«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТӘБИҒӘТЕ МЕНӘН - КӨРӘШСЕ, БУЛМЫШЫ МЕНӘН – ЕҢЕҮСЕ
+  - 

Бөгөн спортта ҙур уңышҡа өлгәшкән тағы бер донъя чемпионы менән таныштырабыҙ. Ул үҙе Стәрлетамаҡта тыуған, 18 йәшендә Өфөгә күскән. Әле өсөнсө йыл Екатеринбург ҡалаһында тренер - үҙенең спорт клубын етәкләй. Атаһы - Миәкә, ә әсәһе Белорет районынан. Геройыбыҙ бала сағында бөтөн тиҫтерҙәре ише космонавт, кәмендә осоусы булырға хыялланған. Мәктәптә белем дә эстәгән, спорт менән дә ҡыҙыҡһынған, малайҙар араһында була торған йоҙроҡло алыштарҙа ла ҡатнашып өлгөргән. Әле уның һәр көнө күнекмәләр залында үтә. "Минең өсөн спорт - ул һөнәр генә түгел, йәшәү рәүеше лә", - ти ҡунағыбыҙ - һуғыш самбоһы буйынса ике тапҡыр донъя чемпионы, ҡатнаш алыш төрҙәре сәнғәте буйынса (ММА) халыҡ-ара турнирҙар еңеүсеһе Венер ҒӘЛИЕВ. Ул тиҙҙән Өфө-Аренала Әрмәнстан спортсыһы Давид Хачатрян менән "FIGHT NIGHT GLOBAL 45" ҡатнаш алыш төрҙәре буйынса халыҡ-ара турнирҙа чемпионлыҡ билбауы өсөн көрәшәсәк. Әйткәндәй, был ярышта Венер Ғәлиевтың уҡыусыһы, йәш спортсы, Шишмә районы егете Руслан Яманбаев та Әхмәт Балкизов менән алышасаҡ.

Юғарыла килтергән мәғлүмәтте беҙ "Комсомольская правда" гәзите редакцияһында Венер Ғәлиев, ойоштороусылар һәм тағы бер нисә спортсы ҡатнашлығында үткән матбуғат конференцияһы барышында белдек. Унда "FIGHT NIGHT" ойоштороусы-компания генераль продюсеры, ҡатнаш һуғыш төрҙәре сәнғәте буйынса Мәскәү ҡалаһы Федерацияһы вице-президенты Камил Гаджиев та ҡатнашты һәм күптәрҙең хәтерендә ҡалырлыҡ ошондай фекер әйтте: - Минең уйымса, халыҡ-ара кимәлдәге шоу республика өсөн ныҡ файҙалы. Ә Өфөлә ошо төбәк егетенең сығышы иһә икеләтә әһәмиәтле. Был көрәште тамаша ҡылыуҙан бер кем дә ситтә ҡалырға тейеш түгел. Сөнки үҙ батырыңды күтәрмәләү - намыҫ эше, рух эше, сәм эше, ғәм эше. Һеҙҙең алда бөтөн республика менән үҙ көрәшсегеҙгә рухи ярҙам күрһәтеү бурысы тора. Төрлө сәбәптәр арҡаһында "Өфө-Арена"ға килә алмағанһығыҙ икән, ярышты телевизорҙан булһа ла ҡарағыҙ. Был көндә бөтөн Өфө, бөтөн Башҡортостан: "Беҙҙең чемпион ситтән килгән чемпионға ҡаршы тора бит", - тип, дәррәү күтәрелһен ине. Турнир Башҡортостанда спортты үҫтереүгә булышлыҡ итһен, тиһәгеҙ, Венер Ғәлиев сығышын ҡарағыҙ, ул саҡта йөрәгегеҙҙә дәрт осҡоно ҡабыныр, ул осҡон һеҙҙән башҡаларға күсер...
Кем һуң ул Венер Ғәлиев? Әлеге ярышҡа ул нисек әҙерләнә? Һүҙ арбабыҙ тәртәһен чемпион ҡапҡаһына борҙоҡ. Һүҙ - ҡунағыбыҙға.

Хәрәкәттә - бәрәкәт

Кешегә иң ҙур этәргес бирә торған көстәрҙең береһе - ғәҙәт. Спорт минең өсөн күптән инде йәшәү рәүешемә, ғәҙәтемә әйләнгән. Тренерҙы кемдер уҡыусыларының күнекмә үтеүен ҡарап, уларға бойороҡтар биреп, ситтәрәк тороусы бер кеше итеп кенә күҙ алдына килтерәлер. Мин көн һайын тәрбиәләнеүселәрем менән "бер ҡаҙанда ҡайнайым", рингҡа баҫып, ҡушлап төртөшәм. Бының икенсе сәбәбе лә бар: теге йәки был алымды, күнекмә өлөшөн телдән аңлатыуға ҡарағанда, уның үҙең эшләп күрһәтеүе еңелерәк.
Көн дә күнекмәләр эшләһәң, физик торошоң да, һаулығың да яҡшы була. Мине төрлө ярыштарҙа ҡатнашыу ҙа үҙенә ылыҡтыра. Көндәлек тормош, ғаилә ығы-зығыһы, эш ялҡытып та китә бит. Ир-егеттәр, ғөмүмән, һәр саҡ яңылыҡ эҙләргә тейеш. Сөнки улар тәбиғәте менән көрәшсе, булмышы менән - еңеүсе. Яңы кисерештәрҙе мин спорт менән шөғөлләнеүҙән алам. Кемдер минең йәшәү рәүешемә сәйерһенеп ҡарар, һәр кемдең үҙ фекере, үҙ иманы, тигәндәй. Мин спорттың бөтөн уйын төрҙәрен дә үҙ итәм. Футбол, хоккей, баскетбол, теннис, сноуборд менән ҡыҙыҡһынам. Бынан тыш, китап уҡырға, музыка тыңларға яратам. Әйткәндәй, ҡала ерендә үҫкәнгәлер, туған телемдә етерлек кимәлдә иркен аралаша алмайым. Шуға ла киләсәктә башҡорт телен яҡшыраҡ үҙләштерергә ниәтем бар...

Бар спортты ла үҙ итәм...

Бала сағымда ҡатнаш һуғыш төрҙәре сәнғәте лә, һуғыш самбоһы ла юҡ ине. Был спорт төрҙәре һуң ғына балыҡҡа килде. Тәүҙә грек-рим көрәшен өйрәндем. 20 йәшемдә ҡатнаш һуғыш төрҙәре килеп сыҡҡас, үҙемде ошо өлкәлә лә һынап ҡарарға булдым. 32 йәшемдә һуғыш самбоһы ярыштарына саҡырҙылар. Һуғыш самбоһы буйынса бер-бер артлы еңеү яуланым. Рәсәй чемпионатында ла еңеп сыҡтым. Барыһы ла үҙенән-үҙе килеп сыға ине. Бер спорт төрөнән икенсе спорт төрөнә күсеү ауырлыҡ тыуҙырманы. Әйткәндәй, Америка ғалимдары ҡатнаш һуғыш төрҙәрен өйрәнеү өсөн иң ҡыйын спорт төрө тип иҫбатлай. Быны үҙем дә һынағаным бар. Унда сыҙамлыҡ та, көс тә, хәрәкәт теүәллеге лә, фекерләү ҡеүәһе лә талап ителә. Бөтөн яҡтан да үҫешкән булырға кәрәк.

Дәғүәсеңдән ҡурҡмау өсөн

Ҡурҡыу дәғүәсеңдең нимә эшләргә теләүен аңламауҙан барлыҡҡа килә. Уны күнекмәлә генә аңлап була. Күп шөғөлләнһәң, ярыш ваҡытында зиһенең асылып китә. Юғиһә, хәл иткес мәлдә кеше ҡапыл ғына аныҡ фекергә килә алмаҫҡа ла мөмкин. Үҙеңде алдан әҙерләһәң, ғәҙәттә, дәғүәсеңдең нимә эшләргә теләгәнен алдан белеп, унан бер аҙымға алдараҡ хәрәкәт итәһең. Башҡа уйҙарыңды ситкә ҡуйып тораһың да, һөҙөмтә өсөн генә тырышаһың. Алыш ваҡытында миндә нәфрәт тә, агрессия ла булмай. Мин хатта дәғүәсемде шәхес итеп тә ҡабул итмәй башлайым. Бары тик үҙемдең "эшемде" генә башҡарам. Бында холоҡ үҙенсәлеге лә һөҙөмтә бирәлер, моғайын. Көрәшселәр төрлө-төрлө була, әлбиттә.

Иртә ҡабынғандар тиҙ һүнә...

Мин көрәшкә һуң килдем. "Һинең тырышып йөрөүеңдән ни фәтүә сыҡһын инде, ваҡытыңды бушҡа әрәм итәһең бит", - тигән "кәңәштәр" ҙә ишетелеп-ишетелеп ҡала ине. Ә мин башлаған саҡта "йондоҙ" булған йәштәр 18 йәшкә етә килә һүлпәнәйҙе лә ҡуйҙы. Был психологиямы ул, әллә башҡа берәй сәбәп бармы, уныһы миңә ҡараңғы. Иртә ҡабынған "йондоҙ"ҙар үҙҙәренә талапты "бушатып" ебәрә шикелле. Ә "күләгәлә", йөрөгәндәр үҙ өҫтөндә эшләүҙе дауам итә һәм, иртәме, һуңмы - уңышҡа өлгәшә.

Ринг һәм тормош - икеһе ике нәмә

Ярышҡа әҙерләнәһең, күнекмә эшләйһең, ә тормошта... Урамда үҫкән һуғышсылар бар. Улар урамда үҙҙәрен иркен тотһа ла, майҙанға сыҡһа, ни эшләргә белмәй, баҙап ҡала, "яна" ла ҡуя. Ни өсөн тигәндә, уларҙа алышҡа әҙерләнеү ғәҙәте юҡ. Алыш тәү ҡарашҡа ғына еңел һымаҡ. Иғтибарыңды кәрәк йүнәлешкә йүнәлтә белмәһәң, "янаһың". Һүҙемдең аҙағында шуны әйтке килә: төптән уйлап ҡараһаң, һинең ниндәй спорт төрө менән шөғөлләнеүең артыҡ мөһим дә түгел. Иң әһәмиәтлеһе шул - үҙеңә эске ҡәнәғәтлек тойғоһо бирһә, шул еткән.

Шулай итеп...
Һуғыш самбоһы буйынса ике тапҡыр донъя чемпионы, ҡатнаш алыш төрҙәре буйынса донъя турнирҙарында күп тапҡырҙар еңеү яулаусы "Башҡорт" ҡушаматлы Венер Ғәлиев Екатеринбургтан Өфөгә тренер булып ҡайтырмы? Әйтеүе ҡыйын. Әммә 22 апрелдә Өфө-Аренала үҙ тамашасыһына бик ҡыҙыҡлы алыш вәғәҙә итә ул.

Илгиз ИШБУЛАТОВ яҙып алды.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 04.04.16 | Ҡаралған: 1369

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru