«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АУЫРЫУҘЫҢ ХӘЛЕ ЙЫЛЫ ҺҮҘҘӘН ДӘ ЯҠШЫРА АЛА
+  - 

2014 йылда 8-се ҡала клиник дауаханаһы Башҡортостан Республикаһы Башлығының сифат өлкәһендә премияһына лайыҡ булды. Был медицина учреждениеһының башҡа дауаханаларҙан айырмаһы нимәлә булыуы һәм башҡа һорауҙарға яуап табыу маҡсатынан дөйөм терапия бүлеге мөдире Лилиә ФӘЙЗУЛЛИНА менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

Лилиә Әнүәр ҡыҙы, Республика Башлығының премияһын алғандан һуң ниндәйҙер үҙгәрештәр булдымы: яуаплылыҡ арттымы, сирлеләргә ҡарата мөнәсәбәт үҙгәрҙеме?

- Беҙҙең дауахана баш ҡаланың Орджоникидзе районы халҡына киң профилле медицина ярҙамы күрһәтә. Киң профилле ашығыс ярҙам күрһәткәс, бик йыш үҙебеҙҙең территорияны ғына түгел, ә яҡын тирәләге стационарҙар - Иглин районынан, Шаҡшанан ебәргән пациенттарҙы хеҙмәтләндерергә тура килә. Ғөмүмән, беҙҙә даими рәүештә үҙгәрештәр бара, яңынан-яңы бойороҡтар килә, яңылыҡтар индерелә, яңы ҡорамалдар һатып алына, эш стиле үҙгәрә. Яңы, яҡшы ҡорамалдар булһа, беҙгә лә диагностика үткәреү еңелерәк. Ә ваҡытында ҡуйылған диагноз - ул ҡыҫҡа ваҡытта һәм дөрөҫ дауалау. Һөҙөмтәлә халыҡты күберәк ҡабул итеү, һөҙөмтәле дауалау алымдары ҡулланыу мөмкинлеге тыуа. Әммә интенсивлыҡ эш һөҙөмтәһенә зыян килтерергә тейеш түгел. Учреждение хеҙмәткәрҙәре заман менән бергә атлай, төрлө саралар уҙғара һәм ҡатнаша. Йәш белгестәрҙе һөнәри коллективҡа ҡабул итеү тантанаһында, мәҫәлән, тотош коллектив ҡатнаша. Өлкән табиптар тәжрибә уртаҡлаша, хаталанмаҫ өсөн нимә эшләргә кәрәклеген аңлата. Йәш, урта һәм оло быуындың ныҡлы бәйләнеше булдырылған. Шулай уҡ һәр кем үҙ өлкәһе буйынса һөнәри конкурстарҙа, район тормошонда, спорт ярыштарында, Сәскәләр байрамы һәм башҡа шундай сараларҙа әүҙем ҡатнашабыҙ.

Бер нисә йыл рәттән илдә диспансерлаштырыу үткәрелә. Уның һөҙөмтәләре тойоламы, ниндәйҙер үҙгәрештәр бармы?

- Бөтөн яҡшы нәмә - ҡасандыр онотолған иҫке нәмә, тигән кеүек, беҙ элек булған системаға кире ҡайтабыҙ. Әлбиттә, скрининг ысулдары туберкулез кеүек социаль сирҙәрҙе асыҡлауҙа ярҙам итә. Әйткәндәй, районыбыҙ туберкулез сире буйынса ҡаланың барлыҡ дауаханалары араһында беренсе урында тора, был яҡында промзона булыуына ла бәйлелер, моғайын. Икенсе яҡтан, халыҡ составы ла төрлө, социаль статус та ҡаланың башҡа райондары менән сағыштырғанда икенсе. Диспансерлаштырыу шулай уҡ бик йыш онкологияны башланғыс стадияһында асыҡларға ярҙам итә. Артабан инде бындай ауырыуҙан күҙ яҙлыҡтырмай, уны тейешле дауалау учреждениеларына йүнәлтергә кәрәк. Юҡһа, ҡайһы бер сирлеләр үҙ һаулыҡтарына ҡул һелтәп, башҡа белгестәргә барып етмәй.

Полиция хеҙмәте тураһында, хәүефле лә, ауыр, ҙа, тип йырланыла. Кеше ғүмерҙәре һағында торған табиптар тураһында нисек әйтергә мөмкин?

- Хәүефле тип әйтә алмайым, ләкин һәр хеҙмәттең үҙ ауырлығы бар. Сөнки хәҙер кешенең холҡо бик ауыр, барлыҡ тормош -көнкүреш, ғаилә, ғөмүмән, социаль ауырлыҡтары уның характерына үҙ эҙен һала. Бынан 30 йыл элек булған халыҡ - ул бөтөнләй икенсе категория. Бөгөн кешенең проблемалары күберәк, улар бер-береһенән генә түгел, медицина хеҙмәткәрҙәре яғынан да үҙҙәренә ҡарата йылы мөнәсәбәт көтә. Шуға ҡайһы ваҡыт пациенттың ауырыуын ғына түгел, уның тотош хәл-торошон дауаларға тура килә. Сөнки арабыҙҙа яңғыҙаҡтар, күңел төшөнкөлөгөнә бирелгәндәр күп. Улар менән 10-15 минут һөйләшеү ҙә уның хәл-торошон үҙгәртеүе мөмкин, бары тик кешенең һөйләгәнен тыңлай белергә генә кәрәк. Был үҙе дауалауҙың бер төрө, кешенең хәлен еңеләйтеүҙең бер ысулы. Шул уҡ ваҡытта кешелә агрессивлыҡ көсәйҙе. Быға иҡтисади көрсөк тә үҙ йоғонтоһон яһай, икенсе яҡтан, кешеләр үҙ-ара бик аҙ аралаша. Хәҙер хатта күршеңдә кем йәшәгәнен дә белмәйбеҙ бит. Кеше үҙ-үҙенә бикләнде. Йәштәрҙең аралашыуы компьютер, төрлө гаджеттар аша бара. Китап уҡыу онотолдо. Компьютер аша арлашыу бар, әммә унда хис-тойғолар сыҡмай, организмда тороп ҡала һәм ул ниндәйҙер ағзала туплана бара. Һөҙөмтәлә йылдар үткәс теге йәки был ауырыу килеп сыға.

Миҙгелгә бәйле ниндәй терапевтик ауырыуҙар бар?

- Ҡурылдай, ҡурылдай астмаһы, сей яра ауырыуҙары, ғөмүмән, миҙгел араһында барлыҡ хроник сирҙәр киҫкенләшә. Әйтеп китеүемсә, киҫкен ауырыуҙар (үпкә шешеүе, ҡурылдай) бик аҙ, күпселек сирҙәр (гастрит, сей яра, холецистит, панкреатит) - хроник. Диета алмашынғанда, һауа атмосфераһы баҫымы үҙгәргән ваҡытта ла улар үҙен һиҙҙертә башлай. Йөрәк-ҡан тамырҙары проблемаһы булғандар, ишемия сирлеләр, гипертониктар - улар барыһы ла олоғая бара һиҙгергә әйләнә. Кеше бит йәш өҫтәлеү менән ауырыуҙарынан арынмай, киреһенсә, улар өҫтәлә генә бара. Халыҡ ҡартая, олоғая, матдәләр алмашыныуы, дарыу ҡабул итеү дозаһы, дарыуҙарҙың тап килеүе үҙгәрә. Шуға миҙгел алышынған ваҡыттарҙа күберәген ололар менән эшләргә тура килә. Бигерәк тә пневмония күп. Уны миҙгел ауырыуы, вируслы инфекция эҙемтәһе, тиһәләр ҙә, быйыл ҡыш пневмония менән сирләүселәрҙең һаны артыуын миҙгелгә бәйләп булмай. Йәйгеһен дә ауырыусылар күп. Был тап иммунитеттың түбән булыуына бәйле лә инде.

Һуңғы ваҡытта кешеләрҙән, үҙен бигүк шәптән тоймауы, әммә анализдары һәйбәт һәм табиптар аныҡ ҡына диагноз ҡуя алмай, тигән һүҙҙәрҙе йыш ишетергә тура килә...

- Анализдарҙың яҡшы булыуы ғына кешенең сәләмәтлеге күрһәткесе була алмай. Бәлки, тап әле әйтеп киткән нервылар системаһына бәйле, психосоматик сәбәптәр булыуы мөмкин. Шул уҡ ваҡытта табиптар лаборатор анализдар буйынса ғына түгел, ә махсус ҡорамалдар ҡулланып тикшереү үткәргәндә, сирҙең сәбәптәрен таба. Мәҫәлән, яман шештең башланғыс этаптарында ауырыу билдәләре дөйөм анализдарҙа асыҡланмауы ла мөмкин. Ғөмүмән, хәҙер шундай ауырыуҙар өсөн шул-шул кәрәк, тигән ҡараш үҙгәрҙе, сөнки кеше стандарт йәки билдәле алгоритм түгел бит, күпме кеше бар, уларҙың организмы шул тиклем үҙенсәлеккә эйә булыуы ихтимал. Кемдәлер шул уҡ сир күҙгә күренеп үтһә, кемдәлер ул бөтөнләй һиҙелмәй. Шуға, комплекслы тикшереү генә аныҡ диагноз ҡуйыуға нигеҙ була ала. Анализдары яҡшы булып та, кеше үҙен насар тоя икән, ул бит барыбер табипҡа килә. Ниҙер борсой икән, тимәк, уйланырға урын бар. Бәлки, уға ысынлап та психологик ярҙам кәрәктер. Әгәр кеше үҙендә уңайһыҙлыҡ тойһа, ул бит йүнләп эшләй алмай, уның эшмәкәрлеге түбәнәйә. Шуның өсөн, организмда саҡ ҡына үҙгәреш тойғанда ла табипҡа мөрәжәғәт итергә, хәл-торошто тотороҡландырырға кәрәк.

Дөрөҫ туҡланыу һәм дөрөҫ хәрәкәтләнеү - был хаҡта, моғайын, һәр табип көнө-төнө тылҡыйҙыр. Һуңғы ваҡытта халыҡ араһында скандинав атлауы менән мауығыусылар күбәйә...

- Бөгөн магазин кәштәләре тиҙ әҙерләнгән һәм эшкәртергә еңел аҙыҡ-түлек менән тулы. Әммә уларҙы тәбиғи тип әйтеп булмай. Беҙгә барыбер ҙә ата-олатайҙарыбыҙ туҡланған ябай ризыҡты ҡулланырға кәрәк. Картуф икән - картуф, дөгө икән - дөгө генә. Уларҙы ҡыҙҙырырға, ниндәйҙер химик тәмләткестәр ҡушырға ярамай. Ризыҡ ни тиклем ябай, ул шул тиклем сәләмәтлек өсөн файҙалы. Хәрәкәткә килгәндә, ысынлап та, бик аҙ хәрәкәтләнәбеҙ, ә хәрәкәт - ул тормош нигеҙе. Уның махсус системаларын белмәйһең икән, белгәнеңсә хәрәкәтлән. Мәҫәлән, эштән сыҡҡас, шунда уҡ туҡталышҡа барып, транспортҡа ултырып ҡайтырға мөмкин йәки бер-ике туҡталышты йәйәү атлап үтергә була. Шулай уҡ күп ҡатлы йорттарҙа йәшәүселәр лифт көтөп торғансы, бер нисә ҡатты йәйәү менә ала. Күптәрҙең эше компьютерға бәйле һәм улар көнө буйы ултырырға мәжбүр. Ултырған ваҡытта организмда ҡан әйләнеше боҙола. Ә ҡан туҡтауһыҙ йөрөргә, мускулдар ҙа эшләргә, һәленеп торорға түгел, ә тығыҙ булырға тейеш. Медицина күҙлегенән ҡарағанда, компьютер алдында көнөнә тәнәфестәр менән 3-4 сәғәт кенә ултырырға кәрәк. Шуға эш араһында тәнәфес яһап алыу мотлаҡ. Хәрәкәттә - бәрәкәт, тигәнде бит бөгөн генә уйлап сығармағандар, ул быуындар туплаған тәжрибәнән килә.

Шулай итеп...
"Кешенең сәләмәтлеге һинең медицина ярҙамыңдан йәки йылы һүҙеңдән яҡшырып киткәнен күреү - иң яҡшы бүләк, хеҙмәтеңдең баһаһы, һөнәреңде дөрөҫ һайлауыңдың күрһәткесе. Был тормошта иң мөһиме - яратҡан кешең, һине аңлаған ғаиләң һәм ҡәнәғәтлек килтергән эшең булыуылыр, моғайын", - ти Лилиә Әнүәр ҡыҙы. Артығын өҫтәп тороу ҙа кәрәкмәйҙер.

Зәйтүнә ӘЙЛЕ әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 14.03.16 | Ҡаралған: 1466

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru