«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
"ШУЛ ТЕЛ МЕНӘН ТЫУҘЫМ, ҮҪТЕМ, ТОРАМ БӨГӨН ДӘ..."
+  - 

Ошо ҡағиҙәнең бала күңеленә һалыныуы мотлаҡ

21 февралдә Халыҡ-ара туған тел көнө билдәләнде. Ошо дата уңайынан редакцияға педагогика фәндәре кандидаты Вәкил ХАЖИН менән М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультеты деканы, филология фәндәре докторы Луиза СӘМСИТОВАны саҡырып, әңгәмә ҡорҙоҡ.

Тел - ул ижтимағи күренеш, ул халыҡтың йәшәйешен тәьмин итеүсе иң төп шарттарҙың береһе, тибеҙ. Ошо хәҡиҡәт ошоғаса йәшәткәндер ҙә инде беҙҙе халыҡ булараҡ...

Вәкил ХАЖИН В. Хажин: Эйе, телебеҙ меңәр йылдар буйына һаҡланып килгән. Донъялағы 40-тан ашыу төрки теле араһында уртаҡ лексик берәмектәр бик күп, сағыштырып ҡараһаҡ, грамматика ла, йәғни төҙөлөш тә оҡшаш. Ләкин шул уҡ ваҡытта телебеҙ бер үҙе фонетика йәһәтенән башҡа телдәрҙән айырыла. Бары тик башҡорт телендәге һүҙҙәрҙә генә һ өнө бар. Беҙгә ҡәрҙәш булған татарҙарҙа ла был өн бар, ләкин ул фәҡәт сит телдәрҙән - фарсы, ғәрәптән ингән һүҙҙәрҙә генә һаҡланған: һәм, шәһәр. Хәҙер уны улар хәм, шәхәр, тип әйтә. Сөнки һ уларҙың тәбиғәттән бирелгән өнө түгел. Ә беҙгә ул тәбиғәттән бирелгән һәм уны меңәр йылдар буйына һаҡлап ҡалғанбыҙ. Тағы ла ҙ менән ҫ өнөбөҙ бар. Был өндәр бары тик төркмән теленең бер диалектында ғына йәшәй. Ләкин уны улар әҙәби телдәренә алмаған. Төркмәндәрҙәге ошо ҙ менән һөйләшкән диалект, бәлки, башҡорттоң бер өлөшөлөр? Татарстанда хәҙер инде татар булып киткән, ләкин ҙ менән һөйләшкән райондар бар. Хатта беҙҙең Башҡортостандағы башҡорттарға ҡарағанда ла нығыраҡ ҙ-ылайҙар. Мәҫәлән, ҙавод, Ҙөһрә, тип ебәрәләр. Райондарын алып ҡарайыҡ - Аҙнаҡай. Бер ҙә бит Атнаҡай түгел. Әммә был күренеште улар бөтөрөп бара. Йәштәр ҙ-ны әйтмәй. Ә беҙҙе иһә тап ошо өндәребеҙ һаҡлай.
Луиза СӘМСИТОВА Л. Сәмситова: Тел - ул тормош нигеҙе. Шуға, бала тыуғас та, телде яҡларға, һаҡларға, үҫтерергә кәрәклеген, шағир әйтмешләй, "шул тел менән тыуҙым, үҫтем, торам бөгөн дә", тигәнде мейеһенә һеңдерергә тейешбеҙ. Тап бына ошо ҡағиҙәне ҡулланмау телебеҙҙе ҡурҡыныс аҫтына ҡуя икәнен беләбеҙ бит инде...

ЮНЕСКО фаразы буйынса, башҡорт теле бөтөп барыусы телдәр исемлегендә тора. Шул уҡ ваҡытта башҡорттар һан буйынса Рәсәйҙә дүртенсе урын биләй. Телебеҙ, ысынлап та, шулай аяныслы хәлдәме, әллә был махсус алып барылған сәйәсәтме? Сөнки тарихҡа ҡараһаҡ, быуаттар буйына ниндәй генә ҡыҫымдарға дусар булһа ла телебеҙ бөгөнгәсә һаҡланып килгән. Быны нимә менән аңлатырға мөмкин: халыҡ аңына бөгөн һәр мөйөштән тигәндәй, тел бөтә, тип ҡабатланған психологик баҫым булмағанмы, әллә икенсе сәбәбе бармы?

В. Хажин: Элек, тел бөтә, тип әйтмәгәндәр, тиеү дөрөҫ түгел. Ул элек тә булды. Уҙған быуаттың 60-сы йылдарында Н. Хрущев, "коммунизм" төҙөй башлаған ваҡытта, "әгәр ҙә илдәге кешеләр бөтәһе лә бер телдә һөйләшһә, йәғни рус телендә, беҙ коммунизмды тиҙерәк төҙөйәсәкбеҙ", тип әйтеп һалғайны. Шунда уҡ башҡа милләттәргә, телдәргә баҫым башланды, уҡытыу рус теленә күсерелде. Ярай, һуңынан туҡтап ҡалдылар. Бындай хәлдәр элек-электән дә булған. Ғөмүмән, СССР ваҡытында 80-дән ашыу тел юҡҡа сыҡҡан. Бөгөн, мәҫәлән, мишәр халҡы, мишәр теле юҡ. Шулай уҡ башҡа халыҡтар ҙа икенсе милләт эсенә инеп китеп юғалған. Бөгөн заманында бөтөн донъяға яңғырап торған ниндәй бөйөк тере латин теле юҡ. Шул ваҡыттағы боронғо грек теле лә юҡҡа сыҡҡан. Бөгөнгө грек теле менән ул ваҡыттағыһы араһында ер менән күк айырмаһы. Шуға тел бөтөүе - ул тәбиғи күренеш.
Бөгөн дә, бәлки, Рәсәйҙә барыһы ла бер телдә генә һөйләшһен ине, тип теләүселәр, уйлаусылар барҙыр. Ләкин беҙ бер ниндәй ҡыҫымдарға, һынауҙарға ҡарамаҫтан, телебеҙҙе юғалтмайынса һаҡлап ҡала алғанбыҙ икән - ул барыбер һаҡланасаҡ, ике миллионлыҡ халыҡтың телен берәү ҙә бөтөрә алмаясаҡ. Шул ышаныс менән йәшәргә һәм ҡулдан килгән тиклем, бигерәк тә йәштәргә, шул фекерҙе һеңдерергә кәрәк.
Л. Сәмситова: Эпостарыбыҙ боронғо замандарҙан бөгөнгә тиклем килеп еткән, уларҙы быуындан-быуынға туған телебеҙҙә еткерәбеҙ, һөйләйбеҙ икән - телдең бөтөүе мөмкин түгел. Мәктәп уҡыусылары, студенттар мәшһүр "Урал батыр" эпосынан 4,5 мең юлды яттан һөйләй, эпостың телен белә, уны киләһе быуындарға еткерә, саф башҡорт телендә һөйләшә икән - телгә бөтөнләй бөтөү ҡурҡынысы янамай, тип уйлайым. Әлбиттә, тынысланып, ҡул ҡаушырып ултырырға ла ярамай. Тәү сиратта, көстө ғаиләгә, балаларға һалырға тейешбеҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ошо хәҡиҡәтте аңламағандар ҙа бихисап, бигерәк тә яҙыусыларҙың, шағирҙарҙың, ғөмүмән, башҡорт зыялыларының балалары рус телендә аралашҡанын бөтөнләй аңлай ҙа, ҡабул итә лә алмайым.
Ә бит балалар ғаиләлә алғанды артабан дауам итеүселәр. Минең эшем дәрес уҡытыу йәки етәкселек итеү генә түгел, мин һәр ваҡыт йәштәр, студенттар араһында. Улар нимә әйткәнеңде көтөп кенә торалар. Вузды тамамлағанда кемеһе йырлай, кемеһе бейей, кемеһе ҡурай-ҡумыҙҙа уйнай һ.б. Төрлө түңәрәктәрҙә шөғөлләнеүсе студенттар, йолаларыбыҙҙы, тарихыбыҙҙы, мәҙәниәтебеҙҙе белеп, киләсәккә ҙур маҡсаттар ҡуйырға өйрәнеп, төрлө һөнәр эйәләре булып уҡып сыға һәм сәйәсәткә лә яҡынлаша. Ҡасандыр Мифтахетдин Аҡмулла, Зәки Вәлиди бөтөн төрки донъяһында абруй ҡаҙанған икән - ни өсөн бөгөн башҡорт бахыр хәлендә булырға тейеш? Республиканың төп халҡы вәкиле булараҡ, иң алғы рәттә һеҙ булырға тейешһегеҙ, һеҙҙең менән ғорурланһындар, һеҙҙең менән һоҡланһындар, һеҙҙән үрнәк алһындар, тип ҡабатлап торабыҙ студенттарға.

Ысынлап та, бөгөн бәғзеләр телде һаҡлау һәр беребеҙҙең үҙенә бәйле булыуын аңламай шул. Ә бына мәғариф системаһы күҙлегенән ҡарағанда, тел өйрәнеү, уҡытыу мәсьәләһе буйынса проблемалар бармы?

В. Хажин: Башҡорт мәктәптәрендә башҡорт теленең бөтөүе тураһында һүҙ бөтөнләй булмаҫҡа тейеш, сөнки башҡорт теле дәрестәре бар, уҡытыусылар уҡыта. Бала башҡорт мөхитендә аралаша. Ул тарих дәресендә лә башҡортса һөйләп, телмәрен үҫтерә ала. Әгәр баланы, милли республикаларҙа бәхәс тыуҙырған "Рәсәй Федерацияһының дөйөм белем биреү учреждениеларында рус теле һәм әҙәбиәтен уҡытыу концепцияһы" проекты күҙаллағанса, тотошлай рус телендә уҡытып алып китһәк, туған тел тураһында белем биреүсе берҙән-бер сығанаҡ булып башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәресе генә тороп ҡаласаҡ. Ул ваҡытта инде башҡорт телен һәм әҙәбиәтен уҡытыуға иғтибарҙы бөтөнләй икенсе йүнәлешкә борорға тура киләсәк. Башҡорт мәктәптәрендә башҡорт балалары уҡыған дәреслектәрҙе, ғөмүмән, уҡытыу концепцияһын үҙгәртергә кәрәк, тип иҫәпләйем. Сөнки бөгөнгөсә уҡытыу балаларҙы туған телдән биҙҙереүгә алып килә. Ниндәй генә дәреслекте алып ҡарама - башынан аҙағына тиклем шау теория: ҡағиҙә - ике-өс күнегеү, ҡағиҙә - ике-өс күнегеү. Күнегеүҙәр ҙә шул теорияла аңлатылған һөйләмдәрҙе табыуға, шуға ярашлы итеп үҙгәртеүгә ҡайтып ҡала. Ләкин бөтөн предметтар рус телендә уҡытыла икән - берҙән-бер башҡорт теле дәресендә балаларға башҡорт тормошо, уның мәҙәниәте, ғөрөф-ғәҙәте, телдең үҙенсәлеге тураһында һөйләргә һәм шул телдә фекер йөрөтөргә, ижад итергә, ижади эштәр эшләргә өйрәтергә кәрәк. Юғары белемле филологтарҙан: "Хәҙер шарт хәле тураһында һөйләй алаһыңмы? Шуны белеүең йәки белмәүең тормошоңда берәй заман кәрәк булдымы?" - тип һорағаным бар. Күбеһе белмәй һәм ул бер кемгә лә, бер ҡасан да кәрәк булмаған. Ул башҡорт телен уҡытҡан уҡытыусыға ғына кәрәк булыуы мөмкин. Ләкин шул уҡ ваҡытта терминдарҙы белеү, башҡорт телендә һөйләшә белеү - ул һәр ваҡыт кәрәк. Башҡорт телен тел булараҡ уҡымау арҡаһында ла беҙҙең радио-телевидениела хаталы һөйләшеүҙәр, хаталы һөйләмдәр һәм һүҙҙәр ишетелә, баҫым яңылыш ҡуйыла. Шуларҙы бит мәктәптә бөтөнләй өйрәтмәйбеҙ.
Л. Сәмситова: Мәктәптәрҙә предметтарҙы тик рус телендә генә уҡытыуға күсерергә тырышыуҙы дөрөҫ ҡараш тип уйламайым. Үҙем 11 йыл буйына башҡорт мәктәбендә уҡыған кеше булараҡ әйтә алам: шул уҡ математиканы, биологияны, химияны, физиканы - бөтөн предметтарҙы башҡорт телендә уҡыныҡ. Үҙ телеңде белмәйенсә, шул телдә фекерләмәйенсә тороп, нисек итеп башҡа телдәрҙе үҙләштерергә мөмкин? Был, ғөмүмән, халыҡты, телде бөтөрөүгә, мәҙәниәтеңде, әҙәбиәтеңде, тарихыңды белмәүгә алып килә торған йүнәлештәрҙең береһе. Башҡортса уҡыған үҙемдең ауылдаштарым хаҡында әйткәндә, бөгөн бер ғаиләнән дүрт хәрби, генерал-полковниктар сыҡҡан. Башҡортса уҡыу уларға бер ҙә рус телен тейешле кимәлдә белергә ҡамасауламаған. Үҙемдең инәйем рус теле уҡытыусыһы булды, беҙ, башҡорт мәктәбе балалары, рус телендә лә шиғыр яҙып, ғүмер баҡый призлы урындар алып, шулай уҡ олимпиадаларҙа еңеүсе булып йөрөнөк. Әгәр ҙә башҡорт мөхитендә үҫеп, өйҙә, мәктәптә башҡортса аралашып, рус телендә шиғыр яҙа алам икән - тимәк, был уҡытыусының эш һөҙөмтәһе. Бөтөн нәмә кешенең үҙенән тора. Ул туған телендә уҡырға тейеш, һәм, ғөмүмән, уның донъяны танып-белеүе, белем кимәлен арттырыуы, фекерләүе, шәхес булып формалашыуына иң элек туған теле ярҙам итә.

Бөгөнгө заманда телевидение, кино, театр, интернет аша ла туған телде өйрәнергә була. Башҡорт телен шул юл менән дә өйрәнеү мөмкинме?

В. Хажин: Бөгөн, ысынлап та, башҡорт ауылындағы мәктәпкәсә йәштәге балалар ҙа рус телен белә. Иртәнән-кискә тиклем рус телендә йәнһүрәттәр ҡарайҙар һәм был тел уларҙың аңына һеңгән, русса һөйләшергә өйрәтеү өсөн уҡытыусының әҙ генә тырышлығы ла етә. Туған телде өйрәтеү өсөн күп көс һалырға кәрәк, сөнки ата-әсә, күрше-күлән һеңдергән ҡараш эште ҡатмарлаштыра. Әгәр һинең телең ауылды сыҡҡансы ғына кәрәк, тигән ҡараш йәшәй икән - туған тел яҙмышы шундай кешеләр ҡулына ҡалһа, телдең яҙмышы бик аяныслы. Әгәр беҙҙә "Тамыр" каналының башҡортса тапшырыуҙары, йәнһүрәттәре пропагандаланһа, өйҙә тик башҡортса тапшырыуҙар, йырҙар яңғырап торһа, балаларҙы шул мөхиткә, телгә өйрәтеп була. Л. Сәмситова: Һәр бер өйҙә Башҡортостан юлдаш телевидениеһы һөйләп торорға тейеш, тип уйлайым. Һәр хәлдә, ял көндәрендә беҙҙең өйҙә көн оҙоно "Юлдаш", "Ашҡаҙар" радиоканалдары йәки Башҡортостан юлдаш телевидениеһы һөйләй, күрһәтә. Өҫтәлдә гәзит-журналдар теҙелеп ята. Бала, бәләкәйҙән алып ошондай мөхиттә йәшәп, ата-әсәһенең башҡорт матбуғатын уҡыуын, башҡортса йырҙар тыңлағанын күрә, үҙенә һеңдереп йөрөй икән - ул да артабан ошоларҙы уҡ ҡабатлаясаҡ. Баланы бит, һин шулай ит, былай ит, тип тәрбиәләмәйһең, ул һинең нимә эшләгәнеңде, ғәмәлдәреңде ҡабатлай...

Башҡорт телен уҡытҡанда грамматикаға ныҡ иғтибар бирелеп, уның коммуникатив яғы күҙ уңынан ысҡындырыла, тибеҙ. Ләкин мәктәпте тамамлаусы һәр уҡыусы телсе була алмай, әммә ул үҙ телендә һөйләшергә, уйларға, фекерен аңлатып әйтеп бирергә тейеш. Был теманы заманында Кәрим Булатов күтәреп сыҡҡайны, әммә уға һаман да иғтибар биреп еткерелмәй.

В. Хажин: Кәрим Хыял улы ғына түгел, ул мәсьәлә буйынса хәҙер мин үҙем дә 40 йылға яҡын шөғөлләнәм, ләкин әлегә тиклем беҙҙең әйткәндәрҙе ишетеүсе лә булманы. Рус телендә уҡыған башҡорт балалары өсөн башҡорт теле дәреслеге авторҙарының береһе булараҡ, унда иғтибар һөйләшеүгә, телмәр үҫтереүгә, башҡорт тормошон һүрәтләүгә йүнәлтелгән. Теория бик әҙ, кәрәкле кимәлдә һәм баланың иҫендә ҡалырлыҡ ҡына итеп бирелгән. Ә әлеге ваҡытта ҡулланылған дөйөм дәреслектәр ҡалыплашҡан теория буйынса яҙылған. Бындай дәреслек яҙыуы бик еңел: фонетиканан башлайһың да стилистика менән тамамлап ҡуяһың, тема һөйләйһең дә күнегеүҙәр эшләтәһең. Әле беҙ бик еңел юл менән барабыҙ. Ә бала фекерләй, юҡ ҡына урында ла ниндәйҙер ижади эш эшләй алырға тейеш. Шуға ла коммуникатив белем биреү методикаһы бик ҡатмарлы, тиер инем. Ләкин тап бына шул юлдан китергә кәрәк. Әгәр уҡытыу башҡорт телендә барһа, күнегелгәнсә уҡытыуҙың да бер зыяны ла булмаҫ ине. Әгәр бөгөн башҡорт теле берҙән-бер ошо телдә һөйләшә торған дәрес булып ҡалһа, әлеге программа менән уҡытыуыбыҙ енәйәткә тиң була. Беҙ баланы һөйләшергә өйрәтеү урынына башҡорт теле дәресенән биҙҙереү дәресенә әйләндерәбеҙ. Әгәр теория кәрәк булһа, бала уны үҙе лә белергә тырыша, ә инде кәрәге юҡ икән - бының бер зыяны ла юҡ. Йәғни балалар өсөн теорияның кәрәклеге ул тиклем үк, беҙ бирергә тырышҡан кимәлдә көнүҙәк түгел. Теорияны өйрәткән хәлдә инде, уны баланың мәңге хәтерендә ҡалырлыҡ, онотмаҫлыҡ итеп бирергә кәрәк. Мәктәптә лә, вузда ла балаларҙы үҙемдең методика менән уҡыттым, ҡатмарлы терминдар һәм теориялар менән баштарын ҡатырманым. Әммә улар теория буйынса бөтөн нәмәне белде. Теориянан торған дәреслектәр ҡайҙан килеп сыҡҡан? Элек дәреслек яҙыу тәжрибәһе булмаған, ҡағиҙәләрҙе рус теле дәреслегенән алғандар ҙа башҡорт теленә күсергәндәр. Рус теленең орфографияһы ҡатмарлы, шуға уны ҡатмарлы итеп бирәләр. Ә ниңә беҙҙә булмаған нәмәне ҡатмарлы итеп бирергә? Шундай юл менән барып, беҙ балаларҙы телде яратмаҫлыҡ хәлгә килтереп еткерәбеҙ.
Л. Сәмситова: Коммуникатив система күберәк рус мәктәптәренә хас булырға тейештер, сөнки рус балаһына бер туҡтауһыҙ грамматиканы өйрәтеп, кире ҡараш тәрбиәләп ҡуйыуыбыҙ ихтимал. Әммә башҡорт мәктәбендә, хатта рус мәктәбендә лә, теория кәрәк. Грамматиканы белмәйенсә тороп, башҡа нәмә-не белеп булмай, шуға күрә улар параллель рәүештә барырға тейеш.
Әлеге ваҡытта лингвокультурологик йүнәлеш әүҙем үҫешә. Ул башҡорт тел ғилемендә яңы өйрәнелә башлаған, һәм уны ни эшләптер рустарға эйәреү тип ҡабул итәләр. Ул үҙ эсенә мәҡәл-әйтемдәр, фразеологик берәмектәр, әҙәби әҫәрҙәр һ.б. ала. Бына ошолар коммуникатив системаның нигеҙендә ята. Белем биреү ошо йүнәлештә алып барылһа, бер бөтөн система килеп сығасаҡ.
Шулай уҡ күп нәмә уҡытыусынан тора. Ҡайһы берәүҙәр мәктәптә генә түгел, вузда ла башҡорт теленән кем уҡытҡанын иҫләй алмай. Иҫләй алмай икән - тимәк, уҡытыу кимәле лә шундай ғына булған.
Тағы шуны әйтер инем: күптән түгел генә аспирантым Азалия Хурамшина Владимир ҡалаһында халыҡ-ара грант отто, һәм халыҡ-ара "Аҡмулла" клубын ойошторҙоҡ. Унда башҡа факультет студенттары ла йөрөй. Улар бында шөғөлләнеп кенә ҡалмай, Башҡортостандың гимнын башҡортса йырлайҙар икән - тимәк, сит милләт вәкилдәрендә лә телебеҙгә ҡарата һөйөү тәрбиәләп була.
В. Хажин: Ҡала мәктәптәрендә дәүләт теле булараҡ башҡорт телен уҡытабыҙ. Был күберәген сәйәси факт, әле берәүҙең дә уларҙы башҡорт теленә өйрәткәне юҡ. Бында һүҙ башҡорт балаларының башҡорт телен өйрәнеүе тураһында барырға тейеш. Беҙҙең телде, әгәр кәрәк булһа, башҡа милләт кешеләре шунда уҡ өйрәнә. Кәрәк булмаһа, уны көсләп өйрәтә алмайһың. Мәктәптәрҙә сит ил телен күпме уҡыталар, кәрәк түгел, тип уйлайһың икән - уны бер нисек тә үҙләштермәйһең. Шуның кеүек, сит милләт балаларына башҡорт теле кәрәк түгел икән - улар уны өйрәнмәйәсәк тә, белмәйәсәк тә. Кешенең үҙенең теләге булырға тейеш. Ләкин үҙебеҙҙең башҡорт балаларын башҡорт теленә өйрәтергә тейешбеҙ, ни өсөн тигәндә, уларҙың телгә ҡарағанда мәҙәниәтте белеүе, үҙен башҡорт итеп тойоуы кәрәк. Әгәр кеше үҙен башҡорт итеп тойһа, ул телде өйрәнә. Силәбелә Владимир Вафин тигән яҙыусы бар, рус телендә яҙа, телде белмәй ине. Үҙен шул тиклем башҡорт итеп тоя, яйлап-яйлап башҡортса өйрәнеп, һәр хәлдә, аралаша алырлыҡ кимәлгә етте, сөнки уға ҡан менән башҡортлоғо һеңгән. Юҡҡа ғына, йән тартмаһа, ҡан тарта, тимәйҙәр бит.
Л. Сәмситова: Бында Ырымбур егете Вячеслав Чернев хаҡында әйтеп үтер инем. Ул "беҙҙә, башҡорттарҙа" тип һөйләргә ярата, телмәренә бер рус һүҙе ҡушмай һөйләй. Тиҙҙән Польшала башҡорт телен уҡыта башлаясаҡ, башҡорт үҙәге асыу хыялы менән яна. Әгәр ярым рус, ярым йәһүд кешеһе Польшала башҡорт телен уҡытып йөрөй икән - башҡорттарға нимә ҡамасаулай һуң? Йәки заманында беҙҙең факультетты тамамлап, бөгөн Төркиәлә генә түгел, бөтөн донъяла башҡорт телен пропагандалап йөрөүсе, вуздарҙа башҡорт бүлектәре асыусы Исмәт Бинәрҙе алайыҡ. Ул да, "мин башҡорт телен күтәрәм, башҡорт теле мине күтәрә", тип ҡабатларға ярата. Ә ниңә ситтәргә кәрәк булған тел башҡорттоң үҙенә кәрәкмәҫкә тейеш?..

Тимәк, кәрәк булһа, кеше теләһә ниндәй телде өйрәнә ала. Бында төп проблемаларҙың береһе, бәлки, "Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында" закон ҡабул ителгәндә текстан башҡорт телен белгән етәкселәргә эш хаҡына 15 процент өҫтәмә түләү тураһындағы пункттың төшөрөлөп ҡалдырылыуындалыр. Татарстанда ул һаҡлана, әле удмурттар шундай өҫтәмә индереүҙе күҙаллай. Закон ҡатып ҡалған нәмә түгел, хатта Конституцияға үҙгәрештәр индерелгәнде, уға ла үҙгәрештәр индерелһә һәм юғары вазифа биләүсе етәкселәргә шундай талап ҡуйылһа, мәсьәлә үҙенән-үҙе хәл ителер ине, телде өйрәнеү ихтыяжы һәр кемдә булыр ине, моғайын...

В. Хажин: Әлбиттә, өйрәнерҙәр ине. Ҡаҙанда беренсе тапҡыр уҙған быуаттың 80-се йылдарында булдым. Ул заманда Өфө урамдарында бер туҡтауһыҙ башҡортса ла, татарса ла телмәрҙәр ишетелә ине. Ә Ҡаҙанда бер ҡайҙа ла татарса һөйләшкән кеше осраманы. Таныштарым яңы ғына Ҡаҙанда булып ҡайтты, улар тик татар телендә һөйләшәләр, рус телендә һораһаң, яуап бирмәйҙәр, тиҙәр. 20 йыл эсендә хәл-торошто тамырынан үҙгәртеүгә өлгәшкәндәр, тимәк. Ә нисек үҙгәрттеләр? Сөнки закон эшләй.
Л. Сәмситова: Беҙҙә закондар ҙа эшләмәй, кешеләр ҙә үҙҙәренең хоҡуҡтарын белмәй. Ике студентыбыҙ балалар баҡсаһына эшкә барғайны, үҙ-ара башҡортса һөйләшеп торғанда, мөдирҙәре, башҡортса һөйләшмәгеҙ, тип иҫкәртеү яһаған. Шундай осраҡтарҙа матур итеп яуап бирә белергә лә кәрәктер, сөнки башҡорттарға үҙ-ара башҡортса һөйләшергә ярамай, тип ҡайҙа яҙылған? Был үҙе үк хоҡуҡ боҙоу булып тора бит. Беренсенән, телебеҙ тыйылған тел түгел, икенсенән, ул рус теле менән бер ҡатарҙан дәүләт теле...
В. Хажин: Әлбиттә, телебеҙҙең бөгөнгө торошо, уның ҡулланылышы ла, уға булған ҡараш та бынан 20 йыл элекке ваҡыт менән сағыштырғанда бер ни тиклем һүлпәнәйеберәк тора. Ләкин бөгөн Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында башҡортса 72 мең һүҙ йыйылған, 20 томға етерлек әкиәттәребеҙ бар, 40 эпосыбыҙ бар. Ер шарында 100 халыҡта ғына эпос бар. Бер нисә халыҡта ғына - икешәр, ә беҙҙә - 40 эпос. Шундай тел байлығына эйә булып, беҙҙең уны бер нисек тә бөлдөрөргә хаҡыбыҙ юҡ. Әлеге һүлпәнлекте ваҡытлы күренеш тип ҡарарға кәрәк, сөнки тормошта бөтөн нәмә тулҡын рәүешендә килә. Ҡасан ғына Өфөлә башҡортса һөйләшһәң, ҡайҙан килгән был башҡорт, тип аптырайҙар ине. Бөгөн, һәр хәлдә, ундай һорау бирергә бер кемдең дә башына инеп сыҡмай. Тимәк, артабан да ыңғай үҙгәрештәр булыр, тип ышанайыҡ. Тик бының өсөн иң тәүҙә үҙебеҙ, һәр башҡорт кешеһе, үҙе көс һалырға тейеш.

Шулай итеп...
"Бөгөн беҙ Рәми Ғарипов рухы менән йәшәргә тейешбеҙ. Шундай рух етмәй беҙгә, -тигәйне әңгәмә барышында Луиза Хәмзә ҡыҙы. - Шағир ул рухты беҙгә аманат итеп шиғырҙарына һалып ҡалдырған икән ошо рухи өлгөгә йышыраҡ күҙ һалырға, ҡабатларға, ҡабатларға, тағы ла ҡабатларға кәрәк". Был һүҙҙәр менән килешмәү мөмкин түгел.

Зәйтүнә ӘЙЛЕ әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 26.02.16 | Ҡаралған: 1605

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru