«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҠЫҘҘАРЫБЫҘ МӘСКӘҮҘӘ ЛӘ ҺЫНАТМАЙ
+  - 

Илебеҙҙең баш ҡалаһында өсөнсө тапҡыр "Мәскәү һылыуҡайы" гүзәллек бәйгеһе уҙҙы. Конкурста баш ҡаланың төрлө юғары уҡыу йорттарында белем алған ун башҡорт ҡыҙы ҡатнашты.

"Мәскәү һылыуҡайы" - баш ҡалабыҙҙа йәшәгән милләттәштәребеҙҙең иң көтөп алған байрамына әйләнде. Был юлы ла Мәскәү химик технологиялар университетының конкурс барасаҡ тамаша залына дүрт йөҙҙән ашыу кеше йыйылды.
Йылдан-йыл был конкурста ҡатнашыусылар һаны ла арта, бәйге этаптары ла ҡатмарлаштырыла, ҡыҙығыраҡ була бара. Быйылғы бәйгенең темаһы башҡорт ҡатын-ҡыҙының боронғоһона һәм бөгөнгөһөнә арналды. Ҡыҙҙар үткән заманда йәшәгән рухи остазына хат яҙҙы. Хаттар бөйөк шәхестәр араһында Рәми Ғарипов, Зәйнәб Биишева, Рабиға Ҡушаева, граф Перовский, Зәки Вәлиди һәм башҡаларға адресланғайны. Тағы бер конкурс этабы - башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының түшелдереген эшләү - тамашасы күңеленә бигерәк хуш килде. Һәр ҡыҙ үҙенең түшелдерегендә ырыуының символын йә районының гербын, йә ниндәйҙер башҡа йөкмәткене һүрәтләне. Интеллектуаль конкурс ваҡытында ҡыҙҙар тормоштарындағы ниндәй уңыш өсөн Оскар алыр һәм бының өсөн кемгә рәхмәтле булырҙар ине, тигән һорауға яуап биреп, тапҡырлыҡҡа һынау үтте. Яуаптары ниндәй булдымы? Ҡыҙҙарҙың күбеһе иң ҙур уңыш итеп Мәскәүгә уҡырға инеүҙәрен, гүзәллек бәйгеһендә ҡатнашырға батырсылыҡ итеүҙәрен атаны һәм иң төп рәхмәттәрен ата-әсәләренә белдерҙе. Артабан бәйгесе ҡыҙҙар шаян "Тыпырҙаҡ"ты башҡарып, бейеү оҫталығын да күрһәтте.
- Һәр хәлдә, бәйге төрҙәре аша баһалама ағзалары конкурста ҡатнашыусы ҡыҙҙарҙың эске донъяһын да, характерын да, матурлыҡ һыҙаттарын да, талантын да, ҡул оҫталығын да күрә-тоя алды, - тине конкурстың режиссеры Фатима Янбаева. "Мәскәү һылыуҡайы"ның баһалама ағзалары ла бик абруйлыларҙан ине. Бына улар: Башҡортостан Республикаһының Рәсәй Президенты эргәһендәге тулы хоҡуҡлы вәкиле урынбаҫары Олег Матыцин, "Финэкспертиза" халыҡ-ара финанс компанияһы генераль директоры урынбаҫары Илгиз Байморатов, режиссер, Мәскәүҙәге Шиғри театр етәксеһе Вадим Матюнин, "Злата" ювелир йорто етәксеһе Марта Ананян, "Рәсәй гүзәле" конкурсы шеф-редакторы Алина Каракулина, дизайнер һәм продюсер Елена Мардаева, Мәскәү һәм Санкт-Петербург ҡалаларындағы Башҡортостан студенттары һәм аспиранттары төбәк-ара Ассоциацияһы етәксеһе Азат Бадранов, йырсы Рэдик Ефремов, Азия халыҡтары союзы етәксеһе Владимир Эрдниев, Бөтә Рәсәй халыҡ-ара йәштәр берлеге етәксеһе Кантемир Хуртаев, Татарстандың Мәскәүҙәге тулы хоҡуҡлы вәкиллегенең Йәштәр советы рәйесе Эмиль Файзуллин һәм Мәскәү тамашасыһының иң көтөлгән һәм яратҡан ҡунаҡтары - Башҡортостандан "Юлдаш" радиоһы дикторҙары Әхәт Мортазин һәм Фи-лүс Ҡасимов.
Шулай итеп, конкурс йомғаҡтары буйынса Гран-при һәм Swarovski ҡиммәтле таштары һәм кристалдары менән биҙәлгән таж, "Һомай" студияһынан ҡиммәтле тун 1-се Мәскәү дәүләт медицина университеты студенты, Ейәнсура ҡыҙы Илнара Нияҙғоловаға эләкте. Илнара үҙен республикабыҙҙа үтәсәк "Һылыуҡай" конкурсында ла һынап ҡарамаҡсы. Шулай уҡ "Мисс Азия. Мәскәү" гүзәллек бәйгеһе продюсеры Елена Мардаева башҡорт һылыуын конкурс финалына саҡырҙы. Беренсе урынға - Ямал-Ненец автономиялы округының Ноябрьск ҡалаһында тыуып-үҫкән башҡорт ҡыҙы Айгөл Аллағолова, икенсе урынды иһә Йылайыр ҡыҙы Гөлзифа Тутманова менән Учалынан Юлиә Әбүбәкирова бүлеште. Юлиә шулай уҡ "Мисс Интернет" номинацияһында еңеп, "Азия халыҡтары союзы" ойошмаһынан iPod Touch менән бүләкләнде. Өсөнсө урында - Йылайырҙан Аҡйондоҙ Сараева, Хәйбулланан Фәйрүзә Әбсәләмова, Баймаҡтан Гүзәлиә Байегетова. Гүзәлиә матур телмәре менән "Юлдаш" радиоһы дикторҙарын да әсир итте һәм уларҙың махсус бүләгенә - 30 мең һумлыҡ сертификатҡа эйә булды, радионың Мәскәүҙәге штаттан тыш хәбәрсеһе итеп эшкә саҡырылды. "Мисс Артислыҡ" номинацияһында Баймаҡ һылыуы Миләүшә Таһирова еңде. "Злата" ювелир йортоноң махсус бүләге - диадема менән Әлфирә Торсонбаева бүләкләнде. Ә "Башстатус" тип исемләнгән башҡорт интернет селтәрендәге иң ҙур төркөмдөң махсус призы Әбйәлил ҡыҙы "Мисс шарм" Регина Раяноваға тапшырылды.
Был сараға әҙерлек барышында ойоштороусылар тағы бер ҡыҙыҡлы проектты тормошҡа ашырҙы: конкурста ҡатнашыусы ҡыҙҙарҙы милли кейемдәрҙә Мәскәүҙең тарихи архитектура ҡоролмалары янында фотоға төшөрөп, матур календарь баҫтырып сығарҙы.

Фаягөл ЮНЫСОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 14.03.16 | Ҡаралған: 1208

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru