«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ОЛОЛАР ҺҮҘЕ - АҠЫЛДЫҢ ҮҘЕ
+  - 

"Үҙеңдең ырыуыңа, нәҫел-нәсәбеңә генә инәй булдым тип ҡотолорға уйлама! Минең кеүек, тотош ауылға, илгә инәй бул!" Мостай Кәримдең "Оҙон-оҙаҡ бала саҡ" әҫәрендәге Оло инәй һүҙҙәре менән башланып китте Ағинәйҙәр форумы. Хәйбулла районы Аҡъяр ауылында ойошторолған был мәртәбәле сараға төрлө ауылдарҙың ағинәйҙәр ойошмалары вәкилдәре килгәйне.

- Районыбыҙҙағы ағинәйҙәр иң әүҙем йәмәғәт ойошмаһы булып берләште бөгөн, - тине тантананы асып муниципаль район хакимиәте башлығы урынбаҫары Миңзәлә Баймырҙина. - Райондың йәмәғәт тормошонда башҡарған баһалап бөткөһөҙ хеҙмәтегеҙ өсөн рәхмәт. Һеҙҙең ярҙамдан тыш, беҙҙең эшебеҙ алға ла бармаҫ ине. Мәҫәлән, төп бәләбеҙ эскелеккә ҡаршы бергәләп көрәшәбеҙ. Эскән ҡатын-ҡыҙға "Эсмә!" тип кенә әйтеүе аҙ. Ағинәйҙәр, әйҙәгеҙ, уларҙы бөтөн сараларығыҙға ылыҡтырығыҙ, үҙегеҙ менән бергә мәсеткә алып йөрөгөҙ. Бер тыңламаһалар, бер тыңларҙар. Һеҙҙең нәсихәт, һеҙҙең ярҙам ҡулы һуҙыуығыҙ уларҙы, бәлки, ошо бәләнән йолоп алып ҡалыр. Ағинәйҙәр ҡорҙарына тупланыусыларҙың күбеһе - элекке уҡытыусы, мәҙәниәт хеҙмәткәре, тәрбиәсе һәм башҡалар. Шуға күрә лә, һеҙҙең эштәрегеҙ әүҙем һәм һөҙөмтәле. Ауылдарға яңы һулыш бирәйек, халыҡты дәртләндерәйек, тормошобоҙҙо йәнләндерәйек!
Ағинәйҙәр тарафынан районда ниндәй генә саралар үткәрелмәй. Ә был "Ағинәйҙең һүҙе - аҡылдың үҙе" тип исемләнгән бәйге беренсе тапҡыр үткәрелде. Район "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Миңзифа Ишемғолова бәйге дилбегәһен үҙ ҡулына алып, биш ағинәйҙе сәхнәгә һынау тоторға саҡырҙы. Тәүге конкурста улар һөйләү оҫталығын күрһәтеп, үҙҙәре менән таныштырып үтте. Бында Аҡъяр ауылынан Тәнзилә Ҡыҙрасова үҙе ижад иткән "Аллаһыға шөкөр ҡылам" тип исемләнгән шиғыры менән айырылып торҙо.
Ижади сығыш буйынса ярышта Зилә Сынбулатова зекер менән үрелгән мөнәжәтен, Таштуғай ауылынан Фәриға Күсәкова "Өләсәйҙәр" шиғырын һөйләп ишеттерҙе. Зилә Сынбулатова экологик проблемалар күтәреп яҙылған мөнәжәте менән сығыш яһаһа, Гөлдәр Ҡәйепова тормош иптәше уйнаған гармунға ҡушылып, "Ҡайтырһың шикелле тойола" йырын йырланы. Артабанғы һынау - "Алтаҡталарға яҙыуҙар" конкурсы. "Башспирт" магазинына, Аҡъярға ингән урындағы алтаҡтаға һәм Мәҙәниәт йорто буҫағаһына нимә тип яҙыр инегеҙ, тигән һорауға ағинәйҙәрҙең мәғәнәле һәм урынлы яңғыраған тәҡдимдәре һөйөндөрҙө. Мәҫәлән, "Араҡыны белеп тотонһаң - дарыу, ирегеп эсһәң - ағыу", "Эскелек - хурлыҡ, айыҡлыҡ - ҙурлыҡ", "Туҡта, уйлан, кире борол, ҡолға әйләнмәҫ борон" һәм башҡалар. Тыуған ауыл темаһына - "Туйған ерҙән тыуған ер яҡшы", "Сит ерҙә солтан булғансы, үҙ ереңдә олтан бул" һәм башҡалар.
Шулай уҡ "Сәсәнмен тип кем әйтмәҫ…" бәйгеһендә лә ағинәйҙәр һыр бирмәне. Ә "Серле һандыҡ" конкурсында улар йолаһына, мәғәнәһенә ҡарап, башҡорт халыҡ кейемен, биҙәүесен тасуирлап әйтеп бирергә тейеш ине. Баһалама ағзалары Мәрфүға Азаматова, Гөлшат Ильясова, Әлфиә Акиловалар бәйгегә йомғаҡ яһаны. Шулай итеп, 3-сө урынға Зилә Сынбулатова (Әбүбәкер) һәм Сафия Хәләфетдинова (Иҫәнгилде) бүлешһә, 2-се урынға Гөлдәр Ҡәйепова (Сәғит), 1-се урынға Фәриға Күсәкова (Таштуғай) сыҡты. Гран-приҙы хаҡлы рәүештә 78 йәшлек Тәнзилә Ҡыҙрасова (Аҡъяр) яуланы.
Шундай матур тамаша өсөн барса йыйылған халыҡ рәхмәтле булды. Сараның бағыусыһы Роза Аллағолова, район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Хәлил Ибраһимов та ағинәйҙәргә ҡотлауҙарын һәм рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Эйе, ағинәй - ул халыҡтың бөгөнгө хәленә дөрөҫ баһа бирә белеп, уны ғәфләт, ғәмһеҙлек йоҡоһонан уятыусы ил инәһе булырға тейеш. Ошондай һығымта менән таралышты сараны бик тә оҡшатып тамаша ҡылған халыҡ.

Айгизә АСҠАРОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 04.04.16 | Ҡаралған: 1624

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru