«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ИҢЕБЕҘГӘ ҺАЛЫНҒАН БУРЫСТАРЫБЫҘ КҮП, ӘММӘ МИЛЛӘТ ӘСӘҺЕ БУЛЫУ - ИҢ МӨҺИМЕ
+  - 

Һүҙ - көмөш, йыр - алтын, тип, халҡыбыҙ был сәнғәт төрөн ифрат юғары баһалаған, көйһөҙ менән моңдаш булыуҙан хәүефләнгән. Милләттәштәребеҙ араһында хатта ғаиләләре менән йырлағандар бар, башҡорт эстрадаһында ла ундайҙар байтаҡ. Ағалы-ҡустылы Туйсиндарҙың бер туған апайҙары Флүрә Туйсинаның моңон ишетеп, үҙен күреп белһәк тә, яҡындан аралашырға мөмкинселек сыҡҡаны юҡ ине әлегә. Затлы нәҫелдең затлы ҡыҙы ниндәй уйҙар менән йәшәй? Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Флүрә ТУЙСИНА һәм уның ҡыҙы, М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актрисаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Фирүзә ПАРИЖ менән ошолар һәм матурлыҡ, ҡатын-ҡыҙ асылы, уның был тормоштағы урыны кеүек фәлсәфәүи төшөнсәләр хаҡында әңгәмәләшәбеҙ.

"Нәҫел дәрәжәһе үҙе бер бәрәкәт: тамыры баҡыр ағастың сатыры алтын булмаҫ", - тигән һүҙҙәре бар Мостай Кәримдең. Йырсы Париж Туйсиндың улдары ла, ҡыҙҙары ла йырсы икәнен барыһы ла белә, атайығыҙ, ҡартатайығыҙ һеҙҙең хәтерегеҙҙә ниндәй булып һаҡланған?

Ф. ТУЙСИНА: Нәҫелебеҙҙә, ысынлап та, затлы-затлы ҡартатайҙарыбыҙ, инәйҙәребеҙ, апайҙарыбыҙ бар. Рәшиҙә апай Туйсина үҙе бер маяҡ булып торҙо беҙҙең өсөн. Ниндәй илдәрҙә сығыш яһай - был хаҡта атайым белеп торҙо. Уның ауылыбыҙға ҡайтыуы ҙур байрамға әйләнер ине. Башҡорт юҡҡа ғына шәжәрәһен белеүгә иғтибарлы булмаған, нәҫелең тирәләй тупланған ыңғай энергетика һиңә лә ярҙам итә. Республика белмәһә лә, атайымдың атаһы Хәлфетдин Туйсинды район белә, һуғыш ветераны, етәксе урындарҙа эшләгән ул. Мин атайым Париждың баш балаһы, беҙ ғаиләлә 11 бала йырға-моңға сорналып үҫтек.
Башта бер-бер артлы 5 ҡыҙ тыуған - Флүрә, Мөнирә, Зөһрә, Зәкирә, Зәкиә. Колхоздың гөрләп торған мәле, йәйгеһен бесәнгә, миндек, селек бәйләргә шул эреле-ваҡлы биш ҡыҙын да йөрөтә ине атай. "Минең дояркаларым", - тигән яратҡан һүҙе лә булды. Үҙ иленең тоғро улы булараҡ, ҡыҙҙарын колхозға кәрәкле кешеләр итеп үҫтергеһе килгәндер инде. Бесәнгә йыйынып, атын егә башлаһа, мин ҡыуанам, сөнки Шүлкә урманына тиклем 15 саҡрым, атай барып еткәнсе, ҡайтҡансы йырлай. Беҙҙе йыр арбаһында ғына йөрөттө ул шулай. Бөгөн репертуарыбыҙҙағы "Рамай", "Ағын һыу", "Бөйрәкәй", "Вәғәҙә" тигән йырҙарыбыҙҙы унан өйрәнгәнсә башҡарабыҙ. Шул арбалағы ҡыҙҙарҙың минән башҡа береһе лә йырламай. Һәм береһе лә һауынсы булманы, араларында әҙәбиәт уҡытыусылары ла, хатта юғары белемле мал табибы ла бар. Беҙ урамдан арбала үтеп барғанда, төртмә телле ағай-апайҙар: "Тыр-тыр, тыр, арба, Париждың ҡыҙҙары бер арба", - тип һамаҡлап ҡалыр ине. 1969 йылда Йәмил тыуғас, бөтөн ауыл ҡыуанды. Шунан 1972 йылда Рәмил тыуҙы, атайыбыҙ кеше араһында ныҡлы баҫып йөрөй башлағандыр инде был ваҡиғанан һуң.
Шулай ҙа ҡыҙығы аҙаҡтан башланды. Мин 1976 йылда кейәүгә сыҡтым, әсәйемдең был мәлдә 8-се балаһы - өс айлыҡ Сөмбөлө бар. Мин 1977 йылда - Фирүзәне, әсәй 1978 йылда - Рәүиләне, мин Илүзәмде табам. Шунан тағы китә: әсәй 1980 йылда - Радмирҙы, мин Илшатты донъяға килтерәм. Туҡтамаҫ инде был, тип, эй көйгән булам, йәнәһе, ирем алдында ла уңайһыҙ. 1982 йылда әсәйем Айнурҙы табып алды әле тағы. Бөгөнгө көндә 11 балаһына изге теләктәрен теләп, улар менән йыуанып ултыра.
Ф. ПАРИЖ: Нәҫел дәрәжәһе, әлбиттә, бәрәкәт. Минең ике яҡтан да ҡартатайымдар шәп йырсы булды. Ҡоҙалашып алғас, табындарҙа бер-береһе менән йыр аша һөйләшкән кешеләр әле улар. Атайымдың атаһы - Абдулла ҡартатай һуғыш ветераны, һуғыштан старшина дәрәжәһендә ҡайта, бик талапсан ине ул. Ошо моңдо күңелдәребеҙгә һеңдереп үҫтек.
1996 йылда "Дәрүиш" төркөмө менән "Урал моңо"нда ҡатнашырға булып киттем. Улар рок стилендәге йырҙар йырлай, мине лә сәхнәгә джинсы салбар кейҙереп сығарҙылар, был тамашасыны ныҡ аптыратты. Аллаярова тигән фамилияң сәхнәнән яңғырамай, тиҙәр, шулай Париж булып киттем. "Башҡорт ҡыҙы сәхнәгә салбарҙа сыҡты, етмәһә, үҙен Париж тип атаған", - тип яҙҙы гәзиттәр һуңынан. Шулай итеп мин сәхнәгә үҙебеҙҙең ғаиләләгеләрҙән алдараҡ сыҡтым, шуға ҡартатайҙың исемен дә алдан алып өлгөрҙөм. Исем яңғырашлы ла ул, тик уның оло яуаплылығы ла бар. Шуны гел иҫемдә тотам.
Ф. ТУЙСИНА: Беҙҙең 4 балабыҙ ҙа махсус музыка белемле. Илүзә әлеге көндә Шамонино ҡасабаһында балалар баҡсаһында музыкаль етәксе булып эшләй, Илшат оҙаҡ йылдар Баймаҡ район мәҙәниәт йортонда эшләне, күп йырҙарымдың аранжировкаһы уныҡы. Илгизә Сибайҙа балалар баҡсаһында музыкаль етәксе. Шунан бер тапҡыр аталары: "Балаларҙың береһе лә эшкингән нәмәгә уҡыманы", - тине. Ул, балаларыбыҙ табиптар, уҡытыусылар булырҙар, тип өмөт иткәндер инде. Ә хәҙер ҡыуана. Киләсәктә ғаиләбеҙ менән сәхнәгә сығырға уйлайбыҙ. Мин Ҡолсора ауыл мәҙәниәте йортонда директор булып 40 йылға яҡын эшләп, әле бына хаҡлы ялға сығып, туғарылып ултырам. Гел генә 8-10 пар бейеү коллективы тоттоҡ, Хәлил Ишбирҙин, Рәис Низаметдиновтар килеп, бейеү һала инеләр. Район смотрҙарында бейеү буйынса ғына түгел, халыҡ театры, йыр буйынса ла Гран-приҙар алып йөрөнөк. Ул ваҡытта бергә эшләгән район башлығы Рөстәм Рафаил улы Сәйетов, ауыл хакимиәте башлығы Рафаил Сабир улы Сәлихов, Ришат Садик улы Ишмурзинға, "Наҙбикә" тигән фольклор ансамбленә йөрәгемдең түрендә ҙур рәхмәт йөрөтәм, халыҡ, ауыл өсөн тип, эшләнек.
Балаларҙың тәүге сәхнәһе шул мәҙәниәт йорто булды, ул уларға ҡанат ҡуйҙы, фатиха бирҙе. Әле лә иҫләйем, Фирүзәне өс йәштә сығарҙым халыҡ алдына. "Ай, былбылым" тигән йырҙы эй һаҡау итеп тороп йырланы. Матур ғына ҡурсаҡ һатып алдым, уны сәхнә артында тотоп торам, шуға ҡарап дәртләнеп йырлай балам. Улым 9-сы класта уҡығанында уҡ баян менән концерттарымды биҙәй ине. Илүзәне ауылда эшләп йөрөгәнендә Учалы бейеү ансамбленә сыҡырҙылар. Шул баланы, ауылда баян уйнарға, бейеү һалырға кеше юҡ, тип, колхоз рәйесенең "Нива"һына тейәп алдым да ҡайттым. Үҙем менән бергә балаларым да ауылда сәнғәтте үҫтереүгә өлөш индерҙе.

Шулай ҙа ғаиләнең рухи сәләмәтлеге ҡатын-ҡыҙҙан, тиҙәр. Әсәй, өләсәйҙәрегеҙҙән ниндәй тәрбиә өлгөләре, ҡатын-ҡыҙ асылына төшөнөргә ярҙам иткән кәңәштәр алып үҫтегеҙ?

Ф. ТУЙСИНА: Әсәйем - герой әсә, тыныс, сабыр, һоҡланғыс ҡатын-ҡыҙ. Атай йырсы, әсәй йырлаһа ла, табындарҙа, берәй мәжлестә, туйҙарҙа уның ауыҙ асып йырлап ултырғанын ғүмерҙә лә күрмәнек. 11 бала табырға ҡыйыулыҡ иткәс, атайыбыҙ шәп, ышаныслы ир булғандыр. Атайҙың әсәһе, шулай уҡ герой әсә Зөләйха ҡәртәсәйем Туйсина 10 бала тапҡан. Уны бик уңған, талапсан, хатта уҫал итеп иҫләйем. Аш-һыуға оҫта, донъялары етеш булды, мул йәшәнеләр. Тураһын ярып әйтә лә ҡуя ине ул. Аҡыллы уҫал булды.
Әсәйем заманына күрә бик модалы, зауыҡлы булды, ауыл ҡатындарынан айырылып торҙо ул. Атайға димләгәндәр ҙә, Силәбе өлкәһе Ҡыҙыл поселогынан килен булып төшкән. Уның "Снежинка" тигән кремдары, ҡара ҡәләмдәре булды. Бер ваҡыт күҙем ҡыҙып, ирен буяғысын ашаным да ҡуйҙым, уның еҫе әлеге ирен буяғыстарында юҡ. Мамығы менән борхолдатып, пудраһын биткә һөртәбеҙ рәхәтләнеп. Иҫемдә, дүртенсе класта уҡыйым. Әсәй пудраһын беҙҙән йәшереп ҡуйған. Аптырап тормайым, битемә он һылап, ҡашымды күмер менән һыҙып китәм мәктәпкә. Өйҙәгеләр күрмәй ҡалғандыр инде. "Флүрә, нишләнең ул, бар, битеңде йыуып ин", - тип сығарып ебәрә уҡытыусы. Бына шулай, матур булырға ынтылыш әсәйҙән күскәндер, күрәһең.
Ф. ПАРИЖ: Мине халыҡ йырҙарын йырларға атайымдың әсәһе Зәкирә өләсәйем өйрәтте. Етенсе класта уҡый инем, ваҡыт етте, тине. Тәүгеһе башҡорт халыҡ йыры "Сибай" булды, шунан эргәһенә ултыртып, үҙе артынан ҡабатлатып, "Сәлимәкәй"ҙе өйрәтте. Әсәйемдән мин "Ильяс"ты отоп алдым.
Ҡатын-ҡыҙҙың иңенә был донъяла күп бурыстар һалынған. Ир-егеткә үҙ исеменә тап төшөрмәү өсөн бер һүҙле булырға, һәр ваҡытта ла ир булып ҡала белергә генә кәрәк. Ә ҡатын-ҡыҙ иренә ярарға, балаһына лайыҡлы тәрбиә бирергә, эшендә лә һынатмаҫҡа, өйөн дә ҡарап өлгөрөргә бурыслы. Ошо бурыстар араһында тағы ла бер мөһиме бар - ул үҙенең милләт әсәһе икәнен онотмаҫҡа тейеш. Милләттең киләсәге - беҙҙең ҡулда. Ҡартәсәйҙәр, әсәйҙәр быуыны ошоно үҙәккә ҡуя белгән. Бөгөнгө заман ҡатын-ҡыҙы шул тиклем әүҙем, теләһә ниндәй эште тотоп эшләй ҙә ҡуя, хатта матриархат булып ҡына ҡуймаһын, тип хәүефләнеп алам.
Ҡыҙ тәрбиәләүе еңелерәктер, ул һиңә эйәреп эшләп өйрәнә, һиңә ҡарап үҙен кеше араһында тота. Малайҙар менән ауырыраҡ. Өйҙә улыма, һин - ир-егет, һин нисек әйтәһең, шулай буласаҡ, тием. Һин киләсәктә ғаиләң өсөн яуаплы булаһың, тип өйрәтәм. Ир баланы хеҙмәт менән тәрбиәләйҙәр, әлбиттә, ләкин ҡалала эш күп түгел. Ҡайһы саҡ берәй эш ҡушһам, был ҡатын-ҡыҙҙар эше, тип бәхәсләшкән була. Атаһына ылыға күберәк, мин гастролдәр мәлендә атай менән ҡала бит. Башҡаларҙың әсәһе өйҙә ултыра, ә һин кис булһа, эшкә китәһең, тип әйтә ҡайһы берҙә. Минең һөнәремдең еңел түгеллеген аңлай балаларым, ҡыҙым туризм буйынса белем ала, улым футбол менән шөғөлләнә, сәхнә кешеһе булырға ынтылмайҙар.

Бөгөнгө йәштәр үҙ-ара мөнәсәбәттәр өлкәһендә күпкә аҡыллыраҡ, белемлерәк, тиҙәр, һеҙ уларға ҡолаҡ һалаһығыҙмы?

Ф ТУЙСИНА: Өс ҡыҙым, бер киленем бар, ысынлап та, уларҙан мин күп нәмәгә өйрәнәм. Шаяртып, ҡәйнәләрем, тип әйтәм. Уларҙың белмәгән нәмәһе юҡ. Мин үҙем йомоғораҡ, ҡырыҫыраҡ әсәй булғанмындыр ул. Ә балалар икенсе төрлө бөгөн, аҡылдарына аптырайым, фекерләү ҙә икенсе. Ирҙәре, балалары менән мөнәсәбәт тә икенсе кеүек уларҙа, күпкә иғтибарлыраҡтар. Ҡатын-ҡыҙҙың төп сифаты - наҙлы булыу, тип иҫәпләйем. Ошо сифатты тәрбиәләй беләләр үҙҙәрендә. Бешеренергә, өҫтәл биҙәргә, башҡаһына өйрәнәм уларҙан. Ҡайтып та төшәләр, эшкә лә тотоналар.
Ф. ПАРИЖ: Әсәй беҙҙе икенсе төрлө, ти. Мин дә үҙемдең 20 йәшлек ҡыҙыма ҡарап, уларҙың быуыны бөтөнләй башҡа, тип уйлайым. Ҡыҙым Нәркәстең дә, улым Кинйәнең дә тормошҡа ҡарашы минеке кеүек түгел. Мин олоғайып китһәм, уларҙы аңламай йонсомаҫмынмы икән, тип тә хәүефләнеп ҡуям ҡайһы берҙә. Милләт бер урында торорға тейеш түгел, үҫеш булырға, балалар ата-әсәһенә ҡарағанда яҡшыраҡ булырға тейеш. Шул саҡта ғына милләт камиллаша.

Ҡатын-ҡыҙҙың ыңғай сифаттары күп, тик бер кире яғы бар, ул үҙенең ыңғай сифаттарын күрә белмәй, тиҙәр, бының менән килешәһегеҙме?

Ф. ПАРИЖ: Актер һөнәре алғаныма шул тиклем ҡыуанам. Йырсы ғына булһам, мин үҙемде әлеге кимәлемә тиклем үҫтерә алмаҫ инем. Актерҙар шуныһы менән бәхетле: роль өҫтөндә эшләгәндә шул образдың эске кисерештәрен, ни өсөн уның теге йәки был ваҡиғаға тарыуын, быға холҡоноң ниндәй яғы этәреүен аңлайһың. Психология тип аталған фән - иң төп дәрес ул актерға. Ошо белем тормошта ла ярҙам итә. Актриса булмаһам, үҙем өсөн күп нәмәне аса алмаҫ, йомоғораҡ булыр инем. Кеше иң тәүҙә үҙен аңларға, үҙ-үҙе менән дуҫ булырға тейеш. Күпме кеше үҙен аңламағандан, нимәгә һәләтле икәнен белмәгәндән, үҙе өҫтөндә эшләмәгәндән бәхетһеҙ. Эске донъяһын аңламай икән, шул саҡта ныҡ аҙаша кеше. Ҡатын-ҡыҙҙар араһында үҙҙәрен артыҡ баһалаған, хатта ҡабарта биреберәк тотҡандар бар. Әммә үҙен тулыһынса иренә, балаһына, донъяһына бағышлағандар, үҙҙәрен онотҡандар ҙа күп. Ҡатын-ҡыҙ үҙен яратырға тейеш - был ҡанун. Үҙеңде яратмайһың, баһаламайһың икән, башҡалар ҙа баһаламаясаҡ. Унан һуң, ҡатын-ҡыҙға мәҙәни булыу кәрәк, уның эске донъяһы бай, бөтөн булырға тейеш. Шул саҡта сабырлыҡ та, матурлыҡҡа, татыулыҡҡа, камиллыҡҡа ынтылыш та килә.

Һеҙ сибәр ҡатын-ҡыҙҙарһығыҙ, әммә тәбиғи матурлыҡ та һаҡлауға, тәрбиәгә мохтаж. Матурлыҡ серҙәре менән уртаҡлашығыҙ әле?

Ф. ТУЙСИНА: Фирүзә үҙеңде яратырға кәрәк, тип әйтте бит әле. Эйе, ҡатын-ҡыҙ үҙен ҡарап йөрөтөргә тейеш, тип уйлайым. Ҡайһы ваҡыт шул тиклем донъя эшенә сумам, хатта урамға ла сыҡмайым. Шунан ҡапыл мәшәҡәттәрҙе һыпырып ташлайым да, битлектәр эшләп алам. Үләндәр эсәм. Әле сәхнәгә йышыраҡ сыға башлағас, тән һомғоллоғон ҡайғыртырға ла тура килә, киске биштән һуң бөтөнләй ашамайым. Тауышың менән генә тамашасыны арбап булмай, уларға һинең матур булыуың да кәрәк.
Кейемгә бала саҡтан талапсан булдым. Әле лә зауыҡлы кейемгә битараф түгелмен, хәҙер инде ҡыҙҙар ҙа ҡотортоп ебәрә. Алтын-көмөш биҙәүестәр яратам, башҡорт ҡатын-ҡыҙы электән затлы биҙәүестәр ҡулланған. Минең Зөләйха ҡартәсәйемдең ҡулдарында алтын беләҙектәр, алтын балдаҡтар була торғайны. Ҡупшы ситектәр, камзулдарҙа йөрөр ине. Уның ҡаты капрон туҡыманан яулығы бар ине. Шуны ябынып, ҡартатай менән ҡушлап арбаға ултырып, ҡунаҡҡа китәләр, ҡартәсәйҙең яулығы елгә осоп, елпелдәп кенә барғаны әлегеләй күҙ алдында.
Ф. ПАРИЖ: Сәхнә көҙгө кеүек бит ул, унан бөтөн нәмә ус төбөндәге кеүек күренә. Кешенең, нимә һөйләүенә ҡарап, аң кимәлен, эске күңелен баһалап булған кеүек, йырсы өсөн сәхнә лә шулай. Ялтырап, тыштан матур булып тора ла алаһың һин унда, әммә һинең ниндәйҙер маҡсатың, халыҡҡа әйтер һүҙең булырға тейеш. Буш ялтырауыҡтың ҡыҙығы юҡ, ул һабын ҡыуығы кеүек, матур, әммә тиҙ генә шартлап юҡҡа сыға.
Эштән арып ҡайтаһың, ниндәйҙер махсус битлектәр эшләп ултырырға ваҡыт та ҡалмай, һәр хәлдә, мин косметик сараларҙы бик үк самаһыҙ ҡулланмайым. Әммә беҙгә йәмһеҙ булырға ярамай. Кәүҙәне гел формала тоторға кәрәклегенә инанғанмын. Ҡамыр аштарын бик яратам, әммә өлкәнәйә килә организмда матдәләр алышыуы "ялҡаулана". Бик яуаплы концерт, роль алдынан туҡланыуға ныҡ иғтибар итәм. Театрҙа актерҙар өсөн физик күнекмәләр яһау мөмкинлеге бар, беҙҙең менән хореограф Сулпан Асҡарова шөғөлләнә. Бөгөнгө заманда модаға инеп киткән фитнес клубтарына йөрөргә кәрәклек тыумай ҙа.
Ф. ТУЙСИНА: Ҡатын-ҡыҙҙың йөҙө генә түгел, йорто ла уның кемлеген күрһәтеп тора. Өйөң бысраҡ икән, ҡупшы итеп кейенеп сығып китеүеңдән ни файҙа? Аш-һыуҙы ла күңел һалып, тәмле итеп бешерергә өйрәнергә кәрәк. Минең ҡомалаҡ менән әсетеп бешергән икмәгемде бик маҡтайҙар. Йәй буйына ҡорот, ҡыҙыл эремсек ҡайнатып сығам.

Бөгөнгө башҡорт эстрадаһының кимәлен нисек баһалайһығыҙ?

Ф. ПАРИЖ: Бер нәмәгә инанғанмын - дәүләт көслө икән, уның сәнғәте лә көслө. Тағы ла спорт бының бер күрһәткесе булып тора. Сөнки сәнғәт менән спорт кешенең рухын күтәрә, эске күңелен байытып ҡына ҡалмай, иле өсөн ғорурлыҡ тойғолары кисерергә мәжбүр итә. Милләтте лә сәнғәт һаҡлай. Һуңғы мәлдәрҙә башҡорт театрҙары, бигерәк тә балалар өсөн тәғәйенләнгән тамашаларҙы русса уйнарға мәжбүр. 10-15 йылдан беҙгә өлкән тамашасы булып киләсәк быуынды беҙ шулай "тәрбиәләйбеҙ" бөгөн, уларҙы туған телдәренән мәхрүм итәбеҙ. Шуға ла дәүләт быға юл ҡуймаҫҡа тейеш. Иҡтисади сәбәптәрҙе бер ҡасан да рухи байлыҡтан өҫтөн ҡуйырға ярамай.
Эстрада ҙур бер диңгеҙ икән, бөгөн унда башҡорт йырсыларының кемелер яхтала, кемелер тапсыҡта йөҙөп йөрөй. Кәмәһе тишелһә, батып та китәләр. Хәтерегеҙҙә булһа, үткән быуаттың 90-сы йылдарында милли эстрадала барлыҡҡа килгән генә мәлдә бер-береһенә оҡшамаған, бер-береһен ҡабатламаған төркөмдәр барлыҡҡа килде: "Дәрүиш", "Рух", "Аҡйондоҙ", "Карауанһарай", "Ант" һ.б. Уларҙың күбеһе хөкүмәт иғтибары булмауы һөҙөмтәһендә юҡҡа сыҡты, сөнки ул егеттәр ғаиләһен дә ҡарарға тейеш ине бит. Ижад һәм уның ярҙамында матди бөтөнлөккә өлгәшеү беҙҙә һәр ваҡыт айырымлана. Ә ул төркөмдәр шуныһы менән көслө булды - һәр береһенең музыкаль белеме бар ине. Бөгөнгө эстраданы ҡый үләне баҫты, улар үҫеп кенә килгән сәскәләргә лә ҡамасаулай. Уҡымаған көйө сәхнәгә сығып йырлауҙы хуп күрмәйем мин. Нисек кенә талантлы булмаһын, йәш кешенең белеме, әҙерлеге юҡ икән, уның сығышы ситтән көлкө лә, ҡыҙғаныс та күренә. Тауар сифатһыҙ икән, уны һатып та булмай. Улар дөйөм күренеште лә боҙа, бөтөн эстрадаға кире ҡараш та уята. Унан һуң, заман үҙгәрә, беҙгә лә үҙгәрергә, шул уҡ йырға тауар итеп ҡарай башларға кәрәктер. Мәҫәлән, Татарстанда бер йыр ижад ителә икән, авторҙары уны һатып, күпме аҡса эшләй алыуы тураһында уйлай башлай. Беҙҙең халыҡ, уны кемгә һатам мин, тип ялҡаулана. Донъя хәҙер шуға ҡоролған, эшләгән эшеңде күрһәтә белергә кәрәк.

Флүрә апай, һеҙҙең ирегеҙ менән ғүмер итеүегеҙгә ошо көндәрҙә 40 йыл тулған. Мирхәт ағай - һеҙҙән, һеҙ - унан уңдым, тип әйтә алаһығыҙҙыр бөгөн, моғайын?

Ф. ТУЙСИНА: Мин кейәүгә иртә сыҡһам да, бик аҡыллы кешегә сыҡҡанмын, тип уйлайым. Ирем тыныс холоҡло, ныҡ эшһөйәр. Балалар ҙа аталарын тик ыңғай яҡтан ғына белә. Беребеҙ ут булғанда, икенсебеҙ һыу булып, 40 йыл ғүмер иткәнбеҙ инде. Холҡо алтын булмаһа, шунсама ғүмер клубта эшләтмәҫ ине. Йә таңға ҡайтырға тура килә, йә көнө буйы өйгә ҡайтып инмәйһең. Ауыл ерендә мәҙәниәтте бер кимәлдә тотоу шул тиклем ауыр ул. Ауыл халҡы эскерһеҙ, уларҙың белгән һөнәрен кешегә күрһәткеһе, йырын ишеттергеһе килә. Тик уларҙы өйҙәренән алып сығыусы, ойоштороусы кәрәк. Мәҙәниәт булмаһа, халыҡтың дәрте ҡалмай бит инде ул.
Ф. ПАРИЖ: Әсәй Өфөгә килһә, атай уға көнөнә әллә нисә тапҡыр шылтырата, бер туҡтауһыҙ һөйләшәләр. Атайым - һинең продюсерың, тием. Өфөлә яңыраҡ үткән концерттан ҡайтып өлгөрмәнек, видеоларығыҙҙы интернетҡа һала һалығыҙ, ти. Сәхнәнән шуны әйттеңме, әсәйеңде һәйбәт итеп әйттеңме, тип һорай. Йондоҙо бит ул уның. Берәй кеше булһа, йөрөмә шунда ҡотороп, тиер ине. Ғүмере буйы ауылда йәшәгән кешенең әсәйҙә талант барлығын аңлауы үҙе бер хазина. Ана шулай ҡатындарын баһалай белгән ирҙәр бар ул. Яңы йырҙар эшләгеҙ, тип кенә тора. Атайыбыҙ әллә ҡайҙарҙа уҡыған, ҙур урындарҙа түрә булып ултырған ир-егеттәргә алыштырғыһыҙ, уның эске мәҙәнилеге бар. Китап күп уҡый, почта килһә, әсәй менән гәзиттәрҙе талашып уҡыйҙар. Ғүмерҙә лә һүгенгәнен ишеткәнем юҡ. Беҙ уны яратып, Абдулыч, тип йөрөтәбеҙ.
Ф. ТУЙСИНА: Балаларҙы үҫтерәйек, тип йәшәнек, белем бирҙек, уҡыттыҡ. Хәҙер уларҙың барыһын да башлы-күҙле итеп, туйҙар яһап, осороп бөттөк. Аталарының хәҙер яңы шөғөлө барлыҡҡа килде - балалар ҡасан ҡайта, тип, уларҙы көтөп йәшәй. Картуфты күберәк ултыртырға, һуғымды күберәк һуйырға тырышабыҙ. Балалар, үҙегеҙ өсөн йәшәгеҙ, һәр кемебеҙҙең үҙен үҙе ҡарарлыҡ хәле бар, тиһәләр ҙә, тауығын да, ҡаҙын да көткө килә. Ирең менән тигеҙ ғүмер кисереү, олоғайғас та балалар өсөн йәшәү - үҙе бер бәхет. Ейән-ейәнсәрҙәргә матур, мәғәнәле исемдәр һайлап ҡуштыҡ. Нуриман, Ғәйсәр, Кәрим, Кинйә, Бәхтийәр, Нәркәс, Заһиҙә - әйткән һайын әйтке килеп тора. Милләтте йола һаҡлай, тип, йолаларҙы тотабыҙ. Ураҙалар ҙа тотам.

Шулай итеп...
Ҡасандыр кемдер бик әһәмиәтле фекер әйткәйне: "Һәр милләт ҡатын-ҡыҙы Аллаһы Тәғәләнән ҡала икенсе булып милләтте йәшәтә". Ысынлап та, милләттең әхлағы ла, тәрбиәһе лә, киләсәге лә ҡатын-ҡыҙҙан. Уның төп бурысы - милләт өсөн балалар үҫтереү, башҡорт халҡының киләсәген төҙөү, тип юҡҡа ғына әйтмәне әңгәмәселәребеҙ ҙә. Ҙур сәхнәләрҙә йырлауға ҡарағанда, ғаиләһен, тимәк, милләттең киләсәген өҫтөн ҡуя белгәне өсөн дә бәхетлелер бөгөн Флүрә Туйсина менән уның ҡыҙы Фирүзә Париж. Шуның өсөн дә уларға сәхнә лә, тамашасыһы ла тоғро.

Ләйсән НАФИҠОВА әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 04.04.16 | Ҡаралған: 2033

Киске Өфө
 

Һәр көнөң - бәләкәй генә ғүмер: һәр иртән йоҡонан уяныуың - бәләкәй тыуыуың, һәр иртәң - бәләкәй йәшлегең, һәр кисең һәм йоҡларға ятыуың - бәләкәй генә үлемең.

(А. Шопенгауэр).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru