«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
НИ ӨСӨН "ӨФӨ" ТИП АТАЛА? АТАМАНЫҢ КИЛЕП СЫҒЫШЫНА ТАҒЫ БЕР АҢЛАТМА
+  - 

Өфө... Халҡыбыҙҙың күңеленә уйылған билгеле лә, серле лә атама. Ул - ил-йортобоҙҙоң, Башҡортостаныбыҙҙың баш ҡалаһының атамаһы. Йәмле һыу буйҙарында, сағыу сағылда балҡыған был ҡала беҙ яратҡан йырҙарҙа данлана. "Матур Өфөм минең, нурлы Өфөм; яҡты Өфөм минең, алтын Өфөм; гүзәл Өфөм минең, ғәзиз Өфөм" тип шағир рухлана, "Күргән һайын һине шатланам, ҡайҙа барһам, һиңә ашҡынам", тип йөрәк хистәрен тирбәлдерә. Йылы хис-тойғо халыҡ йырында ла белдерелә: "Өфө ҡайҙа, Өфө ҡайҙа, Өфө Урал яғында, ҡоштар булып осор инем, бик һағынған сағымда". Йәшәргә дәрт-ҡөҙрәт тә, ижадҡа илһам, күтәренке рух та бирә мәшһүр Өфө.

Көньяҡ Уралдың археологияһы, этнографияһы, тарихы тураһында хеҙмәттәр яҙған күренекле урыҫ тарихсыһы Петр Иванович Рычковтың (1712-1777) мәғлүмәттәренән күренеүенсә, Өфө, ҡәлғә булараҡ, Ҡаҙан ханлығы тар-мар ителгәндән һуң (1552), йәғни 1554 йылда барлыҡҡа килгән. Бығаса нығытма ошондағы тау исеме менән Тыратау (Торатау) тип йөрөтөлгән, тиҙәр. Һис шикһеҙ, бығаса ла әллә ҡасан ҡәлғә, ҡала булған.
В. Путенихин иhә Уфа тигән фекерҙә. Ҡаласыҡ имән менән уратып алынғанлыҡтан, башҡорттар уны "Имән ҡала" тип тә атаған. Ҡала итеп иһә Өфө 1586 йылдан ғына иҫәпләнә. Мәгәр П.И. Рычковтың уйлауынса, Өфө атамаһы яңынан бирелмәгән, Башҡортостан Рәсәй дәүләтенә ингәндән байтаҡ элек үк булған әүәлге ҡала-нығытманың исеме тергеҙелгән генә. Урыҫ документтарында Өфө атамаһы XVI быуат башында уҡ сағылыш тапҡан, Иван III менән һөйләшеү өсөн Ҡаҙан ханының "уфимский кенәз"ен Мәскәүгә ебәреүе телгә алынған.
Өфө һүҙенең килеп сығышы тураһында фараздар, аңлатмалар байтаҡ. Риүәйәттә һөйләнеүенсә, бер күсеп килеүсе ҡаласыҡҡа ҡарай Ағиҙелдең текә ярын менгәндә арып-талып "Уф!" тигән һәм, йәнәһе, шул ымлыҡтан Өфө (Уфа) хасил булған. Ләкин был һүҙҙең сығышына һәм ауыр хис-тойғонан әйтелгән уф, уф-ф-ф ымлығынан тыш, өф булыу, өф итеү һүҙҙәре лә бар. Мәгәр уларҙың да Өфө атамаһы менән мәғәнәүи бәйләнеше юҡ.
Топонимиканы өйрәнеүселәр, тарихсылар, телселәр Өфө атамаһының нөсхә үрнәген төрки, фин-уғыр телдәренән ныҡышмалы эҙләне. Байтаҡ уй-фараздар "Башҡорт АССР-ының топонимдар һүҙлеге" йыйынтығында (1980) сағылдырылған: Өфө атамаһы башҡорт ырыуы башлығы Әфтәбей исеменән (Ғ. Вилданов, 1930); уфа "ағастан яңы һалынған йорт" тигән венгр һүҙенән (М.В. Лоссиевский, 1883); уфа "ҡара һыу" тигән башҡорт һүҙенән (В.И. Филоненко, 1957); ире "йылға"ны аңлатҡан балтика халыҡтары һүҙенән (Ф.И. Гордеев, 1967); ар "һыу" төшөнсәһен белдергән боронғо иран һүҙенән (М.Т. Мөьминов, 1969); өпәй башҡорт этнонимынан (А. Камалов, С. Ҡасимов, 1967). Был аңлатмалар ныҡлы дәлилһеҙ күҙәмәгә ҡоролған ҡараш ҡыналыр, тип уйлайым.
Өфө атамаһының мәғәнә айышын асмаған башҡа фараз итеүҙәрҙе лә ҡарап үтәйек. Йәнәһе, Балтика ырыуҙарының береһе ҡасандыр Мәскәүҙән көнбайыштараҡ көн иткән, Өфө исеме литва һәм латыш телдәрендәге упэ -"йылға" һүҙенән килеп сыҡҡан. Башҡорт ырыуы Өпәй исемен бүлеп, Пермь фин-уғырҙарының юва һүҙенән килеп сығышына ла ишаралайҙар: ю - "йылға", ва - "һыу".
Филология фәндәре докторы А.К.Матвеев Өфө һүҙенең тәүсығанағын иран телдәрендә эҙләүҙең ҡыҙыҡлы икәнен белдерә. Уның яҙыуынса, борон Көньяҡ Уралда йәшәгән скиф-сармат ырыуҙары телендә ап - "һыу" һүҙе булған. Ул хәҙер тажик телендә об - "һыу" рәүешендә һаҡланған. Бәлки, йәнә Обь йылғаһы атамаһында ла күренәлер. Боронғо скифтарҙың нәҫеле осетиндарҙың телендә ап "аф"ҡа һәм "ах"ҡа күскән һәм Ираф йылғаһы (Осетин һыуы) исемендә әле лә яңғырай. А.К. Матвеевтың фараз итеүенсә, хәҙерге Урал атамаһына Арал йәки Орал тауының боронғо рәүеше тәү сығанаҡ булған икән, иран һүҙе "аф"тың йәки "оф"тың беҙҙең заманға Өфө (Уфа) рәүешендә килеп етеүе, моғайын, ғәжәп түгелдер. Мәгәр ҡайһы халыҡ а өнөн у өнө иткәндер? Бәлки, боронғо болғарҙарҙыр. Ф өнөнә килгәндә, ул иран телдәренә ғәҙәти.
А.Н. Сергеев 1876 йылда ҡала исемдәренең килеп сығышын аңлатҡан яҙмаһында Өфө атамаһын башҡорт һүҙе уба (ҡалҡыу ер) менән сағыштыра. Убаға ауаздаш исемдәр алтай ғаиләһенә ҡараған башҡа телдәрҙә лә бар. Йәнә Өфөнөң башҡорт диалекттарында Өфө, Өпө рәүешендә әйтелеүен миҫалға килтереп, атаманың уба һүҙенән килеп сығыу ихтималлығын фараз ҡылалар. Мәгәр шуны ла онотмайыҡ, төп башҡорт һүҙҙәрендә х һәм ф өндәре бөтөнләй юҡ.
Хәҙер әлегесә Уралдың географик атамалары һүҙлектәрендә лә, башҡа ғилми хеҙмәттәрҙә лә әйтелмәгән Өфө һүҙенең килеп сығышының ысынбарлыҡҡа яҡын яңы аңлатмаһын яҡтыртайыҡ. Башҡорт дәүләт университетының филология факультетында Баймаҡ ерендә тыуып үҫкән Данил Ҡаһарманов менән бергә уҡыныҡ. Педучилище тамамлаған, мәктәптә уҡытҡан, армияла хеҙмәт итеп ҡайтҡан егеттәрбеҙ. Данил иһә Венгрияла хеҙмәт иткән, унда венгрҙар, венгр ҡыҙы менән дуҫлашҡан. Тыуған иле Башҡортостан тураһында һөйләгән, уның баш ҡалаһы Өфө булыуын әйткән. Венгрҙарҙан иһә кемдер Өфөнөң венгр һүҙе өвез икәнен белдергән.
Мин Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Республика китапханаһынан венгр-рус һүҙлеген алып ҡараным. Унда ovezni (-ett-zen) опоясывать (опоясать; roruivenni) окружать, тип аҡҡа ҡара менән яҙылған. Тимәк, венгр һүҙе өвез башҡортса урап, әйләндереп алынған тигәнде аңлата. Һәр ҡайһыбыҙға билдәле булғанса, Өфө ҡалаһы Ҡариҙел һәм Дим йылғаларының Ағиҙелгә ҡушылған ерендә урынлашҡан. Өфө ҡалаһының картаһына күҙ һалһаҡ, Өфөнөң өс яҡтан Ағиҙел һәм Ҡариҙел (Уфа) менән уратып алынғанын күрербеҙ.
Венгр теле фин-уғыр телдәре ғаиләһенә ҡарай. Олуғ ғалим Жәлил Кейекбаев яҙыуынса, Дунай йылғаһы үҙәндәрендә йәшәгән хәҙерге венгрҙар бик боронғо замандарҙа Көньяҡ Уралда һәм Ағиҙел - Кама буйҙарында йәшәгән.
Шул да мәғлүм: әлеге Венгрия еренә венгр-һунғар йәғни мадьяр ырыуҙары IX быуат аҙағында барып урынлашҡан, улар менән бергә ҡайһы бер башҡорт ҡәүем-ҡәрҙәштәребеҙ ҙә күсенгән. Венгрҙарҙың нәҫелдәре Башҡорт илендә лә тороп ҡалған. Улар башҡорттар менән тығыҙ аралашҡан, башҡортлашҡан. Яйыҡ буйында Мадьяр исемле ҡәрҙәштәребеҙ ҙә бар. Венгр һәм башҡорт халыҡ ижадында уртаҡ әкиәттәр, телдәрендә дөйөм һүҙҙәр байтаҡ. Башҡортостанда венгрса аталған ер-һыу, ауыл атамалары ла осрай. Венгр телсеһе В. Проле Өфө губернаһына килеп, башҡорт теле буйынса мәғлүмәттәр йыйған һәм башҡорт телен фәнни яҡтан өйрәнгән. Ул "Башҡорт нельф" ("Башҡорт теле") тигән китап яҙған, венгрса-башҡортса һүҙлексә лә төҙөгән һәм бер йыйынтыҡ булып 1904 йылда Будапештта баҫылған. Һүҙлексәлә һөйләү телендә киң ҡулланылған венгр һүҙҙәренең башҡортсаға ярашлылары бирелгән.
Йомғаҡлап шуны әйтәйек, Өфө һүҙенең венгр һүҙе өвез менән мәғәнәүи йәһәттән ярашлы булыуына бер ниндәй ҙә шик юҡ.

Сәлимйән БӘҘРЕТДИНОВ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 04.04.16 | Ҡаралған: 1468

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru