«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
СИТ ТЕЛДӘРҘЕ ТУҒАН ТЕЛ АША ӨЙРӘНЕҮ ОТОШЛО
+  - 

Өфөнөң Һупайлы биҫтәһендәге 136-сы башҡорт лицейы 1994 йылда билдәле йәмәғәт эшмәкәре, педагог-мәғрифәтсе Мөхәмәтғәли Исҡужин тырышлығы менән асыла. Шуға күрә 2008 йылдан белем усағы уның исемен йөрөтә башлай. Әлеге көндә лицей республиканың иң көслө милли белем биреү учреждениелары рәтенә ингән.

Лицейҙы реконструкциялап, заманса техника менән йыһазландырғас, балаларын беҙгә уҡырға бирергә теләүселәр һаны артты. Лицейға уҡыусыларҙы башҡорт телен белеү кимәленә ҡарап һайлап алырға мөмкинлек барлыҡҡа килде. Ә бит белем усағыбыҙ эшләй башлағанда хатта ата-әсәләр үҙҙәре лә йүнләп башҡортса белмәй ине, күпселек балалар туған телендә һөйләшергә ояла торғайны. Хәҙер лицейыбыҙҙы тамамлаған йәштәр үҙҙәре саф башҡортса һөйләшкән балаларын беҙгә уҡырға алып килә - был беҙҙең эшебеҙгә ҙур баһа биргән күренеш булды, тип һанайым.
Ҡайһы бер ата-әсәләр балаһына туған телен өйрәтеүҙең әһәмиәтен аңлап етмәй. Ә бит туған телен белмәгән башҡортто үҙенекеләр ҙә ситләтә, башҡа милләт тә ҡабул итмәй һәм йыш ҡына ул балалар тормошта үҙ урынын таба алмай ҡаңғыра. Ғөмүмән, кеше ни тиклем күберәк тел белә, шул тиклем аң, белем кимәле үҫешә. Ун биш йыл тирәһе элек инглиз телен тәрәндән өйрәнеүсе синыфҡа уҡыусылар йыйҙыҡ һәм сит телде башҡорт теле аша өйрәтеү буйынса матур тәжрибә үҙләштерҙек. Был синыфта балалар бер нисә теүәл фәнде лә инглизсә уҡыны. Әлеге көндә шул уҡыусылар барыһы ла юғары уңыштарға өлгәште. Иң мөһиме, улар үҙ халҡының мәнфәғәтен ҡайғыртҡан, үҙенең милли йолаларын үтәгән илһөйәр шәхестәр. Киләсәктә лә беҙ ошо юҫыҡта эште дауам итәсәкбеҙ.
Әлбиттә, бөгөн беҙ эшебеҙҙе тейешле закондар, талап ителгән стандарттар буйынса ҡалыплаштырып, бер көйгә һалып алғанбыҙ. Шулай ҙа башҡорт милли белем биреү учреждениеларына туған телде уҡытыу, уның ғәмәлдәге ҡулланылышын нығытыу өсөн төрлө эксперименттар, яңылыҡтар индереп ҡарау мөһим нәмә. Артабан да үҫешеү, юғарыраҡ кимәлгә күтәрелеү, заман балаларын ҡыҙыҡһындырып уҡытыу ниәтендә уҡытыусыларға һәм етәкселәргә өҫтәмә рәүештә эшләргә, уҡытыу программаларын үҙгәртеп төҙөп ҡарарға, теория менән практик әһәмиәтен һынарға мөмкинлек булһа, шәп булыр ине. Ғөмүмән, 9-сы синыфҡа тиклем бөтә фәндәрҙе лә башҡортса уҡытырға, балаларҙы үҙебеҙсә фекерләргә өйрәтергә була. Әммә хәҙер ата-әсәләрҙе был аҙымды яһарға күндереүе ауыр, улар математика, физика кеүек теүәл фәндәрҙе артабан аңлауы ауырлашыр, тип хафалана. Был аңлашыла ла, сөнки һуңынан уҡыусыларға БДИ тапшырыу, юғары уҡыу йортона уҡырға инеү өсөн дә рус теле кәрәк. Ошо мәсьәлә буйынса лицейҙа үҙебеҙсә "алтын урталыҡ" таптыҡ: дәрестә теманы аңлатыу, фекер алышыу барышында уҡыусылар менән башҡортса һөйләшеүгә лә күсеп китәбеҙ. Дәрес ике телдә алып барылған кеүек килеп сыға, балалар темаға ла яҡшы төшөнә.
Лицейҙа уҡыусыларҙың үҙидаралыҡ советы бик уңышлы эшләй. Был "Лицей" тип аталған дәүләт балаларҙың ойоштороусы һәм лидерлыҡ сифаттарын асыуға, үҫтереүгә булышлыҡ итә. Уҡыусыларҙы ҙур тормошҡа өйрәтеү, таланттарын һәм мөмкинлектәрен асыу - үҙидаралыҡ советының төп маҡсаты. Бынан тыш, төрлө түңәрәктәр, матур саралар, ҡыҙыҡлы осрашыуҙар, төрлө олимпиадалар һәм конкурстар ярҙамында ла уҡыусыларҙың белем даирәһен арттырабыҙ. Бына шулай, сәмле, аҡыллы, маҡсатлы башҡорт балалары, киләсәктә милләтенә файҙалы шәхес булырлыҡ уҡыусылар тәрбиәләргә тырышабыҙ.

Шәмсулла ХӘБИБРАХМАНОВ,
М. Исҡужин исемендәге 136-сы башҡорт лицейы директоры.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 04.04.16 | Ҡаралған: 1402

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru