«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ХАЛЫҠ ФЕКЕРЕ МАХСУС ӨЙРӘНЕЛӘ
+  - 

Өфө - күп милләтле ҡала һәм унда "Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында"ғы БР Законын тормошҡа ашырыу буйынса мәғлүмәт сәйәсәтен дөрөҫ алып барыу өсөн милләт-ара мөнәсәбәттәр, туған телдең тормошобоҙҙоң төрлө өлкәләрендә ҡулланылыу әһәмиәтен һәм дәрәжәһен белеү мөһим. Ошо маҡсаттан ҡала округы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика идаралығы - матбуғат хеҙмәте даими рәүештә баш ҡала халҡы араһында социологик тикшеренеүҙәр уҙғарып тора.

Былтыр был сара йәйгеһен ойошторолоп, Өфө халҡының төрлө телдәр белеү-белмәүе асыҡланды. Яуаптарҙан күренеүенсә, рус телен яуап биреүселәрҙең 91,4 проценты камил белә, башҡорт телен - 20,4, татар телен - 22,8, сит телде - 5 процент. Милләт-ара мөнәсәбәттәрҙең тотороҡлолоғон Өфө халҡының 7 проценты "бик яҡшы" тип баһалаһа, 57,6 проценты - "насар булыуға ҡарағанда яҡшы", ә 11,8 проценты - "яҡшы булыуға ҡарағанда насар", 3,4 проценты "бик насар" тип баһалай. 20,2 процент респондент яуап бирергә ҡыйынһына. Ыңғай һәм кире ҡылыҡһырламаларҙы сағыштырып ҡарағанда, ыңғай үҫеш күҙәтелә, йәғни ыңғай яуаптар күберәкте тәшкил итә. Бындай күренеш 2010 йылдан алып тотороҡло килә. Тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, дөйөм алғанда Өфө халҡы башҡа милләттәргә ыңғай ҡарашта, 2010 йыл менән сағыштырғанда, был һан 78,6 проценттан 92,1 процентҡаса үҫкән.
Социологик һорау алыу барышында яуап биреүселәрҙең 29,8 проценты милли хистәренән көлөү йәки ихтирамһыҙ мөғәмәлә менән осрашырға тура килмәүен белдерһә, 28,1 проценты туған теленә һәм милли ғөрөф-ғәҙәттәренә ихтирамһыҙ мөнәсәбәт күрһәтелеүен билдәләй. Һәр өсөнсө респондент (32,1 процент) урындағы халыҡтың эшкә килеүсе гастарбайтерҙар менән низағҡа инеүен билдәләй. Яуап биреүселәрҙең 15 проценты туған телендә гәзит-журналдар, теле- һәм радиотапшырыуҙар етешмәүенә борсолһа, 14,1 процент милли сығышына бәйле эшкә йәки уҡыуға ҡабул ителмәүен белдерә. Хеҙмәт йәки уҡыу коллективында 8,3 процент кеше милли ерлектә низағҡа эләгә. 9,3 процент респондент милли ерлектә көс ҡулланыуға тарыуын билдәләй.
Әҙәбиәт йылы сиктәрендә былтыр халыҡты әҙәбиәткә һәм уҡыуға ылыҡтырыу маҡсатынан квартал һайын һорау алыуҙар ойошторолдо. Һөҙөмтәләр күрһәтеүенсә, ҡала халҡының уҡыуға ҡыҙыҡһыныуы артҡан. Әгәр 2014 йылдың декабрендә респонденттарҙың 9,1 проценты даими рәүештә китап уҡыһа, былтыр ошо уҡ ваҡытта был һан 14,7 процентҡа еткән. Шул уҡ ваҡытта бөтөнләй уҡымаусылар һәм һирәк уҡыусылар һаны йыл эсендә 24, 5 процентҡа кәмеп, 51,7 процент тәшкил иткән. Шулай уҡ матбуғат баҫмаларына ҡыҙыҡһыныу ҙа артҡан: 2014 йылдың декабрендә гәзит уҡыусылар - 9,1, журнал уҡыусылар 3 процент булһа, былтыр был һан 20,4 һәм 8,3 процентҡа еткән.
Ҡала халҡының уҡыуға ынтылышына Әҙәбиәт йылы уңайынан яҙыусыларҙың һүҙҙәре яҙылған реклама щиттарының барлыҡҡа килеүе лә этәргес булған. Халыҡтың 78 проценты уларҙы үҙ күҙҙәре менән күрһә, 11 проценты ишеткән йәки фотоларын ғына күргән. Дөйөм алғанда, былтыр шундай 775 реклама урыны файҙаланылған.
Мәғлүмәт-аналитика идаралығы туған телдәрҙе һаҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән сараларҙы яҡтыртыуға ла ҙур әһәмиәт бирә. Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайтында көн һайын телдәр тураһындағы Законды тормошҡа ашырыуға ҡағылышлы ниндәй ҙә булһа материал урынлаштырыла. Сайттың башҡорт телендәге битен яңыртыу буйынса эш алып барыла. Был теманы яҡтыртыу буйынса ҡаланың "Вечерняя Уфа", "Уфимские ведомости", "Киске Өфө" гәзиттәрендә, "Уфа" журналында бик күп мәҡәләләр донъя күрә. Һәр һанда мотлаҡ рәүештә тарихҡа, мәҙәниәткә, телгә, ғөрөф-ғәҙәттәргә, мәғарифҡа бағышланған материалдар сыға. Гәзит редакциялары бөгөнгөнө һәм тарихи мираҫты өйрәнеүгә йүнәлтелгән, шул иҫәптән "Шәжәрә байрамы", "Йыл уҡытыусыһы", "Шаяниум" һ.б. конкурстарҙың мәғлүмәти бағыусыһы булып тора.
"Вечерняя Уфа" гәзитендә "Грамотный город", "Комиссия по языкам", "Аксаковские дни" кеүек тематик рубрикалар ойошторолоп, уларҙа туған телдәрҙе һаҡлауға һәм үҫтереүгә, рухи традицияларҙы нығытыуға, республикала һәм уның баш ҡалаһында йәшәүсе халыҡтарҙың милли мәҙәниәтен, үҙенсәлеген, матурлығын күрһәтеүгә йүнәлтелгән мәҡәләләр баҫтырыла. Мәҡәләләр гәзиттең сайтына ҡуйылып, интернет аша танышыу мөмкинлеген дә бирә.
"Уфимские ведомости" гәзите, "Уфа" журналы биттәрендә һәм Ufaved.info сайтында даими рәүештә республикала йәшәүсе халыҡтар берлеге, үҙенсәлектәре, уларҙың мәҙәниәтен һәм телдәрен һаҡлау темаһына арналған материалдар донъя күрә. "Уфа" журналында 2006 йылдан алып "Мин башҡорт телен өйрәнәм" рубрикаһы аҫтында башҡорт теленән һүҙҙәрҙе әйтеү, мәғәнәһен аңлатыу буйынса дәрестәр бирелә. Бөгөнгә был рубрикала 120 дәрес бирелгән. Бынан тыш, "Уфимские ведомости" гәзитендә "Ялыу кенәгәһе" рубрикаһында грамматик хаталар булған алтаҡталарҙың һәм рекламаларҙың фотолары баҫыла. Уның маҡсаты - йәмәғәтселектең, реклама биреүселәрҙең иғтибарын визуаль мәғлүмәттең дөрөҫ яҙылышына, әҙәби тел нормалары һаҡланыуға йәлеп итеү.
Башҡорт телендә сыҡҡан "Киске Өфө" гәзитенең һәр һанында мәктәптәрҙә туған телдәрҙе уҡытыу проблемаларын яҡтыртҡан түңәрәк ҡорҙар, диалогтар, аналитик мәҡәләләр донъя күрә. Редакция Өфөнөң ҡала һәм район власть органдары вәкилдәре менән берлектә предприятиеларҙа, ойошмаларҙа һәм учреждениеларҙа "Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында"ғы БР Законын тормошҡа ашырыуҙы тикшереү буйынса даими рейдтар үткәрә, алтаҡталарҙы, мәғлүмәт күрһәткестәрен, бланкыларҙы тәржемә итеү буйынса предприятиеларға ярҙам итә.
Ғөмүмән алғанда, телдәр тураһында законды тормошҡа ашырыу буйынса мәғлүмәт ярҙамы күрһәткәндә беҙ төрлө халыҡтарҙың тиңлеген, баш ҡала территорияһында йәшәүсе төрлө милләт вәкилдәре араһында үҙ-ара ихтирамды, татыулыҡты, дуҫлыҡты пропагандалау төп бурысыбыҙ булып тороуын бер ваҡытта ла иҫебеҙҙән сығарырға тейеш түгелбеҙ.

Камил ЮЛАЕВ,
Өфө ҡалаһы округы хакимиәтенең Мәғлүмәт-аналитика идаралығы - матбуғат хеҙмәте етәксеһе.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 21.03.16 | Ҡаралған: 1086

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru