«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БИТАРАФЛЫҠТАН ДАУА БАР МИКӘН?
+  - 

Яңыраҡ ил Президенты Владимир Путин РФ һаулыҡ һаҡлау министры Вероника Скворцованы ҡабул итте. Осрашыуҙа министр Рәсәйҙә һаулыҡ һаҡлау һәм демография өлкәһендә 2015 йылғы ҡайһы бер мәғлүмәттәр хаҡында хәбәр итте. Атап әйткәндә, ул рәсәйҙәрҙең уртаса ғүмер оҙайлығына ҡағылышлы ине. Был күрһәткес бөгөн 71,2 йәш тәшкил итә.

В. Скворцова былтырғы йылда ғүмер оҙайлығының айырыуса ирҙәргә ҡағылыуын, уларҙың былтыр ярты йылға оҙағыраҡ йәшәүен һыҙыҡ өҫтөнә алды. "Аҙыраҡ эсә башлағандармы?" тип ҡыҙыҡһынды ил башлығы. "Эйе, бер ни тиклем кимәлдә", тигән "томанлыраҡ" яуап булды. Министрҙың һүҙҙәренә ҡарағанда, хеҙмәткә яраҡлы кешеләр араһында үлем осраҡтары һиҙелерлек кәмегән - уртаса 4,5 процент. Һандарға күсергәндә, был 21 меңдән ашыу кеше, шул иҫәптән уларҙың күпселеге 35-тән 60 йәшкә тиклемге ирҙәр икән. "Был үлем осраҡтарын кәметеүҙә ғәйәт ҙур потенциал, һәм беҙ был өлкәлә эшләйбеҙ", тип өҫтәне В. Скворцова. Тик бына "был өлкәлә" ниҙәр эшләнеүе хаҡында аныҡ мәғлүмәттәр генә ишетеп булманы. Күрәһең, ил башлығы ла тап ошо хаҡта ишетергә теләгәндер, ул сәләмәт тормош рәүешенә булышлыҡ итеүсе "тәмәке тартыу һәм эскелек күренештәренең кәмеүе, эш шарттары, юл-хәрәкәт хәүефһеҙлеге, ваҡытында медицина ярҙамы күрһәтеү һәм сирҙәрҙе иҫкәртеү" кеүек факторҙарҙы үҙе үк теҙеп һанап китте.
Артабан ил Президенты ауыл халҡына медицина ярҙамы ойоштороу буйынса эштәрҙең торошо менән ҡыҙыҡһынды. Министр йылына 500-гә яҡын фельдшер-акушер пункттары төҙөлөү хаҡында хәбәр итте һәм кешегә, ул ҡайҙа йәшәүенә ҡарамаҫтан, 20 минут эсендә ашығыс ярҙам күрһәтелергә тейешлегенә айырым иғтибар бирелеүе хаҡында ла ышаныслы итеп өҫтәп ҡуйҙы. Президент ышандымы быға, юҡмылыр, ә бына минең өсөн был көлкө, төптө буш һүҙ булып яңғыраны, сөнки төпкөл ауылда түгел, үҙебеҙҙең Өфө кеүек ҙур ҡалаларҙа ла бының мөмкин булмаған хәл икәнлегенә күптән инанғанбыҙ. Күптәребеҙ үҙ миҫалында.
Яңыраҡ ҡына бер ниндәй тәжрибәһеҙ гипертоник - үҙем менән булған хәлде алайыҡ, мәҫәлән. Кинәт кенә шулай ҡан баҫымы күтәрелде: 200/90-ды күрһәтә ине тонометр. Ғәҙәттәге 100/60-ҡа күнеккәнлектән, ышанмайынса, ҡат-ҡат үлсәйем, дарыуҙар эсеп тә ҡарайым. Ярты сәғәтләп ваҡыт үтте - бер үҙгәреш тә юҡ. Шунан "Ашығыс ярҙам" саҡыртырға тура килде һәм һеҙ күҙ алдына килтерә алаһығыҙмы, ул нисә сәғәттән һуң килде? 2,5 сәғәт ярым үткәс! Был ваҡыт эсендә кеше үлеп терелергә лә өлгөрөр ине. Миңә иһә был ваҡыт эсендә яңынан "Ашығыс ярҙам"ға шылтыратып, телефон аша ғына дауаланырға тура килде. "Ярҙам" килгәндә, шөкөр, мин шап-шаҡтай инем инде. Әлбиттә, гипертоник кризды табиптар, бәлки, сиргә лә иҫәпләмәй торғандыр, ләкин уның ниндәй эҙемтәгә килтереү ихтималлығын уйлаһаң, бында тап әлеге "Ашығыс ярҙам" ғына ҡотҡара аласағы бәхәсһеҙ.
Быныһы ярай, ә бына оло йәштәгеләргә беҙҙең медицинаның мөнәсәбәтен нисек аңларға? Уларға ашығыс ярҙам күрһәтеү түгел, стационарға дауаланырға ла һалмайҙар бит! Һалғанда ла, йә аҡса түләп, йә табиптарға мул ғына күстәнәс биреп, йә танышлыҡ аша ғына мөмкин был хәл. Яңыраҡ бер яҡын танышым Баймаҡ районының төпкөл ауылында йәшәгән 81 йәшлек әсәһенә 30 саҡрымдағы участка терапевынан да, район больницаһынан да ярҙам саҡыра алмауын рәнйеп һөйләп торғайны. Хәйер, киң матбуғат сараларында, телетапшырыуҙарҙа сабый балаларҙың, йәштәрҙең дә хатта, ваҡытында медицина ярҙамы күрһәтелмәгәнлектән, фажиғәле хәлдәргә тарыуы, ярҙам урынына йоҙроҡтарын эшкә ҡушыусы "боксер" табиптар хаҡында материалдар йыш донъя күрә. Хәтерләһәгеҙ, әле яңыраҡ ҡына Белгород ҡала дауаханаһында хирург И. Зелендиновтың ҡеүәтле йоҙроғонан йығылып, башы бәрелеүҙән теге донъяға киткән 56 йәшлек ир һәм уның шул уҡ табиптан туҡмалған туғаны хаҡындағы тарих бөтөн илде тетрәткәйне.
Йоҙроҡ һирәк осраһа ла, тупаҫлыҡ, ауырыуға ҡарата битарафлыҡ менән көн дә осрашырға тура килә шул беҙгә. Кеше яратмағас, кеше менән эшләй торған һөнәрҙе ниңә һайлай икән һуң ҡайһы бер врачтар? Ваҡытында ышанғы килмәһә лә, арҙаҡлы бер табип, профессорҙың, хәҙер медицина юғары уҡыу йорттарына осраҡлы кешеләр күп килә, дипломды һатып алыусылар ҙа бар, тигән һүҙҙәре иҫкә төшә. Гиппократ анты тигән нәмә күптән онотолдо. Һаулыҡ һаҡлау министрлыҡтары отчет-ҡағыҙҙар тултырыуҙан, һандар менән эш итеүҙән бер аҙ арынып, медицина өлкәһендә әхлаҡи климатты һәм ойоштороу эштәрен айырым контролгә алһын ине. Буласаҡ йәш табиптарҙы эшкә алырҙан алда уларҙың белем кимәлен, кешелек сифаттарын тағы бер тапҡыр һынау алдына ҡуйыу йә махсус берәй комиссия аша үткәреү кәрәктер?
Аптырағандан килеп сыҡҡан һорауҙар инде былары ла. Ойоштороу, тигәндән, теге йәки был табипҡа алдан яҙылыу системаһы ла үҙен аҡламаны. Участка терапевына, мәҫәлән, ике аҙна элек яҙылып та, сәғәте-минутына барып етһәң дә барыбер һыу буйы сират көтөп, ундағы тәртипһеҙлектәргә янып-көйөп ултырырға тура килә...

Фәүзиә ИҘЕЛБАЕВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 28.03.16 | Ҡаралған: 1042

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru