләр бер-береһенән айырып торған үҙенсәлекте түгел, ә берләштереүсе тарихты күрә икән, был һәр ваҡытта ла ыңғай ҡабул ителә.

Мәҙәниәтебеҙҙе алға һөрәбеҙ

Бөbгөнгө Дондағы Ростовта 200 милләт, шул иҫәптән Кавказдың барлыҡ халҡы вәкилдәре йәшәй. Казактар аҫаба халыҡ булыуға ҡармаҫтан, бында Кавказ менталитеты хөкөм һөрә. Кавказ менталитеты - ул, тәү сиратта, мөнәсәбәттәрҙәге итәғәтлелек, тыйнаҡлыҡ, милләтенә ҡарамаҫтан кешелек дәрәжәһенә ихтирам, тупаҫлыҡты инҡар итеү, үҙ ҡылығың өсөн яуаплылыҡ тойоу. Шуға күрә лә Дондағы Ростовта яғымлы, итәғәтле кешеләр йәшәй, тиер инем. Ленинград өлкәһе менән сағыштырғанда, Ростов өлкәһендә башҡорттар күберәк. Илгиз Солтанморатовтың тикшеренеүҙәре буйынса, уҙған быуаттың 80-се йылдары аҙағында бында 1438 башҡорт йәшәгән булһа (Ленинград өлкәһендә - 978), бөгөн был һан 1500-гә еткәндер, моғайын. Әлегә ҡала башҡорттарының айырым үҙ ойошмаһы булһа ла, "Яҡташтар" өлкә башҡорт-татар ойошмаһы менән берлектә эшләйбеҙ.
Былтыр көҙөн Ростовта үткәрелгән Башҡорт мәҙәниәте көндәренә Стәрлетамаҡ филармонияһынан артистар килде. Үҙебеҙ 1812 йылғы ҡоралдарҙан, кейемдәрҙән күргәҙмә әҙерләп, кейенеп, тарихыбыҙҙың бер өлөшө менән таныштырҙыҡ. Халыҡ күп йыйылды, хатта урындар етмәй ҡалды. Ғөмүмән, Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы һуңғы өс-дүрт йылда беҙгә табан йөҙ борҙо, яҙған хаттарыбыҙҙы яуапһыҙ ҡалдырмай, һәр саҡ ижади коллективтарҙы гастролдәргә ебәреп тора. Улар бит беҙҙең күңелде күтәреп кенә китмәй, беҙ бергәләшеп башҡорт халҡының мәҙәниәтен, сәнғәтен пропагандалайбыҙ.
Өфөлә ШОС һәм БРИКС илдәре башлыҡтарының саммиттары үтеүе лә республиканың имиджын үҫтереүгә ыңғай йоғонто яһаны, уны бөтөн матурлығында ғына түгел, бөтөн ҡеүәтендә күрһәтте. Башҡортостан илебеҙҙе генә түгел, тотош донъяны таң ҡалдырҙы. Хәҙер кеше Төркиәгә, Мысырға йөрөп ялҡты, үҙебеҙҙең ил, үҙебеҙҙең тарих менән ныҡлап ҡыҙыҡһына башланы һәм Башҡортостанда ла ҡайҙа барырға, ниҙәр күрергә мөмкин икәнлеге хаҡында белешәләр. Республикабыҙҙа, шөкөр, ҡарар, танышыр урындар, йәшәргә Европа кимәлендәге ҡунаҡханалар бар. Мин Өфөнөң туристарҙы ылыҡтырырлыҡ ҡалаларҙың береһе булырына ышанам.

Тикшереләһе тарих күп әле

Тарихыбыҙҙа беҙҙең тарихсылар бөтөнләй иғтибар итмәгән бер мәсьәлә бар - хеҙмәт итеүҙең сират тәртибе. Был тәртип бала тыуғас та башланған. Уның өсөн һәр ауылдың канцелярияһында писарь яңы тыуған малайҙарҙы метрика кенәгәһенә теркәп барған. Хатта бер көндә бер нисә малай тыуһа, кемдең улы алдараҡ теркәлеүен асыҡлау өсөн шыбаға тотошҡандар. Сөнки малайҙарға 17 йәш тулғас, уларҙы хәрби йыйындарға алғандар, ә 20 йәштән беренсе хеҙмәткә саҡырғандар. Мәҫәлән, исемлектәге тәүге 17 йәки 20 кешенән һуң артабан килгәндәрҙең алдына тағы ла берҙән башлап һанай башлағандар. Бының да үҙ сәбәбе бар - полктың өстән бер өлөшө генә йәштәрҙән торған, ҡалғанын олалар тәшкил иткән. Хәрби бурысҡа бындай ҡараш тотош системаны тәшкил итә. Башҡорттар апрелдән ноябргә тиклем линия хеҙмәтендә булған, шулай уҡ Финляндияла һәм Польшала икешәр полктың даими хеҙмәт алып барыуы билдәле. Хәрби бурыс тураһындағы положениеға ярашлы, хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыу, линияларҙа хеҙмәт итеү, оҙайлы походтарҙа булыу тышҡы хеҙмәт тип аталған. Эске хеҙмәт - биш, тышҡы хеҙмәт 22 йыл булған. Тышҡы хеҙмәттән ҡайтҡас, яугир эске хеҙмәт бурыстарын үтәгән: урмандарҙы янғындан һаҡлаған, каторжандарҙы, почта хеҙмәтен оҙатып йөрөгән, кантон идаралығында дневальный хеҙмәтен үтәгән һ.б. Кем льготала булған, улар хеҙмәт итеү өсөн үҙенең сиратын көткән.
Башҡорт казактары тураһында һүҙ йөрөткәндә, күптәр был ҡатламға халыҡтың күпмелер өлөшө генә ингән, тип күҙаллай. Ғәмәлдә бөтөн башҡорттар ҙа казак ҡатламына ингән. Мәҫәлән, 1856 йылда дөйөм халыҡ һанынан ир-аттар - 460775, ҡатын-ҡыҙҙар 451073 кеше булһа, шуларҙан 460496 ир-ат, 450936 ҡатын-ҡыҙ хәрби казак ҡатламы иҫәбендә булған. Бында тағы ла асыҡлап китәһе мәлдәр бар, сөнки был иҫәпкә балалар ингәнме, юҡмы икәнлеге билдәһеҙ. Сөнки егеттәр бары тик 20 йәштән генә, ҡыҙҙар кейәүгә сыҡҡас ҡына казаклыҡҡа ингән. Бындай ҡараш ер мәсьәләһе менән ныҡ бәйле булған. Сағыштырыу өсөн Ырымбур казак ғәскәренә 193466 кеше - башҡорт казактарынан 9 тапҡырға, Урал казак ғәскәрҙәренә 72109 кеше - башҡорт казактарынан 11 тапҡырға кәмерәк кеше ингән.
Башҡорт казак ғәскәрендә чиновник балалары өсөн ғәскәр иҫәбенә уҡыу йорттарында (университеттарҙа, медицина-хирургия академияһында, хоҡуҡ белеме училищеларында, урман һәм межалау институтында, тау корпусында, төҙөлөш училищеһында, кадет корпустарында, хәрби училищеларҙа һ.б.) 50 даими вакант урын булдырыла. 1850 йылда ғәскәри уҡыу йорттарында 6555 башҡорт белем ала. Урындарҙағы 313 шәхси мәктәптә башҡорт казактары балалары уҡый. Ә. Әсфәндийәровтың башҡорттарҙың кантон идаралығы тураһында бәйән иткән китабында яҙылғанса, ул замандағы 10 медицина докторының береһе - Әхмәтйән Әбдәшевтың башҡорт булыуы хаҡында ла хәҙер күптәр белмәй. 19-сы быуаттың 40-сы йылдарында Башҡортостан ғәскәре территорияһы 4 медицина участкаһына бүленә, бынан тыш, 5 урында йәйге ваҡытлыса госпиталдәр асыла. Уларҙа башҡорт табиптары, фельдшерҙарҙан тыш, кендек инәйҙәре (акушеркалар) лә эшләй. Мәҫәлән, 1864 йылда Санкт-Петербург Бала табыуға ярҙам итеү институтының Кендек инәйҙәре институтын Красноуфимск өйәҙенән Тасимуллина, Минзәлә өйәҙенән Абдулманяфова, Өфө өйәҙенән Абдулъяппарова тамамлай. Башҡорт ҡатындары дүрт йыл акушерлыҡҡа уҡыған. Ни өсөн? Сөнки башҡорттарҙың һаны кәмей башлауы хөкүмәтте борсоуға һала - хәрбиҙәр, ғәскәр һаны кәмей. Шуға күрә кантон системаһының административ хакимиәте булған һәр йорттан (юрта) башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарын уҡырға ебәрәләр, улар ҡайтҡас, һәр ҡайһыһы тағы ла 10 ҡыҙҙы уҡытырға тейеш була. Һөҙөмтәлә демография тотороҡлана.
1910 йылда ғына Дим буйындағы бер нисә башҡорт ауылы ярты миллион аҡса эшләгән. Нисек? Санкт-Петербургтан, Мәскәүҙән һәм Рәсәйҙең башҡа ҡалаларынан 4800 самаһы кеше килеп, ҡымыҙ менән дауаланған. Шул ваҡытта уҡ был эште теркәп, һанап торғандар, һәр кешенән 100 һум алғандар. Ул ваҡытта һыйыр 3 һум торған. Бер көндә Өфө йәрминкәһендә аукционда тотош Башҡортостан 75 мең ат һатҡан. Бөтә Рәсәйҙән, бигерәк тә Хәрби министрлыҡтан, башҡорт аттарын ылауҙар өсөн килеп алғандар. Ә бит аукцион бер көн генә булмаған, бер аҙна дауам иткән. Байҙарҙың 5-әр мең аты булған, уларҙы һатып, үҙҙәрен хәрби хеҙмәткә ҡорал менән тәьмин иткәндәр.
Тарихыбыҙ бай, Әнүәр Әсфәндийәров, Ырымбур өлкә архивында ғына 15 мең фонд тикшерелмәй ята, тип яҙғайны. Ә хәрби-тарихи архивта күпме икән? Музейҙарҙа?
Тағы бер мәсьәлә: тарихсыларыбыҙ башҡорт ихтилалдарын, башҡорттарҙың батша самодержавиеһына ҡаршы нисек көрәшкәнен тикшереп, бер һығымтаға килә - һәр ихтилалда еңелгәнбеҙ. Бындай һығымта кешене һүрелдерә, бахыр хәленә төшөрә. Ә бит, икенсе яҡтан ҡарағанда, ихтилалдарҙа беҙ еңеп сыҡҡанбыҙ, сөнки башҡорттар яугир, әммә илбаҫар йәки һуғыш суҡмары түгел, беҙ бары тик аҫабалыҡ буйынса үҙ талаптарыбыҙҙы ҡуйғанбыҙ, килешкәнбеҙ, аҫабалыҡҡа хоҡуҡтарыбыҙҙы раҫлатҡанбыҙ, шуға ла мөнәсәбәттәр ҡатмарлаша барған.

Башҡорт кадет корпусы кәрәк

Ростов өлкәһендә һәр бер биләмәлә казак кадет корпустары бар. Улар һәр ваҡыт Мәскәүҙә үткән парадтарҙы аса. Башҡортостанда ла Павел Беренсе исемендәге башҡорт кадет корпусын асырға мөмкин бит. Әгәр бала саҡтан уҡ тәрбиәләмәһәк, дәүләт хеҙмәтенең айырым төрөнә - полицияға, ОМОН-ға, МЧС-ҡа, прокуратура, көс структураларына - эске ғәскәрҙәргә яҡшы әҙерлекле кадрҙарҙы ҡайҙан алырбыҙ? Был балаларға патриотизм тойғоһо, тыуған илгә, ергә һөйөү бала саҡтан һалынырға тейеш. Эйе, кадет корпустары бар, тиеүселәр ҙә табылыр. Уларҙың исеме генә кадет корпусы, ә тәрбиә бөтөнләй икенсе. Сөнки барлыҡ кадет корпустары, хатта Ишембайҙағыһы ла, МЧС ҡанаты аҫтында. Бындай корпустарҙа башҡорттар ғына уҡыһын тимәйем, башҡа милләттәр ҙә булһын, әммә унда мотлаҡ рәүештә башҡорттарҙың хәрби тарихы уҡытылырға тейеш.
Дөрөҫөн әйткәндә, иң яҡшы кадет корпустары яҡташыбыҙ, милләттәшебеҙ генерал Миңлеғәле Шайморатов азат иткән һәм 400 башҡорт башын һалған Белая Калитвала. Ни өсөн 400 башҡорт тип ышаныслы итеп әйтәм, сөнки крайҙы өйрәнеүсе Рәсәй Фәндәр академияһы Көньяҡ фәнни үҙәгенең ғилми хеҙмәткәре В. Афанасенко билдәләүенсә, Дебальцевоға тиклем кавалерия дивизияһы 90 процентҡа башҡорттарҙан торған. 1943 йылдан һуң ғына ул йыйылма дивизияға әйләнә. Бына ошо Белая Калитвалағы кадет корпусына мосолман балалары уҡырға инә алмай, сөнки унда уҡыусы православие динендә булырға тейеш. Был төп шарт. Әгәр башҡорт балалары иң яҡшы кадет корпусында белем ала алмай икән, тимәк, үҙебеҙҙекен асыу - заман талабы. Хәҙер ҙә бит бәләкәйҙән хәрби булырға хыялланған балалар юҡ түгел.

Әҙәбиәткә илткән юл

Бер ваҡытта ла яҙыусы булырға хыялланманым, һәр саҡ офицер булырға, тыуған илемә хеҙмәт итергә теләнем. В. И. Ленин исемендәге хәрби-сәйәси академияға уҡырға ингәс, физиктан лирикка әйләнеп киттем. Яҙмышымдың бындай боролош алыуына хәҙер һис кенә лә үкенмәйем, бәлки, шул арҡала ла яҙыша башлағанмындыр. Әҙәбиәткә өлгөрөп етеп килдем, тиергә мөмкин. Ә ижад сығанағым, моғайын да, бала сағыма, туған тәбиғәтемә, крәҫтиән хеҙмәтенә барып тоташалыр. Әсәйем дә ҡул эше менән булышҡанда ла шым ғына ултырманы, беҙгә әллә күпме әкиәттәр һөйләй торғайны.
Мәскәүҙә уҡығанда, иң өлкән студент булараҡ, Башҡортостандан уҡыусы бөтөн студенттарҙың исемлеге миндә булды. Барыһы менән дә аралашып йөрөнөк. Шул йылдарҙа хәҙер "Истоки" гәзитенең баш мөхәррире Айҙар Хөсәйенов Әҙәбиәт институтында уҡый ине. Төньяҡ Кавказ хәрби округында хеҙмәт иткәндә яраланып, госпиталдә дауаланғанда уйланырға, хәтер һандығында ятҡан хәтирәләрҙе соҡоп сығарырға форсат тыуҙы. Шул ваҡытта беренсе хикәйәмде яҙҙым. Ул уңышлы дебют булды һәм Айҙар ярҙамында "Уфа" журналында донъя күрҙе. Хәрби офицерҙарҙың үҙҙәренең башынан үткәнде, башҡалар күрмәгәнде әҙәби әҫәрҙәр аша бәйән итеүе, уларҙың әҙәбиәткә килеү осраҡтары юҡ түгел. Ундай миҫалдар байтаҡ, бәлки, мин уларҙан балалар өсөн әкиәттәр ижад итеүем менән генә айырыламдыр. Балалар өсөн яҙыу, бәлки, ҡандан да киләлер, ни тиһәң дә, балалар яҙыусыһы Рәсимә апай Ураҡсина менән өс туған булһаҡ та, бер туғандар кеүек аралашып йәшәнек. Шулай уҡ атайым яғынан Әхиәр Хәкимов та туған ине, уның әсәһе сығышы менән минең тыуған ауылым Яңы Яппарҙан.
Атайымды Яңы Яппарҙа ғүмер иткән башҡорт шағиры һәм мәғрифәтсеһе Сафуан Яҡшығолов уҡытҡан. Ә башҡорт мәғрифәтселегенең тамырҙары тәрәнгә барып тоташа. Мин эске гармонияға өлгәшеү өсөн ата-олатайҙарыбыҙҙың йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡларға тейешбеҙ, тип уйлайым. Традицияларҙың күсәгилешлеге - ул дөрөҫ фәлсәфә.
Былтырғы Рәсәйҙә һәм Башҡортостанда иғлан ителгән Әҙәбиәт йылы яҙыусыларға ла, башлап яҙыусыларға ла яңы ижади һулыш бирҙе, тиер инем. Мине Яҙыусылар союзына алдылар. Әҫәрҙәремде Дәүләкән районында, яҡташым Вячеслав Аброщенко "Башҡорт һунарсылары гәзите"ндә сығарып тора, ошо баҫма китапханаһы тамғаһы аҫтында китаптарым донъя күрә. Ғөмүмән, Башҡортостанда нәшриәт эше юғары кимәлдә алып барыла.
Хәҙер күптәр, нимәгә ул гәзит-журнал, интернет бар ҙа инде, ти. Яҡшы әҫәрҙәр, минеңсә, интернет селтәренә эләккәнгә тиклем яҡшы нәшриәттә донъя күрергә тейеш. Профессионалдар еренә еткереп әҙерләгән әҫәрҙе меңләгән кеше уҡыясаҡ, ә интернетҡа теләһә нимә һалырға мөмкин. Ташҡа баҫылғанды ғына интернетҡа һалырға кәрәк һәм уға кешеләр ҡабат-ҡабат әйләнеп ҡайтасаҡ. Ә интерент селтәренә сыҡҡанға тиклем текст өҫтөндә профессионалдар эшләргә тейеш. Шуға күрә, Башҡортостан әле сығып килгән барлыҡ матбуғат баҫмаларын һаҡлап ҡалһын ине.

Шулай итеп...
"Әсәйемдең һөйләгән әкиәттәренән, хикәйәттәренән үҙем өсөн мөһим бер һабаҡ алдым - мин ер-һыуһыҙ, тамырһыҙ кеше түгел. Тамырҙарым ныҡлы һәм тәрәнгә китә. Һәр кем иртәме ул, һуңмы, ҡасан да булһа үҙенә: "Мин кем? Тамырҙарым ҡайҙан?" - тигән һорау бирә һәм ғүмер буйы ошо һорауына яуап таба алмай. Ә мин ул һорауға яуапты бала сағымда уҡ тапҡайным инде", - ти Мәхмүт Бакир улы. Аҡыллыға тағы бер ишара был: балаларға бәләкәйҙән кем булыуын, тамырҙарын аңлатыу мөһим.

Зәйтүнә ӘЙЛЕ яҙып алды.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 20.02.16 | Ҡаралған: 1671

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru