«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ӨЙРӘНЕЛМӘГӘН ХЕҘМӘТТӘРЕНДӘ ЛӘ ӘЛЛӘ КҮПМЕ СЕР, МӘҒЛҮМӘТ БАРҘЫР
+  - 

Халҡыбыҙҙың исеме быуаттар аша ла ҡалҡып сығып милләт данын күтәргән уландары бар. Шуларҙың береһе - Мөхәммәтсәлим Өмөтбаев. Беҙ уның мәғрифәтсе, әҙип, ғалим һәм йәмәғәт эшмәкәре булыуы хаҡында мәктәп йылдарынан белеп үҫтек. Ләкин былар барыһы ла айсбергтың өҫкө өлөшө генә. Хатта бөгөнгө көн ғалимдарыбыҙ тарафынан өйрәнелеп, баҫмаға сығарылған мираҫ та М. Өмөтбаев эшмәкәрлеген тулыһынса асып һала алмай әле. Белгестәр әйтеүенсә, архивтарҙа арҙаҡлы шәхесебеҙҙең уҡылмаған йәки тәржемә ителмәгән бихисап ҡулъяҙмалары һаҡлана. Был хаҡта Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәге ғалимы, филология фәндәре докторы Миңлеғәле Хөсәйен улы НӘҘЕРҒОЛОВ менән һөйләштек.

Ә ғаилә хәлдәре, яҡындары йәки ғалимдың күңел донъяһын асыҡлаған хаттар һаҡланмағанмы? Ниндәй генә бөйөк булғанда ла, ул да бит кеше...

- Бар, ундайҙар ҙа бар. Мәҫәлән, ана шул хатлашыуҙар нигеҙендә Өмөтбаевтың атаһының ете балаһы булыуы билдәле. Өлкән улы Фәхретдин, унан Мөхәммәтсәлим, унан Сөләймән, шунан Ғабдулла исемле улдары һәм Суфия, Фатима, Зөһрә исемле ҡыҙҙары булған. Ҡустылары яҙған хаттарҙа һеңлеләре хаҡында ғаиләсә, ябай, иркә һүҙҙәр бар. Яҙмаларында үҙенән йәш туғандарына ағайҙарса кәңәштәр бирә, аҡыл өйрәтеп ебәрә.
Үҙегеҙ әйтмешләй, ул да ер тормошо менән йәшәгән һәм Ҡырымда хеҙмәттә булғанында уға ҡатынынан ҡыҙыҡ ҡына хат килә. Кемдер уның ҡатынына иренең янында икенсе ҡатын барлығын хәбәр итә һәм ҡатыны был хаҡта үҙенең фекерен белдерә. Хатты Бибиғәбиҙә күрше ҡыҙҙан яҙҙырта. Ошо тәңгәлдә мин был хаттың үтә лә мәҙәниәтле, тәрбиәле итеп яҙылғанын, унда бер ниндәй ҙә ярһыулыҡ, ғәйепләү йәки мөнәсәбәт асыҡларға теләү ноталарының тойолмауын һыҙыҡ өҫтөнә алып киткем килә. Эстәлеге былайыраҡ: "Миңә шундай-шундай һүҙҙәр килеп етте, әммә нисек кенә булғанда ла һинең тыуған илеңде, балаларыңды, хәләл йәмәғәтеңде онотмауыңа, уларға әйләнеп ҡайтырыңа ышанам, беҙ һине һағынып көтәбеҙ", - тип яҙа Бибиғәбиҙә һәм хатта һағышлы ғына шиғыр ҙа өҫтәй. Бына ниндәй аҡыллы, сабыр булған уның Бибиғәбиҙәһе. Һуңғараҡ Мөхәммәсәлим ҡустыһы Сөләймәнгә был тарихты асыҡлап яҙа. Хаттың яртыһы төркисә, яртыһы кириллицала, тимәк, аҫҡы өлөшө тик ҡустыһына ғына тәғәйенләнә. Ул ысынлап Ҡәҙриә исемле ҡатынға йөрәк хистәре булыуы ( "Бер шәһәрҙә гүзәл күрҙем" шиғыры уға арнала), бергә йәшәп алыуҙары, тик ваҡыт үтеү менән был мөнәсәбәттәрҙең тарҡалыуы хаҡында әйтә. Йәғни, балалары һәм ғаиләһен беренсе урынға ҡуйыуын белдерә.
Балалары менән дә хатлаша ул. Баязит, Бибигөлсөм, Шаһисәрүәр, Мөхәммәтзакир тигән исемдәр телгә алына бында. Оло улы Баязит йыш ҡына "Шиһисәрүәр ауырый" тип яҙа. Аңлауыбыҙса, шул улы бала саҡтан ауырыу булып, йәшләй генә үлеп тә ҡала. Бибигөлсөм ҡыҙы ла бик матур хаттар яҙа, тик, үкенескә ҡаршы, был ҡыҙы ла тормошҡа сыҡҡас, иртә вафат була. М. Өмөтбаев балаларына яҙған хаттарында, дин тотоғоҙ, тип өгөтләй. Өлкән улы Баязитҡа яҙған, иртән намаҙға ултыр, "Фәтиха" сүрәһен уҡы, шуның менән башлап ебәр намаҙыңды, тигән һүҙҙәре башҡа хаттарында ла ҡабатлана. Хаттарҙың һәр береһендә шундай йылылыҡ, тәрбиәлелек, бер-береһенә оло хөрмәт тойомлана.

Һеҙҙең фондта тағы ла М. Өмөтбаевҡа ҡағылышлы, уҡыусыға билдәле булмаған ниндәй яҙмалар һаҡлана?

- Фондта барлығы 532 документ тупланған. Ҡомартҡыларҙың иң боронғоһо XVII быуат башына, дөрөҫөрәге, 1603 йылға ҡараһа (бәйғәмбәрҙәр һәм мосолман әүлиәләре тураһындағы әҫәр), иң йәше XX быуат башына, 1906-1907 йылдарға мөнәсәбәтле. Бындағы 21 документ (улар I томға индерелгән) Мөхәммәтсәлимдең атаһы Ишмөхәмәт Ишемғол улы Өмөтбаевҡа ҡағыла. Улар араһында аттестат, таныҡлыҡ, ғариза, хат кеүек яҙмалар күп. Уның башҡорт кантоны булып торған осоронда төҙөгән формуляр исемлеге лә иғтибарға лайыҡ. Унда кантондың тормошо һәм эшмәкәрлеге, ғаиләһе һәм хужалығы буйынса мөһим факттар теркәлгән.
Мәғрифәтсенең 13 публицистик мәҡәләһе, 5 фәнни мәҡәләһе, 1 проза һәм 15 шиғри әҫәре, тиҫтәнән ашыу рус һәм фарсы телдәренән тәржемәһе, бер нисә фольклор һәм этнографик яҙмаһы, шәкерт йыйынтыҡтары, фәнни-педагогик яҙмалары, төрлө инстанцияларға ғарызнамәләре, халыҡ медицинаһы һәм һөнәре буйынса яҙмалары, хәтирәләре, һүрәттәре һәм фотографиялары һаҡлана. Бында тағы М. Өмөтбаев төҙөп ҡалдырған һүҙлектәр ҙә бар. Шуларҙың береһе "Фарсы-татар-рус һүҙлеге" (борон "татар" һүҙе төрки тигәнде аңлатҡан) үҙ эсенә 400 һүҙҙе алһа, "Фарсы-рус һүҙлеге" 1 мең тирәһе һүҙҙән тора. Шулай уҡ ике боронғо башҡорт шәжәрәһенең, бер хажнамәнең, "Сыңғыҙнамә" һәм "Тауарих-әл Болғария" әҫәрҙәре фрагменттарының күсермәләре һаҡлана. Бында тағы ла үҙ замандашы булған, танылған утыҙлап шағирҙың әҫәрҙәре күсереп алып һалынған. Йәғни, М. Өмөтбаев яҙмалары аша улар хаҡында ла күп кенә мәғлүмәт алырға була.
Һүҙемде дөйөмләштереп, М. Өмөтбаевтың хеҙмәттәре әле өйрәнеп бөтөлмәгән, уларҙа әллә күпме асылмаған серҙәр, ҡыҙыҡлы, фәһемле яңылыҡтар барҙыр, тип әйтергә теләйем. Был байлыҡты ентекле тикшереп, тәртипкә һалып, халыҡҡа еткереү - ғалимдарыбыҙҙың алдында торған оло бурыс.

Миләүшә ХӘБИЛОВА әңгәмәләште.
(Аҙағы. Башы 11-се һанда).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 21.03.16 | Ҡаралған: 1124

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru