«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ДӨРӨҪ ЯҠТЫРТЫУ ӨСӨН ДИНДЕ БЕЛЕҮ КӘРӘК БИТ
+  - 

Ошо көндәрҙә Башҡорт дәүләт университетында "Башҡортостан Республикаһы киң мәғлүмәт сараларында Исламды яҡтыртыу мәсьәләләре" тип исемләнгән түңәрәк ҡор үтте. Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Дәүләт һәм конфессия-ара мөнәсәбәттәр буйынса совет, Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты тарафынан ойошторолған кәңәшмәлә дин белгестәре, ғалимдар, дәүләт структуралары вәкилдәре һәм журналистар ҡатнашты.

Ҡорҙо асып, Башҡорт дәүләт университеты ректоры Николай Морозкин уҡыу йортонда 2014 йылдан бирле "Теология" йүнәлеше буйынса ғилми-уҡытыу үҙәге эшләүе тураһында белдерҙе: "Беҙ Ҡөрьән-Кәримде ғәрәп телендә уҡый белгән белгестәр әҙерләйбеҙ. "Теология" дисциплинаһы 2 йыл элек асылғайны, әле уның менән ҡыҙыҡһыныусылар ҙа, бюджет урындары ла арта", - тип, ҡайҙалыр Ғәрәп илдәрендә генә түгел, ә үҙебеҙҙә лә Ислам динен өйрәнеү өсөн мөмкинлектәр тыуҙырылыуын, был заман талабы булыуын билдәләне.
Дәүләт һәм конфессия-ара мөнәсәбәттәр буйынса совет рәйесе Вячеслав Пятков Рәсәйҙә һәм републикала дин өлкәһендә һуңғы йылдарҙа башҡарылған эштәрҙе һанап үтте, ижтимағи-сәйәси хәл-торошҡа байҡау яһаны. Башҡортостанда, Уралда, Волга буйында йәшәгән халыҡтар тотҡан Исламды ул "игелекле, ғөрөф-ғәҙәтле" тип атаны. Вячеслав Петрович Яҡын Көнсығыш төбәктәге хәлдәргә лә туҡталды, үҙҙәренең шәхси мәнфәғәттәрен тормошҡа ашырыу өсөн Ислам динен нигеҙ итеп алыуға тиклем барып еткән ҡайһы бер төркөмдәр барлығын, ул төркөмдәргә теге йәки был сәбәптәр арҡаһында беҙҙең төбәк кешеләренең дә юлығыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Ул шулай уҡ Ислам темаһын сағылдырыусы журналистарға үҙенең теләктәрен еткерҙе: "Дини өлкәләге ҡайһы бер күңелһеҙ хәлдәрҙе сағылдырғанда, мәғлүмәткә ҡарата иғтибарлы булығыҙ", - тип өндәште ул коллегаларға.
Өфөләге Рәсәй Ислам университеты ректоры, Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты вәкиле Артур хәҙрәт Сөләймәнов үҙ сығышында урындағы мәғлүмәт сараларының дин өлкәһендәге ыңғай күренештәрҙе яҡтырта һалып бармауы өсөн борсолоуын белдерҙе: "Күптән түгел Бөтә Рәсәй полк имамдары съезын уҙғарғайныҡ. Унда бөтә Рәсәйҙән ғәмәлдәге полк имамдарын саҡырҙыҡ, РФ Оборона министрлығынан да вәкилдәр килгәйне. Телевидениеларға беҙҙең тарафтан саҡырыу ебәрелһә лә, был сарала бер камера ла күренмәне", - тине һәм Ислам динендәге ошондай ыңғай күренештәрҙе, ысын Ислам позицияһын күберәк яҡтыртыу зарурлығына баҫым яһаны.
Билдәле журналист Зөфәр Тимербулатов Артур хәҙрәт Сөләймәновтың һүҙҙәренә яуап итеп, мәғлүмәт саралары хәбәрсе-ләренең ҡалала, республика райондарында уҙғарылған бөтөн күркәм сараларҙа ла ҡатнашып өлгөрә алмауын, шунлыҡтан, төрлө ойошмаларҙа, шулай уҡ диниә назараттарында ла, матбуғат хеҙмәттәренең эшен йәнләндереү мотлаҡ икәнен белдерҙе. Уның һүҙен башҡа журналистар ҙа күтәреп алды. М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты хеҙмәткәре Гөлназ Балағова, мәҫәлән, диниә назараттарындағы матбуғат хеҙмәттәре журналистар менән әңгәмәләр, осрашыуҙар ойошторғаны бармы, тип ҡыҙыҡһынды. Артур хәҙрәт Сөләймәнов был һорауҙы ҡыҙыҡлы тип тапты, киләсәктә ошо юҫыҡта эште йәнләндереү зарурлығын белдерҙе. "Тик бындай осрашыуҙарҙа ғына журналистарға дин тәғлимәтен ентекләп өйрәтеп булмағанлыҡтан, хәбәрселәр өсөн махсус курстар ойоштороу оҫталыҡ дәрестәренә ҡарағанда ла файҙалыраҡ булыр ине", - тине ул. Журналистарға ғына түгел, ә дингә арҡаланып, законға ҡаршы эшмәкәрлек алып барыусы төрлө элементтарға ҡаршы көрәшкән РФ Эске эштәр министрлығы йә прокуратура белгестәренә лә Ислам тәғлимәте буйынса дәрестәр үткәреү ҡамасауламаҫ ине, тигән фекер ҙә яңғыраны түңәрәк ҡорҙа. Юҡһа, Ислам темаһы күтәрелгәндә тик кире ваҡиғалар тураһында һөйләй киң матбуғат саралары һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары мәғлүмәттәре лә. Шул арҡала Исламға ҡарата кире мөнәсәбәт тыуҙырыла. Быларҙың барыһы ла Ислам тәғлимәтенең ысын асылын аңламауҙан килеп сыға. Ә быны аңлатыу өсөн беҙҙең дин әһелдәре, бигерәк тә Өфөлә урынлашҡан Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты, Башҡортостан мосолмандары диниә назараты белгестәре халыҡ менән осрашырға, аңлатырға, әүҙемерәк эшләргә тейеш.

Шулай итеп...
Дин дәүләттән айырым йәшәгән ваҡыттар артта ҡалды. Хәҙер дәүләт - дингә, дин - дәүләткә таяна, тиһәк тә хата булмаҫ. Әммә шуныһы: дин сәйәсәт менән буталмаһын, сәйәсәт тә кешенең күңеленә дин аша тәьҫир итергә ынтылмаһын, алтын урталыҡ тотолһон ине. Әлеге түңәрәк ҡор ошо ынтылыштың бер сағылышы булыр, моғайын.

Байым РӘХИМЙӘНОВ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 04.04.16 | Ҡаралған: 1165

Киске Өфө
 
Һәр көнөң - бәләкәй генә ғүмер: һәр иртән йоҡонан уяныуың - бәләкәй тыуыуың, һәр иртәң - бәләкәй йәшлегең, һәр кисең һәм йоҡларға ятыуың - бәләкәй генә үлемең.

(А. Шопенгауэр).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru