«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
КЕЙӘҮ БУЛЫУЫ ЕҢЕЛ, ИР БУЛЫУЫ ҒЫНА АУЫР...
+  - 

Гәзиттең быйылғы 8-се һанында "Ирҙәребеҙҙе ниңә яҡларға һәм йәлләргә?" тигән мәҡәләһендә Әлиә Исмәғилева бик урынлы мәсьәлә күтәрә. "Ирҙәрҙе һаҡлайыҡ!" тигән көслө затты кәмһеткән, түбәнәйткән лозунгылар күтәреүҙе туҡтатып, "Ир-егеттең дәрәжәһен һанлайыҡ!" тигәнде алға һөрәйек. Ир-егеткә - ир-егет, көслө зат итеп ҡараһаҡ, улар, әлбиттә, үҙҙәренең төп вазифаһында - көсһөҙ зат, балалары, ғаиләһе һағында булыр", тип тамамлай автор мәҡәләһен һәм гәзит уҡыусыларҙы бәхәс ҡорона саҡыра. Ошо темаға ҡағылышлы фекерҙәремде әйтәйем әле мин дә, тинем.

Һәр кем үҙ бәхете менән тыуа йәки кеше тыуғанда уҡ яҙмышы маңлайына яҙыла, тиҙәр. Әммә бының менән тулыһынса килешмәҫкә лә мөмкин. Һәр кем үҙ яҙмышын үҙе яҙа һымаҡ ул. Кешенең бәхете үҙенең холҡо, тормошҡа ҡарашы һәм шулай уҡ үҙен уратып алған яҡындарының яҙмышы менән дә туранан-тура бәйләнгән. Тормош шуға ҡоролған да: атай менән әсәй - балаһын, балаһы - атай-әсәһен, ир менән ҡатын - бер-береһен бәхетле итергә бурыслы. Улар бер-береһенең яҙмышы, киләсәге өсөн яуаплы, ҡаршылыҡтарҙы бергә-бергә еңеп, үҙ-ара ярҙамлаша-ярҙамлаша тормош юлынан барырға тейеш.
Күптән түгел Рәсәй телеканалдарының береһендәге тапшырыуҙа бәхет төшөнсәһе, дөрөҫөрәге, ғаиләлә бәхетле булыу серҙәре тураһында тема күтәрелде. Ғәҙәттәгесә, сәхнә түрендә тапшырыу геройҙары урын алғайны. Урта йәштәрҙәге ҡатын менән ир тамашасы, психологтар, ғаилә белгестәре алдында үҙ мөнәсәбәттәрен асыҡланы. Унда күп михнәт күргән ҡатын-ҡыҙҙан башҡа бер кем дә "тормошҡа сығыу" һүҙбәйләнеше мәғәнәһен аңлата алманы. Алып барыусы ток-шоуҙа ҡатнашҡандарҙың бик күптәренә ошо һорауҙы бирҙе, уға төрлө яуаптар булды. Әммә миңә төп геройҙың яуабы ғына оҡшаны: "Тормошҡа сығыу - ул терәүле, таяныслы булыу, тормош ауырлыҡтарын үтеүҙә иптәшле булыу", - тине ҡатын. Һөйләүенсә, уның яҙмышында бөтәһе лә киреһенсә булған. Юғары белемле, ыңғай холоҡло, изге күңелле булһа ла, уның ире тормошҡа әҙер булмай сыға. Ул хатта үҙ аллы сәй ҡайнатып, әҙер ашты ла йылытып ашай алмай. Ҡатынға ике улы менән бергә ирен дә тәрбиәләргә, ғаиләләге бөтә ауырлыҡты, йөктө үҙенә тартырға тура килә. Физик йонсоу, нервылар көсөргәнеше уны тиҙҙән ҡаты ауырыуға һабыштыра. Был, әлбиттә, алдан әҙерләнгән махсус сценарийҙағы дөйөмләштерелгән образдар ғыналыр, моғайын. Әммә бындай миҫал беҙҙең көнитмешебеҙҙә лә йыш осрап тора бит.
Йәшерен-батырыны юҡ, бөгөн күп ғаиләләрҙең башында - ҡатын-ҡыҙ үҙе. Бөтә йорт-хужалыҡ эштәрен алып барыуҙан, бала тәрбиәләүҙән алып, аҡса табыуға тиклем. Ир-егеттәргә ни, шул ғына кәрәк, үҙенә бер ниндәй яуаплылыҡ алмай, ғаилә дилбегәһен бөтөнләйе менән ҡатынына тотторорға ғына тора. Йортҡа йәки фатирға ремонт эшләү, яңы йыһаз һатып алыу, коммуналь хеҙмәткә түләү, атай-әсәйҙәр йыйылышына барыу - былар бөтәһе лә ҡатын-ҡыҙ иңенә төшә. Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса республикала ҡатын-ҡыҙҙар ир-егеттәрҙән күберәк. Балалар баҡсаһында ла, мәктәптә лә ҡыҙҙар һаны өҫтөнлөк итә. Класс лидерҙары ла, ғәҙәттә, ҡыҙҙар. Билдәле булыуынса, уҡытыусыларҙың да күбеһен гүзәл заттар тәшкил итә. Мәктәптә класташ ҡыҙҙарының һәм уҡытыусыларының, ә өйҙә әсәйҙәренең күҙенә ҡарап үҫкән уландар, һөҙөмтәлә, үҙ-ара бер нәмә лә хәл итергә өйрәнә алмай. Әсәһенең, өйләнгәс, ҡатынының күрһәтмәләрен көтөп торған ир йоратына әйләнә. Ундайҙарға бигерәк тә хәрби хеҙмәттә ауырға тура киләлер, тип уйлайым. Армиянан рухтары һынып, алдағы көнгә, үҙҙәренә ышанысын юғалтып ҡайтҡандарҙың күбеһе әсәй тәрбиәһен генә күргән егеттәрҙер, моғайын.
Бер танышымдың улы армияға тиклем бик тыйнаҡ, күркәм холоҡло булды. Әсәһе уны, ҡыҙҙарға алмаштырғыһыҙ, тип маҡтай торғайны. Егет әсәһенең рөхсәтенән тыш урамға ла сыҡманы, секция-фәләнгә йөрөмәне. Ә бына армияға барып, бер-ике ай хеҙмәт иттеме-юҡмы, күңелһеҙ хаттар яҙып, әсәһенең эсен бошорҙо, ниндәй булһа ла сәбәп табып, хәрби хеҙмәттән ҡайтарыуын һораны. Әрме ваҡыты шулай үтеп китте. Әсәнең, улым сынығып, тормошҡа өйрәнеп ҡайтыр, тигән өмөттәре аҡланманы. Өйләнеп тә оҙаҡ йәшәй алманы. Үҙе бешмәгәндең ашы бешмәй тигәндәй, сүкеш тотоп сөй ҙә ҡаҙаҡлай алмаған ир нимәгә кәрәкһен, бер нисә йылдан кәләше бер йәшлек малайы менән әсәләренә ҡайтты ла китте. Әлеге ваҡытта йәш ир әсәһе менән йәшәй. Эшкә урынлашһа ла, оҙаҡ тотҡарлана алмай. Ныҡлы ғына эш урыны булмағас, ҡырын һалырға ла өйрәнеп алды. Әле әсәһенең бәләкәй генә пенсияһына йәшәп ятҡан көндәре. Тәрбиәле, тыйнаҡ үҫмерҙең киләсәктә бер ҡайҙа ла эшләмәгән, өҫтәүенә эсергә яратҡан кеше булыр тип, әсәһе генә түгел бик күптәр күҙ алдына ла килтермәгәндер.
Бындай яҙмышлы йәштәр бихисап. Ир-егеттәрҙең йомшаҡ булыуында, әлбиттә, күберәк беҙ, ҡатын-ҡыҙҙар, ғәйепле. Әгәр ҙә улдарыбыҙҙы, үрҙә атап кителгән әсәй һымаҡ, бөтә нәмәнән ҡурсалап, ятһа-торһа эргәһендә өлтөрәп йөрөмәһәк, өйҙә баш булам тип, хәләл ефеттәребеҙ ҡулынан бөтә эште тартып алмаһаҡ, илде, Ватанды ғына түгел, хатта үҙҙәрен дә яҡлай алмаған ир-егеттәр бөтөнләй булмаҫ ине.
Балаларға бәләкәй саҡта уҡ ғаилә тәрбиәһен, мәктәптә уҡығанда ҡыҙҙарҙы һәм малайҙарҙы айырып, ҡатын-ҡыҙ бурысын, ир намыҫы төшөнсәһен аңлатып, тормош һабағы биргәндә йәштәр өйләнер алдынан бер-береһен бәхетле итергә тейешлеге хаҡында күберәк уйланыр ине. Был иһә, кейәүләп, ҡунаҡ булып йөрөү ваҡыты үтеп, ғаилә тормошонда тәүге ҡаршылыҡты үтеп тә ҡарамай, айырылышыу яғын ҡараған йәштәр һанын күпкә кәметер ине.

Лена АБДРАХМАНОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 21.03.16 | Ҡаралған: 1184

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru