«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЯҘ ЯҘЛЫҒЫН ИТЕР - ҠАР ТАУҘАРЫН ИРЕТЕР
+  - 

Апрель, йәғни алағарайҙа, аҡ һыйыр тороп китер, ҡара һыйыр ятып ҡалыр. Аҡман-тоҡман быйыл холҡон күрһәтеп алған ҡайһы бер райондарҙа, бигерәк тә Хәйбулла, Баймаҡ яҡтарында, аҡ һыйыр бер аҙ тотҡарланыр, моғайын. Сөнки Ҡыш бабайҙың китергә теләмәй тартҡылашыуы һөҙөмтәһе тиҙ генә оноторлоҡ булманы: ҡар буралары өйҙө, юлдарҙы, хатта тотош ауылдарҙы күмеп китте, күпме кеше зыян күрҙе.

Бер яҡтан, бөгөнгөбөҙгә ныҡ ҡына һынау ҙа булды был: ауылдарҙың стихияға ҡаршы торорлоҡ, уның эҙемтәләре менән көрәшерлек бер ниндәй техникаһыҙ тороп ҡалғанлығын күрһәтте ул. Төпкөлдәрҙәге тораҡ пункттарында ғына түгел, хатта район үҙәктәре урамдары ла йөрөрлөк булманы буран һуңынан. Элек, ярай ҙа, колхоз-совхоздарҙа, МТС-тарҙа, башҡа эре предприятиеларҙа ҡеүәтле техника берәмектәре ҡар баҫҡан юлдарҙы төнө буйы ялт иттереп таҙартып ҡуя ине... Әле Урал аръяғына хатта хәрби подразделениенан килеп еткән ярҙамсы техникалар ҙа боҙолоп ултырған, имеш, тиҙәр. Сөнки ямғыр ҡатыш яуған ҡар, туңдырып ебәргәс, тотошлайы менән боҙло ҡоршауға әйләнеп ҡатҡан. Ошоларҙы уйлаһаң, тормошобоҙҙоң әллә ни саҡлым нескә урындары, һаҡлауһыҙ-яҡлауһыҙлыҡтары күҙгә асыҡ салына. Тәбиғәт бер туҡтауһыҙ һабаҡтар биреп торһа ла, кеше тигәнең барыбер ҙә тормош хәүефһеҙлектәре дәрестәрен тейешенсә үҙләштерә алмай, стихия менән күҙмә-күҙ осрашҡанда - ярҙамһыҙ, ярым-яңғыҙ... Апрелдә тағы бер һынау көтә беҙҙе - ташҡынға әҙер булырға кәрәк. Әлегесә, уйламағанда, көтмәгәндә килеп баҫмаһын, тиһәк, ҡаза ауылдарыбыҙҙы бөлдөрмәһен - һиҙгер һәм дә өлгөр булайыҡ, йәмәғәт! Ә тормош бер нигә ҡарамай алға елә, яҙ яҙлығын итә - ауыҙ йырып, 1 апрель килде бына. Бирһен Хоҙай, Көлкө көнө, Ҡоштар көнө менән башланған ай йылмайыуҙарға, күңелле, күркәм ваҡиғаларға, йыр-моңдарға бай булһын, тип теләйек, сөнки алағарай ҙа матур ғына иҫтәлекле көндәрҙән тора.
2 апрелдә генә лә, мәҫәлән, бер юлы өс ваҡиға билдәләнә: Геологтар көнө, Халыҡтар берҙәмлеге көнө һәм Халыҡ-ара балалар китабы көнө. Шул уҡ мәлдә сәләмәтлекте ҡайғыртып алыуға ла форсат тыуа - 7 апрель - Бөтөн донъя һаулыҡ көнө. Кешелек хәтерендә ихлас йылмайыуы менән мәңгелеккә ҡалған Юрий Гагариндың тарихта беренсе булып асмандарға ашыуына ла 55 йыл үтеп киткән. Шул көндән алып 12 апрель - Бөтөн донъя авиация һәм космонавтика көнө булараҡ билдәләнә. Мәҙәниәт көнөнөң (15) һәйкәлдәр һәм тарихи урындарҙы (18) һаҡлау бурысы менән туранан-тура бәйләнеше барлығы бәхәсһеҙ ҙә аңлашыла, ләкин тап ана шул объекттарҙың әленән-әле вандализмға дусар ителеүе - заманыбыҙ ғибрәттәренең иң яманы. Ошо көндәрҙән һуң килгән Яҙғы мәрхәмәтлек аҙнаһы (18-24) әлеге яуызлыҡ күренештәренә ҡаршы көрәшә алмаған хәлдә лә, Умырзаялар көнөнә (19) был аҙналыҡтың туранан-тура мөнәсәбәте бар."Ҡыҙыл китап"та ғына ҡалып килгән был яҙ сәскәләрен һәм, ғөмүмән, тәбиғәткә ҡарата миһырбанлылыҡ тәрбиәләү аҙналыҡ эш кенә булмаһа ла, шул ваҡыт эсендә лә әллә күпме файҙалы ғәмәлдәр башҡарырға була. Ә бына 21-е көнө байрамдары билдәләнәсәк Урындағы үҙидаралыҡ органдарының вәкәләттәре һәм, тимәк, мөмкинлектәре ифрат ҙур булһа ла, ниндәйҙер өлкәлә, бигерәк тә урындарҙа халыҡ тормошон көйләү, еңеләйтеү, сәләмәтләндереү йәһәтенән әллә ни әүҙемлектәре һиҙелмәй. Ер-Әсәбеҙ ҙә (был көн 22-һе) кеше хәстәрлегенә, яҡынайтып әйткәндә, әлеге шул урындарҙағы үҙ идаралыҡ органдары хәстәрлегенә бик тә мохтаж икәнлекте лә беләбеҙ.
Бөгөнгө халыҡ-ара хәлдәр көсөргәнешен йомшартып ебәреүсе бер көс кәрәк. Ә кем булыр ине һуң бындай көс? Минеңсә, бындай миссия йәштәр ҡулынан килер ине, моғайын! 24 апрель - Йәштәрҙең халыҡ-ара теләктәшлек көнө тигән дата шундай уйға һала. Донъя йәштәре бөгөн ни менән мәшғүл икән? Улар, моғайын да, бөтөн прогрессив һәм позитив көстәрҙе берләштереп, ҡапма-ҡаршылыҡлы "төйөндәр"ҙе сисеүгә булышлыҡ итеп, ихтимал, тыныслыҡ илселәре була алыр ине. Тик йәштәр тауышы ишетелмәй бөгөн, күрәһең, улар башкөлләй виртуаль киңлектә йәшәй, донъя хәлдәрендә эштәре юҡ. Әйткәндәй, сәйәсәттә уртаҡ телгә килергә беҙгә Туғанлашҡан ҡалалар көнө (27) лә ярҙамға килә алыр ине. Юғиһә, үҙ-ара ярҙам һәм теләктәшлек тигән төшөнсәләр ҡәҙерен кешелек бәлә-ҡазаға тарығанда ғына иҫкә төшөрөүсән. Ана шундай һәләкәттәрҙең иң яманы булған Чернобыль фажиғәһенә 30 йыл тулған көн (26) саманан тыш шашынған Украина нацистарын бер аҙ аңдарына килтерер, айбындырыр, бәлки?.. Был һәләкәтте бөтөрөү эшендә 600 меңләп кеше, шул иҫәптән, Башҡортостандан да, ҡатнашып, уларҙың күбеһе ваҡытынан алда был донъя менән хушлашты, ҡалғандары нурланыу сиренән яфа сигә.
Йәмле яҙ айында башҡорттоң ике зыялыһы - мәғрифәтсе-шағирҙары донъяға килгән. Йәмәғәтселегебеҙ Ғарифулла Кейековтың (1861-1918) тыуыуына - 155, Сафуан Яҡшығоловтың (1871-1931) тыуыуына 145 йыл тулыуҙы билдәләйәсәк. 16-һы - телсе-ғалим Әкрәм Бейешевтың (1926-2003) тыуыуына - 90 йыл. Ошо уҡ айҙың 10-ында 80 йәше туласаҡ күренекле ғалимдарыбыҙҙың береһе - тупраҡ белгесе, биология фәндәре докторы, профессор, фән өлкәһендә БР Дәүләт премияһы лауреаты Әсғәт Моҡатановты тыуған көнө һәм данлы юбилейы менән ҡотлайбыҙ!

Фәүзиә ИҘЕЛБАЕВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 04.04.16 | Ҡаралған: 1140

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru