«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
"САЛАУАТ ЮЛАЕВ" КОМАНДАҺЫНЫҢ ҠОТО БУЛЫРҒА ДӘҒҮӘ ИТӘМ ТҮГЕЛМЕ?
+  - 

Интервьюлар төрлө була. Ҡайһы саҡта ярты сәғәткә генә һуҙылған һөйләшеүҙә лә иң мөһим фекер әйтелә. Ҡайһы бер бәхетле осраҡтарҙа һөйләшеп һүҙҙәр бөтмәй. Гәзитебеҙҙә, ғәҙәттә, монолог, диалогтар ярайһы оҙон һәм уларҙы уҡыусыларыбыҙ, аҙна дауамында, яйлап, мәғәнәһенә төшөнә-төшөнә, аҡыллы фекерҙәргә ҡабаттан әйләнеп ҡайта-ҡайта уҡыйбыҙ, тиҙәр. Шуға ла беҙ уҡыусыларыбыҙға ҡыҫҡараҡ әңгәмәләр ҙә тәҡдим итмәксебеҙ. Геройҙарыбыҙ - йәмғиәтебеҙҙәге әүҙем милләттәштәребеҙ булыр, уларҙан ҡыҫҡа һорауға - тапҡыр яуап көтөп ҡалабыҙ. Тәүге ҡунағыбыҙ - М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актеры - Шәһит ХАММАТОВ.

Шәһит, һине "Салауат Юлаев" хоккей клубының штаттағы Хоттабыч ҡарты тиҙәр, шул дөрөҫмө? Команда еңелгән осраҡта көйәрмәндәр бар асыуын ҡартҡа төшөрөр тип ҡурҡмайһыңмы, әллә был көндө матчтан иртәрәк ҡайтып китәһеңме?

- Мин электән үҙебеҙҙең хоккей командаһының көйәрмәне. "Салауат Юлаев" командаһы ҡатмарлы осорҙар ҙа кисерҙе, еңеүҙәр еңелеүҙәр менән аралашып килә, шуға, ҡулды төшөрөп, мыжып ултырырға ярамай. Актерҙар булараҡ, беҙ башҡорт хоккейына үҙ ярҙамыбыҙҙы тәҡдим итергә тырышабыҙ. Быйыл театр үҙенең идеялары менән хоккей клубына сыҡты, улар ҙа ҡаршы булманы, мәҫәлән, актерҙар милли кейемдәр кейеп, Салауат Юлаевтың ырыуҙаштары, ҡәрҙәштәре булып, Боҙ аренаһында ултырһа, шәп тә инде. Ә Хоттабычҡа килгәндә, мин эш был тиклемгә барып етер тип уйламағайным, ниндәйҙер талисманға әйләндем дә ҡуйҙым. Һәр бер уйын һайын яуаплылыҡ өҫтәлә барған кеүек, еңһәләр - маҡтайҙар, минең менән фото төшәләр, ҡеүәтләйҙәр, хатта "Салауат Юлаев" командаһы менән бергә ярыштарға йөрөргә тәҡдим итәләр. Мин уйындың аҙағына тиклем мотлаҡ ҡалам, еңәләрме, еңеләләрме, аҙаҡҡаса бергә хәҙер... Команда еңелгәндә көйәрмәндәрҙең ҡайһы берҙәре үҙ фекерҙәрен әйтеп китә, был тәбиғи, яратҡан командаһынан улар еңеү генә көтә.

Һин йәштәр генә түгел, ололар ҙа әүҙем ҡулланған социаль селтәрҙәрҙә лә "Уйҙар, цитаталар, фекерҙәр, эҙләнеүҙәр" тигән төркөмөң аша үҙ һүҙеңде әйтеп киләһең. Фекерҙәштәрең күпме, ундағы фекерҙәрҙе үҙең уйлап сығараһыңмы?

- Төркөмгә быйыл ике йыл булып киткән икән, аудитория биш меңгә барып етеп бара, был үҙе бер район үҙәге халҡына тиң. Күп күренекле шәхестәрҙең шиғырҙарын, әйтемдәрен, уйҙарын теркәргә тырышһам да, күберәк теге йәки был ваҡиғаға үҙемдең фекерҙәремде яҙам. Башҡорт ауылдары яҙмышына битараф ҡала алмайым, милләттәштәрҙә ватансылыҡ, илһөйәрлек тойғолары уятырға тырышам. Бик күп таныштар таптым уның аша, улар үҙҙәренең тәҡдимдәрен яҙалар. Әгәр ошо төркөм кемделер бәхетле иткән икән, был минең өсөн оло бәхет, бүләк. Төп маҡсаттарымдың береһе - кешелеккә социаль селтәрҙәр аша ыңғай уйҙар, дәрт, киләсәккә ышаныс еткереү.

Ошо төркөмөңдә: "Минең кәләш - ипотека һымаҡ, баштан сыҡмай", тип яҙғайның бер. Икегеҙ ҙә актер, бер үк театрҙа ижад итәһегеҙ, өйҙә нисек, бер ҡаҙанға ике тәкә башы һыямы былай?

- Кәләшем Алтынай Хамматова менән беҙ һәр ваҡыт бергә - эштә лә, өйҙә лә, аш-һыу бүлмәһендә лә, урамда ла, бесән эшләгәндә лә... Бер-берегеҙҙән ялҡмайһығыҙмы, тип һорай күптәр. Быға бер генә аңлатма барҙыр, ул да булһа, мөхәббәт хисе һәм юмор тойғоһо. Ул - миңә, мин уға терәк, кәләшемдең үҙ ҡаҙаны, минең үҙ ҡаҙаным. Йондоҙнамә буйынса ул кәзә, мин тәкә. Ғүмер бер тапҡыр ғына бирелә, кисәге көндө лә ҡабаттан йәшәп, кире ҡайтарып булмай - ошоно аңларға ғына кәрәк. Төрлө хәлдәр була, әлбиттә, шунһыҙ тормош булмай, тик ошо хәлдәр ғаилә нигеҙен нығытырға тейеш.
Шулай итеп, йәш актер, юмор оҫтаһы, бөгөнгө замандың сәсәне Шәһит Хамматов менән яңы рубрикаға старт бирҙек. Тағы кемдәргә ниндәй һорауҙар бирергә теләйһегеҙ, был турала беҙгә хәбәр итә алаһығыҙ, хөрмәтле уҡыусылар.

Ләйсән НАФИҠОВА әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 21.03.16 | Ҡаралған: 1110

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru