«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
МӨМКИНЛЕКТӘР БАР ҘА УЛАР МЕНӘН ФАЙҘАЛАНЫУСЫЛАР АҘ
+  - 

"Киске Өфө"нөң 3-сө һанында "Йәмғиәт фекеренә ҡолаҡ һалыу фән өсөн дә, идара итеүселәр өсөн дә кәрәк" тигән диалогты уҡып сыҡҡас, унда күтәрелгән ҡайһы бер мәсьәләләр буйынса бер нисә фекер әйтмәксе булдым. Ысынлап та, бөгөн йәмғиәт фекеренә ҡолаҡ һалмайынса, халыҡтың тын алышын, уй-ниәттәрен белмәйенсә алға китеп булмай. XIV-XV быуаттарҙа алтын һәм көмөш тәңкәләр, XVI быуат урталарында тауар дәүләт көсөн билдәләһә, бөгөн был ҡараш тамырынан үҙгәргән һәм дәүләт көсөн бары тик уның халҡы күрһәтә, тип һанала. Шуға күрә лә, хатта бәләкәй генә ауыл менән дә идара итеү, дөрөҫ сәйәсәт алып барыу өсөн социологтарға ла, демографтарға ла эш етерлек.

Әңгәмә барышында тарих фәндәре кандидаты Гөлдәр Хилажева демографик процестарҙы сағыштырып, ҡала менән ауыл араһында ҙур айырма булыуын билдәләй. Эйе, цивилизациябыҙ юғары кимәлгә күтәрелгән, заман технологиялары үҫешкән заманда йәшәһәк тә, ҡала менән ауыл араһындағы ҡайһы бер ыңғай һәм кире айырмалыҡтар бөгөн дә һаҡланып ҡалған һәм улар социаль-иҡтисади мәсьәләләрҙә генә түгел, ә рухи ҡиммәттәрҙә, быуындан-быуынға күсә килгән традицияларҙа асыҡ күренә. Был айырмалыҡтар халыҡтың йәшәгән мөхитенә, матди хәленә, йәмғиәттә тотҡан урынына ла тығыҙ бәйләнгән. Академик Мазһар Иҫәнбаев республиканы ете зонаға бүлеп тикшергән кеүек, беҙ ҙә райондарҙы һәм шул районға ингән ауылдарҙы айырып ҡараһаҡ, һәр ҡайһыһының үҙенә генә хас булған үҙенсәлектәргә һәм сифаттарға эйә булыуын күрер инек. Мәҫәлән, Белорет районында 19 ауыл хакимиәте биләмәһе бар. Был биләмәләрҙең иҡтисади һәм демографик хәле лә төрлөсә. Ошо ауылдарҙа йәшәгән халыҡтың ниндәй тормош позицияһы алып барыуы ла, мәҡәләлә Гөлдәр Хилажева билдәләгәнсә, шәхсән үҙҙәренән тора. Сағыштырыу өсөн төрлө хакимиәткә ҡараған Нура, Аҙналы һәм Сермән ауылдарын ғына алырға мөмкин.
Нура ауылы бәләкәй генә, халыҡ иҫәбе өс йөҙгә лә тулмай. Оптималләштереүгә бәйле, ауылдағы тулы булмаған урта мәктәп башланғыс итеп ҡалдырылған. Эш урыны булмағанлыҡтан, йәштәр ҙә ситкә китергә тырыша. Йәштәр өсөн төрлө программалар эшләһә лә, барыһы ла уның менән файҙалана белмәй. Кемеһенеңдер мәшәҡәтләнеп йөрөргә түҙемлеге етмәй, икенсеһенең документ юлларға аҡсаһы юҡ. Хакимиәт ҡулынан килгәнсә ярҙам итергә тырышһа ла, әлегә был әүҙемлек бер яҡлы ғына килеп сыға. Шуға ла, дәүләт ярҙамы менән үҙ мөйөшөн булдырырға теләүселәр ҙә бик һирәк, бер нисә ғаилә генә "Әсәлек капиталы"н файҙаланып, йорт күтәргән. Араларында был аҡсаны ла маҡсатҡа ярашлы тотонмаусылар бар. Көтөүлектәр булмағанлыҡтан, ауылда малсылыҡ менән шөғөлләнеү отошло түгел. Ә бына ҡош-ҡорт үрсетеү, баҡсасылыҡ, туризмды үҫтереү буйынса мөмкинлектәр бар. Тәүәккәлдәр, ныҡыштар бынамын итеп үҙ эшен асып ебәрә ала. Тик әллә дәрте, сәме юҡ, әллә инде битарафлыҡ баҫҡан, халыҡ үҙ мөмкинлеге менән файҙаланырға ашыҡмай. Нәҡ бына ошондай ауылдарҙа кеше потенциалы юғала ла инде, гөрләтеп донъя көтөрҙәй, ауылын үҫтерергә өлөш индерерҙәй кешеләр ситкә китә. Ә бына райондың Аҙналы ауылында хәлдәр икенсерәк. Был ауыл да әллә ни ҙур түгел, бөтәһе 535 кеше йәшәй, хужалыҡтар һаны 148. Шулай ҙа бында ауыл тормошоноң файҙаһын күрә, шифаһын тоя белгәндәр, рәхәтләнеп мал, ҡош-ҡорт аҫрағандар, баҡса үҫтергәндәр йәшәй. Шәхси хужалыҡтарҙа 349 баш - эре, 230 баш ваҡ мал, 80 баш йылҡы булыуы үҙе генә лә ошоға асыҡ дәлил булып тора. Май сүлмәге тышынан билдәле, тиҙәр. Аҙналыға килеп инеү менән матур йорттар, төҙөк ихаталар күҙгә салына. Урам буйҙары ла таҙа, бөтә урамды йәмһеҙләп ултырған емерек өйҙәр ҙә күренмәй. Мал тотоусылар күп булғанлыҡтан, районда көнүҙәк проблемаға әйләнгән көтөү мәсьәләһе лә уңышлы хәл ителгән. Халыҡ тормош проблемаларына ҡарамай, заманса уңайлыҡтары булған матур йорттарҙа етеш ғүмер итә. Эш урындарына маҡтанырлыҡ булмаһа ла, аҡса эшләү юлдарын да һәр кем үҙенсә табырға тырыша. Кемдер көн һайын ҡалаға йөрөп эшләһә, икенселәре йыл әйләнәһенә ҡалаға алып барып һөтөн, эремсеген, майын һата.
Яҙғы эштәр иһә тиреҫ һатыу менән башланып китә. Йәйен - емеш-еләк, көҙгөһөн бәшмәк йыйыу ҙа ҙур ғына килем килтерә. Ауыл ерендә малдың, унан килгән табыштың файҙаһын яҡшы аңлай ауылдаштар. Бөгөн ауылдарҙа күпләп мәктәптәрҙе ябалар, тип зарланғанда, аҙналылар был яҡтан да әүҙемлек күрһәтте һәм ябырға тип хәл ителгән ерҙән мәктәптәрен һаҡлап ҡала алды.
Cермәндә ике меңгә яҡын кеше йәшәй. Эшләйем тигәндәренә эш урындары ла етерлек: эшҡыуарлыҡ үҫешкән, социаль объекттар күп. Шул арҡала йәштәр ҙә ҡалаға китергә әллә ни атлығып тормай. Социаль-иҡтисади шарттар яҡшы булғас, тыуым кимәле лә юғары. Илебеҙҙең ҡайһы бер төбәктәрендә күпләп ауылдар бөткәндә, Сермән биләмәһендә яңы Иҙел ауылы барлыҡҡа килеүе, республикала ғына түгел, хатта Рәсәй кимәлендә аптыратырлыҡ ваҡиға булды. Бөгөн был ауылға бер нисә йәш ғаилә тәүгеләрҙән булып нигеҙ ҡорған, унда тулыһынса электр уты үткәрелгән. Бында 472 йорт, мәктәп, балалар баҡсаһы, спорт-һауыҡтырыу һәм сауҙа-көнкүреш комплекстары төҙөләсәк, тип планлаштырыла. 2040 йылда яңы ауылда 1500 кеше йәшәйәсәк, мәктәптә 400-ҙән ашыу бала уҡыясаҡ, ә балалар баҡсаһына 150-нән ашыу бала йөрөйәсәк, тип күҙаллана. Ошоларҙы миҫалға килтергәндә, Сермән ауылының хакимиәт башлығы Айытбай Зәбир улы Әйүпов кеүек алдынғы ҡарашлы, юридик һәм иҡтисади яҡтан белемле етәкселәр булғанда, ауылда кеше потенциалын үҫтереүгә йүнәлтелгән шарттар ҡала менән сағыштырғанда күпкә насар, тип, бөтәһен бер ҡалыпҡа һалыу ҙа дөрөҫ булмаҫ ине. Дәүләткә генә ышанып, ҡул ҡаушырып ултырмағанда, ауылда ла мөмкинлектәр етерлек. Бөгөн Белорет ҡалаһынан Сермән ауылына йөрөп эшләүселәр, унда төпләнергә теләүселәр бар икән, урындағы етәксенең был йәһәттән дөрөҫ сәйәсәт алып барыуын, ауыл инфраструктураһын, эшҡыуарлыҡты үҫтереп, эш урындары булдырыуға ҙур өлөш индереүен билдәләмәйсә булмай. Бында, социология фәндәре кандидаты Рим Вәлиәхмәтов әйткәнсә, көнбайыш тәжрибәһенә лә эйәрергә кәрәкмәй, бары тик ауыл мөмкинлеген дөрөҫ файҙаланыу өсөн шарттар булдырыу ғына мөһим. Һүҙ ҙә юҡ, был йәһәттән эштең иң ауыры һәм яуаплыһы, тәү сиратта, хакимиәт башлыҡтарына төшә. Уларҙың урындағы бюджетты һаҡсыл һәм файҙалы итеп тотона белеүе, социаль проблемаларҙы уңышлы хәл итеүе, инфраструктураны үҫтереүе һәм иң мөһиме - халыҡ мәнфәғәтен етди контролдә тотоуы арҡаһында ауыл менән ҡала араһындағы айырмалыҡ та кәмей төшә. Ошонда уҡ Сермән хакимиәтенең үҙҙәре проект төҙөп, ауылды һыулы, утлы итеүҙәрен дә маҡтап телгә алырға була. Миллионлап аҡса талап ителгән күп эштәрҙе сермәндәрҙең үҙҙәре башҡарып сығыуы республикала ла ҡыҙыҡһыныу уятты, яңы тәжрибә системаһы буйынса урамдарҙы яҡтыртыу, халыҡты һыу менән тәьмин итеү буйынса райондарҙан кәңәш һорап килеүселәр ҙә бик күп. Етәксенең алдан күрә белеүсәнлеге, киң фекер йөрөтөүе Рәсәйҙең һәм республиканың төрлө дәүләт программаларына эләгергә лә ярҙам итә. Был иһә, йәмғиәттә тотороҡло урын, иҡтисади-социаль үҫеш тигәнде лә аңлата.
Мәҡәләне йомғаҡлап, шуны әйтергә була: кеше потенциалын үҫтереү етәкселектән, дәүләттән генә тормай, ул халыҡтың әүҙемлегенә, битараф булмауына ла бәйләнгән. Ә инде халыҡ менән бер ҡаҙанда ҡайнап йәшәгән етәкселәр идара иткәндә, кеше потенциалын үҫтереүгә лә, демография мәсьәләләрен нығытыуға ла ныҡлы нигеҙ һалына. Ул ваҡытта халҡыбыҙға ла бер ниндәй ҙә урбанизация хәүефе янамаясаҡ, милләтәштәребеҙ сит ҡалыптарға яраҡлашмайынса, иркенләп үҙ ерендә, үҙ мөхитендә, туған телендә һөйләшеп йәшәй аласаҡ.

Эльза МӨХӘМӘҘИЕВА.
Белорет ҡалаһы.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 14.03.16 | Ҡаралған: 1219

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru