«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТАҒЫ ЛА ШУЛ ЭСКЕЛЕК ТУРАҺЫНДА
+  - 

Яңыраҡ ҡына райондан килгән бер танышымды осраттым. Тыуған ауылындағы ҡот осмалы хәлдәрҙе һөйләп, аптырауға һәм хафаға һалып китте ул. Был ауылда яҡын ғына ҡәрҙәштәрем йәшәгәнлектән, ишеткән хәбәрҙәргә ысынлап та борсолдом.

Был уҡытыусының ҡасандыр уҡыусыһы булған, әле үҙе лә пенсия йәшенә етеп барған бер ҡатынҡайҙың туҡтауһыҙ эскенән төн эсендә өйөндә йән биреп ятыуы, икенсе бер уҡыусыһының аҫылынып үлеүе, өсөнсөһөнөң дә эсеүҙән тамам миктәп, бауыры сереп вафат булыуы хаҡында күҙенә йәш алып һөйләүен битараф ҡына тыңлап та булмай ине. Эскеселәрҙе йәлләп түгел, үҙен ғәйепләп, насар уҡытыусы булғанмын, тип йәне аҙарыныуы ине был танышымдың. Уны йыуатып, ни әйтергә лә белмәнем. Уҡып йөрөгәндә ыңғай ғына балалар ине, ти уҡытыусы. Уҡып бөткәс тә башлы-күҙле булып, ауылда донъя ҡороп, балалар үҫтереп, ҡәҙимге тормош алып барғандар. "Ни арала эскегә бәйләнеп киткәндәр - һиҙмәй ҙә ҡалғанмын", - тип бөтөрөнә танышым. Дөрөҫ, ауылда сер һаҡлап булмай. Әлеге ҡатындың шым-шым самогон ҡоя башлауы хаҡында ишетеп, бер-ике тапҡыр әйтеп тә ҡарай ул. Тик яңғыҙаҡ ҡатындың, ир ҡулдары талап иткән эштәргә, бесән-утын хәстәрләү өсөн генә тотонам, тигән һүҙҙәренә ысын күңеленән ышанып, йәлләп кенә ҡуя ла, башҡаса был хаҡта ҡыҙыҡһынмай. Хәйер, күп ваҡыт ул ауылда ла тормай, күберәк ҡалалағы балаларында була. Йәнә лә уның йәшен ҡыуып, үксәһенә баҫып барған әҙәмдәргә аҡыл өйрәтеп буламы? Ҡартайған ата-әсәһе, туғандары һүҙен тыңлау түгел, уларға төкөрөп тә бирмәгән эскеселә намыҫ, оят ҡайғыһымы? Эскенән күҙе тонған туғаныңа өйрәтеп һүҙ әйтеп ҡара: йә уның мәңгелек дошманына әйләнәһең, йә дөмбәҫләнеүең дә бик ихтимал. Ундай ғибрәттәрҙе лә ишеткән бар.
Ә бит был хаҡта туҡтауһыҙ уйлай торғас, "туннель осонда яҡтылыҡ"тың, исмаһам, осмото ла күренмәгәс, яҡындарын тереләй көйҙөрөп, утҡа һалыусы, балаларын йөрәк өйәнәкле итеп, эшлектән сығарыусы бындай хәсрәттәргә йоғонто яһауҙың бер генә юлын төҫмөрләгәндәй булам: ул да булһа, әлеге лә баяғы тыйыу (сикләү, ҡаты контроль, административ саралар, мәжбүри дауаланыу). Тик был инде эскесенең яҡындары ҡулынан ғына килмәйәсәк, әгәр урындағы власть органдары был эшкә ныҡлап тотонмай икән. Һуңғы йылдарҙа йәмәғәтселек, бөтөн мир менән тип әйтерлек "Айыҡ ауыл" тигән конкурс ойоштороп, эскелеккә ҡаршы дәррәү генә күтәрелеп алғайныҡ. Һөҙөмтәләре лә булманы түгел бит. Булмаған урындарҙа ла хатта айыҡ ауылдар өсөн был күтәрелештең шаңдауы ғына ҡаҡлығыу ҙа эскелектән йонсоған кешеләрҙең йөҙҙәрендә өмөт нуры уята биреп ҡуйғайны. Оҙаҡ балҡыманы ул, үкенескә күрә. Дөрөҫөрәге, балҡымаҫ борон һүнеп тә ҡуйҙы. Ә бит ниәттәр ниндәй изге, шәп ине! "Айыҡ ауыл" конкурс итепме акция итепме, хәрәкәт итепме, дауам ителергә тейеш ул барыбер.
Йүнле кешеләр йәшәгән йүнле ауылдарҙа, үҙ мәнфәғәтендә генә түгел, иле өсөн дә тырышып йөрөгән етәкселәр хакимлыҡ иткән төбәктәрҙә ауылдарҙың рухи мөхите барыбер ҙә күҙ уңында тотола, айыҡлыҡ хаҡына байтаҡ матур саралар эшләнә. Улар, эйе, айыҡлыҡ өсөн көрәшә, ә күп кенә ауылдарыбыҙҙа иң тәүҙә эскелеккә ҡаршы ныҡ ҡына көрәш алып барырға кәрәк. Бындай ауылдарға абруйлы, ҡаты ҡуллы хужа - хакимиәт башлығы кәрәк. Ауыл башлығы вазифаһының, ауыл Советы депутаттарының әһәмиәтен, абруйын күтәреү, был вазифаға халыҡ араһында ойоштороу, тәрбиәүи-мәҙәни эштәрҙе гөрләтеп алып барырҙай "тере" кешеләр ҡуйылыуы шарт. Үкенескә күрә, хәҙер ҡайһы бер ауылдарға хакимиәт башлығы итеп осраҡлы кешеләр тәғәйенләнә, улар үҙҙәрен ситтәрҙең туйында ултырған "почетлы генерал" һымаҡ тота. Дөрөҫөрәге, уның ауылда бармы, юҡмы икәнлеге лә һиҙелмәй хатта. Урын биләп кенә ултыра ул. Ә ярҙамсыларының бар эше - "яһаҡ", эйй, һалым йыйыу. Ә район башлыҡтары уларҙың эш сифатын ошо өлкәлә план биреүҙәренә ҡарап ҡына баһалай. Һөҙөмтәлә ауылда кем бар, кем юҡ, кем ни менән шөғөлләнә, шул иҫәптән, кем самогон ҡойоп, кем ситтән арзан, хәүефле алкоголле эсемлек ташып көнө-төнө ауылдаштарын ағыулай - уларҙа бер кемдең дә эше юҡ. Әйтерһең дә, башһыҙ һыбайлы хәҙер бәғзе бер ауылдарыбыҙ - баш юҡ, ә һыбайлы төпһөҙ упҡын ярына табан саба ла саба...

Фариза МӨХӘРРӘМОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 21.03.16 | Ҡаралған: 1213

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru