«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Йәмғиәтебеҙҙә бөгөн әхлаҡлылыҡ кимәле ниндәй дәрәжәлә һәм был юҫыҡта һеҙҙе борсоған йәки ҡыуандырған мәсьәләләр бармы?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ӨЙРӘНЕЛМӘГӘН ХЕҘМӘТТӘРЕНДӘ ЛӘ ӘЛЛӘ КҮПМЕ СЕР, МӘҒЛҮМӘТ БАРҘЫР
+  - 

Халҡыбыҙҙың исеме быуаттар аша ла ҡалҡып сығып милләт данын күтәргән уландары бар. Шуларҙың береһе - Мөхәммәтсәлим Өмөтбаев. Беҙ уның мәғрифәтсе, әҙип, ғалим һәм йәмәғәт эшмәкәре булыуы хаҡында мәктәп йылдарынан белеп үҫтек. Ләкин былар барыһы ла айсбергтың өҫкө өлөшө генә. Хатта бөгөнгө көн ғалимдарыбыҙ тарафынан өйрәнелеп, баҫмаға сығарылған мираҫ та М. Өмөтбаев эшмәкәрлеген тулыһынса асып һала алмай әле. Белгестәр әйтеүенсә, архивтарҙа арҙаҡлы шәхесебеҙҙең уҡылмаған йәки тәржемә ителмәгән бихисап ҡулъяҙмалары һаҡлана. Был хаҡта Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәге ғалимы, филология фәндәре докторы Миңлеғәле Хөсәйен улы НӘҘЕРҒОЛОВ менән һөйләштек.

Мөхәммәтсәлим Өмөтбаевтың кем булыуы хаҡында һөйләп тороу, бер яҡтан, артыҡ та кеүек, икенсе яҡтан, ул әле һаман да өйрәнелеп бөтмәгән шәхес булараҡ та ҡыҙыҡлы. Белеүебеҙсә, ул төрлө ерҙәрҙә, өлкәләрҙә эшләгән һәм һәр ваҡыт ижад менән генә лә шөғөлләнмәгән. Шулай итеп, ғүмеренең ҡайһы осоро уны яҙыусы булараҡ аса?

- Иң беренсе сиратта беҙ уны Башҡортостандың һәм башҡорт халҡының тарихи, матди һәм рухи мәҙәниәте тураһында һөйләүсе шағир, тарихсы һәм этнограф булараҡ беләбеҙ. Унан иһә, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре итеп таныйбыҙ. Уның ижады, әлбиттә, һуғыштан һуңғы йылдарҙа ғына өйрәнелә башлай. Унда ла совет заманына яраҡлы булғандары ғына һайлап алына. Заһит Шәрҡи, Петр Ищериков, Шакир Шакиров, Авзал Ҡудаш кеүек авторҙар иң беренсе булып уның хаҡында мәҡәләләр яҙып сыға. Шулай ҙа уны яҙыусы, ғалим һәм эшмәкәр булараҡ Әхнәф Харисов аса. Был төплө мәҡәлә һуңынан башҡа ғалимдар хеҙмәттәренә лә нигеҙ булып ята. Һуңғараҡ Мөсәлиә Хәйруллина, Тимерғәле Килмөхәмәтов, Салауат Галин, Суфиян Сафуанов, Ғиниәт Ҡунафин кеүек ғалимдар бөгөн уҡыусыға билдәле булған хеҙмәттәрен яҙҙы.
Әҙиптең ижади эшмәкәрлегендә Өфө ҡалаһында йәшәгән осоро, йәғни 1880-1907 йылдар айырым урын тота. Нәҡ ошо йылдарҙа ул үҙенең төп фәнни хеҙмәттәрен, дәреслектәр әҙерләгән, шиғырҙарын, ярымәҙәби, ярымпублицистик характерҙағы сәсмә әҫәрҙәрен ижад иткән, туған халҡын борсоған проблемалы мәҡәләләрен, ғарызнамәләрен яҙған. Был тәбиғи. Халыҡ араһында ихтирамы булған белгескә кәңәш һәм ярҙам һорап, ябай кешеләр генә түгел, Өфө ҡалаһы башлығы С. Волков, губернатор Н. Богданович кеүек ҙур түрәләр ҙә мөрәжәғәт итә. Шул үтенестәргә ҡолаҡ һалып, М. Өмөтбаев үҙенең "Башҡорттар", "Йәмғиәт тәртиптәре" исемле хеҙмәттәрен ижад итә, айырым кешеләр һәм дөйөм халыҡ исеменән үҙәктәге рәсми органдарға ғарызнамәләр, шикәйәтнамәләр яҙа.

Беҙ хәҙер уның ижадын да, мәғрифәтселек эшмәкәрлеген дә өйрәнәбеҙ, ә бына сәйәсмән, йәмәғәт эшмәкәре булараҡ нимәләр билдәле уның хаҡында?

- Эҙмә-эҙлекле һөйләгәндә, был бик күп ваҡытты алырға мөмкин, шунлыҡтан бер нисә айырым миҫалды ғына телгә алып китәм. Ҡырымда йәшәп эшләгән сағында шундай хәл була. Ҡырым мосолмандары араһында мәсеткә һалынған мал, йорттар, ерҙәр кеүек оло хәйриәне бүлеү мәсьәләһендә ғауға сыға. Рәсәй Эске эштәр министрлығы айырым комиссия ойоштора, уны генерал-майор Чингисхан етәкләй. Бөтөн Рәсәй буйынса Ҡырым татарҙарының телен тәржемә итеүсе һәм генерал-майорҙың ярҙамсыһы итеп М. Өмөтбаев тәғәйенләнә. Был үҙе үк уның мәртәбәле, абруйлы кеше булыуын һүрәтләй.
1906 йылда Өфөлә иң тәүге төрки-татар телле гәзитте ойоштороуҙа ла күп көс һала ғалим. "Ислам донъяһы" тип аталған был гәзитте әҙерләү, даими баҫтырыу мәсьәләләрен юллау, рубрикалар өҫтөндә эшләү - барыһы ла уның иңенә ята. Тағы ла бер генә урында туҡталам. Өфө губернаһы губернаторы Богданович башҡорт халҡының ауыр йәшәйешен яҡшыртыу юлдарын асыҡлау маҡсатында шулай уҡ милләттең төп белгесе тип иҫәпләп Өмөтбаевҡа мөрәжәғәт итә. Ә Мөхәмәтсәлим Ишмөхәмәт улы быға яуап итеп "Йәмғиәт тәртиптәре" тигән бик ҙур хеҙмәт яҙа. Был эш ҡулъяҙма килеш тороп ҡала. Яҙмаларҙа әҙип чиновникты халҡыбыҙҙың тарихы, этнографияһы, менталитеты менән таныштыра һәм уның ни өсөн ошодай хәлдә ҡалыу сәбәптәрен аңлата. Бөлгөнлөктөң иң төп сәбәбе итеп ул ер мәсьәләһен күтәрә. Унан белем һәм башҡа сәбәптәргә күсә. Мөхәммәтсәлим Өмөтбаев шул заманда алға ҡуйған сәбәптәр бөгөн дә актуаль.
Тыуған яғына ҡайтҡас, ул кантон идаралығының тәржемәсеһе сифатында башҡорт ғәскәренә хеҙмәткә тәғәйенләнә. Һуңғараҡ Ҡырмыҫҡалы улысы мировой аралашсыһының писары була. 1869 йылда ул ошо уҡ улыстың старшинаһы итеп һайлана һәм был вазифала ун йыл эшләй. Был ваҡыт арауығында милләттең аҙ сәйәси мәсьәләләрен хәл итмәй ул.

Архивта М. Өмөтбаевҡа ҡағылышлы күп кенә хаттар ҙа һаҡлана, тигәйнегеҙ. Иң ҡыҙығы, моғайын, шуларҙыр...

- Эйе, бында әҙип исеменә килгән туҡһандан ашыу һәм ул яҙған утыҙ туғыҙ хат бар. Сәләмдәр Өфөнән, Стәрлетамаҡтан, Бөрөнән, Троицкиҙан, Ҡаҙандан, Һарытауҙан, Мәскәүҙән, Санкт-Петербургтан, Ташкенттан, Сәмәрҡәндтән, Истамбулдан һәм башҡа төбәктәрҙән ебәрелгән. Уларҙың эстәлеге иһә үҙе бер китап. Мәҫәлән, Зәйнулла Рәсүлевтың ике хаты һаҡлана. Тәүгеһендә - ул хат 1892 йылдың 12 майында яҙылған - автор Мөхәммәтсәлим Ишмөхәмәт улынан 6 дана яңы сыҡҡан дәреслеген ("Ҡыҫҡа фәнгә инеш тәржемәһе") ебәреүен үтенә, киләһе хатында иһә шул ебәрелгән китаптар өсөн рәхмәт белдерә һәм икеһенә таныш булған ҡайһы бер кешеләрҙең хәл-әхүәлен бәйән итә. Башҡорт шағиры Сафуан Яҡшығоловтың да хаты бар. Ул 1901 йылдың 13 июнендә Өфө өйәҙе Яңы Яппар ауылынан яҙылған. Автор М. Өмөтбаевтың эшмәкәрлегенә сикһеҙ һоҡланыуын шиғри юлдар менән белдерә. Бынан тыш, шиғри хат менән мөрәжәғәт итеүселәргә Бөрө өйәҙе Сикәлекүл ауылынан Ғәбделкәбир Ғәбделмөнировты, мәғрифәтсе-педагог Хәсән-Ғата Мөхәмәтов-Ғәбәшиҙе индерергә була. Ырымбур ҡалаһында мөғәллим булып эшләгән Камал Ҡотоевтың да ике хаты һаҡлана. Тәүгеһендә автор үҙенең һаулығы тураһында хәбәр итә һәм Өфөгә килгәндә М. Өмөтбаев менән осраша алмағанына үкенес белдерә. Икенсе хатында К. Ҡотоев М. Өмөтбаевтың "Йәдкәр" китабын ыңғай баһалай һәм уның бер нисә данаһын ебәреүҙе үтенә. Бында шулай уҡ Александр Пустовалов исемле шағирҙың хәтирә итеп бүләк ителгән ике лирик шиғыры ла ята. Хатында автор үҙен әҙиптең яҡын дуҫы һәм коллегаһы тип атай. Хаттар араһында шулай уҡ Ҡаҙанда нәшер-китап баҫыусы булып эшләүсе Ибраһим Тереғоловтың да яҙмалары бар. Автор М. Өмөтбаевтың "Диләрәч" исеменең тарихы тураһындағы мәҡәләһен Ҡаҙан гәзиттәренең береһенә, йә Ҡаҙан университеты эргәһендәге Археология, тарих һәм этнография йәмғиәте баҫмаһына тәҡдим итәсәге, ә "Татар нәхүсенең мохтасары" ("Ҡыҫҡа татар теле синтаксисы") дәреслеген китапсы сауҙагәрҙәргә тапшырасағы тураһында хәбәр итә. Хатының аҙағында И. Тереғолов ғалимдың "Йәдкәр" китабы хаҡындағы фекерҙәрен әйтә һәм үҙенең хәл-әхүәлен белдерә.
Әлбиттә, хаттар хаҡында бик күп һөйләргә була, сөнки уларҙа мәғлүмәт тә, яңылыҡтар ҙа етерлек. Был хатлашыусы кешеләр ябай хәбәрләшеү менән генә сикләнмәй, улар төрлө сәйәси хәлдәрҙе, яңы әҫәрҙәрҙе анализлай, үҙҙәренең фекерҙәрен белдерә. Ул бик күп ғалимдар, әҙиптәр, дин эшмәкәрҙәре, сәйәсмәндәр менән тығыҙ бәйләнештә торған. Бында М. Өмөтбаевтың үҙенең шәхесенән тыш, башҡа бик күп билдәле шәхестәрҙең ижады, яҙмышы асыла.

Миләүшә ХӘБИЛОВА әңгәмәләште.
(Дауамы бар).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 14.03.16 | Ҡаралған: 1612

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡал! 8 апрелдән 18 апрелгә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 786 һум 24 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru