«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ӨФӨ БАЛАЛАРЫ СӘКӘН ҺУҒА - ҠАР-БУРАН ТИП ТОРМАЙ...
+  - 

Бөтөн ил Ватанды һаҡлаусылар байрамын ҡаршылаған иртәлә Өфөнөң Зәки Вәлиди урамының 3-сө йорто янындағы хоккей ҡумтаһында Киров һәм Ленин райондарының иң көслө хоккейсы балалары һәм үҫмерҙәре 4-се йыл рәттән уҙғарылған турнирға йыйылды. Турнирҙы ҡарарға Өфө ҡала округы хакимиәте башлығы Ирек Ялалов, БР премьер-министр урынбаҫары Владимир Нагорный, СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры, донъя чемпионы Александр Семак килде.

Үҙ микрорайондарында беренселекте яулаған 8 команда ике төркөмдә беренселек өсөн көс һынашты. Өфө ҡала округы хакимиәте, Киров һәм Ленин райондары хакимиәттәре тарафынан ойошторолған күркәм ярыш Башҡортостан "Юлдаш" телеканалының киң билдәле спорт комментаторы Азамат Моратовтың көр тауышлы сәләме менән башланды. "Урам хоккейы"на ла КХЛ уйындарындағы һымаҡ комментарий биреп була икәненә инандырҙы был шәхес. Башҡортсалап, "Ана, Азамат Моратов менән фотоға төш", тип, хоккейсы кейемендәге улын комментатор яғына әйҙәүсе бер атай кешенең артынан эйәрәбеҙ. Улының уйынын ҡарарға килгән Руслан Байғужин атлы атай икән. Уның улы Искәндәр Киров районының "Восход" клубында шөғөлләнә. "Улыбыҙҙы спортҡа көсләп ылыҡтырманыҡ, йорт эргәһендәге майҙансыҡта иптәштәре менән бергә йөрөп, хоккейына ла, футболына ла үҙе бирелеп китте", - тип башланы һүҙен Руслан ағай. Искәндәр менән үҙе лә сәкән һуғып килеүҙән баш тартмай, ял ваҡыттарында элекке һабаҡташтары менән кистәрен хоккей уйнауҙы ла ғәҙәт иткән Руслан Байғужин. Искәндәр әле баш ҡаланың 3-сө гимназияһында бишенсе синыфта белем ала. Ул да атаһы һымаҡ төҙөүсе, дөрөҫөрәге, архитектор булырға хыяллана. Искәндәрҙең тәрбиәсеһе, "Восход" балалар һәм үҫмерҙәр клубы тәрбиәсе-уҡытыусыһы Нурия Ғәлина әйтеүенсә, "Восход"тар район, ҡала ярыштарында йыл һайын ҡатнаша.
- Беҙҙең команда ысын мәғәнәһендә урам командаһы. Дәғүәселәребеҙ, Рәсәй дәүләт социаль университеты командаһы, беҙҙән яҡшыраҡ уйнаны, моғайын, улар күнекмәләрҙе лә күберәк үткәндер. Бөгөнгө ярыштың әһәмиәте шул - ул физкультура, спорт менән ҡыҙыҡһыныусы балаларҙы бер-береһе менән таныштыра, ярыштыра, сәмләндерә, уларҙа еңеүгә ынтылыш тыуҙыра. Мәҫәлән, беҙҙең команда бөгөн икенсе урын алып ҡыуанды, ә уйынсыбыҙ Ринат Ибраһимовҡа "Иң яҡсы һаҡсы" тигән маҡтаулы исем бирелде, барыһына ла иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды, - тине ул.
"Восход" менән "РДСУ" алышын күҙәтеүселәр һуңғы команда составында бик сос уйнаусы ике ҡыҙ кешегә иғтибар итмәй ҡалмағандыр. Зарина менән Ксения исемле ҡыҙҙар һаҡта ла, һөжүмдә лә уңышҡа өлгәште. "Егеттәр был ҡыҙҙарҙы ҡолата төкөп ҡуймаһа ярар ине", - тип, йәлләп ҡарап торолдо. Уйын тамамланғас, ҡыҙҙарҙың береһе менән һөйләшеп тә алдыҡ. Үҙ көсөнә ышанған көслө рухлы ҡыҙ булып хәтерҙә ҡалды Ксения Алпатова. "Ышаныслы итеп хоккей уйнау өсөн нимә кәрәкме? Белмәйем. Мин үҙем футбол яратам. Шул да ярҙам итәлер. Йәйен-ҡышын урамда малайҙар менән йә туп тибәбеҙ, йә сәкән һуғабыҙ", - тине ул. Уның һүҙҙәрен командалашы Булат Аманғолов та йөпләп ҡуйҙы. Ул да футбол ярата икән. Бәләкәйҙәр төркөмөндә беренселекте "РДСУ" командаһы яулаһа, өлкәндәрҙән Киров районының "Аврора"һы менән Ленин районының "Рәхәт" командалары сәкәнгә-сәкән килде һәм тәүге урын "Рәхәт" тарафынан яуланды. Хәйер, еңеү рәхәт кенә бирелмәне, быны барыһы ла күрҙе. Ярыш алдынан "Аврора"сы Эмиль Әминев әйтеүенсә, "Рәхәт"тәр "Салауат Юлаев" хоккей командаһы вариҫтары икән. "Беҙ "Рәхәт"тәр менән бер ерҙә шөғөлләнәбеҙ, улар көслө дәғүәсе", - тине Эмиль. Уның менән һүҙҙе дауам итеп, хоккей менән шөғөлләнер өсөн нимәгә айырыуса иғтибар бирергә кәрәк, тип ҡыҙыҡһындыҡ. Ул дөрөҫ туҡланыу кәрәклеген әйтте.
Ярыштың иң күңелле, иң тулҡынландырғыс мәлендә, яуланған урындарҙы әйтеп, еңеүселәргә бүләктәр биреү тантанаһында, Өфө ҡала округы хакимиәте башлығы Ирек Ялалов һуңғы ике йыл эсендә бөтәһе 23 хоккей ҡумтаһы сафҡа индерелеүен, киләсәктә тағы кәмендә һигеҙ тиҫтәгә яҡын майҙансыҡ эшләнәсәген белдерҙе. Ул йәнә спорт һөйөүсе балаларға бәхеттәр, уңыштар теләне.

Илгиз ИШБУЛАТОВ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 26.02.16 | Ҡаралған: 1041

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru