«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЙӘШӘЙЕШЕБЕҘ ЯҠШЫ ЯҠҠА ТАРТА
+  - 

Өфө ҡала округы Советының сираттағы ултырышында Ирек Ялалов Өфө ҡала округы хакимиәтенең 2015 йылдағы эшмәкәрлеге тураһында отчет менән сығыш яһаны. Эшлекле сарала БР Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Хәбиб улы Мәрҙәнов ҡатнашты.

Ирек Ишмөхәмәт улы билдәләүенсә, баш ҡала 2015 йылды яҡшы һөҙөмтәләр менән тамамлаған. Урында етештерелгән продукция, башҡарылған эштәр һәм хеҙмәттәр күләме 900 миллиард һумлыҡ булған. Был күрһәткес 2014 йыл менән сағыштырғанда 6 процентҡа юғарыраҡ. Сәнәғәт етештереү индексы 100,8 процент тәшкил иткән һәм был өлкәлә Өфө ҙур ҡалалар араһында юғары күрһәткескә өлгәшеүселәрҙең береһе булып тора.
Хакимиәт башлығы билдәләүенсә, инвесторҙар йәлеп итеү һәм төҙөлөш эштәре алып барыу оло мегаполистың мөһим ҡаҙанышы ул. 2015 йылда йәлеп ителгән инвестициялар дәүмәле 110 миллиард һумдан күберәк булмаҡсы. Әле ҡалала эшләп килеүсе 150 миллиард һумлыҡ 114 проект быларға нигеҙ буласаҡ та инде. Былтыр 825 мең квадрат метр торлаҡ файҙаланыуға индерелһә, шуларҙың өстән ике өлөшө инвесторҙар ярҙамы менән төҙөлгән. Был 2014 йылға ҡарағанда 10 процентҡа күберәк. Социаль программалар буйынса иһә 92 мең квадрат метр торлаҡ файҙаланыуға тапшырылған.
Хакимиәт башлығы ҡала бюджетын тулыландырыу тураһындағы мәсьәләгә туҡталып, бюджеттың үҙкилеменең 40 проценты физик шәхестәр түләгән һалымдарҙан тупланыуын билдәләне. Бюджет килемдәренең өстән бер өлөшө муниципаль мөлкәтте ҡулланыуҙан тупланыуын иҫәпкә алып, ерҙәрҙе ҡуртымға тапшырыу, ер биләмәләрен яңынан теркәү, ергә хоҡуҡты раҫлаусы документтарҙы тәртиптә тотоу буйынса контролләүсе эштәр башҡарылыуын да әйтеп үтте. Шулай итеп, 2015 йылда ҡала бюджетының үҙкилеме 11 миллиард 400 миллион һум тәшкил иткән. Субвенциялар һәм субсидияларҙы ҡушып, был һанды 22 миллиард 300 миллионға тиклем үҫтереүгә өлгәшелгән. Бында бюджетты тотоноуҙың һөҙөмтәлелеге буйынса үткәрелгән сараларҙы ла иҫәпкә алыу кәрәк. Былтыр махсус комиссиялар бөтә муниципаль предприятиеларҙың да финанс-хужалыҡ эшмәкәрлеген ҡарап сыҡҡан. Тикшереү барышында төп акцент хеҙмәттәр тарификацияһы, сығымдарҙы оптималләштереү, тотонолмаған мөлкәтте реализациялау кеүек йүнәлештәргә яһалған.
Өфө халҡы йәшәйеше өсөн хәүефһеҙ мөхит булдырыу, экологик ситуацияны яҡшыртыу, юл инфраструктураларының сифатын күтәреү, ял һәм дауаланыу өсөн шарттар тыуҙырыу мәсьәләләре ҡала хакимиәте эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәренең береһе булып тора. Йыл һайын был йүнәлештәргә 9 миллиардҡа яҡын аҡса тотонола. Былтыр, мәҫәлән, 111 мең өфөлө йәшәү шарттарын яҡшырта алған, күп кенә ихаталарҙа төҙөкләндереү эштәре атҡарылған, спорт майҙансыҡтары, хоккей ҡумталары асылған. Иҫке йорттарҙан яңыларына күсенеү ҙә әүҙем алып барылған. Был маҡсатта 1 миллиард 400 миллион һум аҡса тотонолған. Йыл дауамында автомобиль юлдарын һәм яһалма ҡоролмалар төҙөү, төҙөкләндереү, реконструкциялау эштәре дауам иткән. Өфө-Аэропорт юлын магистраль кимәленә еткереү өсөн "Кооператив аҡлан", "Озерная", "Металлобаза" туҡталыштарында йәйәүлеләр өсөн юл өҫтө үткәүелдәре төҙөлгән. Граждандарҙың һорауы буйынса тағы ла ике үткәүел төҙөләсәк. Ҡала халҡы өсөн ял итеү урындары һаны арта бара. Мәҫәлән, Театр скверындағы "Ете ҡыҙ" һәм Беренсе май аллеяһындағы фонтандар көндән-көн күберәк халыҡты йәлеп итә. Шулай итеп, Өфө 2015 йылда өсөнсө тапҡыр Волга буйы федераль округының миллионлы ҡалалары араһында үткәрелгән халыҡтың тормош кимәлен күтәреү йүнәлешендәге смотр-конкурста беренсе урынды яулаған.
Ирек Ишмөхәмәт улы әйтеүенсә, халыҡты эсәр һыу менән тәьмин итеү, сүп-сар түгеүҙе яйға һалыу, ҡаланы йәшелләндереү һәм экологик мәҙәниәтте күтәреү мәсьәләләренә лә ҙур иғтибар бүленә. "Өфөһыуканалдары" предприятиеһы йыл ағымында һыу сифатын билдәләүгә 550-нән ашыу анализ үткәрә. Өфөләге һыу сифаты һәм хәүефһеҙлеге буйынса Рәсәй нормативтарына тура килә. Миллионлы ҡала булараҡ, сүп-сарҙы үтилләштереү мәсьәләһе лә оло әһәмиәткә эйә. Тәүлек эсендә ҡаланан 9 мең кубометр төрлө ҡый сығарып түгелә. Баш ҡаланың ҡулланыусылар баҙарында ла эштәр насарҙан түгел. Йыл әйләнәһенә унлап эре сауҙа һәм дөйөм туҡланыу урындары асылған. Әленән-әле үтеп торған ауыл хужалығы йәрминкәләре лә аҙыҡ-түлек хаҡтарының артыҡ күтәрелеп китмәүенә бер сәбәп булып тора.
Ирек Ишмөхәмәт улы үҙенең сығышында баш ҡалабыҙҙың бөтә өлкәләрендәге хәл-торошто ла телгә алып, башҡарылған эштәр күләмен бөтә киңлегендә байҡап сыҡты. Һәм, һүҙен йомғаҡлап, Өфө ҡала округы хакимиәтенең бар структуралары эше ҡаланың сәскә атыуына, халыҡтың йәшәйеше кимәлен күтәреүгә йүнәлдерелеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 26.02.16 | Ҡаралған: 1112

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru