«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАЛАЛАР БАҠСАҺЫНДА, МӘКТӘПТӘ ГЕНӘ ТҮГЕЛ ИНТЕРНЕТ АША ЛА ӨЙРӘНЕП БУЛА ТУҒАН ТЕЛДЕ
+  - 

Илдар КИНЙӘБУЛАТОВ "Мәғлүмәтле - батша, мәғлүмәтһеҙ - ҡол", тиҙәр. "Мәғлүмәткә эйә булыусы донъяға ла эйә", тип әйтәләр. Яңы технологиялар менән бәйле берлектәге Рәсәй-Америка компанияһында хеҙмәт итеүсе башҡорт егете Илдар КИНЙӘБУЛАТОВ менән әңгәмәбеҙ яңы технологиялар, Интернет, ил, милләт яҙмышы хаҡында бара. Интернет менән эш итеүселәр Илдарҙы яҡшы белә. Ул "Бәйләнештә" сайты интерфейсын башҡорт теленә тәржемә итеүсе, Android һәм MacOS өсөн башҡорт клавиатуралары, "Башҡорт радиоһы"на ҡушымта эшләүсе ирекмән. Хәҙерге ваҡытта ул электрон башҡорт китапханаһын эшләү менән мәшғүл.

Беҙ мәғлүмәт даръялай аҡҡан заманда йәшәйбеҙ. Төрлө каналдар аша беҙгә мәғлүмәт шул тиклем күп килә, ҡайһыһына ышанырға белеп булмай. Бигерәк тә тормош тәжрибәһе етерлек кимәлдә булмаған йәштәр өсөн был хәл бик хәүефле, сөнки улар кешенең аңын емерергә йүнәлтелгән сығанаҡтарҙы ысынбарлыҡ итеп ҡабул итеп, юлдан яҙа. Етмәһә, хәҙерге ваҡытта бигерәк тә Интернетта нимә теләйһең, шуны яҙып була, контроль юҡ кимәлендә. Бына һин үҙең ниндәй принциптар буйынса мәғлүмәт һайлап алаһың, ғөмүмән, был осраҡта объективлыҡ нисек билдәләнә тип уйлайһың?

- Интернет - ул эволюция. Ҡасандыр китап барлыҡҡа килеп, фәндең, әҙәбиәттең, публицистиканың китап аша донъяға таралыуы кешелектең ифрат ҙур ҡаҙанышы һаналған. Хәҙерге йәштәрҙең мәғлүмәтте нисек ҡабул итеүен күҙәтһәң, улар мәғлүмәткә бик үҙенсәлекле ҡарашлы. Йәштәр ҙур-ҙур масса мәғлүмәтте үҙе аша үткәрә һәм, китап уҡыусыларға ҡарағанда, мәғлүмәткә еңелерәк ҡарай. Һәр бер мәғлүмәткә етди ҡарап өйрәнгән кешеләргә был осраҡта ҡыйыныраҡ, сөнки улар ҙур-ҙур массаларҙы эшкәртә алмай. Йәштәр мәғлүмәтте һауа һымаҡ һулай, ә өлкәндәр өсөн ул - идеология. Йәштәр бәләкәй саҡтан уҡ ҙур-ҙур массалар менән эш иткәс, уларҙың араһынан үҙенә кәрәклеһен һәм дөрөҫөн табырға өйрәнә. Миндә лә шундай уҡ эволюция булды. Әле ун йыл компьютерҙар менән эшләйем, шуға күрә лә күп мәғлүмәтте үҙем аша үткәреү миңә ҡыйын түгел. Хәҙерге йәштәрҙең мейеһе каталог һымаҡ эшләй, йәғни ҙур-ҙур массив араһынан кәрәкле мәғлүмәтте йәһәт кенә табып алыуға һәләтле. Ғөмүмән, кемдәр көнө-төнө компьютер менән аралаша, уларҙың башы бөтөнләй икенсе төрлө эшләй.

Мәҫәлән, һин "Яндекс"ҡа индең дә, уға ниндәйҙер тема буйынса задание бирҙең икән, ти. Шунан һуң һиңә был программа тема буйынса әллә күпме төрлө мәғлүмәт табып бирә. Минеңсә, шул табылған мәғлүмәт араһынан иң дөрөҫөн, объективын билдәләү шулай уҡ еңел түгел. Сөнки Интернет объективлыҡ өсөн яуап бирә алмай, ул мәғлүмәтте һүҙҙәр буйынса эҙләй...

- Эйе. Әлеге Интернетта мәғлүмәт еткереү каналдары ныҡ күп. Физик донъяла улар әҙерәк. Интернетта көн һайын тиерлек яңы каналдар барлыҡҡа килә, социаль селтәрҙәргә яңынан-яңы кешеләр теркәлә һәм улар менән яңы мәғлүмәт тә инеп тора. Әлегә дөрөҫ мәғлүмәт еткерә торған ниндәйҙер универсаль модель юҡ. Шуға күрә мәғлүмәтте ҡабул итеүсе дөрөҫтө ялғандан айырыр өсөн үҙенең тәжрибәһенә, үҙенең һәм башҡаларҙың хаталарына таянып эш итә.

Етмәһә, мәғлүмәттең дөрөҫ йә дөрөҫ булмауы сәйәси мәсьәләгә лә барып ялғана. Хәҙерге сәйәси донъяның полярлығы бер үк мәғлүмәткә ике-өс-дүрт төрлө күҙлектән ҡарарға ла мәжбүр итә. Быны сәйәсмәндәр "беренсел" йә "икенсел" стандарт тигән термин менән аңлата.

- Интернет - сәйәси уйындар өсөн яңы һуғыш майҙаны. Әммә унан ҡурҡырға ярамай, ракеталар, атом бомбалары менән һуғышыуҙың ниндәй эҙемтәләргә алып килгәнен иҫәпкә алғанда, фекер алышы, бәхәс майҙаны күпкә отошлораҡ. Икенсенән, кем ил башында тора, шул үҙенең фекерен дөйөм илдеке итер өсөн дә Интернетты файҙалана. Уны ла аңларға кәрәк.

"Оптимизм юҡ ул, бары тик мәғлүмәттең етешмәүе генә бар", тигән фекерҙе кем әйткәндер, әммә ул фекерҙә ниндәйҙер дөрөҫлөк тә бар һымаҡ. Ни өсөн тигәндә, фәҡәт объектив һәм дөрөҫ булмаған мәғлүмәткә эйә булған кеше үҙе ҡорған иллюзиялар донъяһында үҙен бәхетле итеп тойоп та йәшәп ята бит. Миҫал эҙләп алыҫ китергә түгел, беҙ совет осороноң "тимер ҡоршауы" эсендә йәшәгән саҡта тап шундай оптимистар инек. Шулай түгелме?

- Мин үҙемде һәр ваҡыт оптимисмын, тип әйтә алмайым. Әммә мин күп кенә нәмәләргә оптимистик күҙлектән ҡарайым. Һин ҡуйған маҡсаттарыңа, ҡорған хыялдарыңа етереңә ышанһаң, киләсәгеңде яҡты төҫтә күрһәң, оптимисһың. Бәлки, элек мәғлүмәт әҙерәк булған саҡта кешенең үҙ уйына бирелергә, хыялланырға ваҡыты күберәк булғандыр. Хәҙер кешенең ваҡыты әҙерәк, сөнки уның аша үтә торған мәғлүмәттең баҫымы күберәк. Әгәр ҙә кеше шул мәғлүмәтте эшкәртергә өйрәнмәһә, уның үҙе тураһында уйланырға ваҡыты ҡалмай. Әгәр ҙә һинең яҡты уй-хыялдарың, изге пландарың юҡ икән, ошоларҙың барыһын да донъя алмаштыра. Нимәгә алмаштыра? Әйтәйек, ҡулланыусылар йәмғиәттәре, селтәрҙәр, пирамидалар, маркетинг хеҙмәттәре үҙҙәренең концепцияларын һинең шул изге төшөнсәләрең урынына килтереп ҡуя. Әгәр ҙә һин үҙең, яҡындарың, ғаиләң тураһында үҙең уйламаһаң, ҡайғыртмаһаң, ситтәр был бушлыҡты тултырған булып, һине файҙалана башлай. Үкенескә күрә, хөкүмәт тә шундай уҡ ролде башҡара. Улар ышандырыу, реклама, идеология аша һиңә оптимизм тойғоһо уятырға тырыша. Әммә ул оптимизм, идеология кеүек үк, ваҡытлыса, дөрөҫ булмай. Ҡыҫҡаһы, кеше үҙен-үҙе ҡайғыртмаһа, башҡалар уның өсөн уйлай һәм кешенең үҙенә уйланырға мөмкинлек бирмәй. Мин бындай йәшәйеште синтетик йәшәүгә тиңләйем. Әгәр ҙә һин рухлы, үҙеңә үҙең ышаныслы кеше түгелһең икән, үҙеңдең ысын уй-теләктәреңде, теләк-маҡсаттарыңды белмәйенсә ғүмер үткәрәһең булып сыға. Әгәр ҙә һин донъялағы үҙеңдең урыныңды аңлайһың, үҙеңде үҙең ҡайғыртып йәшәйһең икән, ниндәй генә баҫым яһалмаһын, һиндә оптимистик рух көслө буласаҡ. Оптимизмы булмаған кеше ғүмере буйына бер урында тапаныусы ғына. Тағы ла мәғлүмәт гигиенаһы ла бар. Ситтән килгән фекерҙәр менән эш итә белгән, үҙенә кәрәге булмаған фекерҙәрҙе аң төбөнә үткәрмәгән кеше - оптимист. Әгәр ҙә барлыҡ мәғлүмәтте йөрәгең аша үткәрә башлаһаң, мәғлүмәт асылыңды йыуып сығара һәм үҙеңдән бер нәмә лә тороп ҡалмай.

Хәҙерге замандың хәрби индустрияһы шундай ҡоралдар барлыҡҡа килтерҙе, улар ярҙамында цифр рәүешендә һаҡланған барлыҡ электрон тупланмаларҙы юҡҡа сығарып була. Шундай саҡта беҙ барлыҡ мәғлүмәтте, әҙәби китаптарҙы, эш ҡағыҙҙарын, архивтарҙы цифрға күсереп бөтһәк, бер көн килеп әҙәбиәтһеҙ, мәҙәниәтһеҙ, архивһыҙ, эш ҡағыҙҙарһыҙ тороп ҡалмаҫбыҙмы? Эш ҡағыҙҙарындағы мәғлүмәт юйыла ҡалһа, илде тәьмин итеүсе барлыҡ етештереү һәм хеҙмәтләндереү объекттары туҡталып ҡаласаҡ бит...

-Дөрөҫөн әйткәндә, мин ундай хәүефте күрмәйем. Сөнки электрон мәғлүмәт донъяһында "артыҡлыҡ принцибы" бар, йәғни бер мәғлүмәт бер урында ғына һаҡланмай. Әйтәйек, "Гугл"да бер документ эшләһәң, ул ҡырҡ урында һаҡлана. Хәҙерге ваҡытта горизонталь йышлыҡҡа йәйелеп эшләү принцибы өҫтөнлөк ала бара. 1989 йылда Рәсәй Фәндәр академияһының китапханаһы янды. Унда 200 мең дана китап юҡҡа сыҡты. Унда төрки, ғәрәп телендә Башҡортостанда, Татарстанда табылған китаптар күп ине. Ул китаптарҙы бер нисек тә ҡайтарып, аяҡҡа баҫтырып булмай. Әгәр ҙә уларҙың электрон варианттары булһа, китапхана янған хәлдә лә, китаптар һаҡланыр ине.

Интернет, компьютер мәғлүмәт сығанағы ғына түгел, бәләкәй балалар өсөн уйынсыҡ та. Башҡорт балаһы компьютер артында ултырғанда, компьютерын тартып алып, ҡулына башҡортса китап тоттороу ҙа дөрөҫ булмаҫ ине. Был осраҡта ул балала үҙ телендәге китапҡа ҡарата кире ҡараш барлыҡҡа киләсәк. Шулай түгелме?

- Мин киреһенсә уйлайым. Элек-электән башҡорттар донъяһында вертикаль йола-ҡағиҙәләр булмаған. Халҡыбыҙҙың ырыу-ҡәбиләләрҙән, уларҙың эсендәге араларҙан, заттарҙан тороуы хәҙерге селтәр моделен хәтерләткән. Улар шул ваҡытта уҡ дөйөм ҡарар ҡабул итеүҙең хәҙерге Интернет системаһына оҡшаған системаһын уйлап тапҡан. Был система әлегегә ҡарағанда яҡшыраҡ эшләгән. Беҙҙә хәҙер ундай демократия юҡ. Бөтөн мәсьәләләр Үҙәк тарафынан халыҡтың ихтыяжын һанға һуҡмайынса хәл ителә. Үҙәктә ҡарар ҡабул итәләр ҙә, шуны ғына тараталар. Беҙ, мәҫәлән, андроид өсөн башҡорт хәрефтәрен эшләнек. Ни өсөн, әйтәйек, башҡорттар социаль селтәр, смс аша башҡортса һөйләшә алманы? Сөнки уларҙың бындай мөмкинселеге булманы. Әммә мөмкинселек булмауы теләк булмауҙы аңлатмай бит. Әле Интернет китапхана эшләү өҫтөндәбеҙ. Беҙ бында кешегә мөмкинлек биреү яғындабыҙ. "Бәйләнештә" сайтының башҡорт телен барлыҡҡа килтереү мәсьәләһе килеп тыуғас, күптәр быны кәрәк түгел тип иҫәпләй ине, хәҙер сайт башҡорт телендә лә һөйләшә. Мин бер нисә йыл элек башҡортса һөйләшмәй инем. Әле һөйләшһәм дә, һүҙлегемде байытыу ихтыяжын тоям. Беҙҙең "Башҡорт китапханаһы" проекты минең кеүек башҡорттар өсөн дә эшләнә, уның ярҙамында һәр кеше үҙенең телмәрен байыта аласаҡ. Ябай аралашҡанда һин ниндәйҙер кимәлгә етәһең дә, артабан китеүе ҡыйынлаша. Китапхана тап шул саҡта кәрәк.

Һин башҡортса фекерләйһеңме?

- Башҡортса һөйләшкәндә яртылаш башҡортса, яртылаш урыҫса фекерләйем.

Телгә өйрәнер өсөн иң кәрәкле шарт - тел мөхите. Һин нисек уйлайһың?

- Дөрөҫ. Интернет тап шул мөхитте барлыҡҡа килтерергә булышлыҡ итә лә инде. Һин кешегә мәғлүмәт рәүешендә ябай ғына мөмкинлек бирәһең дә, улар үҙҙәренән үҙҙәре һинең менән аралаша башлай. Һөҙөмтәлә дөйөм һөйләшеү килеп сыға.

Элек халҡыбыҙ ырыуҙар берәмектәренең халыҡ, милләт берләшмәһендә йәшәһә, хәҙерге Интернет берләшмәләре шуларға оҡшаған, тинек. Әйтәйек, минең "Бәйләнештәр"ҙә 5 мең дуҫым бар икән, ти. Шунан мин диуарыма бер хәбәр яҙһам, шул секундында уҡ был мәғлүмәт 5 мең кешегә барып етә. Улар ҙа, үҙ нәүбәтендә, репост эшләһә, шул минутта уҡ йөҙәр мең, миллионлаған кеше минең яҙған мәғлүмәткә эйә була. Был бит мәғлүмәт еткереүҙең баһалап бөткөһөҙ мөмкинлеге тигән һүҙ. Әйтәйек, айырым милләттәр тағы ла нисек итеп Интернетты файҙалана ала?

- Был мөмкинлектәр беҙҙә әлегә аралашыу, танышыу кимәлендә ғәмәлгә аша. Файҙаға килгәндә, минеңсә, ул иң тәүҙә мәғариф өлкәһенә ҡағылырға тейешле. Әйтәйек, башҡорт телен өйрәнеү мәсьәләһе. Туған телебеҙҙе өйрәнеү процесын еңелләштереү фарыз. Тел өйрәнеү тик балалар баҡсаһына һәм мәктәпкә генә ҡағылмай, телде был кимәлдә өйрәнеү генә заманы үтте. Мәҫәлән, бөгөн инглиз телен берәү ҙә мәктәптә йүнләп өйрәнмәй. Хәҙер уны өйрәнеүҙең бихисап юлдары һәм ысулдары бар. Улар ябайҙан да ябай. Әле бына егерме йылдан ашыу башҡорт телен мәктәптә уҡытырғамы-юҡмы, тигән мәсьәлә буйынса фекер алышыуҙар, бәхәс-талаштар бара. Әгәр ҙә бер ун йыл элек кемдер берәү Интернет программалар төҙөп, башҡорт телен еңел алымдар менән өйрәнеү эшен башлаған булһа, бөгөн бындай ҡаршылыҡтар булмаҫ ине. Ваҡыт - иң ҡиммәтле ресурс, беҙгә артабан ваҡытты юғалтырға ярамай. Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфөлә башҡорт теленә, башҡорт мәҙәниәтенә антипатия бар. Ә бына Өфөнән ситкә китһәң, Ырымбурҙа, Силәбелә, Мәскәүҙә, Санкт-Петербургта башҡорт мәҙәниәтенә, теленә һоҡланып ҡарайҙар.

Минең "Бәйләнештә"рҙә меңдән ашыу дуҫтарым бар. Уларҙың яртыһынан күберәгән мин бөтөнләй күргәнем юҡ. Интернетта барыбер ҙә виртуаллек өҫтөнлөк итә. Был кешене ысынбарлыҡты тойоуҙан ситләштермәйме?

- Интернет тормошҡа үтеп инеү менән кешеләр араһындағы мөнәсәбәт, терминология үҙгәрә. Элек беҙҙең дуҫтар, яҡын дуҫтар, таныш-белештәр ғүмереңә бер тапҡыр күргән кешеләр булһа, хәҙер икенсе төрлө. Хәҙер иһә Интернет аша мөнәсәбәттәр мозаикаһы барлыҡҡа килде. Әйтәйек, миңә бер егет дуҫлыҡ тәҡдим итә икән, ти. Ә бит баһалай белһәң, был башҡорт өсөн бына тигән инвестиция. Интернет нисек кенә насар булмаһын, ул бер ҡасан да осрашмаҫ һәм танышмаҫ башҡорттарҙы башҡорттар менән таныштыра, уртаҡ фекерле, уй-маҡсатлы итә. Әгәр ҙә ике башҡорт Интернет аша танышып, артабан аралашып, тәжрибә уртаҡлашып торһа, был дөйөм халыҡтың тормошонда сағылыш табасаҡ.
Мин Мәскәүҙән тороп, күп кенә Өфөләге мәсьәләләремде Интернетта танышҡан дуҫтарым аша хәл итәм. Улар шундуҡ минең йомошто үтәй. Уларға кәрәк булғанда, мин ярҙамға киләм. Был ябай ғына аралашыу түгел, ә иҡтисади аралашыу. Ғөмүмән, ябай ғына аралашыуҙы файҙаға көйләү - ул иҡтисад. Тимәк, ни тиклем дуҫтарың күп булһа, иҡтисади хәлең шул тиклем уңышлыраҡ.

Әйтәйек, Интернет булғанға тиклем миңә бер мәғлүмәт кәрәк булһа, мин китапханаға барып, бирелгән тема буйынса китаптарға, тәүсығанаҡтарға заказ биреп, үҙемә кәрәкле мәғлүмәтте табыр өсөн тау-тау китап аҡтарырға тейеш инем. Бының өсөн минең ҡайһы саҡта аҙнаға яҡын ваҡытым үтә ине. Хәҙер иһә "Яндекс"ҡа инәм дә, заказ бирәм һәм компьютер бер минут эсендә миңә кәрәкле мәғлүмәтте табып бирә. Интернет ваҡытты, тимәк, ғүмерҙе экономияларға ярҙам итә.

- Ваҡытты экономиялауҙан тыш, юғарыраҡ сифатҡа ла өлгәшәбеҙ. Элек беҙ мәғлүмәттәрҙе һайлай алмай инек. Ҡулыбыҙға нимә килеп эләгә, шуға таяндыҡ. Хәҙер иһә төрлө сығанаҡтарҙан килгән мәғлүмәттәрҙе бер-береһе менән сағыштырып, иң кәрәклеһен һайлай алабыҙ. Ошоноң менән бергә һинең донъяңдың сифаты ла үҙгәрә.

Интернеттың тағы ла бер ҡурҡыныс яғы - уның ярҙамында ғәйепһеҙҙе ғәйепләп, уның өҫтөнә бысраҡ өйөргә, уны юҡҡа сығарырға була...

- Был хәл элек-электән, һәр дәүерҙә лә шулай булған. Әммә бында Интернеттың мөмкинлектәре күберәк. Икенсе яҡтан ҡарағанда, һинең өҫтөңә бысраҡ өйәләр икән, һин ул көстәргә ҡаршы ошо уҡ Интернет аша көрәшә алаһың. Физик донъяла ундай мөмкинлегең юҡ. Әгәр ҙә унда баш күтәрһәң, тотоп алып туҡмап ташлауҙары бар. Ә Интернетта ҡаршы тороу мөмкинлеге бар.

Шулай ҙа һин бына үҙең Интернеттың насар яҡтарын нимәлә күрәһең?

- Эйе, әлеге Интернеттың насар яҡтары күп. Иң насар яғы - күләгәләге Интернет. Унда порнография, криминал күп. Уларҙан балаларҙы аралауы ҡыйыныраҡ, хатта мөмкин дә түгел. Әммә был хәл Интернет менән эш итергә ярамай тигәнде аңлатмай. Әгәр ҙә беҙ, бысраҡ, тип, Интернет менән эш итмәһәк, ул үҙенән-үҙе яҡшы яҡҡа үҙгәрмәйәсәк. Унда беҙ изге төшөнсәләр, кешегә кәрәкле, фәһемле мәғлүмәт индерә алабыҙ, йәғни Интернетты үҙебеҙгә нисек кәрәк, шул рәүешкә килтерә алабыҙ. Шулай итеп, ул яйлап-яйлап таҙара башлай.

Интернетта тотош халыҡтың өҫтөнә бысраҡ өйөүҙәргә нисек яуап бирергә? Был осраҡта яуап бирмәү риза булыуҙы аңлатҡан һымаҡ. Ә инде халҡың хаҡында негатив таратыусыға яуап бирә башлаһаң, уның бысраҡлығы кимәленә төшөргә тура киләсәк. Был осраҡта һин нимә тәҡдим итәһең?

- Интернетта башҡорттар хаҡында негатив мәғлүмәт яҙылһа, ҡайһы берәүҙәр, йәндәре көйөп, үҙ-ара һөйләшеп, кемдерҙелер әрләп йөрөй башлай. Минеңсә, быға иғтибар итергә түгел, ә үҙеңдең яҡшы ғәмәлдәреңде дауам итеү кәрәк. "Башҡорт проекттары" буйынса эшемде башлағанда "Форум"да башҡа милләт вәкилдәре негатив мәғлүмәт яҙҙы. Таныштарым: "Бына һинең турала Интернетта шулай тип яҙғандар, былай тип әйткәндәр", - тип әйтә килде. Мин иһә быға иғтибар итмәйенсә, үҙ эшемде генә белдем. Бер нисә проектым тормошҡа ашҡас, хәҙер инде минең хаҡта насар итеп яҙыусылар күнгән һымаҡ булды. Башҡорт Интернеты - хәҙер норма, Башҡортостан Республикаһы булған кеүек.

Тимәк, һине тәнҡитләүселәр һиңә "Башҡорттарҙың үҙ Интернеты бар" тигәнде иҫбат итергә ярҙам ғына иткән булып сыға түгелме? Иң яҡшы реклама - тәнҡит!

- Интернетта беҙҙең проекттар күберәк булһа, ундай һөйләшеүҙәр бөтөнләй булмаҫ ине.

Интернетта "Башҡорт китапханаһы"н булдырыу эше нисек бара? Китаптарҙы һайлап ҡуяһығыҙмы?

- Әлегә шундай схема: кем ниндәй әҫәрен, китабын индерә ала, шуны ҡуябыҙ. "Башҡортостан" нәшриәтенең ябылған китапханаһынан 700 китап һатып алдыҡ. Ул китаптарҙы ирекмәндәр араһында тараттыҡ, улар был китаптарҙы сканлай. Башҡорт әҙәбиәтен яҡшы белгән ике белгесебеҙ төрлө китапханалар, букинистар аша башҡорт китаптарын туплауҙы дауам итә.

Мәскәүҙә һинең башҡорт телендә аралашҡан үҙ мөхитең бармы?

- Мин көнө буйына Интернет аша дуҫтарым менән башҡортса аралашам. Үҙем эшләгән компанияла төрлө милләт вәкилдәренән коллегаларым, дуҫтарым бар. Улар миңә ҡарап, үҙҙәренең милләтенә, тамырҙарына иғтибар итә башланы.

Әле һеҙ башлаған "Башҡорт проекттары"ның төп маҡсаты нимәгә ҡайтып ҡала?

- Интернет ярҙамында башҡорт теле, мәҙәниәте мөхите булдырыу, телебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе һаҡлап ҡалырға булышлыҡ итеү, милләттәштәребеҙҙең фекер ҡеүәһен, аңын яңы кимәлгә күтәреү.

ХХI быуат башҡортон нисек итеп күҙ алдына килтерәһең?

- Халҡыбыҙ пассионар, эште ныҡ бирелеп, ҡыҙыу башҡара. Әгәр ҙә дөрөҫ йүнәлеш алһаҡ, киләсәктә нығына аласаҡбыҙ. Тағы ла бер нисә мөһим нәмәгә иғтибар биреү мөһим. Әлеге технологик ҡаҙаныштарға, йәғни ер аҫтындағы нефткә генә ҡарап ултырырға ярамай. Әгәр ҙә республикабыҙҙағы башҡа халыҡтар прогресҡа барырға теләмәй икән, тимәк, шуны үҙебеҙ эшләргә бурыслыбыҙ. Улар беҙгә ҡарап өлгө алһын. Хәҙерге башҡорт йәштәре технологик өлкәләрҙе, нисектер, яҡын күрә. Нефть бер кемгә лә кәрәк түгел хәҙер, шуны аңлаһаҡ, башҡа йүнәлештә эш итһәк, алға китә алырбыҙ. Ҡыҫҡаһы, башҡорттар был быуатта үҙенең яңы урынын табырға тейеш. Әгәр ҙә Өфө һәм республиканың башҡа ҡалалары технологик үҙәктәр булып китһә, ул, ысынлап та, дөрөҫ йүнәлеш буласаҡ. Беҙгә башҡорт йәмғиәтен үҫтерергә, бының өсөн үҙебеҙгә үҙгәрергә кәрәк. Демократия - ул һинең халҡың өсөн яуаплылыҡты иңеңә алырға әҙер булыуыңды аңлата. Әсәйем тыуған Ейәнсура районының Өмбәт ауылында бик матур бер йола бар. Унда кешеләр бесәнде өмә ысулы менән эшләй. Иң тәүҙә тотош ауыл бер кешенең бесәнен эшләй, иртәгәһенә икенсеһенекенә тотона. Улар бар эштәрҙе бергәләп башҡара. Әлеге Интернет донъяһы шундай уҡ "өмә" менән эшләү принцибына ҡоролған да инде.

Тимәк, Интернет моделе әсәйеңдең тыуған ауылында үтәлә инде?

- Эйе. Тимәк, башҡорттар теләһә ниндәй эште тиҙ генә, аҙ сығым менән башҡара ала. Шул уҡ бесән эшләгән өсөн бер тин аҡса түләү ҙә, хөкүмәт тә кәрәкмәй. Күп кенә илдәрҙең хөкүмәте үҙен бәләкәсәйтергә тырыша. Ни өсөн? Сөнки ул ҙур булһа, илгә үҫергә ҡамасаулай. Мәҫәлән, Сингапур иленең хөкүмәт институттары бәләкәй генә бер бинаға һыя. Һөҙөмтәлә Өфө ҙурлығындай ил тулайым продукт буйынса Рәсәйҙән ҡалышмай. Хөкүмәттең ҙурлығы етәкселектең кешеләргә ышанмауынан килә. Улай алға китеп булмай.

Интернет бер үк ваҡытта барлыҡ рухи мираҫыбыҙҙы үҙендә туплап, уларҙы киләсәккә алып барып еткерер архив ролен дә үтәй ала бит...

- Әгәр ҙә беҙ барлыҡ рухи мираҫыбыҙҙы, тарихыбыҙҙы Интернетҡа күсерһәк, был тупланма үҙ нәүбәтендә башҡа институттарыбыҙҙың үҫеүенә булышлыҡ итәсәк. Бер мәғлүмәт тә ҡағыҙҙа ҡалырға тейеш түгел. Ул сағында беҙҙең алда нимәнелер һаҡларға тигән мәсьәлә тормаясаҡ, ул үҙенән-үҙе һаҡланасаҡ. Ул сағында беҙ артҡа ҡарап йәшәү урынына алға ҡарап йәшәй башлаясаҡбыҙ...

Шулай итеп...
"...Шул осраҡта ғына беҙҙең данлы һәм шанлы тарихыбыҙ киләсәккә барырға ярҙам итәсәк. Юғиһә, беҙ тарихта ҡаҙынып, үҙебеҙҙең алтын ваҡытыбыҙҙы әрәм итәбеҙ..." тип, Илдарҙың һүҙен тамамларға ғына ҡала бында. Афарин, Илдар!

Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ әңгәмә ҡорҙо.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 21.03.16 | Ҡаралған: 1665

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru