«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЗАМАНА БЕҘГӘ БӘЙЛЕМЕ, ӘЛЛӘ БЕҘ - ЗАМАНАҒАМЫ?
+  - 

"Заман - бик мөһим нәмә. Уны бушҡа үткәрергә ярамай. Әҙәм балалары, был ниндәй заман, тип Мине ҡыйырһыта. Һеҙҙең берегеҙ ҙә, заман боҙолдо, тимәһен, сөнки Заман - Мин Үҙем. Көнөн дә, төнөн дә Үҙем әйләндерәм, теләйем икән - туҡтата ла алам" - оло ҡөҙрәт эйәһе Аллаһы Тәғәләнең был һүҙҙәренә өҫтәп әйтер һүҙ юҡ. Уның әйткәндәрен иҫкәртеү, ер йөҙөндәгеләргә һабаҡ тип ҡабул ҡылыу - беҙҙең бурыс.

Үкенескә ҡаршы, һуңғы быуат ҡәүеме замананы үҙ нәфсеһенә буйһондороу, бар һынауҙарҙы заман ауырлығына һылтау менән мәшғүл булып, үҙенә-үҙе золом итеүҙән ары китә алмай. Ҡайҙа ҡарама, фажиғә: йә һыу баҫа, йә булмаһа ҡоролоҡ көйҙөрә, авиа-автоһәләкттәр, шартлауҙар, янғындар, ер тетрәүҙәре, һис юғында, ерҙең теге йә был мөйөшөндә һуғыш суҡмарҙары баш ҡалҡыта. Кешеләр берәрләп түгел, ҡала-ауылдары менән ер йөҙөнән юҡ була. Шартлап, батып, янып, ер аҫтында ҡалып, тапалып, спайс-наркотик ҡулланып, ҡолап, үҙ-үҙенә ҡул һалып… Бындай бәлә-ҡазаның кем ишеген килеп ҡағыуын донъяла бер Ул ғына белә. Аллаһы Тәғәләнең ҡанундары ҡәтғи: ҡылған гонаһтар өсөн шулай иҫкәртә, һынай, язаһын бирә. Беҙҙә, кешеләрҙә, Уның ҡөҙрәтенә ҡаршы торорлоҡ көс юҡ. Яуыр болоттарҙы таратырға өйрәнгәнбеҙ, ә болот йыйып, ямғыр менән ҡыуандырырға хәлебеҙҙән килмәй, ҡоролоҡтан интегәбеҙ. "Кешеләрҙең ҡылған фәхеш, харам эштәре сәбәпле ер өҫтө үә диңгеҙҙәр өҫтө боҙолдо, Аллаһынан яза йөҙөнән ҡаты аслыҡ, йоғошло ҡаты сирҙәр заһир булды, ҡылған боҙоҡ эштәренең бәғзе гонаһтарына донъяла уҡ ғазапты татытмаҡлығыбыҙ өсөн, шәйәт боҙоҡлоҡтан яҡшылыҡҡа ҡайтырҙар, иман килтереп һәм тәүбә итеп төҙәлеп мосолман булырҙар" ("Әр-Рум" сүрәһе, 41-се аят). Изге Китапта бирелгән был аятҡа өҫтәп әйтерлек һүҙем юҡ, бары тик үҙемдең гонаһтарым өсөн генә түгел, ә Ер шарында ҡылынған гонаһтар өсөн әрнеү генә күңелде ҡырыуҙан туҡтамай.
"Кешеләрҙе Беҙ һынайбыҙ, - ти Ҡөрьән. - Хәүеф-хәтәрҙәр, ҡурҡыныстар килтереп, аслыҡ биреп, малдарын, яҡындарын, баҡса емештәрен кәметеп һынайбыҙ. Сабыр була белгән бәндәләргә ҡыуаныс бир. Улар отолоуҙа булмаҫ" ("Әл-Баҡара" сүрәһе, 155-се аят). Тимәк, бөтә бәлә лә шунда - сабырлыҡ етешмәй, булғанына шөкөрана ҡылып, нәфсеңде ауыҙлыҡлай белеү хас түгел беҙҙең заман кешеһенә. АллаһыТәғәлә ебәргән бәләкәс кенә һынауҙы ла оло ҡайғы урынына күреп ҡабул итергә күнеккәнбеҙ. Һуңғы йылдарҙа Ҡөрьән Кәримде уҡып, уның йөкмәткеһен тәрәндән өйрәнеүҙе маҡсат итеп алғас, күпте аңланым. Ошо изге Китап ҡушҡандарҙы үтәп, тыйғандарынан тыйылып йәшәһәк, илебеҙҙә полиция-милиция, контроль-прокуратураның кәрәге лә ҡалмаҫ ине, тип уйланырға ла нигеҙ булды был. Бигерәк тә беҙҙең заманда, юғары технологияларҙың үҫешкән заманында, глобалләшеү заманында Кешелеккә ебәрелгән Төп Конституцияны өйрәнмәй, уны белмәй тороп, ер йөҙөндә халыҡ менән идара итергә бер кемдең дә хаҡы юҡ, минеңсә.
Ошо урында ике тапҡыр һуғыш кисергән чечен халҡын миҫалға килтермәй сарам юҡ. Телевизион тапшырыуҙарҙың береһендә республика башлығы Рамзан Ҡадиров чечен ерендә фәхишәлек, наркотик ҡулланыу кеүек проблемаларҙың бөтөнләй булмауы һәр чечен ғаиләһендә балаларға дини тәрбиә бирелеүе тураһында ғорурланып һөйләгәйне. Күпселеге мосолман халҡы йәшәгән республикабыҙҙа бындай күрһәткестәр менән ҡыуанырға әлегә хәлебеҙҙән килмәй.
Беҙҙең быуын кешеләренә ҡарағанда йәштәр күпкә отҡорораҡ, етеҙерәк, белемлерәк булһа ла, хафаға һалырлыҡ эштәр ҙә байтаҡ. Сүп-сар бактарында табылған сабыйҙар, эскелек, яңыраҡ булып үткән спайс ваҡиғалары иҫкә төшкән һайын, был аяныс күренештәрҙе халҡыбыҙҙың иң ҡиммәтле хазинаһы - дини тәрбиәгә битарафлыҡ касафаты тип ҡабул итәм. Ғөмүмән, Рәсәйҙә мәктәптәргә дини дәрестәр индереү яй барыу ғына түгел, хатта туҡтатылыу кимәлендә тора кеүек, юғиһә, был фән нисә йыл буйына 4-се кластарҙа ғына уҡытылмаҫ ине, моғайын. Изге Китаптың "Әл-Хижер" сүрәһе, 94-се аятындағы "Инде Ислам динен изһар ҡыл! Кешеләрҙе иманға үә Ҡөрьән менән ғәмәл ҡылырға асыҡтан-асыҡ өндә! Һис кемдән ҡурҡма! Үә мөшриҡтәрҙән киҫел, улар менән булышып, ваҡытыңды әрәм итмә!" тигән һүҙҙәр замандың мөһимлеге һәм уны бушҡа үткәрергә ярамағанлығына ишара.
Ҡөрьән ҡушҡандарҙы үтәп йәшәргә тырышҡан, дин тотҡан кешегә ҡайһы берәүҙәр һаман булһа ла иҫкелек ҡалдығына ҡараған кеүек ҡарай. "Миңә нимәгә мәсеткә йөрөргә? Минең гонаһтарым юҡ, ана, гонаһлылар йөрөһөн, исмаһам, гонаһтарын кәметерҙәр!" тип тәкәббер генә һүҙ ҡуша бер әңгәмәсем. Ярым шәрә торған был оло йәштәге ҡатынға тәү тапҡыр күргәндәй ҡараш ташлап, телһеҙ ҡалам. Гонаһтың нимә икәнен бөтөнләй аңламаған кеше менән нимә генә һөйләшәһең, һүҙебеҙ берекмәҫлеген аңлап, юлымды дауам итеүҙе хуп күрәм. Күп тә үтмәй, алдыма һуҡмыш ҡатын килеп сыға ла, улының был донъянан үҙ теләге менән китеүен һөйләп, эсеүенең "сәбәбен" аңлата башлай. Халыҡтың иманһыҙланыуын заманалар үҙгәреүенә юрап, арыу уҡ эйәреп килгән юлдашым менән дә әңгәмә ыңғайламай. Юлдашым айыҡ булһа, Изге Китаптың "Әр-Рум" сүрәһенең 30-сы аятында әйтелгәнсә, "Эй Мөхәммәт! Ихласлыҡ менән ҡарашыңды дингә йүнәлт. Кешеләрҙе Аллаһ ошо дин өсөн яраҡлы итеп яралтты. Кешенең ысын кеше булыуы Ислам дине менән. Аллаһ яралтып бар иткәндәрҙә үҙгәртеүҙәр булмаҫ. Был - хаҡ дин, иң көслө, иң дөрөҫ дин. Әммә күп кешеләр быны аңлап етмәй. Кешелек сифаттарығыҙ юғалһа, уны Исламдан табып алығыҙ. Эй кешеләр! Исламдан һуҡыр булып, кешелекһеҙ булып тәрбиәләнмәгеҙ!" - тип, иманға өндәргә булыр ине лә…
Миңә ҡалһа, эскелек, наркоманлыҡ, фәхишәлек, суицидты бер-береһенән айырып ҡарау, һәр береһенең сәбәптәрен айырым эҙләп, уларҙан ҡотолоу сараларын табырға маташыуҙан бер фәтүә лә сыҡмаясаҡ, сөнки былар барыһы ла иман зәғифлегенән килгән ауырыуҙар. Иман зәғифлегенең төп сифаттарының береһе сабырһыҙлыҡ, холоҡ тотороҡһоҙлоғо, йәғни, тиҙ генә төшөнкөлөккә, өмөтһөҙлөккә, депрессияға бирелеү йә булмаһа, киреһенсә, агрессивлыҡ, тәкәбберлек. Минеңсә, юғарыла иҫкә алынғандар барыһы ла йән ауырыуынан. Тән ауырығанда табиптарға мөрәжәғәт итһәк тә, йән ауырыуынан һауыҡтырыусы табип әлегә Ер йөҙөндә юҡ. Йән дауаһы берәү генә - заманаға һылтанмай, үҙ динеңде ихтирам итеү, өйрәнеү.
Ниндәй генә заманда йәшәһәң дә эмоциялар менән түгел, ә айыҡ аҡыл, зирәк зиһен менән йәшәү өсөн үҙ-үҙеңә хеҙмәт итеү. Был донъяла иң ауыр хеҙмәт - ул үҙеңдең нәфсеңә ҡаршы көрәшеү. Һәр төрлө бысраҡлыҡҡа әүрәтеп кенә торған нәфсеңде еңә белеү өсөн, һис шикһеҙ, иманлы булыу фарыз. Халыҡ телендә әйткәндә, иманлы булыу - ояла белеү, ҡылған гонаһтарың өсөн яуап тотоуҙан ҡурҡа белеү.
Иншалла, һуңғы йылдарҙа республикабыҙ ауылдарында иман йорттары күпләп асыла. Мәсет - ул Иман йорто. Мәсеткә йөрөргә бер кем дә бер кемде лә мәжбүр итмәй. Иманлы, тәүфиҡлы, бәхетле булырға теләгән кешенең генә көсө етә унда йөрөргә. Тик ҡайһы бер ауылдарҙа мәсеттәрҙең буш тороуы - төҙөлгән мәктәптәрҙең буш тороуына бәрәбәр. Белемгә, ғилемгә эйәртеүсе, уға ынтылыусы булмағанда, тормошобоҙҙоң ыңғайлана барасағын шик аҫтына ҡуйырға ғына ҡала. Ошо урында түбәндәге риүәйәтте миҫал итеп килтергем килә. Аллаһы Тәғәлә бер ауылдағы иманһыҙҙарҙы Ер йөҙөнән юҡ итергә ҡушҡан, ти. Фәрештәләр Уға иманһыҙҙар араһында намаҙ уҡып ултырыусы бер генә иманлы кешенең булыуы һәм уның да һәләк булыу ихтималлығы тураһында хәбәр итә. "Ана шул кешенән башлағыҙ юҡ итеүҙе!" тип бойора Аллаһы Тәғәлә... Тимәк, мәсеттәр һалына икән, ул халыҡтың ғилемен күтәреүҙә үҙ вазифаһын теүәл башҡарырға бурыслы. Киреһенсә булғанда, имандары зәғифләнгән быуынға ҡарап, үҙебеҙгә уфтанырға ғына ҡалыр. Аллаға шөкөр, хәҙер ололар ғына түгел, йәштәр ҙә бик ихлас йөрөй иман йорттарына. Ә инде ауылдарҙа иман нуры таратыусы йорттар буш тора икән, тимәк, йәшәйешебеҙ ҙә нурһыҙ булып, үҙебеҙ рухи ярлылыҡтан ҡотола алмай, тормошобоҙ тик әхлаҡһыҙлыҡтан ғына торған хайуани тормошҡа әйләнәсәк. Халыҡҡа эш булдырып, йәшәйеште яҡшыртып, киләсәккә өмөт уятҡан хәлдә лә Аллаһы Тәғәлә ҡуйған бәләкәй генә һынауҙан да һынған, иманһыҙлыҡҡа ауышырға әҙер торған халыҡты ҡотҡарыусы - ул ғаиләлә традицион ислам тәрбиәһе биреү.
Һүҙемде йомғаҡлап, шуны әйткем килә: дин тотоуҙы күптәр мөйөштә генә ултырып, көндәр буйы ҡуҙғалмай Ҡөрьән, намаҙ уҡып, көлмәй, шаярмай йәшәргә ҡушылған, тип күҙ алдына килтерә. Динебеҙ тураһында, бигерәк тә ғаиләлә дини тәрбиә биреү тураһында ябай ҙа, фәһемле лә яҙылған китаптар кәрәк беҙгә. Бала аяғында ныҡ баҫып торһон, үҫкәс, һәр төрлө ағымға кереп китеп юғалмаһын, замана афәтенән йыраҡ торһон өсөн, минеңсә, дини тәрбиә көслө булырға тейеш. Был йәһәттән бөтә йәмғиәт, һис юғында, үҙебеҙ, мосолмандар, бер сәпкә тейҙерерлек фекер йөрөтөп эш итергә бурыслыбыҙ, сөнки замана ниндәй генә һынауҙар ебәрмәһен, иманы ҡеүәтле кеше фетнәгә бирешмәй, үҙ аҡылында була, үҙ аҡылы менән эш итә, йәшәй. Буй-һыныбыҙ Хоҙай Тәғәлә тарафынан бирелгән булһа ла, аҡыл кимәлен үҫтереү, камиллашыу үҙебеҙгә йөкмәтелгән. Киләсәктә лә гәзитебеҙ халҡыбыҙҙы иман юлында тәрбиәләү мәсьәләһенә ҡағылышлы мәсьәләләрҙе күтәрә торһон, ә беҙ, уның даими уҡыусылары, динебеҙгә, гәзитебеҙгә, милләт яҙмышына битараф булыуҙан һаҡ була ғына күрәйек, иманлы булайыҡ. Замана нәфсеһен ауыҙлыҡлай беләйек. Амин.

Нәзиә БИКБОВА,
Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы.
Сибай ҡалаһы.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 21.03.16 | Ҡаралған: 1201

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru