«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТЕГЕ ДОНЪЯЛА ЛА ЯУАП БИРӘҺЕҢ БАР
+  - 

"Ниндәйҙер таныш булмаған кеше оло йәштәге яңғыҙ инәйҙе иҫәңгерәтә һуғып, аҡсаһын, һыуытҡыстағы ризыҡтарын алып киткән", тигән хәбәр йәшен тиҙлегендә таралды ауылға. Әлбиттә, ул әҙәмде тотоп, язаһын да биргәндәрҙер. Ошо хәлдән һуң күп кенә кешеләр ишектәренә йоҙаҡ элеп ҡуйҙы. Ләкин өйөңдә бикләнеп ултырып ҡына ҡотолоп буламы икән был афәттән? Һуңғы йылдарҙа ҡайһы бер әҙәмдәр тарафынан хаҡлы ялдағыларға, яҡлауһыҙ ҡалған кешеләргә "һунарҙар" йышайҙы. Ветерандарыбыҙҙың орден-миҙалдарын урлауҙан башлағайнылар, хәҙер ниндәй генә мутлыҡтарға бармайҙар, хатта фатирҙарын да тартып алыуға тиклем килеп еттеләр бит. Бындай башҡа һыймаҫ алама ғәҙәттәр буш урында ғына барлыҡҡа килмәне шул.

90-сы йылдарҙа Үҙәк телеканалдарҙан аҙғын тормош, көсләүҙәр, талауҙарға ҡоролған фильмдар күрһәтелә башланы. Көнө-төнө ниндәй генә төр һыралар, ниндәй генә иҫерткес эсемлектәр маҡтап һөйләнмәне, хатта ул эсемлектәрҙең ҡайһылары хөкүмәт башлыҡтарының исемдәре менән аталды. Беҙҙең Учалы ҡалаһының "Юбилейный" магазинына, мәҫәлән, шул замандарҙа уйын-автомат ултыртып ҡуйҙылар. Аҙыҡ-түлеккә сиратҡа торғандағыға ҡарағанда уйын-автомат янында кешеләр күберәк йыйылғандыр әле. Ҡайһы бер кешеләрҙең кө-нө буйына шунда тапанып торғанын күрергә тура килә торғайны. Хәҙер йәшерен рәүештә ҡуйылған уйын-автоматтарҙы юҡ итеү тураһында һүҙ алып барған булалар ҙа ул. Бер тапҡыр ҙа эшләмәйенсә, ошолай итеп тә аҡсалы булып була, тип күрһәткәстәр, ул уйын-автоматтар тиҙ генә бөтмәҫ шул.
Әлеге ваҡытта бер туҡтауһыҙ ҡыҫҡартыуҙар барғанда, иртәгәһе көндөң нисек булырын күҙ алдына килтерә алмағанда, кеше нимәгә ышанып йәшәргә тейеш һуң? Йәмғиәттә төрлө холоҡло кешеләр йәшәй, көслө рухлылары ла, көсһөҙҙәре лә. Кемдәрҙер яҡлауға мохтаж. Бөтә кеше лә эшҡыуар булып бөтә алмай. Көсһөҙҙәре тиҙ генә күңел төшөнкөлөгөнә бирелә, араҡыға үрелергә лә күп ҡалмай. Араҡыһы булмаһа, самогоны бар бит әле, уныһы булмаһа, осһоҙло ғына фунфуриктары ла ярап тора. Шул фунфуриктарҙы эсеп, күпме кеше һәләк булды, күпме әсәләрҙең, ҡатындарҙың, балаларҙың күҙ йәштәре түгелде. Кемдәрҙер, гонаһ йыйып, кешенең әсе күҙ йәштәрендә аҡса эшләй. Ниңә шул ағыуҙарҙы һатыуҙы тыймайҙар икән? Реклама яһағандай, хатта телевизорҙан самогон аппараттары эшләүсе заводтарҙы ла күрһәтәләр. Ул самогон аппараттарын Өфөнөң ҙур сауҙа үҙәктәрендә һаталар, тип тә ишеткәйнек.
Учалы районына килен булып төшкәс, ирем менән Ҡотой һигеҙ йыллыҡ мәктәбенә эшкә килдек. Йәшлек йылдарыбыҙ ошо ауылда үтте. Уҡытыусы булараҡ ҡанат нығытыу, тормошта сынығыу юлдарын да ошо коллективта алдыҡ. Һәр уҡыусым бөгөнгөләй күҙ алдымда тора. Һуңынан Өргөн, Рысай, ҡаланың 10-сы мәктәбендә, 12-се лицейҙа эшләргә тура килде. Хаҡлы ялға сыҡҡас, йәшлек юлдарыбыҙҙан үтәйек әле, тәүге эшләп киткән Ҡотой, Ҡолош ауылдарын, уҡыусыларыбыҙҙы күреп киләйек, тип, шул тарафтарға юл алдыҡ. Күп кенә уҡыуысыларыбыҙҙың донъя ҡороп, матур итеп йәшәгәндәренә ҡыуандыҡ. Ләкин шулар араһында эскенән миктәгәндәре, үҙ ғүмеренә ҡул һалып һәләк булғандары ла етерлек ине.
"Ҡайҙа һин, муйыл төҫлө сөм-ҡара күҙле моңло гармунсым, ҡайҙа һин дәрестә мут ҡына йылмайып ултырған алһыу йөҙлө шаянҡайым, ҡайҙа һеҙ күҙҙәренән күгәрсен сәскәләре кеүек нурҙар сәсеп торған һылыу-һылыу егеттәрем..." тип, йөрәгем әрнеп, илап ҡайттым мин был ауылдарҙан. Кәләштәре, балаларын алып, үҙ тыуған яҡтарына ҡайтып киткәндәр, өйҙәренең тәҙрәләре өңөрәйеп, моңайышып тора.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, шул егеттәр араһында кәләш алып өлгөрмәгәндәре лә бар ине. Юҡ, был уҡыусыларымдың береһе лә эскесе ғаиләнән түгелдәр. Улар заманында "Урал" колхозын байытам, тип, көнө-төнө һеперелеп эшләп йөрөгән һәйбәт, эшсән кешеләрҙең балалары.
Элек эсеп үлгәндәрҙе, үҙ ғүмерҙәренә ҡул һалғандарҙы, зыяраттан тышта ерләй торғайнылар. Хәҙер был донъянан тәбиғи китеүселәргә ҡарағанда, ошо рәүешле һәләк булғандар күберәк, шулар иҫәбенә зыяраттар ҙа ҙурайҙы инде. Борон ололар берәйһе үҙ ғүмеренә үҙе ҡул һалһа: "Ах, был кеше ауылға, туған-ырыуына насарлыҡ килтерҙе бит", - тип һуҡранырҙар, уның зат-зәүеренә лә шикләнеберәк ҡарарҙар ине. Бынан бер нисә йыл элек күренекле генә бер врачтан: "Ҡайһы милләт халҡында суицид күберәк?" - тип һорағайным, ул: "Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙең башҡортта күберәк шул", - тине әсенеп.
"Атайҙарыбыҙ һуғышта баштарын һалғас, беҙҙе олатайҙар, бабайҙар ысын ир итеп тәрбиәләне", тип һөйләгәйне бер оло ғына ағай. Ауыр ваҡытта был быуын кешеләренә бер ниндәй ҙә психолог кәрәкмәгән, олатайҙар, өләсәйҙәр һүҙе уларға им, дауа булған. Ҡыҙғаныс: хәҙер егеттәребеҙ, олатай йәшенә етеү түгел, атай булып та өлгөрмәй, эскелеккә һалыша, башын элмәккә тыға. Иң ҡурҡынысы: эсеп үлеүҙәр, суицид ғәҙәти хәлгә әйләнеп барған һымаҡ. Ҡотолоу юлҡайҙары бармы икән был афәттәрҙән, тигән уйҙар килә башҡа. Тағы ла иң аптыратҡаны шул: һаманға тиклем иҫерткес эсемлектәр һатылған магазин мәғариф учреждениеларынан нисә метр алыҫлыҡта булырға тейеш, тип баш ваталар. Балаларыбыҙҙың киләсәк яҙмышы ниндәй булыуҙан да мөһимме икән был иҫерткес эсемлектәрҙе һатыу?
Үҙем йәш саҡта эшләп киткән Бөрйән районының Үрге Нөгөш ауылында булған хәлде һөйләйем әле, бәлки, фәһем булыр, кемдәрҙер тәүбәгә ҡайтыр. Октябрь айҙары тирәһе ине. Дәрес бара. Ҡапыл нимәлер дөңк итеп ҡалды. Балалар ҙа, мин дә ырғып киттек. Нимә булды икән, тип, йүгереп тышҡа сыҡтым. Магазинда һатыусы булып эшләгән ағай айыу яһауы менән үҙен-үҙе атҡан тинеләр. Ул көн һайын туп-тура ғына баҫып эшкә китә лә, эсеп, иҫереп, һөйрәлеп саҡҡа ҡайтып тәгәрәй ине. Күп эсә торғас, был яҡты донъяла йәшәүенең мәғәнәһе лә ҡалмағандыр. Береһенән-береһе ваҡ ҡына ете балаһы атайһыҙ тороп ҡалды, иң олоһо 5-се класта уҡый ине. Элек муллалар кешене ерләгәндән һуң ҡәбер янында тороп ҡалырҙар ине. Уларҙың аҙаҡ, кемгәлер һорау ҡаты килде, кемгәлер һорау йомшаҡ килде, тип һөйләгәндәрен хәтерләйем. Был юлы ла ауылдың муллаһы, әүлиә Уйылдан бабайыбыҙ (уның тураһында "Киске Өфө" гәзитендә яҙғайным) бер ирҙе туҡтатып, фәһем бирер өсөндөр инде, үҙенең эргәһендә ҡалырға ҡуша. Ир зыяраттан ҡото осоп килеп сыға. Аҙаҡ: "Туғандар, был донъя нимә генә ул, теге донъяла бик ҡурҡыныс икән", - тип һөйләп йөрөй. Ҡылған ҡылыҡтары өсөн әҙәм балаһы теге донъяла ла яуап бирә икән шул. "Гүргә кергән кире сыҡмаҫ", тигән ата-бабаларыбыҙ. Шуға ла әҙәм балаларына, Хоҙай Тәғәлә һеҙгә ғүмер бүләк иткән, гүргә керергә ашыҡмай тороғоҙ. Һеҙ исемен фамилия итеп алған олатайҙарығыҙ: "Шәжәрәне дауам итергә, балаларыңа, ейән-ейәнсәрҙәреңә быуындар аҡылын тапшырырға тейеш инең бит. Ниңә бурысыңды үтәмәй, хурлыҡлы рәүештә, ашығып килдең бында, үҙең менән бергә шәжәрәне дауам итер балаларҙы ла һәләк иткәнһең бит", тип рәнйер, тип әйтке килә...

Шәһүрә ӘХМӘҘИЕВА.
Учалы районы.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 14.03.16 | Ҡаралған: 1270

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru