«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ӨС БАЛАМ ДА БЕР АТАНАН БУЛҺЫН, ТИНЕМ...
+  - 

Ғәҙәттә, билдәле кешеләр күҙ алдында ғына түгел, ә тел осонда ғына йәшәй. Ә инде ул ҡатын-ҡыҙ икән - бигерәк тә. Халыҡ араһында бер күренеүе була, уны прическаһынан алып аяҡ кейеменә ҡәҙәр "сәйнәп сәйнәйҙәр". Ә инде әйткән һүҙҙәре, фекерҙәре, аңлап еткән-етмәгәндә лә, йөҙ төрлө сағылышта ҡулланыла, тейешле һәм тейеш булмаған һығымталар яһала, уйҙырмалар сығарыла. Шундай тел осонда йөрөгән ҡыҙ-ҡатындар артистар араһында ла, яҙыусылар рәтендә лә, ғалимдар иҫәбендә лә, сәйәсмәндәр сафында ла бар. Яңы рубрикабыҙҙа беҙ танылған ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың яҙмышын үҙҙәре һөйләүе буйынса бәйән итмәксебеҙ. Бар хәбәрҙәр ҙә улар ауыҙынан сығып, уҡыусыбыҙ ҡолағына тура ғына барып инәсәк. Тап тормошта булғанса. Бөгөнгө героинябыҙ - Гөлдәр ИШҠЫУАТОВА. Күп кенә телепроекттар авторы, йырсы, композитор, шағирә, әсәй һәм иҫ киткес һәләтле, гүзәл ханым.

Гөлдәр, ғаиләлә үҙаллылыҡ һиңә ҡасандан бирелде? Нисә йәштә үҙеңә ҡағылышлыны үҙаллы хәл итеү хоҡуғы бирелде һиңә?

- Бик бәләкәйҙән. Дөрөҫөрәк итеп әйткәндә, минең хоҡуғым бер ваҡытта ла сикләнмәне лә. Бәлки, был атай-әсәйемдең бер бөртөк балаларын иркәләтеүҙәренең шундай бер үҙенсәлекле юлы ла булғандыр - белмәйем, әммә улар минең Хоҙай ҡушмаған идеямды ла, башланғысымды ла кире ҡайырманы, тыйманы. Хәтеремдә, түшәк тегеп ҡарау теләге тыуғас, төҫлө тауар эҙләп, әсәйемдең күлдәктәренә килеп төртөлдөм. Шунда әсәйем күҙ ҙә йоммайынса, "Ал!" тине. Уйлап ҡараһаң, түшәк хаҡы ул күлдәктәрҙең бер еңенә лә тормағандыр инде, әммә ул ниндәйҙер яңы эш башҡарып ҡарау теләгемде һүндермәне.
Әлбиттә, атай-әсәйем кәңәш тә итте, "Мин шулай-шулай уйлайым, әммә һин үҙең дөрөҫ тип һанағанса эшлә", тинеләр. Ҡай саҡ: "Уйлашығыҙ һуң миңә, нисек итергә белмәйем бит..." тип үпкәләй ҙә инем. Ошо тәңгәлдә шуны ла әйтеп үткем килә: бер бала, тип, мине бәпләп ултырған да кеше булманы. Мин малай менән ҡыҙ араһындағы бер кеше булдым. Ҡыҙҙар йомошон дә үтәнем, шул уҡ ваҡытта атайым менән баҡсала, балыҡта, ат-аҙбар араһында ла буталдым. Ауылда ла дуҫтарым малайҙар ине.
Үҙаллылыҡҡа килгәндә, сәнғәт юлын һайлағас та, атай-әсәйемдең фекере икенсерәк булһа ла, һуңғы һүҙҙе миңә ҡалдырҙылар.

Билдәлелекте тиҙ яуланың. Ғәҙәттә, йәштән ҡапыл балҡыған йондоҙҙар ашығып дөрләп-янып, тиҙ генә һүрелеп тә ҡуя. Ә һин инде ике тиҫтә йылдан ашыу сәхнәлә, һаман үҫеү юлындаһың. Был хеҙмәттә ниндәй яғың көслөрәк, тип уйлайһың: һәләтме, тырышлыҡмы, һәр һөнәргә маһирлыҡмы?

- Белем. Мин ниндәй өлкәлә лә белемде иң беренсе урынға ҡуям. Тәбиғәт биргән тауыш менән генә, һеҙ әйтмешләй, артыҡ оҙаҡ балҡып булмаҫ ине. Һәләтем бар икән, мин уны белем менән нығытып ҡуйырға тейеш инем. Элек тә, хәҙер ҙә үҙемә йырҙарҙы үҙем туплайым, кәрәк булһа, шиғырын да яҙам, көйөн дә. Был тәңгәлдә башҡорт телен яҡшы белеүем, иркен һөйләшә һәм фекерләй алыуым менән ғорурланам. Мин бер ваҡытта ла "Мин һине яратам, иртәнсәк таң ата" тигән эстәлектәге йыр башҡармаясаҡмын. Шиғырҙың ниндәй әҙәби жанр икәнен аңлайым һәм һүҙ ҡәҙерен беләм. Әле туҡһанынсы йылдарҙа, аҙмы-күпме йырҙарым тупланғас, кассета сығарырға кәрәклекте аңланым. Был хаҡта әсәйемә әйттем. Ул һәр ваҡыттаса, янып, "Давай!" тине. Студент саҡта, аҡсаға мохтажлығым булмаһа ла, бер уҡыу йортона йөрөп, иҙән йыуа инем. Шунан өйҙәгеләр биргәнгә үҙемдең йыйғанды ҡушып, тот та кассета сығарырға Ҡаҙанға сығып кит! Хәҙер аптырайым, үҙем бала ғынамын, аҡса тотоп алғанмын, ул кассета сығарыуҙың әле бер рәтен белмәйем. Тәүге кассетам шулай сыҡты.

Кейәүгә сығыуың да тормошоңдағы башҡа ваҡиғалар кеүек ҡапыл һәм тиҙ хәл ителгән ваҡиға булған, тип ишеткәйнем?

- Эйе. Балаларымдың атаһы, үҙе әйтеүенсә, миңә алдан ғашиҡ булып йөрөгән. Миңә өйләнергә теләүе хаҡында әле беҙ таныш булмаған саҡта уҡ барыһына ла әйтеп сыҡҡан. Телевизорҙан күреп ҡалһа: "Ошо минең ҡатыным буласаҡ!"- тигән. Һәм бер ваҡыт Өфөгә килеп, мине шундай иғтибарға, ихтирамға күмеп ташланы. Бик матур, күңелемде ҡуҙғатырлыҡ эштәр эшләне, арбаны, әүрәтте, ҡыҫҡаһы, башым "зыр-р" әйләнеп, кейәүгә сығып та киттем. Иҫемә килгәндә, ҡулымда улым бар ине инде. Бөгөн бергә булмаһаҡ та, беҙ насар йәшәмәнек. Ул мине ижадтан, аралашыуҙан, рухи үҫеүҙән сикләмәне. Әлбиттә, артыҡ иғтибар ҙа итмәне, әммә ҡанатымды ла ҡайырманы. Шул саҡта ул: "Һинең урының ошонда", - тип, өйҙә ултырырға ғына ҡушһа ла мин буйһонор инем. Балалар бер-бер артлы ғына тыуҙы. Берәүһенең ике йәше тулыуға, йәғни күкрәктән айырылыуға, буйымда икенсеһен күтәрҙем. Уларға, өйгә, иргә һәм шулар араһында ҡалайтыптыр ижадҡа ла бүленергә тура килде.

Өс бала атаһы менән арағыҙҙы өҙөү ҙә бик үк еңелдән булмағандыр?

- Араларҙы беҙ ауырттырып, талашып-тартышып, шартылдатып өҙмәнек. Был хәл яйлап, төрлә хәл-ваҡиғаларҙа иҫбатлана-иҫбатлана башҡарылды. Әйтеп үтеүемсә, бер-бер артлы тыуған сабыйҙарға әүрәһәк тә, икебеҙ ике донъя кешеһе икәнде аңларлыҡ булдыҡ бер мәл. Беҙҙе шул балаларҙан башҡа бер нәмә лә бәйләмәй ине. Ғәҙәттә, шундай хәлдә ғаиләләрҙә бер-береһен аңламауҙа, ихтирам итмәүҙә ғәйепләүҙәр башлана. Ә беҙ ултырҙыҡ та һөйләштек. Мин бәләкәсемә ауырлы саҡта уҡ иремдең минән китерен белдем һәм шуға риза инем. Ул ҡаршы булды. Күптәр миңә: "Китеп барған ирҙән нишләп бала табаһың?" - тине, йәнәһе, уны тоторға тырышам инде. "Өс балам да бер атанан булһын ине", - тинем. Бөгөн, әлбиттә икенсе төрлөрәк уйлайым: беҙгә тағы ла бала кәрәк.

Яңғыҙлыҡ осорон да кисерҙегеҙ, тимәк...

- Яңғыҙлыҡ - бик киң төшөнсә бит ул. Әллә күпме халыҡ араһында ла яңғыҙ булырға һәм шул уҡ ваҡытта бер үҙең ҡалып та, яңғыҙ булмаҫҡа мөмкин. Минең осраҡта иһә, өс ваҡ бала менән үҙеңде яңғыҙ тойоп ҡара! Унан һуң, минең эргәмдә бит һәр саҡ минең аҡыллы, һөйөклө әсәйем булды. Унһыҙ, әлбиттә, күпкә ауырыраҡ булыр ине.
Шулай ҙа мейемде ҡапыл икенсе юҫыҡта эшләтеп алып китерҙәй, намыҫланып, ажарланып ҡуҙғып китерҙәй ҙә мәлдәр булманы түгел. Жуково ауылына әсәйемә барып, сумка-сумка аҙыҡ-түлек тейәп, әлеге өс бала менән туҡталышҡа сыҡтыҡ. Бәләкәй булһалар ҙа, уларҙа ла йәшелсәле пакеттар, рюкзактар бар. Автобус үтеп бара, беҙ уның артынан йүгереп барып саҡ өлгөрҙөк. "Ах та ох" килеп, саҡ тырмашып менеп ултырғас (уларға ярҙамлашырға ҡулдарым буш түгел), кинйәкәүем үпкәләп ҡарап: "Шәп йүгерәһең, бәхет һине ҡыуып етә алмай ҡуйһа", - тине. Шул ҡараштан тетрәнгән мин, намыҫланып барып, машина һатып алдым һәм рулгә ултырҙым. Ана шулай, инде күндем тигәндә генә балалар йәки яҙмыш тарафынан ниндәйҙер арҡаға төртөп ебәргәндәй этәргес хәл була ла, мин тағы ла йүгерә-атлай алға китәм...

Ә бына бизнесҡа тотоноп китеүгә нимә этәргес булды?

- Әйттем бит әле, ҡай саҡ үҙем дә аңламаған нәмәләр эшләп ҡуям да, ниндәйҙер бер-береһенә бәйле ваҡиғалар сылбырынан барып-барып, саҡ шул эшемдең асылын асып ҡуям, тип. Үәт, был да шундай хәл ул. Бер мәл мин иҡтисад факультетына уҡырға инергә булып киттем. Ниңә икәнлеген үҙем дә белмәйем. Шул ҡаңғырыҡ мәлемдә, ижад һәм балаларҙан тыш, мин тағы ла нимәгәлер әүрәргә тейеш инем, буғай. Ниәтемде әсәйемә әйттем. Ысынында, декретта ултырам, аҡсаһыҙ саҡ, балаларҙы ҡарарға кәрәк, эшем бөтөнләй икенсе юҫыҡта - нимәгә инде миңә иҡтисад, шулай бит? Әсәйем "Бар!" тине. Һәм мин уҡып киттем. Ҡай саҡ үҙемде, нишләп йөрөйһөң һин бында аҡса туҙҙырып, тип әрләп ташлайым. Мин бит инде имтихандарҙы ҡуйҙырып та ала ала инем, юҡ, аҡсамды йәлләп, белем алырға, шул иҡтисадты аңларға тырышам. Балаларымдың ауыҙынан өҙөп түләп тә бер ни белмәһәм, оят бит. Һәм уҡыуҙы тамамлар алдынан ғына миңә шундай фекер килде: халыҡҡа иҡтисад нигеҙен телевидение аша алып барып еткереү. Шул уйҙан "Бай" тапшырыуы барлыҡҡа килде. Беҙҙә халыҡ иҡтисадты һәм уға бәйле эштәр системаһын белмәй, аңламай. Сөнки уға бәләкәйҙән төшөндөрмәгәндәр. Сит илдә бит ғаилә бюджеты, уның килемдәре, сығымдары хаҡында мәктәптән үк уҡытыла, һәр йәш кеше бизнес эшен, аҡса эшләү тәртиптәрен белә. Ә беҙҙекеләр быға яңы өйрәнә, унда ла институтта ғына.
Шулай итеп, мин Баймаҡ районына барып, юҡ, ҡайтып, ташландыҡ фермала һөт аҙыҡтары етештереү цехы асып ебәрҙем. Дуҫтарым: "Нишләп әллә ҡайҙа ер аяғы ер башына киттең, баш ҡалаға яҡын ерҙәрәк туҡта, беҙ ярҙамлашырбыҙ", - тинеләр. Үҙем дә шулай уңайлыраҡ икәнен аңлайым инде. Әммә... тыуған төйәгемә аҙ ғына булһа ла файҙа иткем, эш урындары булдырғым, халыҡты үҙҙәре етештергәнде тотона белергә өйрәткем килде. Һәм мин Баймаҡты һайланым.

Үҙең шул фермаға барып эшләгәнең булдымы?

- Башта шунан ҡайтып инә алманым. Килеп күрһәгеҙ, танымаҫ инегеҙ. Спецовкала, яулыҡта, сәс унан-бынан ҡойолоп тора, ҡулда көрәк йә һәнәк. Тиҙәк көрәйем, һыйыр һауам, улай-былай йөк ташыйым, цех ҡоролмаларын көйләйем. Туғандарым: "Кит, исрафлама үҙеңде, һин бында резина итектә йөрөр кеше түгел", - тип әйтеп тә ҡараны. Бер яҡтан, аңлайым да кеүек, икенсе яҡтан, мин ярты юлда туҡтай алмайым. Шулай бер саҡ фермаға яғыулыҡ үткәрергә кәрәк булды. Дуҫтарым аша оҫта эҙләйем. Тыуған яҡтарына ялға ҡайтҡан бер кешенең телефон номерын бирҙеләр. Шул яҡшы эшләй, ҡиммәт тә һорамаясаҡ, тинеләр. Шылтыраттым, килде, таныштыҡ, бергә эшләй башланыҡ. Мин "алып бир, алып кит" ролендә йөрөп ятам. Бик әҙәпле, ипле генә. "Һеҙ" кимәленән төшмәйбеҙ. Өсөнсөмө-дүртенсеме көнгә мин үҙемде туҡтауһыҙ был кеше хаҡында уйлап йөрөүҙә тота башланым. "Гөлдәр, - мин әйтәм, - һинең проблемаларың аҙмы?"

Тимәк, был һинең буласаҡ...

- Туҡта, үҙем һөйләп бөтәм! Йөрөй-йөрөй ҙә был миңә: "Һеҙ нисек итеп был эште яңғыҙ алып барырға йыйынаһығыҙ? Һеҙ етди уйлайһығыҙмы ул?" - тип ысынлап хайран булып китә. Ә мин уның нимәгә тотонһа ла эшләй алғанына, сөйҙән башлап ҡатмарлы электроникаға тиклем белгәненә аптырайым. Аҡылына, ҡылыҡтарына, һөйләшеүенә һоҡланам. Ҡыҫҡаһы, күңелем сиртә, әммә үткән тәжрибәләрем ауыҙлыҡлай. Шулай "һеҙ, һаумыһығыҙ, һау булығыҙ" тип йөрөп, ун биш көн ваҡыт үтеп китте, эште тамамланыҡ. Матур итеп хушлаштыҡ, ҡул ҡыҫыштыҡ. Ҡапҡа алдында ул үҙ машинаһына, мин үҙемдекенә табан йүнәлдек. "Все, бөттө! Хәҙер мин уны бер ваҡытта ла күрмәҫмен, башҡа йомош-фәлән, шылтыратыр сәбәп юҡ", - тип уйлайым. Барып, машинам ишеген асҡайным - әллә нимә булды. Боролоп, "Рөстәм!" тип өндәштем. Ул шунда уҡ әйләнеп ҡараны һәм секунд эсендә барыһы ла хәл ителде - йүгереп барҙым да ҡосаҡланым да ҡуйҙым. Ул мине күтәреп алып әйләндерҙе! Ошо тәңгәлдә ҡатын-ҡыҙҙарға ғорурлыҡтың да кәрәк урында ғына кәрәк икәнлеген сер итеп әйткем килә. Яратҡан кешең янында нимәгә ул ғорурлыҡ?

Һәм?..

- Һәм шунан алып беҙ бергә. Башта ярты йылдай хистәребеҙҙе һынап ҡараныҡ. Ул йә был, йә теге эштә ярҙамлашып йөрөп, яйлап әсәйем, балаларым менән танышты. Мине яулаған аҡылы, ярҙамсыллығы менән уларҙы ла ҡаратып алды. Бер көндө балаларға: "Рөстәм ағайығыҙ менән бергә йәшәһәк, нисек булыр икән?"- тигәйнем, "Урра" ҡысҡырҙылар...

Ярҙамсыллығы, аҡыллы булыуынан тыш, тағы ла ниндәй яҡтары ғашиҡ иттерҙе һине?

- Беләһеңме, мине ундағы ирҙәрсә, хатта артыҡ ирҙәрсә сифаттары әсир итте.

Мәҫәлән?..

- Мәҫәлән, иң башта ҡатын-ҡыҙ булараҡ бындай ауыр эште алып бара алыуыма шик белдереүе. Бығаса бит минең нимәнелер эшләй алмаҫыма ышанмаған, шикләнгән йәки йәлләгән ир кеше (атайым күптән мәрхүм инде) юҡ ине! Икенсенән, ауырлыҡты ҡулымдан алырға, ярҙамлашырға тырышып тороуы. Унан инде: "Мин әйткәндә тик кенә тор, үҙем хәл итәм, үҙем эшләйем, минең һүҙҙе йыҡма", - тигән һүҙҙәре бөтөнләй бәлшәйтте. "Хоҙайым, был донъяла минең йөгөмдө лә бушатып алырҙай, ҡатын-ҡыҙ урыныма күрһәтерҙәй ир бармы икән ни? Рәхмәт! Рәхмәт!" тип һөйөндөм.

Балаларыңдың үҙ аталары менән мөнәсәбәте барҙыр бит?

- Әлбиттә. Уның атай булыуын әлегә берәү ҙә юйып ташламаған. Килә, балалары менән күрешеп тора, байрамдарҙы, ялдарын бергә үткәрәләр. Башта балаларға: "Атайығыҙҙан аҡса һорамағыҙ, улай итмәгеҙ, былай итмәгеҙ",- тип сығара торғайным. Бер көн Рәстәм: "Балалар менән атайҙарының араһына ҡыҫылма, нимә алып бирергә йәки ни эшләргә ул үҙе белер, уның да хоҡуғы һинеке кеүек үк", - тип тыйғас, өндәшмәйем. Ул балаларымдың атаһы хәлен яҡшы аңлай, сөнки үҙе лә миңә тиклемге ғаиләһендәге ҡыҙҙары менән тығыҙ бәйләнештә. Миңә уның үҙ балаларын да контролдә тотоуы, улар өсөн күп мәсьәләләрҙе хәл итеүе, талапсан да, йомшаҡ та була белеүе оҡшай. Әсәй булараҡ, артыҡ сарбаулап китһәм дә, малайҙарым менән айырым, ирҙәрсә һөйләшә. Баҫым яһарға бирмәй. Шуға улар хәҙер мине нисектер урап үтеп, күп һорауҙарын Рөстәм ағалары менән хәл итеп ҡуйыуҙы хуп күрә кеүек.

Шулай итеп, бөгөн һин бәхетле. Ә шул бәхетте мәңгелек итеү өсөн үҙ өҫтөңдә эшләйһеңме? Үҙгәрергә, элекке хаталарҙы ҡабатламаҫ өсөн икенсерәк булырға кәрәктер, тип иҫәпләмәйһеңме?

- Үҙгәрҙем, үҙем өсөн, эстән. Мин хәҙер бер нәмәлә лә алға ырғымайым, ҡылыс болғамайым. Урыным өйҙә, аш бүлмәһендә, йоҡо бүлмәһендә икәнлекте төшөндөм. Быға мине иңемдәге яуаплылыҡты бүлеп алып, арҡалап, иркәләп өйрәттеләр. Хатта һыйырҙар араһында сәсем-башым туҙып, сабыулап йөрөп ятҡанда ла, ул миңә "Һин иң матуры!" ти. Шунан минең тағы ла матурыраҡ булғым килә. Бөтә ҡатын-ҡыҙ ҙа шулай ул. Проблемаларға күмелгән һайын - һулый, ә һаҡлаған, наҙлаған һайын - сәскә ата.

Һин үҙеңде балаларың, ғаиләңдән тыш, тағы кем алдында яуаплы итеп тояһың?

- Һис һүҙһеҙ, милләтем алдында яуаплымын. Әйткәндәй, иң беренсе сиратта ҡатын-ҡыҙ яуаплы милләт алдында. Ул - милләт әсәһе! Ул үҙ милләтенә бала табырға, уны матур итеп үҫтерергә, күңелдәренә илһөйәрлек, телһөйәрлек һәм рухи тойғолар һалырға тейеш бит һуң. Юҡһа, кем башҡара ала был бурысты?..

Бизнес эштәре нисек?

- Ул әлегә башланғыс ҡына. Шулай ҙа Баймаҡ һөт аҙыҡтарының сифатын һәм тәмен Өфө яҡтары самаланы инде, шундуҡ һатып алып бөтәләр. Был ауылдаштарыма үҙе етештергән аҙыҡ-түлеген ҡуллана белергә өйрәнергә бер стимул булһын ине. Өфөнән йөрөп, төпкөл районда ферма тотоу, әлбиттә, артыҡ төшөмлө эш түгел. Быныһын аңлайбыҙ. Ләкин яҡташтарым яйлап был шөғөлдө үҙ ҡулына алыр, тип ышанам. Башҡортостан юлдаш каналындағы "Бай" тапшырыуында ла мин милләтебеҙгә аҡса эшләү юлдарын өйрәнеүҙе маҡсат итеп ҡуйҙым. Ни эшләп беҙҙә һаман "бай" төшөнсәһе кире ҡараш тыуҙыра һуң әле? Бай - ул егәрле, әүҙем, аҡыллы, тырыш, инициативалы, көслө рухлы кеше. Шул сифаттарһыҙ кеше бай була алмай, бай булып тыуғанда ла ул байлыҡты үҙенә эшләтеп, һаҡлап тота алмай. Бай булыуҙан оялмаһын ине беҙҙекеләр, бай булырға ынтылһын, тырышһын ине.

Шулай итеп...
Әңгәмә аҙағында Гөлдәрҙән: "Ижадҡа урын ҡаламы һуң был эшлекле, мөхәббәтле тормошта?" - тигән һорау бирҙем. "Ижадҡа мин бер ваҡытта ла айырым урын бирмәнем, - тине Гөлдәр. - Тәҙрәгә ҡарап ултырып йырлау минең холоҡта түгел. Ижади пландар хәҙер Баймаҡ-Өфө юлында, фермала, ҡырҙа йәки аш бешергәндә ҡорола. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, элеккегә ҡарағанда күпкә ҡыҙыҡлыраҡ ижад емештәрем..." Ҡыҫҡаһы, тормошоноң һәр өлкәһендә лә уңыштар теләйек Гөлдәргә. Һәм тағы... Йә, кемдәр ауыҙынан үҙ яҙмышы хаҡында ишеткегеҙ килә, тип тә өндәшәбеҙ гәзит уҡыусыларға.

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА әңгәмә ҡорҙо.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 14.03.16 | Ҡаралған: 1333

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru