«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҺҮРӘТ ЭСЕНДӘ ЙӘШӘЙБЕҘ...
+  - 

Баймаҡ районы Темәс ауылында йәшәүсе рәссам Марат ҒАФАРОВ айырым өлөштәре ҡабарып торған, ә айырым өлөштәре эскә батҡан һымаҡ күренгән һүрәттәр эшләй. Был ғәжәйеп һүрәттәрҙе компьютер телендә, 3D һүрәттәр тип атайҙар. "3D" һүҙе инглизсәнән ингән - "ниндәй ҙә булһа әйберҙең өс үлсәмле булыуы" тип аңлатыла. Ябайлаштырып әйткәндә, 3D һүрәт - алғы, урта һәм артҡы пландары айырым-асыҡ күренгән картина ул. 3D һүрәттәрен нисек ҡағыҙға төшөрөүе тураһында ҡунағыбыҙ үҙе һөйләр.

Бала саҡтан һүрәт төшөрәм...

Үҙемде иҫләгәндән - бала саҡтан һүрәт төшөрәм. Атайым да, әсәйем дә Темәс урта мәктәбендә уҡытыусы булып эшләне. Атайым - йыр, рәсем дәрестәренән һабаҡ бирҙе, уны уҡыусылар "йыр ағай", "рәсем ағай", тип йөрөттө. Әсәйем - башланғыс кластар уҡытыусыһы булды. Атай менән әсәй икеһе лә йыр-моңға маһир ине. Бала сағымдан шул иҫемдә ҡалған - әсәйем ҡап-ҡап дәфтәр тикшергән саҡта мине алдына ултыртып, ҡағыҙ, ҡәләм биреп ҡуя. Мин һүрәттәр төшөрәм. Һүрәт төшөрөү менән ҡыҙыҡһыныуым да шул ваҡытта башланғандыр, моғайын. Әммә тормош был мауығыуыма мине тиҙ бәйләп ҡуйҙы. Атай менән әсәйем айырылышҡанда миңә туғыҙ йәш булғандыр. Айырылышыуҙы әсәйем бик ауыр кисерҙе, беҙҙән йәшереп кенә илай торғайны. Бер нисә йыл үткәс, йөрәк сиренән ҡапыл ғына вафат булып ҡалды. Ғаиләлә беҙ өс бала етем тороп ҡалдыҡ, һуҡыр ҡартәсәйемә рәхмәт - ул ситтән тороп булһа ла беҙгә кәңәштәрен биреп, хәленән килгәнсә ярҙам итеп торҙо. Миңә ун алты йәш тулғас, Темәс леспромхозына рәссам ярҙамсыһы итеп эшкә алдылар һәм бер йылдан һуң ул ваҡыттағы директор Кантюков мине саҡыртып алды һәм: "Марат, һин бит беҙҙең рәссамға ҡарағанда ла яҡшы төшөрәһең һүрәтте", - тине лә, мине леспромхоз рәссамы итеп тәғәйенләп тә ҡуйҙы. Шулай ун һигеҙ йәшем тулып, әрмегә киткәнсе, ошо леспромхозда эшләнем, бәләкәс һеңлем менән ҡустымды ҡараным.

Барыһы ла хыялдан башланды

3D һүрәте эшләп ҡарау хыялы миндә бик күптән яралғайны. Ҡасан икәнлеген хәҙер аныҡ ҡына әйтеүе лә ауыр. Һүрәтте ҡабарып торған һымаҡ итеп эшләге килә, малай, шунлыҡтан, төрлөсә эшләп тә ҡарайым, майҙарҙың, буяуҙарҙың да төрлө-төрлөһөн ҡулланам - ижади эҙләнеүҙәрем ләззәт тә бирә, эстән яндыра ла. "Килтереп сығармайынса, туҡталмам", тип, артабан эшләйем... Мольбертыма һыҙып-һыҙып, ситкәрәк китеп ҡарап алам, төшөрөргә теләгән күренешкә лә бөтөнләй икенсе ерҙән ҡараш ташлап алам, хатта күҙҙе ҡыҫа биреберәк бағам... 3D-ға оҡшаш нимәлер килеп сыға башлағас, ҡыҙыҡһыныуым тағы артты. Тырышлығыңдың һөҙөмтә бирә башлауын күреүҙән дә көслөрәк илһам сығанағы юҡтыр ул. Ә нимә ул 3D? Уны беҙ киноларҙа ла күрәбеҙ. Әммә унда һүрәттәр ҡыбырлап йөрөй, улар йәнле. 3D һүрәттә иһә ҡатып ҡалған күренеш сағылдырыла. Беҙ бөгөн ҡараған форматтағы һүрәттәрҙе төшөрөү өсөн ысынбарлыҡтағы күренештәрҙе перспективала күрә белергә кәрәк. Ә быны күптәр күрә белмәй. Миңә Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән, хатта сит илдәрҙән рәссамдар 3D-ны күрергә өйрәтеүемде һорай, хатта, аҡса тәҡдим итеүселәр ҙә булды. Әммә был алымды тота килеп кешегә нисек өйрәтәһең? Кешене музыканы, ритмды, төҫтәрҙе, еҫтәрҙе, матурлыҡты тойорға, шиғыр яҙырға, матурлыҡты ҡағыҙға төшөрөргә өйрәтеү мөмкинме? Кешене, геометрия теле менән әйткәндә, Х менән У күсәренә Z күсәрен ҡушып һүрәт эшләүгә лә өйрәтеп булмай. Бәлки, өйрәтер ҙә инем мин, ләкин һөнәрем буйынса мин авиация механигы. Әйткәндәй, "Комсомольская правда" гәзитенән бер журналист килеп, минән интервью алып китте лә, мине "ғүмере буйы водитель булып эшләгән дә, бер көн тотҡан да 3D һүрәт төшөрә башлаған", тип яҙҙы. Әлбиттә, был мәғлүмәт дөрөҫлөккә тап килмәй. Өс яҫылыҡтағы һүрәттәргә тотонор алдынан йөҙәрләгән башҡа картиналар, эскиздар эшләнелде. Унан бигерәк, водитель таныҡлығым бар, тип кенә әйтеүемде хәбәрсе дөрөҫ аңламаған булып сыҡты. Шулай итеп, матбуғатта минең ҡапыл ғына 3D төшөрөүсе булып китеүем тураһында хәбәр таралды.

Тәүге эштәрем...

Беренсе 3D һүрәтте заказ буйынса күрше Бетерә ауылында йәшәүсе бер ғаиләнең йортоноң иҙәненә эшләнем. Эш барышында Бөрйәндән Азат исемле бер егет килеп, фотоға төшөрөп киткәйне. Төшөргән дә, интернетҡа һалған. Фото тиҙ арала таралып та өлгөргән. Бер мәл ауылдаштар: "Марат, 3D һүрәт эшләгәс, эреләнеп киттеңме әллә?" - тип төрттөрә. Һүрәтемдең интернетты "шартлатыуы" тураһында иң һуңынан мин белгәнмендер. Баҡтиһәң, бер төн эсендә билдәле кешегә әйләнгәнмен. Баяғы фотоны бер төн эсендә 25 мең кеше ҡарап өлгөргән! Социаль селтәрҙәге битемә инһәм, хаттарҙы уҡып бөтөрлөк түгел. Рәсәйҙән, Германиянан, Бразилиянан яҙалар. Был һүрәт шаңдауы бер миңә генә ҡағылмаған икән - Бетерәләге баяғы ғаиләгә - һүрәтле йорт хужаларына ла туранан-тура ҡағылған да ҡуйған. Шүлгән мәмерйәһенә тип Бөрйәнгә юлланыусы кешеләр юл ыңғайында теге картинаны эҙләп килә, уны ҡарап сығырға һорай ҙа, һорай икән. Хужалар тәүҙә риза булалар, тик аҙаҡ: "Ниңә генә эшләттек?" - тигән көнгә ҡалған. Камера тотҡан хәбәрселәрҙән дә тынғы юҡ. Бер мәл Мәскәүҙән Беренсе каналдан килеп төштөләр. Әлеге лә баяғы, Бетерәләге һүрәтте күргеләре, кино-таҫмаға төшөрөп алғылары килә. Бетерәгә шылтыраттым. Ләкин хужабикә риза булманы. "Беҙҙең шәхси тормошобоҙ булырға тейештер бит, Марат ағай. Атыу инәләр ҙә сығалар, инәләр ҙә сығалар - өйөбөҙ музей һымаҡ", - тине. Уларҙы аңларға була, әлбиттә. Бер мәл шул тиклем ялҡыуҙан: "Һүрәтле иҙәнде буяйбыҙ ҙа ҡуябыҙ", - тип уфтаналар... Бетерәләге һүрәтте ҡарай алмағастар, ҡунаҡтарҙы Баймаҡ ҡалаһындағы бер фатирҙың йыуыныу бүлмәһе иҙәненә эшләгән тағы бер 3D һүрәтемде күрһәтергә алып киттем. Әйткәндәй, Баймаҡта минең тағы бер һүрәтем бар - бер ҡапҡаға эшләнгән аттар һүрәте. Ул Гиннестың рекордтар китабына ла индерелде... Алдан иҫкәртергә онотҡанғамы, оператор егет йыуыныу бүлмәһен үҙе асып, ҡорамалдарын күтәреп, эскә үтәм тип бер аяғын күтәрҙе лә, ҡатты ла ҡалды. Аяғын төшөрөргә лә онотто ул - ҡарап тик тора. Йәл, төшөрөп алырға фотоаппаратыбыҙ ғына булманы. Шундай ҡыҙыҡ кадр булыр ине. Егет иҙәндә сайпылып ятҡан төпһөҙ зәңгәр һыуҙы, һыуҙан ырғып сығырға торған дельфинды күреп аптыраны. Аҙаҡ: "Һин быны нисек эшләнең", - тип һорай ҙа һорай... "Был һүрәт ишектән килеп инеүсегә күләмле булып күренһен өсөн махсус көйләп эшләнгән. Икенсе яҡтан ҡараһаң, һөҙөмтә улай уҡ булмаҫ ине", - тип аңлаттым.

Электән килгән ысулдыр...

Моғайын, 3D-ны төшөрөү юлдарын эҙмә-эҙлекле тасуирлаған китаптар ҙа юҡ түгелдер. Әммә мин уны үҙемдең тойғоларыма таянып эшләйем. Ҡайһы бер ҡағиҙәләрҙе лә иҫтән сығармайым, әлбиттә. Әйтәйек, 3D һүрәтте бер нөктәнән ҡарағанда ғына иң дөрөҫ күренерлек итеп эшләргә кәрәк. Саҡ ҡына ситтән ҡараһаң, һүрәт бөтөнләй беҙ теләгәнсә күренмәйәсәк. Ошоно иҫтән сығарырға ярамай. Икенсенән, һыҙыҡтарҙың төҙ һәм дөрөҫ һыҙылыуына иғтибар итеү талап ителә. Бер һыҙығың дөрөҫ һыҙылманымы - бөтөн эшең юҡҡа сыҡты, тигән һүҙ. Төҫтәргә, яртылаш төҫтәргә лә шундай уҡ иғтибар биреү зарур. Өс үлсәмле һүрәт һөҙөмтәһен арттыра биреү өсөн тағы ла тауыш ҡулланырға була. Был ысулды беҙ фильмдарҙа яҡшы күрәбеҙ. Тауыш менән көсәйтелгән күләмле һүрәт тамашасыны үҙенә нығыраҡ йәлеп итә.

Һүрәттәрҙәге ваҡиғалар эсендә ҡатнашыу...

Бәләкәй саҡта өләсәйҙәр беҙгә йоҡлар алдынан шәм яҡтыһында әкиәт һөйләй торғайны. Һәм беҙ улар һөйләгән әкиәт эсенә инеп китә ала инек. Бында беҙ һүрәттең эсенә инеп китә алабыҙ...
Тимәк, кеше үҙен сәнғәт әйберенең эсендә, һүрәттәр араһында йөрөп ятҡан һымаҡ итеп тоя. Беҙҙең бит сәнғәт - хореография, орнаменттар бик көслө. Беҙҙең сәнғәт төрөн ҡарағанда, ысынлап та, кеше үҙен ошо нәмәнең бер өлөшө итеп тоя. Тимәк, ошо сәнғәтте тулыландырған халыҡтың бер вәкиле итеп тоя. Ҡурайҙы тыңлаһаҡ, "Байыҡ" бейеүен ҡараһаҡ, бейеүсе һыңҡылдата баҫып бейеһә, рух күтәрелә һәм беҙ тарихҡа инеп китәбеҙ. Беҙ - ҡатнашыусы.
Мәскәүҙәге Изге Василий сиркәүендә булғанымда көмбәҙгә ҡарап ебәрһәм, болоттар араһынан Ғайса бәйғәмбәр - Иисус ҡарап тора. Тәндәр әллә нимә эшләп китте. Ошо һүрәтте эшләгән саҡта ул замандағы рәссамдар 3D тип атамағандыр инде, әммә өс яҫылыҡты бер яҫылыҡта сағылдырыуға ирешкәндәр. 3D юҡтан бар булмағандыр. Бөгөн кешелек уға ябырылды икән, тимәк, 3D кешелек хәтерендә ҡасандыр булған. Шуға ла икенсе формаға әйләндереп килтереп сығарылған. Беҙҙең милли орнаменттар шул тиклем бай, 3D серен, бәлки, шунан эҙләп ҡарарға кәрәктер. Икенсе яҡтан, 3D-ла бит тарих, бөгөнгө көн, киләсәк берлеге сағыла.

Шулай итеп...
Ғәжәп оҫта йән дә инде ул - Кеше! Ул энә осона ғына һыйырлыҡ радио-электрон элементтар ҙа эшләй, диңгеҙҙәр өҫтөнә яҫы-яҫы күперҙәр ҙә төҙөй, ҡәҙимге һүҙҙәрҙән һүҙ пирамидалары - шиғырҙар ҙа яҙып ҡуя, ысындан бер ҙа айырып булмаҫлыҡ һүрәттәр ҙә төшөрә. Бөгөнгө ҡунағыбыҙ - Марат ағай Ғафаров беҙгә 3D һүрәт фәлсәфәһе шаршауын аса биреп ҡуйҙы.

Байым РӘХИМЙӘНОВ яҙып алды.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 21.03.16 | Ҡаралған: 1385

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru